«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
Беҙҙең номерҙар
 
2024

Ғинуар
   01  |  02  |  03 
Февраль
   04  |  05  |  06  |  07 
Март
   08  |  09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15  |  16 

Киске Өфө» VK-төркөмө
 
әйт, тиһәгеҙ...

Ауыл ерендә эшҡыуарлыҡҡа тотоноу бик ҡыйын шөғөлмө? "Еләкле урындар" бөтмәгәнме, йәғни ниндәй эшҡыуарлыҡ төрҙәре менән шөғөлләнеп була?

Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52

  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
БОРОНҒО БАШҠОРТОСТАН
+  - 

Икенсе киҫәк. Урта быуаттар.
Бишенсе бүлек. Көньяҡ Урал IV - VIII быуаттарҙа

СЕЛЕНТАШ МӘҘӘНИӘТЕ ҠӘБИЛӘЛӘРЕ

Был бүлектә һүҙ Көньяҡ Уралдың дала өлөшөндәге (Башҡортостан, Силәбе һәм Ырымбур өлкәләре) һәм Ҡаҙағстандың йәнәш ятҡан төбәтәрендәге оригиналь, күп һанлы, әммә аҙ тикшерелгән ҡурғандар төркөмө хаҡында барасаҡ. Ҡурған өйөмдәре диаметры 7 - 14 м һәм бейеклеге 20 - 40 см тәшкил иткән ташлы япмаларҙан хасил булған. Ҡағиҙә булараҡ, ҡурғандар берәрләп, бик һирәк икешәрләп урынлашҡан. Оҙонлоғо 80 метрҙан 260 метрға тиклемге дуға рәүешле таш һыҙыҡтар ошо ҡурғандарға үҙенә күрә бер үҙенсәлек биреп тора; ошо һыҙыҡтар арҡаһында археологик әҙәбиәттә күрһәтелгән ҡурғандарҙы шартлы рәүештә "мыйыҡлы" ҡурғандар тип атайҙар.
Башҡортостанда тәүләп ошондай ике ҡурған Сибай ҡалаһынан йыраҡ булмаған Түбәнге Дәүләт ауылы янында Н.А. Мәжитов тарафынан 1965 һәм 1972 йылдарҙа тикшерелгән. Һуңынан ошондай ҡурғандарҙың Һултантимер (Йылайыр районы) һәм Байыш (Баймаҡ районы) ауылдары янында табыла.
Түбәнге Дәүләт ҡурғаны асылғандан һуң "мыйыҡлы" ҡурғандарҙы маҡсатлы рәүештә эҙләү һәм ҡаҙып тикшереү күп йылдар буйына Силәбе һәм Ырымбур өлкәләрендә, аҙаҡтан Урал һыртының көньяҡ армыттарында ҡаҙаҡ археологтары тарафынан башҡарыла. Ошондай ҡурғандарҙың дөйөм һаны хәҙер 1405-тән артып китте. Әммә "мыйыҡлы" ҡурғандарҙың төп төркөмө (300 тирәһе) Үҙәк Ҡаҙағстанда урынлашҡан һәм тасмола (тасмолинская) мәҙәниәте исеме аҫтында билдәле; ошо планда Көньяҡ Урал ҡурғандары көнбайышҡа табан йыраҡҡа сығарылған локаль төркөм булып, йәше буйынса һуңғараҡ осорға ҡарай.
Көньяҡ Уралдың "мыйыҡлы" ҡурғандарын "селенташ тибындағылар" тип атарға археолог С.Г. Боталов тәҡдим иткән. Бер аҙ үҙгәртелгән вариантта уларҙы мәҙәниәт тип хеҙмәтебеҙҙә ҡулланыу өсөн атаныҡ. Өҫтәренә таш өйөлгән ҡурғандарҙы, гәрсә "мыйыҡтар"ы булмаған хәлдә лә, селенташ мәҙәниәте ҡомартҡыларының бер төрө итеп ҡарап була, сөнки башҡа яҡтары буйынса улар тәүгеләренә бик оҡшаш. Уларҙың синхронлығына шик юҡ, тимәк, улар бер үк халыҡ төркөмө тарафынан ҡалдырылған. "Мыйыҡтар"ҙың булыу-булмауы был осраҡта, моғайын, уларҙың ижтимағи характерына бәйлелер.
10 тирәһе ҡаҙып асылған Көньяҡ Урал төркөмө ҡурғандары (селенташ тибы) материалдары уларҙың ҡайһы берҙәрендә һай ҡәберҙәргә ерләнгән (Һултантимерҙә) йә иһә ерҙең боронғо өҫтөндә ҡалдырылып күмелгән (Солончаки I, IX, Түбәнге Дәүләттә) кеше мәйеттәре булыуын күрһәтте. "Мыйыҡлы" ҡурғандарҙың Ҡаҙағстан төркөмөндә кешеләрҙе ерләү эҙҙәре байтаҡҡа күберәк. Таштар аҫтында ат, һыйыр, һарыҡ, дөйә һөйәктәре һәм ғәҙәттә ерләү инвентары тупланмаһына ингән төрлө предметтар табыла. Был миҫалдар башҡа ҡурғандарҙа ла ер өҫтөнә һалып ҡалдырылған кеше мәйеттәре булып, уларҙың быуаттар дауамында тарҡалып юҡҡа сығыуы хаҡында фараз итергә ерлек бирә. Нисек кенә булмаһын, таш өйөмө нигеҙен уның уртаһындағы тура мөйөшлө, биш йә иһә алты мөйөшлө крепида (ҡойма) хасил итеүе раҫланған. Ҡурғандың йә иһә парлы ҡурғандарҙың ҡаршы яҡтағы итәгенән яҡынса 4 - 8 м алыҫлыҡта таштарҙан яһалған дуға рәүешендәге һыҙыҡтар (линиялар) - "мыйыҡтар" ике яҡҡа табан һуҙылып китә. Һыҙыҡтарҙың икеһенең дә остары диаметры 4 метрҙан 5-6 метрға тиклемге ҙур булмаған таш түшәлгән майҙансыҡтар менән тамамлана. Уларҙың аҫтында ҙур булмаған күмер киҫәктәре, ҡыҙыу уттан ҡалған урын эҙҙәре һәм башҡа әллә ни әһәмиәте булмаған табылдыҡтар осрай.
"Мыйыҡлы" ҡурғандар һаны буйынса күп булмаған, әммә V-VIII быуаттарҙағы Көньяҡ Урал археологик мәҙәниәттәренең этномәҙәни булмышын билдәләү өсөн эталон булырлыҡ сағыу материал бирҙе. Быға яҫы төплө кувшин рәүешендәге тотҡалы йә иһә тотҡаһыҙ көршәктәр, кушнаренко тибындағы һауыт-һаба, өс ҡырлы тимер уҡ башаҡтары, билбау ҡайыштары әйберҙәре (ҡаптырмалар, беркетелеп ҡуйыла торған биҙәүестәр), эйәр биҙәүестәре һәм башҡа ҡайһы бер предметтар тура килә. Улар барыһыныңда Көньяҡ Уралдың VI-VIII быуаттарға ҡараған ҡомартҡыларының яҡын аналогтары булыуы "мыйыҡлы" Көньяҡ Урал ҡурғандарының йәшен ошо дәүер менән билдәләргә нигеҙ бирә.
"Мыйыҡлы" ҡурғандарҙың тәғәйенләнешен археологтар әлегә асыҡлай алмаған. Уларҙың дини ерләү характерында булыуы хаҡындағы фекер киң таралған, ҡурғандар тирәләй йола ғәмәлдәре башҡарылған булыуы мөмкин. Бер "мыйыҡлы" ҡурған комплексын төҙөү өсөн колоссаль күләмдәге хеҙмәт талап ителгән - иң элгәре күп итеп таш сығарып һәм ҡурған урынына килтереп, йолаға ярашлы ҡоролма төҙөлгән.

Нияз МӘЖИТОВ. Әлфиә СОЛТАНОВА.
Арыҫлан ТАЙМАСОВ тәржемәһе.
(Дауамы. Башы 2022 йылдың 28-се һанында).

"Киске Өфө" гәзите, №50, 2023 йыл

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 25.01.24 | Ҡаралған: 72

Киске Өфө
 
"Киске Өфө" (индексы ПР905) гәзите менән бергә булыусы аңлы, зыялы уҡыусыларыбыҙҙы 2024 йылдың икенсе яртыһы өсөн 897 һум 06 тингә баҫмабыҙға яҙылып ҡуйырға саҡырабыҙ. Ә беҙ һеҙҙе рухиәт менән һуғарыуҙы, кәрәкле мәғлүмәттәр еткереүҙе дауам итербеҙ, матур йөкмәтке менән танһыҡтарығыҙҙы ҡандырырға тырышырбыҙ, тигән вәғәҙәбеҙҙе яңыртабыҙ. Гәзитебеҙгә яҙылып, квитанцияларын редакцияға ебәргәндәр араһынан кемдәрҙер бүләккә бик шәп китаптар аласағы тураһында ла онотмағыҙ. Бергә булайыҡ!

МӨХӘРРИРИӘТ.

Беҙҙең дуҫтар
 
Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
© 2024 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru