«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
Беҙҙең номерҙар
 
2024

Ғинуар
   01  |  02  |  03 
Февраль
   04  |  05  |  06  |  07 
Март
   08  |  09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15  |  16 

Киске Өфө» VK-төркөмө
 
әйт, тиһәгеҙ...

Ауыл ерендә эшҡыуарлыҡҡа тотоноу бик ҡыйын шөғөлмө? "Еләкле урындар" бөтмәгәнме, йәғни ниндәй эшҡыуарлыҡ төрҙәре менән шөғөлләнеп була?

Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52

  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
БОРОНҒО БАШҠОРТОСТАН
+  - 

Икенсе киҫәк. Урта быуаттар.
Бишенсе бүлек. Көньяҡ Урал IV - VIII быуаттарҙа

Селенташ мәҙәниәте ҡәбиләләре

"Мыйыҡлы" ҡурғандар хаҡындағы материалдар авторҙары, уларҙың этномәҙәни булмышын һәм тәғәйенләнешен тулыраҡ асыҡлау маҡсатында, ҙур күләмдәге сағыштырмаса анализ эшләне. Улар ошо мәҙәниәткә ҡараған ҡәбиләләр йәшәгән территорияларҙың Урал һәм Ҡаҙағстан далалары менән генә сикләнгән түгеллеген, уларҙың аналогтары Волганың уң яры буйында (Ҡалмыҡстан), ә көнсығышта Монгол Алтайында һәм Көнбайыш Ҡытайҙа ла (Көньяҡ Синьцзян) булыуын ышаныслы рәүештә иҫбатланы. Уларҙың хеҙмәттәрендә "мыйыҡлы" ҡурғандарҙы төҙөү традицияһының төрки ҡағанаттары эпохаһында барлыҡҡа килеүе һәм таралыуы хаҡында ышаныслы аргументтар килтерелә.
Ул замандарҙа күренекле ҡағандарҙы һәм төркиҙәрҙең юлбашсыларын ҡорамдарҙа ерләгәндәр, уларҙан тура мөйөшлө ҡоймалар тороп ҡалған, ә үҙәктән сыҡҡан дуға рәүешле һыҙыҡтар (линиялар - "мыйыҡтар") ҡорам арауығының контурын билдәләп торған.
Был положение Күл Тегинды (731 йылда үлгән) изге ҡорамда ерләү йолаһы менән тулыһынса тап килә, ул кирбестән төҙөлгән һәм яҙма сығанаҡтарҙа сағылыш тапҡан. Мәйет алдына ҡорбан ителгән хайуандарҙы - ат һәм һарыҡты һалып яндырғандар, ә көлдө һәм утта янып бөтмәгән әйберҙәрҙе ергә күмгәндәр. Шунан һуң ҡәбер өҫтөнә таштар һалынған. Ҡәбер янынан - ҡорамға инеү урынынан көнсығышҡа табан - балбалдар аллеяһы төҙөлгән, улар үлтерелгән дошмандарҙы һынландырған.
С.Г. Боталов фекеренсә, "мыйыҡлы" ҡурғандар, Монголияның, Саян-Алтайҙың төрки ҡәбиләләрендәге кеүек үк, иҫкә алыу культы ҡомартҡылары иҫәбенә инә.
"Мыйыҡлы" ҡурғандар хаҡында икенсе төрлө фекерҙе тикшеренеүсе И.Э. Любчанский белдерҙе. Ул "мыйыҡлы" ҡурғандарҙы һәм өҫтәренә таш һалынған ҡурғандарҙы (селенташ тибындағы) үҙаллы тарихи-мәҙәни ҡомартҡы итеп ҡарап, уларҙың датаһын б.э.V - VII быуат башы менән билдәләне.
Ул формаһы буйынса Көньяҡ Урал төбәгенә хас булмаған ҡурғандарҙың барлыҡҡа килеүен б.э. IV - V быуаттарында, Иран-Бактрия һуғыштары барышында Төньяҡ Бактриянан алыҫ төньяҡҡа күсеп китергә мәжбүр ителгән хиониттарҙың ҙур бер төркөмөнөң был яҡтарға килеүе менән бәйләй. Килмешәк көньяҡ кешеләре, урындағы ҡәбиләләр - был яҡтарҙа төп роль уйнаған һундар, кангюйлылар менән ҡатышып, И. Э. Любчанский эфталит империяһы тип атарға тәҡдим иткән сәйәси берләшмәне етәкләй. Ошо ғалимдың фекерҙәре етди иғтибарға лайыҡ. Ул, беренселәрҙән булып, III-V быуаттарҙа Көньяҡ Уралға, Үҙәк һәм Көнбайыш Ҡаҙағстан райондарына Урта Азияның көньяғынан күп һанлы ҡәбиләләрҙең күсеп килеүе мөмкинлеге хаҡындағы фекерен әйтте, һәм Көньяҡ Уралға был ваҡиға менән бәйле бик күп көньяҡ сығышлы әйберҙәрҙең үтеп инеүе хаҡында фараз итергә мөмкин икәнлеген белдерҙе. Ғалимдың селенташ мәҙәниәте ҡомартҡыларының ваҡытын билдәләү йәһәтенән килтергән иҫкәрмәләре хаҡында һүҙ алып барғанда ошо ҡомартҡы материалдарын да һис шикһеҙ VII-VIII, хатта IX быуаттарға ҡараған әйберҙәр булыуына иғтибар итергә кәрәк, был юҫыҡта С.Г. Боталов дәлилдәре ышаныслыраҡ булып күренә.
Беҙҙең ҡарамаҡҡа, Көньяҡ Уралда һәм Көньяҡ Себерҙең, Ҡаҙағстандың һәм Волга буйының йәнәш ятҡан далаларында "мыйыҡлы" ҡурғандарҙың барлыҡҡа килеүе һәм ғәмәлдә булыуы төркиҙәрҙең - Көнбайыш Төрки ҡағанатының әйҙәүсе этник төркөмдәренең - был яҡтарҙа ла йәшәүен раҫлаусы мөһим дәлил булып тора.

VI-VII быуаттарындағы ирҙәр ҡәберҙәре материалдарынан: 1,2 - балталар;
3 - уймыр;
4 - ҡасау;
5 -ҡалаҡ ҡырғыс; 6 - ҡырғыс;
7,8 - ҡылыстар;
9 - бысаҡ;
10 - шөшлө.

Нияз МӘЖИТОВ. Әлфиә СОЛТАНОВА.
Арыҫлан ТАЙМАСОВ тәржемәһе.
(Дауамы. Башы 2022 йылдың 28-се һанында).

"Киске Өфө" гәзите, №51, 2023 йыл

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 26.01.24 | Ҡаралған: 44

Киске Өфө
 
"Киске Өфө" (индексы ПР905) гәзите менән бергә булыусы аңлы, зыялы уҡыусыларыбыҙҙы 2024 йылдың икенсе яртыһы өсөн 897 һум 06 тингә баҫмабыҙға яҙылып ҡуйырға саҡырабыҙ. Ә беҙ һеҙҙе рухиәт менән һуғарыуҙы, кәрәкле мәғлүмәттәр еткереүҙе дауам итербеҙ, матур йөкмәтке менән танһыҡтарығыҙҙы ҡандырырға тырышырбыҙ, тигән вәғәҙәбеҙҙе яңыртабыҙ. Гәзитебеҙгә яҙылып, квитанцияларын редакцияға ебәргәндәр араһынан кемдәрҙер бүләккә бик шәп китаптар аласағы тураһында ла онотмағыҙ. Бергә булайыҡ!

МӨХӘРРИРИӘТ.

Беҙҙең дуҫтар
 
Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
© 2024 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru