«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
Беҙҙең номерҙар
 
2024

Ғинуар
   01  |  02  |  03 
Февраль
   04  |  05  |  06  |  07 
Март
   08  |  09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15  |  16 

Киске Өфө» VK-төркөмө
 
әйт, тиһәгеҙ...

Ауыл ерендә эшҡыуарлыҡҡа тотоноу бик ҡыйын шөғөлмө? "Еләкле урындар" бөтмәгәнме, йәғни ниндәй эшҡыуарлыҡ төрҙәре менән шөғөлләнеп була?

Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52

  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
БАЙДЕН ТРАМПТЫ ҠЫҪЫРЫҠЛАЙ
+  - 

Яңы йылдың тәүге аҙнаһында донъя хәлдәре ниндәй һүрәтләнеш алды? Ғәҙәттәгесә, тәүге һүҙ һәм ваҡиғалар өйөрө, әлбиттә, МХО тирәләй бара. Был осор ике яҡ та бер-бер береһенең тыл объекттарын туҡтауһыҙ тип әйтерлек утҡа тотто. Рәсәй ғәскәрҙәре ҡаршы яҡ көстәрҙе төрлө йүнәлештәрҙә ҡыҫырыҡлауын дауам итә һәм боевиктар өҫтөнә ут яуҙыра, ә был иһә беҙҙең көстәрҙең Очеретино, Новокалиново, Бердычи һәм Петровское йүнәлештәрендә әүҙем хәрәкәтенә булышлыҡ итә. Ҡаршы яҡтың ҡорал ресурсы, атап әйткәндә, снаряд ҡытлығы килеп тыуҙы.

Шул уҡ ваҡытта Рәсәй һуғышсылары етерлек күләмдә ҡорал менән тәьмин ителә, сөнки, тип хәбәр итә сығанаҡ, Рәсәй снаряд һәм пилотһыҙ осоусы аппараттар етештереүҙе юлға һалды. Айырыуса дошмандың осоусы аппараттары операторҙарына "һунар" уңышлы бара: беҙҙең артиллерия һәм разведка һауала тимер "ҡошсоҡ" (БПЛА) күренеү менән операторҙың координаттарын асыҡлай һәм артиллерия шул йүнәлештә ут аса. Украина Ҡораллы көстәренең 56-сы бригадаһы ошондай "һунар" һөҙөмтәһендә үҙенең яртылаш тиерлек составын юғалтты, тип хәбәр ителә. Өҫтәүенә, Украинаның Һауа оборонаһы көстәре Рәсәйҙең Х-22 ҡанатлы ракеталарына ҡаршы көсһөҙ булып сыҡты, тоннаға яҡын массалы был ракеталарҙың береһе лә юҡ ителгәне юҡ әле, тип белдерә хәрби күҙәтеүсе, Германияның отставкалағы генералы Эрхард Бюлер.
Шул уҡ ваҡытта Германияла украин һәм немец хәрбиҙәре күнекмә үткәргән полигон өҫтөнән даими осоп йөрөүсе пилотһыҙ күҙәтеү аппаратының ҡайҙан ебәрелеүен йылдан ашыу инде асыҡлай ҙа, уны юҡ итә лә алмайҙар. Был, күрәһең, Германияның төрлө даирәләрендә истерика тыуҙыра: Бавария премьер-министры Маркус Зедер менән Бундестагтың оборона комитеты башлығы Циммерман Украинаға Taurus ракетаһы ебәреүҙе талап итә башланы. Ләкин Германия канцлеры Олаф Шольц бындай аҙымға барыуҙан ситтә тороу кәрәклеге һәм Киевҡа ракета ебәреү мәсьәләһе ҡаралмауы хаҡында белдерҙе. Шул хәлдә лә Шольцҡа Бөйөк Британия менән ФРГ баҫым яһай. Британия менән Франция Киевҡа Storm Shadow һәм Scalp ҡанатлы ракеталары ебәргән дә инде.
Тағы бер ярҙам ҡулы һис көтөлмәгән тарафтан - Япониянан һуҙылмаҡсы: был илдең Сит ил эштәре министры Еко Камикава исемле ханым дрондарға ҡаршы система өсөн НАТО фондына 37 млн доллар бүленәсәге хаҡында белдерҙе һәм ыңғайы бер Киевҡа иҫкәртеүһеҙ-ниһеҙ үҙе килеп, "ғәҙеллек" тураһында аҡыл һатты. Дөрөҫөн әйткәндә, Японияның үҙ проблемалары ла баштан ашҡан: әле генә булып үткән ер тетрәү байтаҡ емереклек һәм ҡорбандар килтерҙе. Етмәһә, авария булған "Фукусима-1" атом станцияһын һыуытыуҙа ҡулланылған миллиондан ашыу тонна радиоактивлы һыуҙы Тымыҡ океанға ағыҙыуын дауам итә... Күрәләтә ер йөҙөндә тотош экосистеманы ағыулау нисек атала икән, шулай уҡ ғәҙеллекме, тип һорағы килә был ханымдан.

- Шул уҡ ваҡытта Америкала президент һайлауҙары алды көрәше ҡыҙа бара, ҡайһы бер күҙәтеүселәр бындай ҡапма-ҡаршылыҡтар илде граждандар һуғышы сигенә килтереп терәүе ихтимал, тип белдерә. 6 ғинуар Джо Байден Дональд Трамп яҡлыларҙың Капитолийҙы штурмлауына өс йыл тулыу уңайынан Америка демократияһын Трамптан яҡлау кәрәклеге хаҡында телмәр тотто. Тик ул шуны иҫенән сығарып ебәрҙе, буғай: Байден "демократияһы" менән ҡәнәғәт граждандар илдә ни бары 28 процент ҡына тәшкил итә. Был тарихта булмаған антирекорд.

- Палестина мәсьәләһе - ҡайтанан көн тәртибендә. Израиль менән "ХАМАС" һуғышы үткән йылдың тетрәндерерлек фажиғәһе булды. Ике яҡтан да, айырыуса Газа секторында бик күп ҡорбандар, емереклектәргә килтерҙе был бәрелеш. Өс ай эсендә 23 меңгә яҡын палестинлы, күбеһенсә балалар һәм ҡатын-ҡыҙ ҡырылды. Бөгөнгө көн Газа проблемаһын хәл итеү буйынса төрлө варианттар ҡарала. Күпселек көстәр шулай ҙа Газа секторы менән Палестинаның үҙаллы дәүләт булып айырылыуы нигеҙендә конфликтты ахырынаса хәл итеү яғында. Берләшкән милләттәр ойошмаһы ла ошондай ҡарашта.

- Америка буйынса белгес Дмитрий Дробницкий, АҠШ-тағы киләһе һайлауҙарҙа ваҡытында Обамаға власҡа килергә ярҙамлашҡан ҡара тәнле ҡатын Сьюзан Райс президентлыҡҡа дәғүә итә алыр ине, тип фаразлай.

- РИА Новости хәбәр итеүенсә, был араларҙа Рәсәй менән Төркиә президенттары В.Путин һәм Тайип Эрдогандың осрашыуы көтөлә һәм ике яҡта ла уға әҙерлек эштәре бара, ләкин был сараның аныҡ ҡына көнө әле билдәләнмәгән. Бынан алдараҡ Эрдогандың белдереүенсә, Владимир Путин менән ул "иген коридоры" мәсьәләһе буйынса һөйләшеп килешеүгә өмөт итә.

- Ҡытай Халыҡ Республикаһының Сит ил эштәре министры Ван И ҠХР рәйесе Си Цзиньпин менән Владимир Путиндың былтырғы осрашыуын Ҡытайҙың тышҡы сәйәсәте уңыштарының береһе тип атаны һәм ике ил араһында бөтөн яҡлап та стратегик хеҙмәттәшлектең артабан да тәрәнтен дауам ителәсәгенә ышаныс белдерҙе.

- Был хәбәрҙе һөйөнсөләргә лә булыр ине, ләкин бөгөн сәйәси калейдоскоп минут һайын үҙгәреп тора, шунлыҡтан соҡор аша һикермәй тороп, "һоп!" тиергә ярамағанын яҡшы беләбеҙ. Венгрияның премьер-министры Виктор Орбан Евросоветты етәкләй башлауы ихтимал, сөнки Евросоветтың әлеге башлығы Шарль Мишель Европарламентҡа депутатлыҡҡа дәғүә итеү сәбәпле, был вазифаһын ҡалдырмаҡсы. Венгрия премьеры Орбандың Украина мәсьәләһе һәм башҡа ҡайһы бер позицияларҙа Евросоюз менән ҡараштары тап килмәүен беләбеҙ. Шул арҡала Европа илдәре етәкселәре Мишель урынына кандидатураны үҙҙәренсә хәл итеүҙәре лә ихтимал.

Фәүзиә МӨХӘМӘТШИНА.
"Киске Өфө" гәзите, №1, 2024 йыл

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 26.01.24 | Ҡаралған: 87

Киске Өфө
 
"Киске Өфө" (индексы ПР905) гәзите менән бергә булыусы аңлы, зыялы уҡыусыларыбыҙҙы 2024 йылдың икенсе яртыһы өсөн 897 һум 06 тингә баҫмабыҙға яҙылып ҡуйырға саҡырабыҙ. Ә беҙ һеҙҙе рухиәт менән һуғарыуҙы, кәрәкле мәғлүмәттәр еткереүҙе дауам итербеҙ, матур йөкмәтке менән танһыҡтарығыҙҙы ҡандырырға тырышырбыҙ, тигән вәғәҙәбеҙҙе яңыртабыҙ. Гәзитебеҙгә яҙылып, квитанцияларын редакцияға ебәргәндәр араһынан кемдәрҙер бүләккә бик шәп китаптар аласағы тураһында ла онотмағыҙ. Бергә булайыҡ!

МӨХӘРРИРИӘТ.

Беҙҙең дуҫтар
 
Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
© 2024 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru