«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
Беҙҙең номерҙар
 
2024

Ғинуар
   01  |  02  |  03 
Февраль
   04  |  05  |  06  |  07 
Март
   08  |  09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15  |  16 

Киске Өфө» VK-төркөмө
 
әйт, тиһәгеҙ...

Ауыл ерендә эшҡыуарлыҡҡа тотоноу бик ҡыйын шөғөлмө? "Еләкле урындар" бөтмәгәнме, йәғни ниндәй эшҡыуарлыҡ төрҙәре менән шөғөлләнеп була?

Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52

  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
ЙӘШТӘР НИНДӘЙ ТУЛҠЫНДА?
+  - 

Һәр заманда ил-йортҡа ауырлыҡ ишерелгәндә йә ниндәйҙер ҡатмарлы мәсьәләләрҙе хәл итергә кәрәк булғанда майҙанға зыялылар сыҡҡан. Уларҙың аҡылы, ялҡынлы телмәре яуға күтәргән, урынһыҙ сәбәләнеүҙәрҙән төңөлдөргән, ярһыуҙарҙы баҫҡан йә тоҡандырған. Бөгөнгө еңел булмаған осорҙа замандаш зыялыларҙың үҙ халҡына әйтер һүҙе ниндәй булыр?

Әлимә САЛАУАТОВА, 1-се Республика полилингваль гимназияһының тәрбиә эштәре буйынса директор урынбаҫары:
Миңә хәҙерге заман башҡорт йәштәре ныҡ оҡшай. Баш ҡалаға килеп, йорттар һалып, балалар үҫтереп, үҙҙәренә ниндәйҙер милли мөхит булдыра алырлыҡ аҡылға һәм көскә эйә улар. Төрлө саралар ойоштороп, концерттар ҡуйып, шул арала балаларҙы туплап, уларға башҡорт биҙәүестәре яһарға өйрәтеп тә өлгөрәләр. Өфөнөң һәм Өфө тирәләй урынлашҡан ауылдарҙа йәшәүселәр шулай итә һәр хәлдә. Өйҙә тик ятмайҙар, сит илгә лә сығалар, бик булмаһа, Ирәмәлгә менеп төшәләр. Ошондай әүҙем хәрәкәттең ауыл йәштәре араһында ла таралыуын теләр инем. Йәғни, кемдәндер көтөп ята торған ваҡыт түгел, тот та үҙең эшлә, быны бер кем дә тыймай. Бөгөн кеше шундай шарттарға ҡуйылған: ул бер көн эсендә лә әллә күпме мәсьәләне хәл итеп өлгөрөргә тейеш. Ошо тулҡында йәштәр үҙен ышаныслы тоя.
Беҙ үҫкән саҡта әсәйҙәр балаларҙың уҡыуына ла, һаулығына ла әллә ни иғтибар бирмәне һымаҡ. Мәле лә шулай булғандыр инде, көнө-төнө күмәк хужалыҡта бил бөккән, йортта мал ҡараған, уға ризығын хәстәрләргә мәжбүр булған һәм шул уҡ ваҡытта күмәк балалар үҫтергән кешеләрҙең бик ваҡыты ла булмағандыр. Бәлки, шуғалыр ҙа, беҙ бар йәһәттән ныҡ булып үҫкәнбеҙҙер ҙә. Артыҡ сөсөләнеү, әпәүләү ҙә нисектер ярамаған нәмә һымаҡ ине. Шулай ҙа мине 8-се класҡа Рәми Ғарипов исемендәге 1-се Башҡорт республика гимназия-интернатына уҡырға ебәрергә хәл итеүҙәре өсөн ныҡ рәхмәтлемен. Бөгөнгө атай-әсәйҙәр балаһының сәләмәтлеген генә түгел, киләсәктә ниндәй һөнәр эйәһе булырын алдан самалап, ошо маҡсатҡа өлгәшеү өсөн аҡсаһын да йәлләмәй. Юғары уҡыу йорттарына ғына түгел, балаһын шул уҡ 1-се Башҡорт республика гимназия-интернатына, башҡа гимназия-колледждарға, республикала һуңғы йылдарҙа асыла башлаған полилингваль гимназияларға алып киләләр. Мәҫәлән, үҙебеҙҙең микрорайон балаларынан тыш, беҙҙең гимназияла уҡырға теләүселәр йылдан-йыл күбәйә. 5-се класҡа имтихан тапшырып инеү мөмкинлеген дә күҙ уңайынан ысҡындырмайҙар. Быны ла бик хуплайым, сөнки булыр бала бишегенән, ошондай мөхиттә белем алһа, уға киләсәктә күпкә еңелерәк буласаҡ.
Белемле кешеләре күберәк булған һайын, милләт тә күтәрелә. Шуға ла уҡыйҙар ҙа, һөнәре буйынса эшләмәйҙәр, тип тәнҡитләһәләр ҙә, белемле меңде йығыр, тип юҡҡа ғына әйтелмәгән. Шулай ҙа беҙгә балаларыбыҙҙы баҫып, тыйып үҫтереүҙән бер аҙ китергә кәрәк. Эйе, башҡорт балалары тыйнаҡ, аҡыллы, әммә бөгөн бик белеме булмаған кеше лә үҙен күрһәтеп, юғары үрҙәр яулай алғанын аңлап тораһығыҙ. Төрлө сараларҙа башҡорт балаларының баҫалҡылығы уларҙың файҙаһына эшләмәүен күреп йөрөйөм. Шуға ла белемле, аҡыллы балаларыбыҙ үҙенең бәҫен һәм баһаһын да белеп үҫһен.

Ләйсән НАФИҠОВА яҙып алды.
"Киске Өфө" гәзите, №50, 2023 йыл

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 25.01.24 | Ҡаралған: 121

Киске Өфө
 
"Киске Өфө" (индексы ПР905) гәзите менән бергә булыусы аңлы, зыялы уҡыусыларыбыҙҙы 2024 йылдың икенсе яртыһы өсөн 897 һум 06 тингә баҫмабыҙға яҙылып ҡуйырға саҡырабыҙ. Ә беҙ һеҙҙе рухиәт менән һуғарыуҙы, кәрәкле мәғлүмәттәр еткереүҙе дауам итербеҙ, матур йөкмәтке менән танһыҡтарығыҙҙы ҡандырырға тырышырбыҙ, тигән вәғәҙәбеҙҙе яңыртабыҙ. Гәзитебеҙгә яҙылып, квитанцияларын редакцияға ебәргәндәр араһынан кемдәрҙер бүләккә бик шәп китаптар аласағы тураһында ла онотмағыҙ. Бергә булайыҡ!

МӨХӘРРИРИӘТ.

Беҙҙең дуҫтар
 
Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
© 2024 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru