«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
Беҙҙең номерҙар
 

2024

Ғинуар
   01  |  02  |  03 
Февраль
   04  |  05  |  06  |  07 
Март
   08  |  09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15  |  16 

 
Киске Өфө» VK-төркөмө
 

әйт, тиһәгеҙ...

Ауыл ерендә эшҡыуарлыҡҡа тотоноу бик ҡыйын шөғөлмө? "Еләкле урындар" бөтмәгәнме, йәғни ниндәй эшҡыуарлыҡ төрҙәре менән шөғөлләнеп була?

 
Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
ЫҢҒАЙҒА КӨЙЛӘНЕШ АЛ!
+  - 


Һынауҙары ла, үкенес һәм ҡайғылары ла булды үтеп барған йылдың. Шулай ҙа тормош йылғаһы үҙ яйына ағыуын белә, ә уның юлында гел генә бер төрлө булманы, һирәкләп, ҡыуаныстарын-һөйөнөстәрен дә бүләк итте. Ә инде бөтөн ауырлыҡ һәм күңелһеҙлектәрҙе иҫке йыл үҙ ағымында ағыҙып алып китһен. Бының өсөн уға рәхмәттәребеҙҙе әйтеп, яңы йылды тик яҡшыға, изгегә юрап, ил-йортобоҙға именлек, тыныслыҡ һәм бәрәкәттәр теләп ҡаршылайыҡ. Ошо юрауҙарға ҡушылып, Көнсығыш йондоҙнамәһе лә үҙ һүҙен әйтмәксе. Уның күҙаллауҙары нисек кенә булмаһын, аҡыл, көс һәм хакимлыҡ сифаттарына эйә Йәшел Ағас Аждаһа (Лыу) йылы барыбер ҙә тормошобоҙ олонон йәшәртеп, йәш япраҡтарға күмеп, аҡылыбыҙға ҡеүәт үә көс биреп, кешелек аңын ыңғайға көйләп ебәрер, тип өмөт итәйек! Ә шулай ҙа нимәләр вәғәҙә итә Йәшел Аждаһа Көнсығыш йондоҙнамә тамғаларына?

Сысҡан.
Бер аҙ көтөлмәгәнсәрәк яңғыраһа ла, йыл аҙағында һеҙгә эшегеҙҙә, бизнесығыҙ өлкәһендә, тормошоғоҙ рәүешендә, ғаиләгеҙ һәм дуҫтарығыҙ менән мөнәсәбәттәрегеҙҙә яңырыуға табан йүнәлеш алыу фарыз. Үҙгәреште үҙегеҙҙән башлағыҙ: өҫ-башығыҙ, ҡиәфәтегеҙҙе генә түгел, ҡайһы бер ҡараштарығыҙҙы, үҙ мөхитегеҙгә мөнәсәбәтегеҙҙе, тормош рәүешегеҙҙе яңыса күҙҙән үткәрегеҙ, сәләмәт туҡланыуға иғтибар бирегеҙ. Ошоларҙан һуң эске тормошоғоҙ тулыланыр, Яңы йылдан яҡшы үҙгәрештәр ҙә оҙаҡ көттөрмәҫ. Йортоғоҙҙа хәлегеҙҙән килгән тиклем ремонт үткәрегеҙ: яңы обой йәбештерегеҙ, иҫке мебелде яңыһына алыштырығыҙ, хатта карауат ябыуы менән тәҙрә ҡорғандарына тиклем яңыртығыҙ. Әгәр былар өсөн мөмкинлек юҡ икән, һис юғында, өйөгөҙҙә генераль таҙартыу үткәрегеҙ.

Һыйыр (Үгеҙ). Иҫке йылда ғаиләгеҙгә иғтибарлы булдығыҙмы? Әгәр юҡ, тиергә нигеҙ бар икән, иждиһатығыҙҙы ошо өлкәгә йүнәлтегеҙ, сөнки тап ошо мәсьәләнең көндәлек ҙур хеҙмәт талап итеүе, башҡа өлкәләрҙә лә уңыштарҙың ошоға бәйле булыуы бер кемгә лә сер түгел. Яҡындарығыҙға, туғандарығыҙға ваҡыт бүлегеҙ; бергәләп ҡайҙалыр барығыҙ. Ярҙам кәрәк икән, мәҫәлән, өйҙө тәртипкә килтереү, байрам алды мәшәҡәттәре булһынмы - ярҙам итегеҙ. Үҙ өйөгөҙҙө лә онотмағыҙ, йыйыштырырға ярҙамлашығыҙ, интерьерҙы йыһазландырығыҙ: матур көҙгө һатып алығыҙ.

Барыҫ (Юлбарыҫ): Һеҙҙең көн тәртибендә - аҡса. Киләһе йылдан ул һеҙгә борсолоуҙар килтермәһен, тиһәгеҙ, финанс хәлегеҙҙе хәстәрләп ҡалығыҙ. Кредит тирәһенә яҡын бармағыҙ, йылды бурыслы булып ҡаршыламау хәйерле. Хәлегеҙҙән килә икән, кемдәргәлер хәйриә ярҙамы күрһәтегеҙ, аҙаҡ был үҙегеҙгә изгелек булып ҡайтыр. Балаларҙы йәки кесе туғандарығыҙҙы иғтибарығыҙҙан ситләтмәгеҙ.

Ҡуян. Йыл ахыры - йыл башында һеҙгә йорт кәрәк-ярағы - ҙур ғына әйбер (мебель, көнкүреш техникаһы) һатып алыу уңышлы булыр. Уның күсемһеҙ милек булыуы ла ихтимал. Туғандарығыҙ, балаларығыҙ, дуҫтарығыҙға яңы йыл бүләктәре алырға онотмағыҙ, тик юк-бар шаҡы-шоҡо менән ҡотолорға тырышмағыҙ. Бүләк кәрәкле һәм иҫтәлекле булһын. Һеҙҙең өсөн хәҙер элек әллә ни аралашмаған туғандарығыҙ менән яҡынайырға кәрәк, аралашыу сиктәрегеҙҙе киңәйтегеҙ.

Лыу (Аждаһа). Һеҙҙең өсөн был осорҙарҙа аҡса, күсемһеҙ милек һәм үҙегеҙҙе нисек тойоуығыҙ мөһим булып тора, ләкин был йәһәттән бик борсолмағыҙ, һаулыҡ теләгеҙ, сөнки сәләмәт кешегә бындай мәсьәләләрҙе хәл итеүе күпкә еңелерәк. Шуға күрә үҙегеҙҙе тыныс, ышаныслы тотоғоҙ, бөтәһе лә яҡшы буласаҡ.

Йылан. Үҙегеҙҙе ҡайғыртығыҙ, ҡиәфәтегеҙгә иғтибар итегеҙ, һаулығығыҙҙы нығытығыҙ һәм бының өсөн аҡсағыҙҙы йәлләмәгеҙ. Табипта, косметологта йәки кейем магазинында күпмелер аҡса ҡалдырыуығыҙ өсөн үҙегеҙҙе битәрләмәгеҙ, үкенмәгәҙ; күрерһегеҙ, был файҙаға ғына булыр. Үҙегеҙҙе бәхетле итеп тойорға ирек бирегеҙ; һеҙгә ҡарап, яҡындарығыҙ ҙа ҡыуанһын, сөнки уларҙың кәйефе һеҙҙекенә бик бәйле икәнен онотмағыҙ. Физик һәм рухи һәләттән камиллашырға тырышығыҙ: көн дә физик күнегеүҙәр яһағыҙ, көн режимын тотоғоҙ, сәләмәт туҡланырға тырышығыҙ.

Йылҡы. Һеҙҙең иғтибар үҙәгендә - ғаилә хәлдәре. Һүҙ ир-ҡатын, балалар хаҡында ғына түгел, ә ҡайны-ҡәйнә, теге яҡтан да, был яҡтан да туған-тыумаса хаҡында ла бара. Туғандар менән мөнәсәбәттәрҙең боҙолоуына юл ҡуймағыҙ, үпкә һәм дәғүәләргә ваҡытында асыҡлыҡ индерә һәм килешеүгә барырға тырышығыҙ, ә иң һәйбәте, ундай осраҡтарҙың бөтөнләй булмауы хәйерле. Үҙегеҙҙе ниндәй хәлдә лә тыныс тотоғоҙ, физик күнекмәләр эшләгеҙ, саф һауала йөрөгөҙ, медитация йә йога менән шөғөлләнегеҙ, ә иң яҡшыһы - намаҙға баҫығыҙ.

Ҡуй (Һарыҡ). Был осорҙарҙа һеҙгә уҡыуығыҙ йәки төп эшегеҙгә иғтибар туплау кәрәк. Сит илдә туғандарығыҙ йә күсемһеҙ милкегеҙ булған хәлдә, был өлкәне айырыуса күҙҙә тотоғоҙ, сөнки артабанғы эштәрегеҙ тап шуға бәйле булыуы бар. Туғандарығыҙға һәм дуҫтарығыҙға кеселекле, иғтибарлы булығыҙ, уларға ярҙам ҡулы һуҙығыҙ.

Маймыл. Был арала, яңы йылға тиклем башҡара торған эштәрегеҙ: машинағыҙға техосмотр, өйҙә ентекле йыйыштырыныу, еңелсә ремонт, артыҡ әйберҙәрҙән ҡотолоу. Шул уҡ ваҡытта үҙегеҙгә кәрәкмәгән әйберҙәрегеҙҙе хәйриә фондына, мохтаждарға бирегеҙ, бик булмаһа, яҡшыраҡ әйберҙәрегеҙҙе һатығыҙ, был ғаилә ҡаҙнаһына ярҙам булыр. Буш ваҡытығыҙҙа булышырға шөғөл төрө табығыҙ: сит тел өйрәнергә, ҡул эштәре, дизайн үҙләштереү һәм башҡалар.

Әтәс. Яңы йыл алдынан әйләнә-тирәгеҙгә мөнәсәбәтегеҙ хаҡында уйланығыҙ. Был тема ғаилә мөхитенә генә түгел, хеҙмәттәштәрегеҙ, фекерҙәштәрегеҙгә ҡарата ла ҡағыла. Был мөнәсәбәттәр үҙегеҙгә лә яуап йылыһы булараҡ, оҙаҡ йылдар ҡыуандырһын, тормошоғоҙға йәм өҫтәһен өсөн ҡулығыҙҙан һәм көсөгөҙҙән килгәндең бөтәһен дә эшләргә тырышығыҙ. Байрамдарҙы бергә үткәрегеҙ, яҡындарығыҙға бүләктәр алырға онотмағыҙ. Тағы: документтарығыҙҙы тәртипкә килтерегеҙ, уларҙың кәрәк булыуы бар. Буш ваҡытығыҙ өсөн шөғөл табығыҙ.

Эт. Ҡатын (ир) менән йәшәү йорт төҙөү эшенә оҡшаш, тик был осраҡта ул ғүмер буйы дауам ителә торған хеҙмәт. Һәм уның төрлө этаптары бар: ул йә ваҡиғаларға бай, күңелле, йәмле була. Йә бер көйгә, ялҡытҡыс, мәшәҡәтле булып та ала. Ҡуян йылын оҙатып, Аждаһаны ҡаршылағанда, һеҙгә ғаилә мөнәсәбәттәрегеҙҙе йәнләндереп, уны ҡыуаныслы, мөхәббәтле итеү бурысы тора. Көндәлек бер төрлөлөктән арынырға, уны икегеҙ өсөн дә йәмле яҡҡа үҙгәртергә тырышығыҙ, шул хәлдә яңы йыл һеҙгә матур ғаилә ваҡиғалары менән яуап бирер.

Ҡабан. Һуңғы арала үҙегеҙ менән йә ғаилә, торлаҡ, тирә-яҡ мөхиткә ҡарата мөнәсәбәтегеҙҙән, туҡтауһыҙ һүҙ көрәштереүҙән арып та китеүегеҙ бар. Ә һеҙ тотоғоҙ ҙа берәй эш башлағыҙ, мәҫәлән, өйөгөҙҙә мебель алыштыраһығыҙмы, яңы обой йәбештерәһегеҙ йә стенаны үҙегеҙ теләгән төҫкә буяйһығыҙмы, йорт алдын йыйыштыраһығыҙ - күңелегеҙ үҙенән-үҙе тыныслыҡ табасаҡ, яҡындарығыҙ ҙа һеҙгә үҙгәрәсәк, улар һеҙҙе аңлап ҡабул итер һәм йылылыҡ, яратыу хисе менән яуап бирер. Ә Яңы йыл байрамында ошонан да яҡшыраҡ бүләк булырмы?..

Фәүзиә ИҘЕЛБАЕВА әҙерләне.
"Киске Өфө" гәзите, №50, 2023 йыл

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 25.01.24 | Ҡаралған: 83

Киске Өфө
 

"Киске Өфө" (индексы ПР905) гәзите менән бергә булыусы аңлы, зыялы уҡыусыларыбыҙҙы 2024 йылдың икенсе яртыһы өсөн 897 һум 06 тингә баҫмабыҙға яҙылып ҡуйырға саҡырабыҙ. Ә беҙ һеҙҙе рухиәт менән һуғарыуҙы, кәрәкле мәғлүмәттәр еткереүҙе дауам итербеҙ, матур йөкмәтке менән танһыҡтарығыҙҙы ҡандырырға тырышырбыҙ, тигән вәғәҙәбеҙҙе яңыртабыҙ. Гәзитебеҙгә яҙылып, квитанцияларын редакцияға ебәргәндәр араһынан кемдәрҙер бүләккә бик шәп китаптар аласағы тураһында ла онотмағыҙ. Бергә булайыҡ!

МӨХӘРРИРИӘТ.

 
Беҙҙең дуҫтар
 

Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

 
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
© 2024 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru