«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
Беҙҙең номерҙар
 
2024

Ғинуар
   01  |  02  |  03 
Февраль
   04  |  05  |  06  |  07 
Март
   08  |  09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15  |  16 
Май
   17  |  18  |  19  |  20  |  21 
Июнь
   22  |  23  |  24  |  25 
Июль
   26  |  27  |  28  |  29 
Август
   30  |  31  |  32  |  33  |  34 
Сентябрь
   35  |  36  |  37  |  38 
Октябрь
   39  |  40 

Киске Өфө» VK-төркөмө
 
әйт, тиһәгеҙ...

Киләһе йылдан эшләп йөрөүсе пенсионерҙарҙың пенсияһы артасаҡ. Күптән көтөлгән яңылыҡ ине инде ул был...

Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52

  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
ҮӘТ, ЗАМАНА ЕГЕТТӘРЕ!
+  - 

Өфөнән KurAI (Ҡурай) программистар командаһы Up Great Милли технологик башланғыстарҙың "Ашығыс эҙләү" конкурсында еңеү яуланы һәм 100 млн һум аҡсалата бүләк алды. Йәштәр юғалған кешеләрҙе тиҙ арала эҙләп табыу системаһын уйлап сығарған һәм эшләгән. Командала - Башҡортостан вуздарын тамамлаған Сәлим Байгилдин, Илназ Фәтҡуллин һәм Тимур Иҙрисов.

"ЛизаАлерт" эҙләү-ҡотҡарыу отрядына юғалған кешеләрҙе эҙләшеү буйынса йыл һайын 40 мең ғариза килә һәм "Ашығыс эҙләү" конкурсы был эштә ярҙам итеү маҡсатында ойошторола. Ярыш өс этаптан торған. Унда Рәсәйҙең 45 төбәгенән барлығы 267 команда ҡатнашҡан, шуларҙың 12-һе финалға үткән. KurAI командаһы технологик ҡатмарлыҡтарҙы 27 минутта тулыһынса үтеп сыға алған. "Үҙебеҙҙең нейросеть ярҙамында урман һыҙатында йәшеренгән 18 кешенең 16-һын табып (был 89 процент), технологик ҡаршылыҡтарҙы үтә алған берҙән-бер команда булыуыбыҙға ҡарамаҫтан, өлгәшелгәндәрҙә туҡтап ҡалмаҫҡа һәм һөҙөмтәлелекте йөҙ процентҡа тиклем күтәрергә ниәтләйбеҙ", - ти KurAI командаһының капитаны Сәлим Байгилдин.
Һынауҙарҙы үткәндән һуң еңеүсе команда ағзалары "ЛизаАлерт" эҙләү-ҡотҡарыу ирекле отряды сафтарына баҫҡан һәм юғалған кешеләрҙе эҙләү эшенә йәлеп ителгәндәр. Йәштәр ирекмәндәр һәм эҙләү хеҙмәттәре хеҙмәткәрҙәренә конкурс сиктәрендә уйлап табылған техник сиселеште артабан ҡулланыуы уңайлы булһын өсөн графикалы интерфейс булдырған.
Әйткәндәй, егеттәрҙең икәүһе - Илназ Фәтҡуллин һәм Тимур Иҙрисов Рәми Ғарипов исемендәге 1-се Башҡорт республика гимназия-интернатында, Сәлим Байгилдин Республика башҡорт лицей интернатында уҡыған.

"Киске Өфө" гәзите, №50, 2023 йыл

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 25.01.24 | Ҡаралған: 155

Киске Өфө
 
Арзанға яҙылып ҡалығыҙ! Мөхтәрәм уҡыусыларыбыҙ, 4 октябрҙән 14-нә тиклемге ун көнлөктә республиканың һәр ҡалаһында-ауылында ПР905 индекслы "Киске Өфө"гә 2025 йылдың беренсе яртыһы өсөн ташламалы хаҡ менән 835 һум 44 тингә яҙыла алаһығыҙ. Гәзитебеҙгә яҙылып, квитанцияларын редакцияға ебәргәндәр араһынан кемдәрҙер матур ғына китаптарға лайыҡ буласағын да онотмағыҙ.

МӨХӘРРИРИӘТ.

Беҙҙең дуҫтар
 
Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
© 2024 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru