«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
Беҙҙең номерҙар
 
2024

Ғинуар
   01  |  02  |  03 
Февраль
   04  |  05  |  06  |  07 
Март
   08  |  09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15  |  16 

Киске Өфө» VK-төркөмө
 
әйт, тиһәгеҙ...

Ауыл ерендә эшҡыуарлыҡҡа тотоноу бик ҡыйын шөғөлмө? "Еләкле урындар" бөтмәгәнме, йәғни ниндәй эшҡыуарлыҡ төрҙәре менән шөғөлләнеп була?

Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52

  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
МӘХМҮТ ҠАШҒАРИҘАН
+  - 

Боронғо төрки теле... тәү телгә илтә

Әл Ҡашғари: "Ич - һәр предметтың эске өлөшө. Ыштан бауы "ич кур" тип атала, был эске билбау тигәнде аңлата. Сер "ич сүз" тип йөрөтөлә, уның мәғәнәһе - "эске һүҙ". "Ич эт" - "бауыр янындағы йомшаҡ ит".
Боронғо төрки һүҙе "ич" хәҙерге башҡорт телендә "эс" тип әйтелә, мәҫәлән, "эс майы" - хайуандарҙың эс-ҡарынынан алынған май. "Ич кур" һүҙе башҡорт телендә һаҡланмаған, әммә уға мәғәнәһе яғынан "салбар бөрмәһе", "ыштан бауы" һүҙбәйләнештәре тура килә. Кешенең биле формаһы буйынса түңәрәккә оҡшаш, шулай булғас, билбау, бил ҡайыштары ла, тәнде уратып тороп, шул уҡ түңәрәк формаһын ала. Боронғо кешеләр төрлө материалдарҙан бөкләп, урап була торған һығылмалы бауҙар, ҡайыштар, ҡушаҡтар, таҫмалар етештерергә өйрәнгәс, тышҡы кейемдәрен, салбар-ыштандарын ошо әйберҙәр ярҙамында билдәренә ҡыҫып бәйләп йөрөй башлай.
Күрәһең, боронғо төрки һүҙе "кур"ҙың семантик нигеҙе әлеге "түңәрәк" мәғәнәһенә тура килгән. Беҙ был осраҡта боронғо "кур" тәү тамырын бик аҙ ғына үҙгәртелә биргән "ҡор" һүҙе менән бәйләй алабыҙ: семантик яҡтан уларҙың игеҙәк һүҙҙәр булыуына шик юҡ. Йәнә телебеҙҙә "ҡоршау" һүҙе лә бар, уның бер-береһенә яҡын булған бер нисә мәғәнәүи варианттары күҙгә салынып тора. "Ҡоршау" ҡылымы нимәнелер уратып, ҡыҫып нығытыуҙы аңлатһа, шул уҡ һүҙ исем рәүешендә лә ҡулланыла: мискә ҡоршауы, тәгәрмәс ҡоршауы, ҡоршауҙа ҡалыу, күлдәк итәгенең ҡоршауы һ.б. Әлеге лә баяғы, ошо һүҙҙең дә семантик тамырында түңәрәк, дүңгәләк, ҡулса формаһын аңлатыусы бер үк мәғәнәүи ерлекте күҙаллап була. Шул уҡ һинд-европа телдәрендә лә "кр", "кор", "кур" тамырлы, уртаҡ мәғәнәүи ерлекле байтаҡ ҡына һүҙҙәрҙе табып була: рус телендәге круг, крепость, курень, корона, корпус һ.б.
Архаик дәүерҙәрҙә үк боронғо кешеләр балсыҡтан көршәк яһау технологияһын үҙләштергән. Көршәккә түңәрәк формаһын биреү өсөн әйләнеп тороусы көршәксе түңәрәге ҡулланылған; русса ул "гончарный круг" тип атала, бәлки, боронораҡ төрки телендә көршәк яһау ҡоролмаһы "ҡороҡ" тип тә аталғандыр. Бында "көршәк" һәм русса "горшок" һүҙҙәренең берҙәйлеге лә күҙгә бәрелеп тора. Башҡорт телендә хәҙергә тиклем ҡулланылған "ҡороҡ" һүҙе көтөүселәрҙең йылҡы малын ҡыуып тотоу өсөн эшләнгән ҡулайламаһын аңлата: ул осона ҡулса формаһындағы бау беркетелгән оҙон һайғауҙан ғибәрәт. Шулай итеп, боронғо төркиҙәрҙең "кур" тәү тамыр һүҙе, кешеләрҙең боронғо тәү телендә барлыҡҡа килеп, төрлө халыҡтар телдәрендә мәғәнәһе яғынан йоморо, түңәрәк йә иһә ҡулса формаһындағы предметтарҙың атамаларын хасил иткән.

Бәҙри ӘХМӘТОВ әҙерләне.
(Дауамы. Башы 42-се һанда).

"Киске Өфө" гәзите, №50, 2023 йыл

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 25.01.24 | Ҡаралған: 86

Киске Өфө
 
"Киске Өфө" (индексы ПР905) гәзите менән бергә булыусы аңлы, зыялы уҡыусыларыбыҙҙы 2024 йылдың икенсе яртыһы өсөн 897 һум 06 тингә баҫмабыҙға яҙылып ҡуйырға саҡырабыҙ. Ә беҙ һеҙҙе рухиәт менән һуғарыуҙы, кәрәкле мәғлүмәттәр еткереүҙе дауам итербеҙ, матур йөкмәтке менән танһыҡтарығыҙҙы ҡандырырға тырышырбыҙ, тигән вәғәҙәбеҙҙе яңыртабыҙ. Гәзитебеҙгә яҙылып, квитанцияларын редакцияға ебәргәндәр араһынан кемдәрҙер бүләккә бик шәп китаптар аласағы тураһында ла онотмағыҙ. Бергә булайыҡ!

МӨХӘРРИРИӘТ.

Беҙҙең дуҫтар
 
Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
© 2024 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru