«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
Беҙҙең номерҙар
 
2024

Ғинуар
   01  |  02  |  03 
Февраль
   04  |  05  |  06  |  07 
Март
   08  |  09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15  |  16 

Киске Өфө» VK-төркөмө
 
әйт, тиһәгеҙ...

Ауыл ерендә эшҡыуарлыҡҡа тотоноу бик ҡыйын шөғөлмө? "Еләкле урындар" бөтмәгәнме, йәғни ниндәй эшҡыуарлыҡ төрҙәре менән шөғөлләнеп була?

Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52

  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
БОРОНҒО БАШҠОРТОСТАН
+  - 

Икенсе киҫәк. Урта быуаттар.
Бишенсе бүлек. Көньяҡ Урал IV - VIII быуаттарҙа

Бахмут мәҙәниәте ҡәбиләләре

Үрҙә бәйән ителгән ваҡиғалар б.э. V-VIII быуаттарында ултыраҡ тормошта йәшәгән иртә бахмут мәҙәниәте вариҫтарының йәшәү рәүешендә һәм мәҙәниәтендә етди үҙгәрештәргә килтерә. Уҙған быуаттарҙағы кеүек үк, Ағиҙелдең барса һул яры буйындағы ерҙәр, уның тауҙар араһынан ағып сыҡҡан урынынан тамағына тиклем, турбаҫлы һәм кушнаренко мәҙәниәттәренә ҡараған ҡәбиләләрҙең биләмәләре булған. Әммә сит тарафтарҙан килгән ҡәбиләләр IV-V быуаттарҙа уҡ Ағиҙел йылғаһының урта ағымының уң яҡ яры буйҙарынан бахмутсыларҙы ҡыҫырыҡлап сығара башлаған, ошоға дәлил итеп IV-V быуаттарҙа Еҙем һәм Инйәр йылғалары буйындағы Көнбайыш Урал буйы өсөн яңы материалдары булған ҡаласыҡтарҙы атарға була. VI - VIII быуаттарҙа килмешәк турбаҫлы ҡәбиләләре Өфө (Ҡариҙел) йылғаһы тамағы районын, шул иҫәптән хәҙерге Өфө ҡалаһының бик ҙур территорияһын үҙләштерә. Ошо микрорайон турбаҫлы ҡәбиләләре йәшәгән ерҙәрҙең ҙур үҙәген тәшкил иткән, был ҡәберлектәр, бай мәҙәни ҡатламлы 20-нән ашыу тораҡ һәм ҡаласыҡтар менән раҫлана.
Килеп тыуған яңы шарттарҙа бахмут ҡәбиләләренең йәшәү урындарында билдәле бер үҙгәрештәр барлыҡҡа килә. Әгәр, мәҫәлән, иртә тимер быуатының урындағы ултыраҡ тормош рәүешен алып барған ҡәбиләләре (ананьинсылар, пьяноборсылар, иртә бахмут ҡәбиләләре), башлыса, ҙур йылға ярҙары буйында йәшәһә, V - VIII быуаттарҙа бахмутлылар Төньяҡ Башҡортостандың, Урта Каманың (Пермь крайының һәм Удмуртияның көньяғы) ҙур һәм бәләкәй йылғаларының һыу айырғыс арауыҡтарын барса киңлегендә һәм тулыһынса үҙләштерә. Тау һәм ҡалҡыулыҡтар түбәләрендә, бәләкәй йылғаларҙың тар ғына ярҙарында V - VIII быуаттарға ҡараған бахмут мәҙәниәтенең 100-гә яҡын ҡаласыҡтары хасил булыуы ошо хаҡта һөйләй. Майҙандары бәләкәй 5-10 кесе ҡаласыҡҡа ҡеүәтле һаҡланыу ҡоролмалары булған бер ҙур ҡаласыҡ тура килеүен билдәләп үтеү мөһим; һаҡланып ҡалған эҙҙәренә ҡарап, ошо ҡәлғә-ҡаласыҡтарҙың итәктәре эскарпланған, йәғни вертикаль йүнәлештә 5-10 метрға киҫеп алынған була. Айырыуса ҙур күләмле ошондай ҡаласыҡтар Сарвиха,Ҡамышлы (Бөрө районы), Мәсәғүт (Яңауыл районы), Сөн йылғаһы тамағындағы Петртау тауында (Илеш районы), Торатауҙа (Краснокама районы) һәм башҡа урындарҙа табылды. Ҡаласыҡтарҙың һәм улар эргәһендәге асыҡ тораҡтарҙың яңы, әлегә тиклем кеше йәшәмәгән урындарҙа хасил булыуы Көнбайыш Башҡортостанда халыҡ һанының күп тапҡырҙарға артыуы һөҙөмтәһендә ер мәсьәләһенең ҡырҡыулашыуы менән бәйле, һәм бахмут ҡәбиләләре уны төньяҡтағы урманлы райондарға күмәкләп күсеп китеү юлы менән хәл итә.
Бахмут ҡәбиләләренең ҡаласыҡтары һәм тораҡтары ярым ер тибындағы тура мөйөшлө өйҙәрҙән ғибәрәт. Күрәһең, улар менән бер рәттән, ер өҫтөнә һалынған бүрәнә өйҙәре лә булған. V-VI быуаттар менән сағыштырғанда, көнкүреш предметтары составы шаҡтай яңыртылған, беҙ бында турбаҫлылар һәм бында күсеп килгән башҡа халыҡтар йоғонтоһон күрәбеҙ. Ҡәберлектәр материалдары VII - VIII быуаттарҙа тимерләштерелгән (бронялы) кейемдәрҙең - һайман (тимер күлдәк) һәм тимер пластиналарҙан яһалған панцирҙар, ҡылыстар, уҡ башаҡтарының төрлө типтары, шул иҫәптән һайманлы яугирға ата торған тар башаҡтар киң таралып китә. Мәҙәниәттең яңы элементы сифатында тимер өҙәңгеле, ағастан яһалған ҡаты нигеҙле эйәрҙе билдәләп китергә кәрәк - уның Көньяҡ Уралда иң иртә яһалғандарҙан булыуы билдәле. Алғы яҡтан бот буйына тиклем төшөп торған сулпылы бил ҡайыштары ҡыҙыҡлы. Ҡайыш бронза, көмөш һәм алтын ҡаптырмалы, буйынан буйына беркетеп ҡуйылған төрлө формалы тәңкәләр менән биҙәлгән. Һырғалар, муйын һәм күкрәк биҙәүестәре (муйынсаҡтар, сулпылар, мәрйен теҙелгән мунсаҡтар, беләҙектәр, йөҙөктәр), көҙгөләр һәм керамик һауыт-һабалар составында яңы формалы күп предметтар табылды.
Тулыһынса көмөш тәгәрмәс рәүешле уҡалар менән биҙәлгән өҫ кейеменең (кафтан йәки сәкмән) аҫҡы ҡырыйы һәм аяҡ кейеме ҡунысы ҡалдыҡтары эҙмә-эҙлекле өйрәнелгән. Табылдыҡтар араһында ситтән килтерелгән әйберҙәр күп, шул иҫәптән быяла кубок, VIII быуат уртаһына ҡараған көмөш Хорезм тәңкәләре бар. Ҡойоп яһалған бронза һыбайлы һыны оригиналь. Унда сәсе артҡы яҡҡа төшөрөп үрелгән оҙон толомло, мыйыҡлы ир һынландырылған, уның уң ҡулы уҡ һаҙағында ята. Оҙон сәкмәненң аҫҡы итәге күренә. Евразия халыҡтарының иртә урта быуаттар иконографияһында тик төрки халҡына ҡараған ирҙәрҙе генә сәс толомо менән һынландырғандар, шулай булғас, бында төрки сығышлы ир кеше һүрәтләнгәненә шик юҡ. Ошо һыбайлы һынына яҡын аналогиялар Урта Азияның һәм Көньяҡ Себерҙең боронғо ҡомартҡыларында ла бар, улар б.э. VIII быуатына ҡарай. Бөрө төрки һыбайлыһы шул уҡ ваҡыт менән билдәләнә.

VI - VII быуаттарҙағы ҡатын-ҡыҙ ҡәбере инвентары. Бахмут мәҙәниәте: 1 - алҡа;
2-4,7 - сулпылар; 5,6 - ҡаптырма-фибулалар;
8 - бронза көҙгө ярсығы;
9 - сикә сулпыһы (бахмут тибындағы); 10 - бахмут ҡәбиләләренең бил ҡайыштары реконструкцияһы. V-VIII бб.; 11 - балта; 12 - балдаҡ; 13,14 - тимер һәм бронза беләҙектәр.

Нияз МӘЖИТОВ. Әлфиә СОЛТАНОВА.
Арыҫлан ТАЙМАСОВ тәржемәһе.
(Дауамы. Башы 2022 йылдың 28-се һанында).

"Киске Өфө" гәзите, №1, 2024 йыл

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 26.01.24 | Ҡаралған: 74

Киске Өфө
 
"Киске Өфө" (индексы ПР905) гәзите менән бергә булыусы аңлы, зыялы уҡыусыларыбыҙҙы 2024 йылдың икенсе яртыһы өсөн 897 һум 06 тингә баҫмабыҙға яҙылып ҡуйырға саҡырабыҙ. Ә беҙ һеҙҙе рухиәт менән һуғарыуҙы, кәрәкле мәғлүмәттәр еткереүҙе дауам итербеҙ, матур йөкмәтке менән танһыҡтарығыҙҙы ҡандырырға тырышырбыҙ, тигән вәғәҙәбеҙҙе яңыртабыҙ. Гәзитебеҙгә яҙылып, квитанцияларын редакцияға ебәргәндәр араһынан кемдәрҙер бүләккә бик шәп китаптар аласағы тураһында ла онотмағыҙ. Бергә булайыҡ!

МӨХӘРРИРИӘТ.

Беҙҙең дуҫтар
 
Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
© 2024 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru