«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
Беҙҙең номерҙар
 

2024

Ғинуар
   01  |  02  |  03 
Февраль
   04  |  05  |  06  |  07 
Март
   08  |  09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15  |  16 

 
Киске Өфө» VK-төркөмө
 

әйт, тиһәгеҙ...

Ауыл ерендә эшҡыуарлыҡҡа тотоноу бик ҡыйын шөғөлмө? "Еләкле урындар" бөтмәгәнме, йәғни ниндәй эшҡыуарлыҡ төрҙәре менән шөғөлләнеп була?

 
Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
ОҘОН КӨЙҘӘРЕБЕҘ АРИЯҒА ТИҢ...
+  - 


Оҙон көйҙә - беҙҙең тарих. Халыҡтың күргән-кисергәнен, аһ-зарын, өмөтөн, фатихаһын - барыһын да халыҡ йыры үҙенә һеңдергән, һәм ул быуаттарҙан быуаттарға аманат итеп ташырыла килгән. Оҙон көйҙө һаҡлаған, халыҡҡа еткергән ижад әһелдәре үтә лә яуаплы бурыс атҡара. Заман үҙгәрә, оҙон көйгә мөнәсәбәт үҙгәрәме? Уны тәләфләмәҫ, килер быуындарға еткерер өсөн беҙ нимә эшләйбеҙ? Ғүмерҙәрен халыҡтың рухи ҡомартҡыларын һаҡлауға һәм пропагандалауға арнаған ижадсылар өсөн был һорау һәр саҡ көнүҙәк булып ҡала. Бөгөнгө һөйләшеүҙә Рәсәйҙең һәм Башҡортостандың халыҡ артисы, Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы лауреаты, йырсы Флүрә Әхмәтша ҡыҙы КИЛДЕЙӘРОВА һәм Башҡортостандың халыҡ артисы, ҡурайсы Ишморат Ҡәйүм улы ИЛБӘКОВ менән ошо һорауҙарға яуап эҙләйбеҙ.

Флүрә ханым, һеҙ халыҡ йырҙарын студент саҡта уҡ йырлай башлайһығыҙ. Ул ниндәй дәүер ине?

Ф. Килдейәрова:
Эйе, беҙҙең быуын - 50-52-се йылғылар быуыны - сәнғәт институтында уҡығанда уҡ оҙон көй менән хыялый булып йөрөнөк. Ул ваҡытта ла эстрада йырсылары күп ине, беҙ иһә үҙебеҙҙең заманды халыҡ йырҙарына иғтибарҙы йүнәлтә алған, уның матурлығын аңларға ярҙам иткән осорға әйләндерҙек, тип әйтә алам. Арҙаҡлы ҡурайсы, фольклорсы Юлай Ғәйнетдинов беҙҙең институтта факультатив дәрестәр алып бара башланы, үҙе аспирантурала уҡып та, эшләп тә йөрөй ине. Ғәли Хәмзин, Тәнзилә Үҙәнбаева һәм мин уның дәрестәренә ихлас йөрөнөк. Тағы ла шөғөлләнгәндәр булды, ләкин иң әүҙем йөрөгәндәре беҙ өсәү булдыҡ. Шул ваҡыттарҙа Башҡорт дәүләт филармонияһында Фәтих Иҡсанов төрлө йолаларҙы сәхнәләштерә башлағайны. Ғөмүмән, ул ойошторған "Йәдкәр" фольклор төркөмө ҙур эш атҡарҙы, һәм Тәнзилә Үҙәнбаева менән Ғәли Хәмзин эшләгән саҡта ул гөрләп торҙо. Үкенескә ҡаршы, ваҡыт үтеү менән төркөм дә һүнде. Әле мин атаған йырсыларға алмашҡа, һис шикһеҙ, йәш йырсыларҙы табырға булыр ине, тик художество етәкселәре был фольклор төркөмөн тергеҙеүгә илтифат бирмәне. Нисектер, еңел көй менән мауығыу китте.

"Йәдкәр"ҙә, Ишморат, һин дә эшләнең. Был төркөмдә бер-береһен аңлаған талантлы ижадсылар тупланғайны. Шул саҡтар сәнғәтебеҙҙең бер сағыу мәле булып иҫтә ҡалған...

И. Илбәков:
"Йәдкәр"ҙе шул осорҙоң данлы коллективы итеүгә шулай уҡ Мәүлитбай ағай Ғәйнетдиновтың да роле ҙур булды. Уның өлкән, олпат булыуы, халыҡ йырҙарын оҫта башҡарыуы тамашасыға көслө тәьҫир итә ине. Мәүлитбай ағай бер үк ваҡытта оҫта алып барыусы ла ине бит, ул төркөмөбөҙҙөң йөҙөк ҡашы булды. Сәхнәгә сыға ла: "Халыҡ йырҙары - халҡыбыҙҙың бөтмәҫ-төкәнмәҫ саф хазинаһы ул, - тип башлап ебәрә. - Халыҡ йырында халҡыбыҙҙың ниҙәр уйлағанын, ниҙәр кисергәнен белеп була. Быуаттар тарихының төпкөлдәренә төшөп китеп була. Халыҡ үҙенең хазинаһы итеп ниндәй генә йырҙарҙы һаҡлап алып ҡалмаған..." Артабан ағайыбыҙ "Урал"дың, "Зөлхизә"нең тарихын һөйләп, йырлап ебәрә. Шунан инде йырлап-уйнап, беҙ ҙә ҡушылабыҙ. Ифрат күңелле, дәртле бер ғаилә һымаҡ ине "Йәдкәр" төркөмө, беҙ ҡайҙарҙа ғына йөрөмәнек тә, ҡайҙарҙа ғына сығыш яһаманыҡ!

Эйе, сит илдәргә лә сыҡтығыҙ. Ғөмүмән, йырсы - ул халҡының бер илсеһе лә бит әле. Флүрә Әхмәтша ҡыҙы, һеҙҙең халыҡ йырҙарына мөкиббән китеүегеҙ нимә менән бәйле? Бәләкәй саҡтан һалынған инеме, әллә был ҡыҙыҡһыныу уҡырға килгәс башландымы?

Ф. Килдейәрова:
Мин Өфөгә "Йырсы булырға уҡыйым", тип килдем, ләкин вокал бүлегенә ҡабул итмәнеләр. Хор-дирижерлыҡта уҡып йөрөһәм дә, йыр, оҙон көй һәр саҡ күңелемдә булды. "Таштуғай", "Азамат" "Томан" һәм башҡа йырҙарыбыҙҙы гел йырлап йөрөй торғайным. Ә, ғөмүмән алғанда, мин Учалыла тыуып үҫкәнмен бит. Ҡунаҡ йыйылған саҡта, һабантуйҙарҙа әбей-бабайҙар йә шиғыр һөйләрһең, йә йырларһың, тип, мине эргәләренә ултыртып ҡуя торғайнылар. Шул саҡтарҙан миңә оҙон көй һеңеп ҡалған тип уйлайым. Бала саҡтан уҡ операға иҫем китә торғайны, радиола яңғыраһа, шуларҙы йотлоғоп тыңлай инем, Абдулла ағай әйтмешләй, ул саҡта унда шәләй-вәләй йырҙар юҡ ине.
Мәктәптә рус класында уҡыным, шуға училищеға килгәс, башҡорт теле дәрестәренә махсус йөрөнөм. Сәнғәт институтында ла булды ул дәрестәр. Академик, профессор, фольклорсы Фәнүзә Нәҙершина телевидениела "Халыҡ йыры - халыҡ тарихы" тигән тапшырыу алып барҙы. Ул үҙе лә экспедицияларға йөрөп, халыҡ йырҙарын күп йыйған ғалимә. Үҙем халыҡ йырҙарын яратҡас, фольклор кабинетына йыш йөрөнөм, унда байтаҡ йырҙарҙы яҙып алдым. Ул ваҡытта йырҙар магнит таҫмаларына яҙҙырыла ине бит, иртән торам да йәһәтләп магнитофонды ҡуя һалам. Эшемде эшләп йөрөйөм, бер ыңғайы йырҙар тыңлайым... Абдулла ағай Солтанов та әйтә торғайны бит: "Мин бала саҡта күршеләрҙең батифуны була торғайны, гел шунда барып йырсыларҙы тыңлай торғайным". Ул да шулай уҡ профессиональ йырсыларҙы тыңлап, оҙон көйҙө үҙенә һеңдергән.
Мин бер ҡасан да халыҡ йырҙарынан айырылманым. Опера театрында эшләһәм дә "Ғилмиязаны" йыш йырлай торғайным, шуға бер мәл мине хатта "Ғилмияза" тип тә йөрөттөләр. Хөкүмәт кимәлендә үткәрелгән сараларға һәр саҡ саҡыралар ине, унда төрлө халыҡ йырын башҡарырға тырыштым.

Эйе, оҙон көйгә иғтибар артыуында, уны популярлаштырыуҙа һеҙҙең хеҙмәт ҙур булды. "Халҡым йыры" музыкаль-әҙәби йыйынтыҡтың донъя күреүе шулай уҡ ҙур ваҡиға булғайны...

Ф. Килдейәрова:
1995 йылда Башҡортостанда үткән Бөтөн донъя башҡорттары ҡоролтайына өс телдә - башҡорт, урыҫ, инглиз телдәрендә - йырҙың тарихы, кемдән яҙып алыныуы, йәғни тулы мәғлүмәт менән, шулай уҡ минең башҡарыуҙа диск һәм ноталары менән бергә "Халҡым йыры" тигән китап сығарҙыҡ. Ғилми яҡтан мөхәррире Фәнүзә Нәҙершина, тәржемәселәре Юрий Андриянов менән Ғәзим Шафиҡов, нотаға күсереүсе Фатима Фәизова булды. Әле һеҙ телгә алған ошо йыйынтыҡты ҡабатлап сығарһалар, бөгөн ул яңы һулыш алыр ине. Оло талант эйәһе, ысын мәғәнәһендә халыҡ йырсыһы Абдулла ағай Солтановҡа ярҙам итә алыуым менән бәхетлемен.
Үҙгәртеп ҡороу осоронда рухи ихтыяжға иғтибар көсәйгәйне. Байтаҡ филармониялар, театрҙар төҙөлдө, бик күп матур конкурстар үткәрелде. Әле бына "Ирәндек моңдары" конкурсының баһаһын бик юғары күтәрҙеләр: иң ҙур бүләк - Лада-гранта автомобиле. Быйыл был бүләккә тауышы иҫ китмәле матур, "Буранбай"ҙы шундай шәп башҡарған Нух Ҡотоев лайыҡ булды. Йырсыларҙың ҡолағын "вокал ҡолаҡ" тиҙәр. Музыканттар дөрөҫ ишетә һәм ишеткәндәрен үҙенең нервылар системаһына һеңдереп ҡалдыра. Беҙҙең бөтөн тән, һәр күҙәнәк, тотош нервылар системаһы йырлай бит ул.
Һәм тағы шуны әйткем килә: оҙон көй менән ҡурайҙы айырып ҡарарға ярамай, улар икеһе һәр саҡ бергә. Телевидение бер йылды ҡурайға арнап, "Башҡортостандың ете мөғжизәһе" тигән проект сығарғайны, ә оҙон көйҙө онотоп ҡалдырғайнылар. Улай ярамай. Улар һәр саҡ бергә яңғырарға тейеш.

Тәүге тәьҫораттар, халыҡ йырына һөйөү бала саҡта һалына. Ишморат, һин дә бит халыҡ йырҙарын ишетеп үҫкән быуын вәкиле.

И. Илбәков:
Нисәү генә икән шул бейәһе... Бына бит тел осона йыр һүҙҙәре килеп кенә тора, сөнки йырҙан көс алып йәшәгән атай балаһы мин дә. Заманаһы үҙгәреп торҙо, атайым һәр саҡ әмәлен таба торғайны. Бер заман ат тоторға рөхсәт юҡ, үгеҙ екте лә ҡуйҙы. Үгеҙгә тыйыу юҡ. Бесән тейәп, арбала ҡырын ятып йырлап ҡайтып килә. Өфө сәнғәт училищеһына уҡырға ингәс: "Был йыр былай була", "Был йыр ошолай", тип өйрәтәләр бит инде, ә мин быларҙы белә инем. Атайым йоҡлар алдынан йә йырлап ята, йә сүрәләр уҡый торғайны. "Сибай"ҙы, "Шаһибәрәк"те, "Буранбай"ҙы йыш йырлағас, уларҙы отоп алғанмын, үҙемә һеңдергәнмен. Училищела "Фәлән көйҙө өйрәнәбеҙ", тип әйтеүҙәре була, мин: "Уларҙы беләм", - тип яуап бирә инем.

Флүрә Әхмәтша ҡыҙы менән Абдулла Солтановтың "Буранбай"ҙы башҡарыуынан онотолмаҫ тәьҫораттар һаҡлана һәр кем күңелендә...

Ф. Килдейәрова:
"Буранбай" бит иҫ китмәле, моңо менән әллә ҡайҙарға алып китә торған йыр. Былай ғына йырлап булмай уны. Унда шул хәтлем фәлсәфә, шул хәтлем тәрәнлек. Башҡорт халҡының бар аһ-зары ошо йырҙа ята. Беҙ уны Абдулла ағай менән күп йырланыҡ. Талантлы ҡурайсы Рөстәм Шәрипов мәрхүм менән сәхнәгә сыҡҡаныбыҙ булды. Ул оҙон ҡурайҙа уйнаны. Халыҡтың ҡул сабыуы! Композитор Нур Дауытов шундай шәп оранжировка эшләгәйне. И. Илбәков: Нур Дауытов халыҡ йырҙарындағы кисерештәрҙе хорға күсерә алды. Халыҡ йырҙары бит уникаль, уларҙы эшкәртеүе бик ауыр. Эшкәртәм тип, икенсе көй килеп сығыуы бар. Халыҡ йырҙарын тәрән тоя алған композитор ул Нур Дауытов. Уның "Буранбай"ҙы эшләй алыуы үҙе ҡаһарманлыҡ! Бер саҡ уның Өфө сәнғәт училищеһында юбилей кисәһе үткәйне. Шунда: "Бөтөн матур көйҙәрҙе Нур ағай яҙған икән", - тип аптырап ултырғайным. Үҙе бик баҫалҡы, ә ниндәй талант! Көслө, ҡеүәтле композитор!
Ф. Килдейәрова: Халыҡ көйөн эшкәртәм, тип, икенсе көйгә әйләнеп китеүе ихтимал, тинең, Ишморат. Алайыҡ "Таштуғай" йырын. Төп нөсхәһендәге "Таштуғай"ҙа өҫтә "си" юҡ, ул уртала ғына йырлана. Халыҡ йырҙарын ныҡ яҡшы белгән композитор Заһир ағай Исмәғилев уны эшкәртеп, өҫкө нотаны индереп, ошо йырҙы мәңгеләштерҙе бит. Башҡорт халыҡ йырҙары, ғөмүмән, шул хәтлем диапазонлы. Абдулла ағай бөтөн халыҡ йырҙарын белә торғайны. Ниндәйен генә йырлауын һораһаҡ та, шундуҡ йырлай ҙа ебәрә торғайны. Һәр йырының тоналлеген белә, ҡурайҙа уйнап ебәрә. Ишморат, беҙ Абдулла ағайҙы алып, Башҡортостан буйлап бик күп гастролдәрҙә булдыҡ, эйеме? Тамашасының күпме йыйылыуына ҡарап тормай, бөтә ерҙә лә иҫ киткес ихлас йырлай торғайны. Шул хәтлем һағынып сыға торғайны сәхнәгә. Рәттән ун йырҙы башҡара ала ине. Беҙ арып китер инде тип борсолабыҙ, ә халыҡ Абдулла ағайҙы сәхнәнән сығармай ҡул саба. Хәҙерге йырсылар бер оҙон көй йырлаһа, икенсеһендә таҡмаҡ йырларға тейешмен, тип иҫәпләй һәм яңылыша...

Таланттар менән аралашыу, һис шикһеҙ, күңелде үҫтерә. Ләкин тормош шулай - рухи, ижади алмашыу, бер-береңде байытыу барыбер ике яҡлы. Абдулла ағай был йәһәттән үҙенең һөнәрҙәштәренә үрнәк тә булғандыр?

И. Илбәков:
Эйе, күп кенә райондарҙа Абдулла ағай Солтанов менән гастролдәрҙә булырға тура килде. Минең халыҡ йырҙарын яҡшы белгәнде ул белә ине, бер саҡ миңә: "Яутүбә"не өйрәт әле", - тип мөрәжәғәт тә итте. Сығыш яһар алдынан: "Был йырҙы - оҙон ҡурайҙа, ә быныһын уртансы ҡурайҙа башҡар", - тип әйтеп ҡуя ине. "Ҡара ат"ты йырлауы миңә айырыуса оҡшай торғайны. Сыңғырлап китә тауышы, халыҡтың йөрәгенә шул тиклем үтеп инә. Шундай йырсы менән бергә сығыш яһау - үҙе ҙур бәхет.
Ф. Килдейәрова: Абдулла ағайҙың 85 йәше Учалы филармонияһында үтте. Учалы сәхнәһендә уның менән ҡуша йырланым да, "Абдулла ағайҙы залға төшөп тыңлайым әле", тип төшөп ултырҙым. Ул "Сибай"ҙы шул тиклем тетрәндергес итеп йырланы. Өҫкө тауыш әллә ҡайҙарға китә, уның космос ноталары йыһан төпкөлдәренә барып етә ине һымаҡ. Әле лә шул мәл иҫкә төшһә, тетрәнеп китәм. Мин опера йырсыһы булғас, башта халыҡ йырҙарын опера һымағыраҡ итеп башҡара инем. Абдулла ағайҙы тыңлап, уның эргәһендә йөрөп, күп нәмәгә - халыҡсан йырларға, өҫкө ноталарҙы асырға өйрәндем. Күкрәк менән, тын юлына ултыртып йырлай ине бит ул.

Ишморат, ҡурайсы булараҡ, башҡорт тамашасыһы ғына түгел, ҡаҙаҡтар ҙа һинең ижадыңа битараф түгел. Был нимә менән бәйле?

И. Илбәков:
Мин Ҡаҙаҡ милли консерваторияһында уҡыған йылдарҙа ҡаҙаҡтарҙа ҡурайға иғтибар көсәйҙе. Уларҙа ҡурай бөтөнләй онотолған ине. Ә бына Ҡытайҙан, Монголиянан килгән ҡаҙаҡтар ҡурайҙа уйнай беләләр, үҙ ҡурайҙары, үҙ уйнау алымдары бар. Айырыуса Ҡытайҙан килгән ҡаҙаҡтарҙың традициялары бай. Тәлғәт Моҡошов тигән ҡаҙаҡ егете беҙҙә, Өфө сәнғәт училищеһында уҡыны. Ул думбырала, ҡурайҙа уйнай. Беҙҙең ҡурайҙа ҡаҙаҡ көйҙәрен уйнап булмай, шуға уларға ишҡурай кәрәк. Ә Тәлғәт бында ябай ҡурайҙа уйнарға өйрәнеп ҡайтҡайны. Уларҙа ишҡурайға һорау ҙурайып киткәс, мин уға ишҡурай эшләүҙең инструкцияларын һалдым.
1989 йылда тәүге тапҡыр Ҡаҙағстанға шуға иғтибар иттем: келәм өҫтөнә дүрт кеше сығып ултыра ла шулар дүрт сәғәт буйы концерт бирә. Алмаш-тилмәш йырлайҙар. Тыңлаусылар "Ауди, бәрәкалла", тип дәртләндереп ебәрәләр. Хәҙер ҡаҙаҡтар ҙа заман шауҡымына бирелеп китте, эстрада тыңлайҙар...
Мин ҡаты ауырыу кисерҙем бит инде. Шулай булһа ла ҡурайҙан айырылманым. Концерттарҙа ла сығыш яһаным. Әллә элеккесә уйнай алмайыммы, тамашасы бик ҡабул итеп бөтмәйме, тигән шикле уйҙарым да булғыланы. Бер саҡ коллегалар алдына ошо турала әйткәс, йырсы Фәдис Ғәниев: "Һин улай уйлама, Нефтекамала "Ҡара ат"ты уйнағаныңды тыңланым, халыҡ тик һиңә генә "Браво!" ҡысҡырып, аяғүрә тороп ҡул сапты. Һин концерттың үҙәгендә инең!" - тине.
Концерттарҙа элек тә шулай булды: ҡурайҙа уйнай башлаһам, үҙем дә онотолам, тамашасы ла сәхнәнән ебәрмәй ҡул саба. Күп булды бындай мәлдәр. Юбилейымды үткәргәндә сәхнәгә Азат Айытҡолов ҡотларға сыҡты ла: "Ишморатты халыҡ ярата. Ул халыҡ йырҙарын яҡшы белә. Еренә еткереп уйнай. Көслө ҡурайсы һәм эскерһеҙ ул", - тине. Ҡурайсыларҙың "Ялтырбаш Ҡәйүм ҡарт" тигән көйөмдө күмәкләп сығып уйнап, мине илатҡансы хөрмәтләүҙәре онотолорлоҡ түгел...

Башҡорт дәүләт филармонияһында һин эш башлағанда унда арҙаҡлы артистар эшләй ине бит, шулаймы?

И. Илбәков:
Минең филармонияға эшкә килерҙе ундағы артистар алдан уҡ белгәндәр. Ишмулла Дилмөхәмәтов: "Илбәк тигән бер көслө ҡурайсы килә икән, минең яҡташ ул, Хәйбулланан", - тигән. Өлкән артистар бит кем нисек уйнай, нимәгә һәләтле икәнен тәүге нотанан уҡ асыҡлай, ә ул минең халыҡсан итеп уйнағанымды яҡын күрҙе. Мәскәүгә халыҡ йырҙарын башҡарыусылар конкурсына китергә әҙерләнгәнемдә беҙ уның менән Совет майҙанында осраштыҡ. "Хәйбулла районынан булғаның өсөн ғорурланам", тип мине ҡосаҡлап, "Еңеп ҡайт!" тип теләктәрен әйтте. Ысынлап та, унда барып, "Буранбай", "Сәлимәкәй"ҙәрҙе уйнап, еңеү менән ҡайттым. Халыҡ йырын еренә еткереп уйнаһаң, залда ниндәй халыҡ ултырһа ла аңлай, тигәйне Ишмулла ағай бер сығышында. Мин дә Мәскәүҙәге был сарала шуға төшөндөм.
Ф. Килдейәрова: Ишморат шундай эмоциональ башҡарыусы, тамашасыны арбап, моң эсендә биләп тота ала. Беҙҙең ҡурайсылар араһынан Ишмораттың беренсе булып урыҫ, сит ил көйҙәрен уйнай башлауы - үҙе бер ваҡиға булды бит әле. И. Илбәков: Эйе, элек йәштәр Салауат Юлаев һәйкәле янындағы майҙанға бейергә сыға торғайнылар бит, унда төрлө милләт халыҡтары йөрөп ята, араларында ҡурайҙы кәмһетеп ҡарағандары ла була. Минең иһә шундай әҙәмдәргә ҡурайҙың мөмкинлектәрен танытҡым килде. Бер мәл шулай "Калинка"ны уйнап китеп бара инем, бер ҡарт килде лә: "Молодец, русские тоже любят курай", - тине.

Шулай ҙа һәр оҫтаның үҙ сере, арбау көсө барҙыр...

И. Илбәков:
Һин сәхнәгә ихлас күңелдән сығаһың икән, хатта кәйефһеҙ ултырған халыҡ та шундуҡ йылмайып ебәрә. Флүрә апай, хәтерләйһеңме, бер ваҡыт Себер яҡтарында сығыш яһағанда һин: "Ишморат сәхнәгә сыҡҡанда уның менән ҡуша тағы ниҙер сыға", - тигәйнең. Бәлки, әлеге эскерһеҙлекте күҙ уңында тотҡанһыңдыр, белмәйем. Тик шуны беләм: халыҡ һөйөүе - ул ҙур бәхет. Ҡайһы бер артистарҙы бит хөкүмәт кенә ярата. Азат ағай әйтмешләй: "Мине хөкүмәт тә, халыҡ та ярата".

Оҙон көй, уны һаҡлаусы, донъя кимәленә сығарыусы, халыҡты рухландырыусы, тигән саҡта күҙ алдына мәшһүр йырсы Абдулла Солтанов килеп баҫа. Халыҡ йырындай ғүмере лә оҙон булды. Быйыл 95 йәшен билдәләй алмаһа ла, йәмәғәтселек уның хөрмәтенә төрлө саралар үткәреп тора. Флүрә ханым, һеҙ уның менән яҡындан аралашҡан йырсыбыҙ. Оло шәхесте иҫләп, талант менән бергә талапсанлыҡ тураһында ла һүҙ алып барабыҙ бөгөн.

Ф. Килдейәрова:
Абдулла ағайҙы баш ҡалаға килтереп йырлатыу үҙе бер тарих булды ул. Өфөлә йырларға саҡырғанда: "Юлай уйнаһа ғына киләм", - тине. Абдулла Солтанов үҙе бик ябай кеше, ә эсендә уның бөйөк артист ултыра ине. Ул үҙ баһаһын белде. Йырҙар дискын сығарғанда ул Азат Айытҡоловтың уйнауын теләне. Бер килгәндә егерме йырҙы яҙҙырҙы, һәм быға режиссер үҙе лә аптыраған. Шул тиклем халыҡ йырын бер тынала яҙҙырып ҡара әле! Абдулла ағай, ғөмүмән, тәбиғәте менән кешегә бик ышанып барыусан түгел ине. Шул дискты сығарырға ярҙам иткән мәлдән алып ҡына миңә ышанды - уның тауышына мөкиббән киткәнемә, уны күрһәтергә, танытырға теләүемә ышанды. Ана шул көндәрҙән бирле Абдулла ағай менән бик дуҫлашып киттек, Аллаға шөкөр. Икенсе йылы уны йәй гастролгә алып сыҡтыҡ. Артабан да халыҡ йырына арналған һәр төрлө конкурстарҙа почетлы ҡунаҡ булып саҡырылды, һәр саҡ иғтибар үҙәгендә булды.
Ни өсөн Абдулла ағайҙың ғүмере оҙон булды? Ул бит инде әллә ниндәй уңайлы тормош шарттарында ла йәшәмәне. Абдулла ағай аш, һурпа яратты. Францияға барып ҡайттылар бит инде. "Миңә унда хатта аш та ашатманылар", - тип һөйләй. "Ни өсөн оҙон ғүмерлеһең?" - тип һораһалар: "Мин араҡы, һыра эсмәйем", - ти торғайны. Һөтләп сәй эсергә яратты. Унан бит гел оҙон көй йырланы. Тыны иркен булды. Һуҡырайғас та, гел оҙон көйҙө көйләп йөрөп, шуның менән йәшәп, үҙенең ғүмерен оҙайтты. Йырлаған кеше хистәрен тышҡа сығара, эстә ҡалдырмай. Халҡын данлап, Уралын данлап, үҙенең ғүмерен оҙайтты, Аллаға шөкөр.

Оҙон көй башҡарыусы йәштәрҙең төп хатаһы нимәлә?

И. Илбәков:
Оҙон йыр йырлайбыҙ, тип ҡайһы берәүҙәр кәрәккән урында ла, кәрәкмәгән урында ла һуҙып йырларға тырыша. Бынан моң юғала. Артығы кәрәкмәй, көй-моңдоң үҙ урынында булыуы мотлаҡ. Йырсы үҙе лә бит йырға инеп китергә тейеш. Ҡайһы бер йырсыларҙы айырым фразаға өйрәтәләр. Бер фразаны матур итеп йырлай, икенсе фразаһын да матур йырлай ала, ләкин икеһен бергә ҡуша алмай. Баштан алып аҙағына тиклем алып барып еткерер өсөн йыр бөтөнлөгөн күҙ алдына килтерергә тейешһең. Бөтөнлөк кәрәк.
Ф. Килдейәрова: Беҙҙең халыҡ йырҙарын бер фраза менән генә йырлап булмай. Икенсенән, эстәге энергетика булырға тейеш. Ә популяр йырсыларҙың энергетикаһы көслө, улар тамашасыны тауышы, моңо, энергетикаһы менән арбай.
И. Илбәков: Мәҙәниәт үҫһен өсөн йәштәрҙе үҫтерергә кәрәк. Флүрә апай хәҙер үҙе йәштәрҙе уҡыта, йәш таланттарҙы күрһә, теше-тырнағы менән йәбешә. Бына шулай булырға тейеш мөнәсәбәт.
Ф. Килдейәрова: Хәҙер бит баҙар иҡтисады. Баҙар - ул капитал. Кем аҡса түләй, шул йырлай, шул дискылар яҙҙыра һымаҡ булып китте түгелме? Хәҙер кем генә йырламай! Әлбиттә, йырлау яҡшы, үҙең өсөн, күңел асыр, күңел баҫыр, эстәге тойғоларҙы сығарыр өсөн. Ә бына профессиональ кимәлдә йырлаған кешеләр тураһында һүҙ барғанда, мөнәсәбәт тә, талап та икенсе төрлө булырға тейеш. Ярҙам да итергә кәрәк ундайҙарға.

Изге рухи ҡомартҡы оҙон көйҙө һаҡлап, ошо рухта яңы йәш йырсылар тәрбиәләү - оло эш. Йырсы булараҡ, үҙегеҙҙең уңыш серен нимәлә тип уйлайһығыҙ?

Ф. Килдейәрова:
Концерттарҙа гел генә бер йырҙы йырламаҫҡа тырыштым. Сөнки тик бер генә йырҙы йырлаһаң, ялҡыта башлай. Опера йырҙарын да, эстраданы ла йырланым, шулай ҙа йырсы булараҡ мине халыҡ йырҙары үҫтерҙе, тауышымды, күңелемде үҫтерҙе. Ә оҙон көй арияға тиң. Халыҡ йыры күңелде байыта, рухты үҫтерә. Халҡымдың ошо моңдарына рәхмәтлемен.

Фәрзәнә АҠБУЛАТОВА әңгәмә ҡорҙо.
"Киске Өфө" гәзите, №50, 2023 йыл

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 25.01.24 | Ҡаралған: 98

Киске Өфө
 

"Киске Өфө" (индексы ПР905) гәзите менән бергә булыусы аңлы, зыялы уҡыусыларыбыҙҙы 2024 йылдың икенсе яртыһы өсөн 897 һум 06 тингә баҫмабыҙға яҙылып ҡуйырға саҡырабыҙ. Ә беҙ һеҙҙе рухиәт менән һуғарыуҙы, кәрәкле мәғлүмәттәр еткереүҙе дауам итербеҙ, матур йөкмәтке менән танһыҡтарығыҙҙы ҡандырырға тырышырбыҙ, тигән вәғәҙәбеҙҙе яңыртабыҙ. Гәзитебеҙгә яҙылып, квитанцияларын редакцияға ебәргәндәр араһынан кемдәрҙер бүләккә бик шәп китаптар аласағы тураһында ла онотмағыҙ. Бергә булайыҡ!

МӨХӘРРИРИӘТ.

 
Беҙҙең дуҫтар
 

Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

 
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
© 2024 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru