«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
Беҙҙең номерҙар
 

2024

Ғинуар
   01  |  02  |  03 
Февраль
   04  |  05  |  06  |  07 
Март
   08  |  09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15  |  16 

 
Киске Өфө» VK-төркөмө
 

әйт, тиһәгеҙ...

Ауыл ерендә эшҡыуарлыҡҡа тотоноу бик ҡыйын шөғөлмө? "Еләкле урындар" бөтмәгәнме, йәғни ниндәй эшҡыуарлыҡ төрҙәре менән шөғөлләнеп була?

 
Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
АУ – 6 (Аҙағы)
+  - 


Ҡалҡынырға ниәтләнеп Әсләм башын күтәрҙе, тирә-яғына күҙ һирпте. Унан терһәктәренә таянды, күтәрелергә маташты, тик эсе һыҙлауы уны кире ятырға мәжбүр итте. Теге бәндә ныҡ һуҡҡан икән шул, аңғармайыраҡ ҡалды - һин дә мин ҡыҙыҡһынып һорашып торғас һис көтмәгәйне бындай аҫтыртын хөсөттө. Ҡайҙан килеп сыҡты ул бәндә? Артынан күҙәтеп килгәндер инде. Булып үткән ваҡиға тиҙ ҡайтты Әсләмдең иҫенә. Эйе, теге көндө төшөнә кергән әҙәм булды был - шул бит йылым аша һикереп сыҡтым тигәндә, әлеге ише эскә бәреп төшөргәйне. Төшө, ҡабат-ҡабат күргән дауамлы төшө, бөгөн килеп ысынбарлыҡҡа әйләнеп ҡуйҙы. Осраҡлы хәлме, әллә, ысынлап та, уның артынан юллап килгәнме? Тегеләрҙең кешеһе инде. Улай тиһәң, ҡайҙан белһен ти ул Әсләмдең тап бөгөн район үҙәгенә китеп барыуын? Хәйер, теге эскесе егеттәр, унан килеп көтөүсе ҡарт, һинең ҡайҙа юлланыуыңды беләбеҙ, уны бөтәһе лә белә, тимәнеме ни? Тимәк, уға һуҡҡан бәндә лә уның ҡайҙа һәм ниндәй маҡсат менән китеп барыуын бик яҡшы белгән. Белгән һәм район үҙәгенә барып етмәҫ элек юҡ итергә ниәтләнгән. Сөнки суд була ҡалһа, хөкөм улар файҙаһына булмаясағын бик яҡшы төшөнгән.
Әсләм ыңғыраша-ыңғыраша ҡалҡынды ла ҡурҡыу ҡатыш ғәжәпләнеү менән үҙенә ҡарап торған ҡатындарға текәлде.
- Йә, улым, иҫеңә килдеңме? Нишләп былай юл буйында ятаһың әле? - тине оло йәштәрҙәге ҡатын, йәғни өләсәй.
- Машина башынан һирпелеп ҡалдым, - тип яуапланы Әсләм. Баяраҡ ҡолағына салынған һүҙҙе ҡабатланы, меҫкенләнеп, дөрөҫөн һөйләп торғоһо килмәне.
- Ай әттәгенәһе! - тине өләсәй бот сабып. - Шулай иғтибарһыҙ булырға ярамай инде. Йәш тә түгелһең. Имгәнеүең бар ҙа. Машиналар хәҙер шәп йөрөй шул.
Әсләм өндәшмәне. Ризалашып башын ҡаҡты ла тәнен, ҡулбаштарын тотҡоланы, аяҡтарына күҙ һалды. Калуштары юҡ, салбар балаҡтары һыу. Күрәләтә алдашыуынан уңайһыҙлыҡ кисерҙе - ҡайҙалыр китеп барған ерҙәренән туҡтаған һәм ярҙам итергә тырышҡан кешеләргә ялғанлап тора. Эш түгел был, әҙәмсә түгел. Хәйер, туҡмап киттеләр тип тә әйтә алмай инде. Хәбәр оҙонға китәсәк, мең һорау бирәсәктәр, әлеге мәлдә уларҙың ҡыҙыҡһыныуы һис кәрәкмәй Әсләмгә. Ваҡыт йәл. - Ярай, имен-аман булһаң, улым, беҙ ҡуҙғалайыҡ. Юлдағыларҙың юлда булыуы яҡшы. Байтаҡ атлайһы бар әле. Ә һин үҙең атлай алаһыңмы һуң? - Үҙе биргән һорауына яуап та көтмәй хәбәрен дауам итте. - Бына ейәнсәрем килде лә, әсәйем сирләп китте тип үҙҙәренә алып ҡайтып бара.
- Район үҙәгенәме? - Әсләм ҡабаланып һорай һалды.
- Эйе, районда торалар.
- Ошо юл районға барамы?
- Эйе, ошо юл инде, бүтәне юҡ.
- Бынан нисә саҡрым?
- Әллә тағы? Алты-ете генә барҙыр, күберәк булмаһа. Һин дә районға китеп бараңмы ни?
- Эйе.
- Атлай алаһыңмы һуң? - өләсәй яңынан һораны.
- Алам.
Ябай ғына кейенгән ауыл әбейе менән орсоҡ ейәнсәр ҡуҙғалды. Улар боролмаға инеп юғалғансы Әсләм улар артынан ҡарап торҙо. "Уятыуҙарына" еңел генә ҡалҡынһа ла атлап китеүе ҡыйын ине уға: эсе ауырта, биле һыҙлай. Әллә ҡабырғалары ла һынған? Кире боролорға ла ҡуйырғамы? Улай тиһә, әбей һүҙҙәренә ҡарағанда, ете-һигеҙ саҡрым ара ҡалған. Сәғәт ярым-ике сәғәтлек юл. Нисек тә үтер әле. Ауылына ҡарағанда барыбер ҙә күпкә яҡыныраҡ. Хәйер, нисек атлайһың бит. Әсәһе автобус туҡталышынан ун ике самаһы тигәйне. Әсләм шуның яртыһын ике көн буйы саҡ үтте. Был яғын да ике көн барырға тейеш буламы?
Байтаҡ икеләнеп баҫып торғандан һуң юлын шулай ҙа дауам итергә булды. Урманды үтте, оло юлға төштө. Ауылдар хәҙер, моғайын да, осрамаҫ. Аяҡтары иҫән-һау, зыян килмәгән, атларға була. Һыуһауҙан, асығыуҙан үлмәҫ, тик һаман эсе ебәрмәй. Һурылып осҡан бер калушын канауҙағы һыу эсенән тапты, икенсеһен, күпме эҙләһә лә, таба алманы һәм аҡһай-туҡһай һыңар аяҡ кейемендә атлап китте.
Китеп бара әкрен генә, уйлап китеп бара. Район үҙәгендәге ул суд бинаһы бер килке Әсләмгә ғүмерҙә лә барып етә алмаҫлыҡ ифрат алыҫ булып тойола башлай. Өсөнсө көн килә, ә һис яҡынаймай, кемдән һораһаң да, шунса-шунса тип яуаплай, тик унан ҡаса ғына һымаҡ. Ул серле, барып тапһаң да керә алмаҫһың төҫлө. Уратып йөрөр ҙә йөрөр, ишеген таба алмай йонсор, тапҡас астыра алмай этләнер. Уның ҡалын ауыр ишектәре тик оло түрәләр, ҙур аҡсалы кешеләр өсөн генә асылыр һымаҡ. Әсләмгә осраған кешеләрҙең юлды белмәүе, ҡарт көтөүсенең, эскесе егеттәрҙең уның ниндәй маҡсат менән китеп барыуын белгәс, эштең уның файҙаһына хәл ителмәйәсәген иҫкәртеүҙәренә ҡарағанда, тап шулай килеп сығыр ҙа. Бына бит бөтөнләй ғәйебе булмаған, һәр хәлдә Әсләм шулай иҫәпләй, арбағыс йылан ауыҙына инеп бара. Юҡҡа сыҡтым, тип икеләнә-икеләнә ниндәйҙер ҡеүәтле көскә ҡаршы тора алмай китеп бара. Ул уны магнит һымаҡ тарта, уйлау һәләтен юғалттыра - әлеге ябырылыуҙа аңды томалау, ҡәҙимге тормоштан айырыу һәләте бар. Ул хәс тә сөңгөл - өйөрөлтөп-өйөрөлтөп һыу төбөнә тартыуын белә.
Ағас тейәгән өс йөк машинаһы, теге көн тап булған телһеҙ урмансылар ташыйҙыр инде, даңғырҙап бер нисә буш машина, бер нисә еңел машина үтте. Әсләм ҡул күтәреп ҡараһа ла, береһе лә туҡтаманы. Өҫтөндәге кейеменә, тышҡы ҡиәфәтенә ҡарап берәй хәйерсе тип уйлайҙарҙыр. Ә хәйерсенең кеҫәһендә аҡсаһы булмай. Аҡсаһы булмағас ниңә алырға? Буштың атаһы үлгән. Һыуһаны, асыҡты. Берәй шишмә-фәлән осрамаҫмы, тип юл ситенә күҙ һала-һала килһә лә, уныһы ла күренмәне. Ә юл һис ҡыҫҡармаған, киреһенсә алыҫайған, район үҙәге унан хатта ҡаса һымаҡ тойола.
Бына бер мәл артында көлөшкән тауыштар ишетелде. Тауыш, Әсләм яй барғанлыҡтан, тиҙ яҡынлашты, йәштәр ни, шәп тә атлайҙыр, һәм бер төркөм ҡыҙ, бер егет уны сираттағы боролмала ҡыуып та етте. Үҙенең ҡиәфәтенән ныҡ уңайһыҙлыҡ кисерҙе Әсләм, үҙен меҫкен байғош итеп тойҙо. Йәштәр, юғары кластарҙа уҡыған балаларҙыр, күп булһа. Һонтор егет ҡыҙҙарҙың бер алдына, бер артына сығып нимәлер һөйләй, ҡыҙҙар тегенең хәбәренән ҡыҙыҡ табып түгелеп көлгән була. Бәхетле саҡтары, бер ниндәй ҙә проблемалары юҡ, суд та кәрәкмәй, кинәнеп көлөшәләр, шатлыҡтары эстәренә һыймай. Әсләм урман эсенә кереп ҡалырға уйлағайны ла, өлгөрмәне, егет уны алыҫтан шәйләп:
- Эй, ағай, ҡасма, тартырға бир әле! - тип һөрәнләне.
Әсләм туҡтаны, шунан яй ғына артына боролдо ла:
- Тартмайым, - тине.
- Өләсәйем әйтмешләй, эсең һау булһын, - тип яуапланы егет ишараты дорфа ғына.
Ҡыҙҙар йәнә сырҡылдашты. Нимәнән мәҙәк тапҡандарҙыр, Әсләм аңламаны.
Төркөм Әсләм менән тиңләште һәм барыһы ла аҙымдарын әкренәйтеп уға текәлде. Ятһыныу, аңламау, хатта ниндәйҙер ерәнеү сатҡылары бар ине ҡараштарында. Нишләйһең, ҡиәфәте бигүк шәптән түгел шул ҡәҙимге кеше күҙенә.
Төркөм үҙен уҙып, илле-алтмыш аҙым тирәһе китеү менән, буш йөк машинаһы ҡыуып етте лә былар тапҡырына туҡтаны. Барыһы ла кемуҙарҙан шау-гөр килеп машина башына күтәрелде. Әсләм, мин дә эләгәйем әле, тип аҙымдарын ҡыҙыулатып ҡарағайны ла, өлгөрә алманы. Водитель күрмәнеме, күрһә лә күрмәмешкә һалыштымы, әйтеүе ҡыйын, ә йәштәр уны иҫкәртеүҙе ниңәлер кәрәк тапманы.
Төш етте, көн кискә ауышты. Әсләм һаман атлай. Атлауы аҙым һайын әкренәйә бара. Байтаҡ машина үтте, әммә береһе лә туҡтаманы. Уларҙың туҡтамаҫын белгәс, хәҙер артына боролмай ҙа, ҡулын да күтәрмәй, туҡтағандарын да теләмәй Әсләм. Оҙаҡламай етәмдер, етәмдер, тип атлауын белә. Юл барған һайын күтәрелә, текәләнә бара, килә-килә ул яйлап тау рәүешен дә ала башланы. Юлды күтәргәндәр тиһәң, юл ғына түгел, бөтә тирә-яҡ шулай таулы. Таулы һәм ваҡ ылыҫлы урманлы. Күҙ алдары ҡараңғылана башлаған Әсләм туҡтаны. Саҡ ҡына булһа ла хәл алыу ине ниәте. Бер нисә минут ҡына торғандыр, ҡаршыһында йәғни район үҙәге яғынан, ҡара йылтыр машина күренде. Ап-аруҡ шәп килгән машина Әсләмгә яҡынайған һайын тиҙлеген кәметкәндән-кәметте, тапҡырына еткәс тә шып туҡтаны. Былар кем булыр, ниңә туҡтанылар һуң әле, тип аптырап та, хафаланып та ҡарап көтөп торҙо Әсләм. Әллә берәй таныш-тоношомо? Әммә кабинанан төшөргә ҡабаланманылар, дөм ҡара тәҙрә быялалары аша йөҙҙәре лә күренмәне. Ҡыҙылға ҡаныҡҡан үгеҙ һымаҡ тексәйеп ҡарап ике минут самаһы ғына торғандыр машина. Әсләм дә ни уйларға, ни ҡылырға белмәй уға бағып тора бирҙе һәм ҡапыл мейеһен ярып башына уй килде: "Был бит теге машина! Тимәк, мине районға ебәрмәҫ өсөн теге йыуан бәндә кире әйләнеп килгән. Тикшереп йөрөй. Ауына барыбер ҙә эләктермәксе. Хәҙер тапата, йәки ата..."
Һәм бына машина ҡуҙғалды ла Әсләм яғына боролдо, боролдо һәм тиҙлеген ҡапыл арттырып бар көсөнә Әсләмде төкөнө. Бер ни аңларға өлгөрмәгән Әсләм юл ситенә осто...
Машина артҡа сигенде, унан шыйылдығы сығып урынында тигәндәй район яғына ҡарап, боролоп ултырҙы, кабинанан ҡурҡаҡ хәрәкәтле, бесәй һымаҡ йомшаҡ баҫып, тоҡос ҡына кәүҙәле кеше сыҡты ла Әсләм янына килде. Ҡурҡа-ҡурҡа ғына уның йәнһеҙ кәүҙәһенә ҡарап торҙо, аяҡ осо менән эткеләп ҡараны, шунан ҡабаланып машинаһына инеп ултырҙы.
Быуар йыландай йыуан ҡара тәгәрмәстәр аҫтынан ваҡ ҡом-таш атылып, туҙан ғына аҫылынып ҡалды...

(Аҙағы. Башы 46-сы һанда).
"Киске Өфө" гәзите, №51, 2023 йыл

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 26.01.24 | Ҡаралған: 47

Киске Өфө
 

"Киске Өфө" (индексы ПР905) гәзите менән бергә булыусы аңлы, зыялы уҡыусыларыбыҙҙы 2024 йылдың икенсе яртыһы өсөн 897 һум 06 тингә баҫмабыҙға яҙылып ҡуйырға саҡырабыҙ. Ә беҙ һеҙҙе рухиәт менән һуғарыуҙы, кәрәкле мәғлүмәттәр еткереүҙе дауам итербеҙ, матур йөкмәтке менән танһыҡтарығыҙҙы ҡандырырға тырышырбыҙ, тигән вәғәҙәбеҙҙе яңыртабыҙ. Гәзитебеҙгә яҙылып, квитанцияларын редакцияға ебәргәндәр араһынан кемдәрҙер бүләккә бик шәп китаптар аласағы тураһында ла онотмағыҙ. Бергә булайыҡ!

МӨХӘРРИРИӘТ.

 
Беҙҙең дуҫтар
 

Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

 
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
© 2024 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru