«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
Беҙҙең номерҙар
 
2024

Ғинуар
   01  |  02  |  03 
Февраль
   04  |  05  |  06  |  07 
Март
   08  |  09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15  |  16 

Киске Өфө» VK-төркөмө
 
әйт, тиһәгеҙ...

Ауыл ерендә эшҡыуарлыҡҡа тотоноу бик ҡыйын шөғөлмө? "Еләкле урындар" бөтмәгәнме, йәғни ниндәй эшҡыуарлыҡ төрҙәре менән шөғөлләнеп була?

Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52

  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
СӘЛӘМӘТ ЙӘШӘҮ – ҠАНЫБЫҘҘА
+  - 

Былтыр Ғафури районының Оло Үтәш ауылы "Айыҡ ауыл" республика конкурсында әүҙем ҡатнашып, маҡтаулы урынға лайыҡ булғайны. Быйыл иһә күптән инде бай йөкмәткеле спорт, рухи-мәҙәни саралар үткәреүе менән дан алған Яугилде ауылы, муниципаль этабында еңеү яулап, республика кимәленә сыҡты.

Ағинәйҙәр башлап йөрөй

Яугилде ағинәйҙәре ауылыбыҙҙың ғына түгел, тотош райондың күрке булып тора, тиһәк, һис тә арттырыу булмаҫ. Һуңғы йылдарҙа улар ойошторған һәм ҡатнашҡан сараларҙың барыһын да бәләкәй мәҡәләлә һанап сығыу мөмкин түгел. Р.Ә.Зәйнетдинова етәкселек иткән ағинәйҙәрҙең йәш быуынға тәрбиә биреү юҫығында үткәргән төрлө йола байрамдары, оҫталыҡ дәрестәре һәм башҡа изге эштәре оло баһаға лайыҡ.
Махсус хәрби операцияла ҡатнашҡан ир-егеттәргә матди ярҙам ойоштороуҙы улар үҙҙәренең мөҡәддәс бурысы тип һанай. Боҙолмай торған ризыҡ, кейем-һалым туплау, ойоҡбаш бәйләү, окоп шәмдәре әҙерләү кеүек мөһим эштә уларҙың тырышлығы арҡаһында ауыл халҡы ҙур теләк менән ҡатнаша. Иң мөһиме - илебеҙ мәнфәғәтен яҡлаған ир-егеттәребеҙ еңеү менән иҫән-һау әйләнеп ҡайтһын, тип улар әленән-әле доға ҡылып тора.
Мәктәп-мәҙәни усағыбыҙға район ағинәйҙәре лә тәжрибә тупларға килеп тора. Рәзилә Солтанморатова, Шәйҙә Ғәлиәхмәтова кеүек ҡул эштәре оҫталары улар өсөн махсус дәрестәр үткәрә, халыҡ араһында аңлатыу эше алып барыу алымдары тураһында фекер алышыу ойошторола. Яңыраҡ ауылыбыҙ ағинәйҙәре Стәрлебаш районында уҙғарылған IX төбәк-ара "Иман нуры" фестиваль-конкурсында уңышлы сығыш яһап ҡайтты. Хәйер, район үҙәгендә һәм Өфө ҡалаһында үткәрелгән мәҙәни сараларға ла уларҙы даими саҡырып торалар. Һәр ҡайҙа киң таралған скандинав таяғы менән саф һауала йөрөү буйынса ла ағинәйҙәр өлгө күрһәтә. Хәрәкәттә - бәрәкәт, тиҙәр бит. Ҡыҫҡаһы, хаҡлы ялдағы абруйлы апай-инәйҙәр - ауылдың рухи терәге, йәш быуындың тәрбиәселәре һәм остаздары.

Ғаиләләр волейбол уйнай

2008 йылда Рәсәйҙә Ғаилә йылы иғлан ителгәс, районда ғына түгел, хатта республикала тәүгеләрҙән булып күренекле ауылдашыбыҙ Н.Б. Сәлимов инициативаһы менән Яугилделә өр-яңы проект ғәмәлгә ашырыла башланы. Бурлы ауыл биләмәһе ауылдарында йәшәгән ғаиләләр командалары араһында даими уҙғарылған "Яугилде кубогы" өсөн волейбол бәйгеһе ҙур популярлыҡ яуланы. Был турнирға күрше ауыл биләмәләренән дә ҡунаҡ командаларҙың килеүе ярыштың абруйы тураһында асыҡ һөйләй.
Бәйгелә ҡатнашҡан олатай, атай, ейән йәки ейәнсәрҙәрҙән торған командалар һәр ваҡыт һоҡланыу тыуҙыра. Йәш быуында спортҡа һөйөү тәрбиәләүҙә атай-олатайҙарҙың үрнәге баһалап бөткөһөҙ: юҡҡа ғына, атанан күргән уҡ юнған, алма ағасынан йыраҡ төшмәй, тимәйҙәр бит. Төрлө быуын вәкилдәренән торған Абдуллиндар, Зәйнуллиндар, Солтанморатовтар, Ғәлиәхмәтовтар ғаиләләре "Яугилде кубогы" өсөн сәмле ярышта һәр ваҡыт ихлас көс һынаша. Ә инде быйыл апрель айында 15-се тапҡыр ойошторолған юбилей бәйгеһе район кимәленә күтәрелде. Унда йәмғеһе 12 ғаилә командаһы ҡатнашты. Көсөргәнешле бәйгелә Зәйнуллиндар ғаиләһе иң көслө команда тип танылды.
Йылдың-йылы волейбол ярышы бағыусылар ярҙамында ойошторола. Бурлы ауыл биләмәһе хакимиәте, "Уңыш" йәмғиәте (етәксеһе - Н.М. Хисаметдинов), Бурлы һәм Яугилде мәктәптәре, ауылдаштарыбыҙ - эшҡыуар Р.Ғ. Солтанморатов һәм Сәлимовтар, Солтанморатовтар ғаиләләре аш-һыу, приздар, дипломдар хәстәрләүҙә ҙур ярҙам күрһәтә.

Мәсет тә тәрбиә үҙәге

Тыуған ауылында иман йорто төҙөтөү ниәте менән янған Ниязбай Булатбай улы 2010 йылда мәсет ҡалҡасаҡ урынға фатиха бирҙертеү өсөн Башҡортостандың Диниә назараты рәйесе, мөфтөй Нурмөхәмәт хәҙрәт Ниғмәтуллинды алып ҡайтты. Олуғ дин әһеле мәсет урын аласаҡ бәрәкәтле ергә аят бағышлап, Аллаһ йортоноң оҙаҡ йылдар тирә-яҡҡа иман нуры таратып тороуын теләне. Аллаһ ярҙамы менән ауыл халҡы һәм ситтә йәшәгән ауылдаштар иман йортон дүрт йыл эсендә төҙөп тә ҡуйҙы. 2014 йылдың 23 авгусында мәсетте асыу айҡанлы "Һаумыһығыҙ, ауылдаштар!" байрамы уҙғарылды. Туғыҙ йыл эсендә ауыл мәсете лә ысын мәғәнәһендә тәрбиә үҙәгенә әйләнде: Нәғим хәҙрәт Дәүләтбаев дини йолаларҙы атҡарыуҙа ныҡышмалы эшләй: йома намаҙҙары даими үткәрелә, Ураҙа, Ҡорбан байрамдары тотош ауыл байрамына әүерелде, балаларға дини ғилем биреү яйға һалынған. Киләһе йыл ауылыбыҙға ҡот биреп торған, иман нуры таратҡан Аллаһ йортоноң 10 йыллыҡ юбилейын район имамдары һәм йәмәғәтселек вәкилдәре ҡатнашлығында үткәреү күҙҙә тотола.
Ҡыҫҡаһы, Яугилде халҡы сәләмәт йәшәү рәүеше менән башҡа ауылдарға лә матур үрнәк күрһәтә. Яңы ғына ауылда республика кимәлендә "Ҡаҙ өмәһе" байрамы, мендәрҙәр конкурсы һәм Рәсәй Геройы Фәрүәт Яҡупов иҫтәлегенә милли көрәш буйынса ярыш үтеүе ошо хаҡта асыҡ һөйләй.

Байыҡ БУЛАТОВ.
Ғафури районы.

"Киске Өфө" гәзите, №50, 2023 йыл

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 25.01.24 | Ҡаралған: 91

Киске Өфө
 
"Киске Өфө" (индексы ПР905) гәзите менән бергә булыусы аңлы, зыялы уҡыусыларыбыҙҙы 2024 йылдың икенсе яртыһы өсөн 897 һум 06 тингә баҫмабыҙға яҙылып ҡуйырға саҡырабыҙ. Ә беҙ һеҙҙе рухиәт менән һуғарыуҙы, кәрәкле мәғлүмәттәр еткереүҙе дауам итербеҙ, матур йөкмәтке менән танһыҡтарығыҙҙы ҡандырырға тырышырбыҙ, тигән вәғәҙәбеҙҙе яңыртабыҙ. Гәзитебеҙгә яҙылып, квитанцияларын редакцияға ебәргәндәр араһынан кемдәрҙер бүләккә бик шәп китаптар аласағы тураһында ла онотмағыҙ. Бергә булайыҡ!

МӨХӘРРИРИӘТ.

Беҙҙең дуҫтар
 
Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
© 2024 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru