«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
Беҙҙең номерҙар
 

2024

Ғинуар
   01  |  02  |  03 
Февраль
   04  |  05  |  06  |  07 
Март
   08  |  09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15  |  16 

 
Киске Өфө» VK-төркөмө
 

әйт, тиһәгеҙ...

Ауыл ерендә эшҡыуарлыҡҡа тотоноу бик ҡыйын шөғөлмө? "Еләкле урындар" бөтмәгәнме, йәғни ниндәй эшҡыуарлыҡ төрҙәре менән шөғөлләнеп була?

 
Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
ИЛҺӨЙӘРЛЕК РУХЫН КИНОЛАР ҘА ТӘРБИӘЛӘЙ
+  - 


Тормошобоҙҙо кино сәнғәтенән тыш күҙ алдына килтереүе, был һүҙ менән кемделер ғәжәпләндереүе лә ҡыйын. Шулай ҙа үҙебеҙҙә башҡортса тулы һәм ҡыҫҡа метражлы фильмдар сыға башлауы күренекле бер ваҡиға булды. Хәҙер инде туған телдә яңғыраған фильмдарҙы бармаҡ бөгөп кенә һанап сығыу ҙа мөмкин түгел. Әмир Абдразаҡов исемендәге "Башҡортостан" киностудияһы сығарған фильмдар мәҙәни тормоштоң яңы битен асты, тип тә әйтә алабыҙ. Бөгөн беҙ "Башҡортостан" киностудияһы директоры Юнир ӘМИНЕВҡа өс һорау менән мөрәжәғәт иттек.

"Башҡортостан" киностудияһының үҙ тарихы бар. Һеҙ эш башлаған осорҙан һуң байтаҡ ыңғай үҙгәрештәрҙе күрергә насип булды. Ғөмүмән, һәр йыл нимәһе менән булһа ла иҫтәлекле. Юнир Миңлебай улы, һеҙ ҙә уларҙы иҫкә алаһығыҙҙыр. Шулай уҡ быйылғы йыл тураһында әйткән саҡта, иң элек нимәне телгә алырға кәрәк?

- Мин биш йыл элек студияға эшкә килеү менән аҡса табыу мәсьәләһен хәл итеүгә тотондом. Ул саҡта беҙҙең профессиональ камералар ҙа, объективтар ҙа юҡ ине. Ә заманса ҡорамалдарҙан тыш сифатлы кино эшләү мөмкин түгел. Шулай уҡ кинопрокатты үҫтереү йәһәтенән дә күп көс һалынды. Мин килгән саҡта беҙҙә ике-өс кенә кинозал бар ине. Хәтерләйем, "Беренсе Республика"ны төшөрҙөк тә, уны хәҙер тамашасыға тәҡдим итергә әҙерләнәбеҙ. Тик "Родина"нан башҡа бер кинотеатр ҙа прокатҡа алмай ҙа ҡуя. Сөнки ул саҡта барлыҡ киноларҙы Мәскәүҙән, Ҡаҙандан, Екатеринбургтан алалар ине. Кино сәнғәте телендә ул "роспись" тип атала. Бер ваҡыт Рәсәйҙең Кино фонды биш йөҙ мең халҡы булған ҡала-ҡасабаларға кино ҡоролмаһы өсөн бишәр миллион аҡса биргәнен белеп ҡалдым. Ошо мәсьәләне ыңғай хәл итеп, артабан эште дауам итеп алып киттек. Республика Башлығы Радий Хәбиров та ярҙам итте. Ҡайһы бер кинозалдар беҙҙең ҡарамаҡҡа күсте. Хәҙерге ваҡытта Башҡортостанда беҙҙең 44 кинозалыбыҙ бар. Росписте үҙем алып барам һәм сит ил, Рәсәй һәм үҙебеҙҙең киноларҙы ла ошо кинозалдарҙа ҡуя алабыҙ. Быйыл Мишкә, Архангел, Ейәнсура райондарында залдарыбыҙ асылды. Был ҡыуаныслы хәл. Ә инде кинозалдарыбыҙ булмаған яҡтарға беҙҙең киномобиль йөрөп тора. Экран, тауыш аппаратураһы, колонкалар, проекторҙар шул машинаға тейәлә, һәм Тимур Яҡупов Башҡортостан буйлап сығып китә.
Башҡортостан кино сәнғәтен үҫтереү - ул бөгөн бик мөһим бурыс. Кинопрокат беҙгә сәйәси яҡтан да кәрәк. Хәҙер Мәскәүгә барһам, дистрибьютерҙар ҙа минең менән икенсе төрлө һөйләшә. Элек иһә "Кемдәр ул башҡорттар?" тигән булып, йөҙ сирыштырып, аралашыуға яҡын да килмәй торғайнылар. Бөгөн инде улар: "Бына яңы фильм эшләнек, беҙҙең киноны, зинһар, алығыҙ әле", - тип үҙҙәре мөрәжәғәт итәләр. Ирешелгәндәр менән ҡәнәғәт булырға ярамай, кинопрокат яғынан әле эшләйһе эштәр бар.
"Башҡортостан" киностудияһында тулы метражлы фильмдар төшөрөү дауам итә, улар тураһында уҡыусылар хәбәрҙар. Быйылғы яңылыҡтарға туҡталғанда, ике тапҡыр Советтар Союзы Геройы, штурмлаусы летчик Муса Гәрәев тураһындағы йәнһүрәтте тамамлап киләбеҙ. Шулай уҡ МХО-ла һәләк булған яҡташыбыҙ Фәнис Хөсәйеновҡа арналған "Безбашенный" йәнһүрәтен эшләргә тотондоҡ. Былар барыһы ла үҫмерҙәр һәм йәштәр өсөн фәһемле булыр тип уйлайбыҙ. Ике телдә - рус һәм башҡорт телдәрендә эшләнгән "Төньяҡ амурҙары" тип аталған беҙҙең тулы метражлы анимация фильмы бөтә Рәсәй буйынса прокатҡа сыҡты. Ул ике өлөштән - рус-швед һәм артабан француздар менән алыш ваҡиғаларынан тора. Балалар үҙебеҙҙең тарихты белеп үҫергә тейеш. Ул, иманым камил, илһөйәрлек рухын үҫтерәсәк.
Шуныһы иғтибарға лайыҡ, республикалар, өлкәләр араһында беҙ беренселәрҙән булып үҙебеҙҙең көс менән шундай тулы метражлы йәнһүрәт төшөрҙөк. "Төньяҡ амурҙары" йәнһүрәт кенә лә түгел, беҙ уның балаларҙы йәлеп итерлек телефонда уйнай торған уйынын да эшләнек. App Store йәки Google Pay ҡушымтаһына инеп, "Төньяҡ амурҙары"н үҙеңә күсереп алырға була.
Мәғлүм булыуынса, быйыл беҙҙең Кино фонды барлыҡҡа килде һәм кино проекттары өсөн бюджеттан илле млн һум грант отоу мөмкинлеге тыуҙы. Быйыл Булат Йосопов, Айнур Асҡаров, Гәүһәр Батталова, "Муха" студияһы грант алыуға өлгәште. Был фонд нимәһе менән һәйбәт? Ул бит Башҡортостанда кино сәнғәтен үҫтереү йәһәтенән булдырылған, тимәк, һәр йыл Башҡортостанда дүрт-биш фильм сығып торасаҡ.

Кино сәнғәте йәш быуында нисек туған телгә һөйөү уята ала?

- Телде үҫтерер, уға һөйөү уятыр өсөн, йәнһүрәтме, анимациямы, документаль йә нәфис фильм булһынмы, беҙгә башҡортса фильмдарҙы күберәк төшөрөргә кәрәк. Оҙон һәм ҡыҫҡа метражлы фильмдарҙы шулай уҡ рус теленә лә тәржемә итергә кәрәк, сөнки төрлө кинофестивалдәрҙә, конкурстарҙа ҡатнашырға тура килә. Фильмдарҙы ил буйлап прокатҡа сығарыу бик мөһим. Урал тауҙарында урынлашҡан матур республикабыҙға килеп, башҡалар ҙа фильмдар төшөрһөндәр. Беҙ үҙебеҙҙең мәҙәниәтебеҙҙе күрһәтеү маҡсатынан һәр фильмды ике телдә эшләйбеҙ. Мәҫәлән, шундайҙарҙан "Өс таған", "Беренсе республика", "Йыл ғаиләһе", "Рәми Ғарипов" - барыһы ла киң прокатҡа сыҡты. Шайморатов тураһындағы йәнһүрәт тә башҡорт һәм рус телдәрендә буласаҡ.

Яңы йылды ниндәй пландар менән ҡаршылайһығыҙ?

- Вилүрә Иҫәндәүләтова менән беҙ ике йыл буйы Мәскәүҙән грант алабыҙ. Былтыр "Почтальон" фильмын эшләнек. Ә быйыл "Дәрүиш" фильмы өсөн еңдек. Уны ла төшөрөп, тамашасыға тәҡдим итәсәкбеҙ. Ниндәй сара ғына булмаһын, беҙ ҡатнашабыҙ, унда үҙебеҙҙең фильмдарҙы күрһәтәбеҙ. Быйыл "Китап" байрамында ла булдыҡ. Бөтәһен дә һанап тормайым, һәр хәлдә, йыл һайын үткәрелгән сараларҙың береһенән дә ситтә тороп ҡалғаныбыҙ юҡ. Халыҡ беҙҙе белә, ҡыҙыҡһына, йөрөй.
Маҡсаттарға килгәндә, "Дәрүиш" фильмын, Шайморатов тураһындағы йәнһүрәтте төшөрөп бөтөргә кәрәк ине. "Батырҙар ташы" мистик комедияһын һәм Вилүрә Иҫәндәүләтова режиссерлығында Айгиз Баймөхәмәтовтың "Ҡалдырма, әсәй!" повесы буйынса төшөрөлгән фильмды монтажлап бөтөп, тамашасыға сығарабыҙ. Быларҙан тыш, кинозалдарҙы арттырыу буйынса эште дауам итергә кәрәк. Кинозалдарыбыҙ республиканың барлыҡ райондарында ла булырға тейеш. Рәсәйҙең төрлө төбәктәрендә, шулай уҡ беҙгә күрше булған сит илдәрҙә киноларыбыҙҙы күрһәтеп, үҙебеҙҙе танытып йөрөргә инде ниәтебеҙ. Беҙҙең коллектив ҙур түгел, ҡырҡ ете генә кеше эшләй. Фильм төшөрөр булһаҡ, яҡтыртыусыларҙы, инженерҙарҙы, рәссамдарҙы ситтән яллайбыҙ. Уларҙы саҡырып, килешеү төҙөп, бына шулай команда туплайбыҙ.
Алға ҡарап эш итәбеҙ. Мәҙәниәт министрлығы ярҙамы менән Өфө сәнғәт училищеһында ике анимация курсы астыҡ. Заһир Исмәғилев исемендәге Өфө дәүләт сәнғәт институтында кино һәм телевидение курсы асырға тип хыялланабыҙ. Режиссерҙар, монтажсылар, операторҙарҙы шунда әҙерләргә ине. Белгестәрҙе үҙебеҙҙә ҡалдырыр өсөн уларҙы бында уҡытырға кәрәк. Ни өсөн тигәндә, беҙҙән Мәскәүгә уҡырға китәләр ҙә, кире әйләнеп ҡайтмай ҙа ҡуялар. Әгәр ҙә улар Өфөлә уҡыһалар, фильмдар төшөргән ваҡытта "Башҡортостан" студияһына килеп эшләп тә йөрөрҙәр, күп нәмәгә өйрәнерҙәр ине. Үҙебеҙҙең йәштәрҙе кино сәнғәтенә йәлеп итергә кәрәк. Ошоно эшләй алһам, кино сәнғәтендә үҙемдең бурысымды үтәп бөткәнмен, тип әйтә алыр инем. Әлбиттә, идеялар күп, сер түгел, бөтөн нәмә финанслауға килеп терәлә. Шуға ҡарамаҫтан, беҙ бөгөлмәйбеҙ, маҡсаттар ҡуйып, алға ҡарап йәшәйбеҙ, эшләйбеҙ, ижад итәбеҙ.

Һорауҙарҙы Фәрзәнә ФӘТИХОВА бирҙе.
"Киске Өфө" гәзите, №50, 2023 йыл

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 25.01.24 | Ҡаралған: 57

Киске Өфө
 

"Киске Өфө" (индексы ПР905) гәзите менән бергә булыусы аңлы, зыялы уҡыусыларыбыҙҙы 2024 йылдың икенсе яртыһы өсөн 897 һум 06 тингә баҫмабыҙға яҙылып ҡуйырға саҡырабыҙ. Ә беҙ һеҙҙе рухиәт менән һуғарыуҙы, кәрәкле мәғлүмәттәр еткереүҙе дауам итербеҙ, матур йөкмәтке менән танһыҡтарығыҙҙы ҡандырырға тырышырбыҙ, тигән вәғәҙәбеҙҙе яңыртабыҙ. Гәзитебеҙгә яҙылып, квитанцияларын редакцияға ебәргәндәр араһынан кемдәрҙер бүләккә бик шәп китаптар аласағы тураһында ла онотмағыҙ. Бергә булайыҡ!

МӨХӘРРИРИӘТ.

 
Беҙҙең дуҫтар
 

Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

 
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
© 2024 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru