Беҙҙең халыҡтың ҡыйыулығына һоҡланырғамы, аптырарғамы - белмәйем. Һоҡтан күҙ тейеүе ихтимал, шуға күрә һоҡланмай ғына күпселектең иммунитет көсөнә шатланырға ғына кәрәктер был көндәрҙә. Ни өсөн тигәндә, һаулығы шәп кешеләр былтырғы тажзәхмәт менән грипп осоронда уҡ йәмәғәт транспортында ла, магазин-баҙарҙарҙа ла бышҡырып-сөскөргән хәлдәрендә лә битлекһеҙ-ниһеҙ, иркен йөрөргә өйрәнде.
Уларға артабан да шундай ҡорос һаулыҡ теләп, һүҙҙе себен теймәй сер итеп барыусы сирләшкә кешеләр хәленә йүнәлтәйек, булмаһа, сөнки көҙгө-ҡышҡы миҙгел башланыр-башланмаҫтан, инфекция хроник ауырыулы ошо сирләшкәләрҙе аяҡтан йыға. Ошоға тиклем әллә ни һиҙелмәһә лә, Роспотребнадзор белдереүенсә, 9 декабргә быйыл тәүге тапҡыр Рәсәйҙә гриптың АНЗN2 штамлы Гонконг төрө COVID-19 менән берләшеп, һөжүмгә күсмәксе. Был, әлбиттә, ауырыуҙар һанының бермә-бер артыуына килтереүе ихтимал, тип фаразлай табиптар. Әлеге көнгә ил буйынса ОРВИ менән сирләүселәр миллиондан ашты, шул уҡ ваҡытта тажзәхмәт тә аҫтыртын ғына үҙ эшен башҡара тора, сөнки ул хәҙер "еңелсә" битлеге аҫтына йәшеренде һәм сир билдәләрен кеше аяғөҫтө үткәргәнлектән, ҡатмарлашыуҙар башланырға мөмкин. Ковидтың мәкерлеге лә тап шунда: ныҡлап дауаланмаған осраҡта һуңынан кеше организмында ҡан ҡуйырыу, тромбоз, йөрәк-ҡан тамырҙары сире, диабет башланыуы ихтимал.
Шулай итеп, грипп менән ковид "тандемына" ҡыҙылса менән коклюш, пневмония ла килеп өҫтәлгән икән. Белоретта ҡыҙылса сиренең "тоҡанып" китеүе хаҡында яҙып сыҡҡайнылар инде. Рәсәйҙә, шул иҫәптән, Башҡортостанда ла, грипп таралыу сәбәпле, табиптар барыбер ҙә һаҡланыу саралары күрергә: кеше күп урындарҙан, шулай уҡ йүткереүсе, сөскөрөүсе кешеләрҙән ситтәрәк йөрөргә, битлек кейергә, ә өйҙә иһә витаминдар, иммунитетты нығытыусы, вирусҡа ҡаршы үлән сәйҙәре эсергә кәңәш бирә. Ошо уңайҙан социаль селтәрҙәрҙә белгәне-белмәгәне лә төрлө кәңәштәре менән әүҙемләшеп китте, ләкин халыҡ араһында популяр бал, һарымһаҡ, лимон кеүек сараларҙың грипты дауалауҙа әллә ни һөҙөмтә бирмәүе асыҡланды. Бер нисә халыҡ табибының шулай ҙа вирусҡа ҡаршы әүҙемлеге менән айырылып тороусы чага - ҡайын бәшмәге төнәтмәһе, шулай уҡ врачтар тарафынан хупланған селен, цинк, Д3 витамины ҡулланыу кеүек кәңәштәр популярлыҡ яуланы.
Был элементтарҙың иммунитетты нығытыусы үҙенсәлектәрен хәҙер рәсми медицина ла таный. Ошо өлкәлә тикшеренеүсе профессор, Сеченов университеты лабораторияһы мөдире Анатолий Скальный белдереүенсә, Рәсәйҙең күпселек территорияһында йәшәүселәрҙә тап ошо матдәләрҙең етешмәүе асыҡланды. Мәҫәлән, 30-40 процент рәсәйлелә цинк ҡытлығы күҙәтелә, ә инде диабет, үпкә ауырыулы, ОРВИ-ға тиҙ бирешеүсе хроник сирлеләрҙә был ҡытлыҡ 60-80 процент тәшкил итә. Шуға күрә ошондай хәлде иҫтә тотоп, әлеге препараттарҙы анализ бирмәйенсә лә 1-3 ай дауамында тейешле дозала ҡабул итергә мөмкин, тип иҫәпләй профессор. Ә шулай ҙа яҡшырағы - организмдағы был элементтарҙы анализ биреп тикшергәндән һуң ғына ҡулланыу фарыз, тип өҫтәргә кәрәктер.
Үткән аҙнала Өфөнөң Сипайлово биҫтәһе аптекаларында ошо препараттарҙы эҙләп йөрөргә тура килде. Хәҙер кеше көнө-төнө социаль селтәрҙә ултырып, мәғлүмәтле була бара, күрәһең (ярай ҙа, рәсми сайттарҙағы квалификациялы белгес һәм табиптарға юлыҡһалар). Провизорҙар әйтеүенсә, һуңғы ваҡыт тап ошо витаминдарҙы күпләп алалар икән, уларҙың йүнлеләре һатыуҙа ҡалмаған да хатта. Арзанлы, шуның өсөн дә насар үҙләштерелеүсе төрҙәре генә ята. Ә бына цинктың яҡшы үҙләштерелеүсе, файҙалы иҫәпләнгән цитрат (60 процент үҙләштерелә), пиколинат (60 процент), хелат (50 процент) төрҙәре бик ҡиммәт йә бөтөнләй юҡ. "Фармленд" аптекаһында миңә уның ... 700 һумлығын тәҡдим иттеләр, тәбиғи, баш тартырға тура килде. Хатта ки 310 һумлыҡ ни бары 25 төймәле Польша препараты "Цинктерал"ды ла алып булманы. Ә бына үҙ илебеҙҙә, Мәскәү өлкәһендә етештерелгән ҡайын бәшмәге чаганың 50 грамлыҡ бер ҡабы 204 һум 55 тин тора. Шуныһы ғәжәп, "Фармленд"тан тиҙерәк табанды ялтыратып, икенсе бер аптекаға инһәм, шул уҡ 50 грамлыҡ чага (Алтайҙа сыҡҡан)... ни бары 40 һум! Был ни хәл?.. Аптекаларҙың да бәғзеләре хәҙер баҙар һатыусылары кеүек һатыулаша, кеше ихтыяжын файҙаланып, күберәк аҡса эшләп ҡалырға маташа, күрәһең.
Шуныһы ғәжәп: дарыуҙарға хаҡтар күҙгә күренеп арта, ә рәсми мәғлүмәттәр бөтөнләй киреһен һөйләй. Мәҫәлән, Росздравнадзор кеше ғүмере өсөн мөһим дарыуҙарға йыл башынан хаҡтарҙың ни бары - 3,8, ә башҡа төр препараттарға 5-7 процент ҡына артыуы хаҡында хәбәр итһә, tinkoff.ru быйыл ярты йыл эсендә генә лә дарыуҙарҙың 40-100 процентҡа артыуын күҙәтә. Ә бына Ufa1ru сайты ҡайһы бер препараттар хаҡын 2019 йылғы менән сағыштырып, дүрт йыл эсендә дарыуҙарҙың ...100-ҙән алып 500 процентҡа тиклем артыуын раҫлай: мәҫәлән, "Панангин" 147 һумдан 300-гәсә, "Тромбо Асс" - 38-ҙән 147-гә, "Бронхомунал" 260-тан 1635-кәсә, "Серетид Мультидиск" 1872-нән 2 163 һумғаса артҡан, тип белдерә. Башстат иһә һуңғы аҙнала ғына "Валидол"дың - 3,3, "Эргоферон"дың - 1,4, "Аллохол"дың 1,3 процентҡа артыуын белдерә. Ысынлап та, "Парламент гәзите" ғәжәп итеүенсә, "дарыу хаҡтарын кем космосҡа осорған", тип баш ватырға ғына ҡала. Бынан 5-6 айлап элек үк әле РФ һаулыҡ һаҡлау министры урынбаҫары Сергей Глаголев Бөтөн донъя һаулыҡ һаҡлау ассамблеяһында сығыш яһап, коррупция һаҙлығына батҡан фармацевтика гиганттарын ябай халыҡҡа өр-яңы дарыу саралары баҙарын ябырға маташыу, хаҡтарҙы арттырыу факттарын тәнҡитләп сыҡҡайны. Кем инде ул министр урынбаҫары фармацевтика монополияһы өсөн! Күрәһең, бындағы ҡырын эштәргә Рәсәй Президенты йә булмаһа Хөкүмәт кимәлендә ҡыҫылыу талап ителәлер, тик уларҙа әле дарыу ҡайғыһы юҡ, буғай...
Фәүзиә МӨХӘМӘТШИНА.
"Киске Өфө" гәзите, №50, 2023 йыл
КИРЕ СЫҒЫРҒА