«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
Беҙҙең номерҙар
 
2024

Ғинуар
   01  |  02  |  03 
Февраль
   04  |  05  |  06  |  07 
Март
   08  |  09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15  |  16 

Киске Өфө» VK-төркөмө
 
әйт, тиһәгеҙ...

Ауыл ерендә эшҡыуарлыҡҡа тотоноу бик ҡыйын шөғөлмө? "Еләкле урындар" бөтмәгәнме, йәғни ниндәй эшҡыуарлыҡ төрҙәре менән шөғөлләнеп була?

Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52

  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
МӘХМҮТ ҠАШҒАРИҘАН
+  - 

Боронғо төрки теле... тәү телгә илтә

Ҡашғари: "эр - ир кеше. Күплектә "эрэн" була тиҙәр, әммә был дөрөҫ түгел, сөнки күплек күрһәткесе -лар-ләр була"

Боронғо төркисә "эр" рәүешендә әйтелеп йөрөгән был үтә боронғо тамыр һүҙ төрки ҡәбиләләре телдәрендә, фонетик яҡтан бер ни тиклем үҙгәрә биргән: мәҫәлән, башҡорттар һәм татарҙар "ир" тип әйтә. Беҙ бында "э" өнөнән "и" өнөнә фонетик күсәгилешлекте ап-асыҡ күрәбеҙ. Ә был һүҙҙең иң боронғо төркисә әйтелеш формаһы "эр" йә иһә "әр" һәм "ер" рәүешендә (башҡа бер варианттар менән бер рәттән) байтаҡ ҡына хәҙерге төрки халыҡтары телдәрендә һаҡланып ҡалған: әзербайжандарҙа - әр (киши варианты ла бар), ҡаҙаҡтарҙа - ер, ер адам, еркек, төркмәндәрҙә - әр, еркек, адам, үзбәктәрҙә - ер, еркак, киши, ҡырғыҙҙарҙа - эр, еркек, киши, ҡырым татарҙарында - эр, адам, төрөктәрҙә - ер, еркек, адам.
Ҡырғыҙҙарҙың бер боронғо мәҡәлендә ошолай тип әйтелә: "Эсен болсо, эр жетер, эр жеткенче эс кетер". Был мәҡәл башҡортса лә берҙәй яңғырай: "Иҫән булһа, ир етер, ир еткәнсе эш китер". Төрөк телендә иһә "ер" варианты һирәк ҡулланыла, ә "еркек" формаһы киң таралған. Әйткәндәй, башҡорт телендәге "иркәк" һүҙе ата енесле малдарға ҡарата ҡулланыла.
Уйлауымса, шәхсән үҙем ошо боронғо "эр" төрки һүҙе нигеҙендә тәү тел эпохаһынан бирле ҡулланылып килгән "ар" тәү тамыр һүҙе яталыр, тип фараз итәм. Ошо үтә боронғо "ар" һүҙенең төп тәү мәғәнәһе - ер. Ошо һүҙ һәм уның фонетик варианттары күп кенә хәҙерге донъя телдәрендә осрай, мәҫәлән, "ар" һәм "гектар" һүҙҙәре әлегә тиклем ер майҙанын белдереүсе үлсәм берәмектәре итеп ҡулланыла. Немец телендәге "Еrde" һүҙе ер тигәнде аңлата, бында ла беҙ бер үк боронғо "ер(д)" тамырын шәйләйбеҙ. Немецтар ир кешегә ҡарата хөрмәтләп әйтелә торған "Herr" (әфәнде) һүҙен ҡулланһа, "герой" һүҙе тәү мәғәнәһендә "батыр ир" тигәнде аңлатҡанын күреп торабыҙ. Әлеге боронғо "ар" һүҙе, үҫешә барған төрки телдәренә үтеп инеп, "жир", "ер" фонетик варианттары формаһын алған.
Архаик эпохаларҙа йәшәгән боронғо кешеләр үҙҙәрен арҙар (арийҙар, арыйҙар) тип атай башлаған, уның мәғәнәһе бик ябай - "ер кешеләре" тигәнгә тура килә, тора-бара ошо уҡ тамыр һүҙҙең яңы варианттары - "эр-ер-еркәк-ир" - ир енесле кешеләрҙе атау өсөн ҡулланыла башлаған, тип фараз итергә ерлек бар. Донъя кимәлендә таралыу тапҡан боронғо дини инаныстарҙа Илаһтың тәү кеше - Әҙәмде ер туҙанынан яралтыуы хаҡында легенда-риүәйәттәр һаҡланып ҡалған. Тәү яралтмыш кешенең ир затынан булыуы ла һыҙыҡ өҫтөнә алынған. Ислам диненең нигеҙ ташы булған, төп тәғлимәтен бәйән иткән изге Ҡөрьән-Кәримдә лә Аллаһы Тәғәләбеҙҙең тәү ирҙе - Әҙәмде балсыҡҡа еҫле һыу ҡушып әүмәләп яралтҡаны хаҡында мәғлүмәт бирелә. Тимәк ар-ерҙән яһалмыш әҙәм балаларының үҙҙәрен "ер-эр-ир" тип атай башлауҙарында әле асыҡланған ғиллә булыуы хаҡтыр.

Бәҙри ӘХМӘТОВ әҙерләне.
(Дауамы. Башы 42-се һанда).

"Киске Өфө" гәзите, №51, 2023 йыл

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 26.01.24 | Ҡаралған: 53

Киске Өфө
 
"Киске Өфө" (индексы ПР905) гәзите менән бергә булыусы аңлы, зыялы уҡыусыларыбыҙҙы 2024 йылдың икенсе яртыһы өсөн 897 һум 06 тингә баҫмабыҙға яҙылып ҡуйырға саҡырабыҙ. Ә беҙ һеҙҙе рухиәт менән һуғарыуҙы, кәрәкле мәғлүмәттәр еткереүҙе дауам итербеҙ, матур йөкмәтке менән танһыҡтарығыҙҙы ҡандырырға тырышырбыҙ, тигән вәғәҙәбеҙҙе яңыртабыҙ. Гәзитебеҙгә яҙылып, квитанцияларын редакцияға ебәргәндәр араһынан кемдәрҙер бүләккә бик шәп китаптар аласағы тураһында ла онотмағыҙ. Бергә булайыҡ!

МӨХӘРРИРИӘТ.

Беҙҙең дуҫтар
 
Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
© 2024 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru