«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
Беҙҙең номерҙар
 

2024

Ғинуар
   01  |  02  |  03 
Февраль
   04  |  05  |  06  |  07 
Март
   08  |  09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15  |  16 

 
Киске Өфө» VK-төркөмө
 

әйт, тиһәгеҙ...

Ауыл ерендә эшҡыуарлыҡҡа тотоноу бик ҡыйын шөғөлмө? "Еләкле урындар" бөтмәгәнме, йәғни ниндәй эшҡыуарлыҡ төрҙәре менән шөғөлләнеп була?

 
Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
ХАЛҠЫБЫҘҘЫҢ АҪЫЛ ХАЗИНАҺЫ, МИЛЛӘТЕМДЕҢ ИЗГЕ ТҮЛЕ УЛ!
+  - 


Уҙған 2023 йыл бик күп яңылыҡтары менән тарихҡа инде. Матди һәм матди булмаған ҡаҙаныштар араһында башҡорт халҡы өсөн, шағир әйтмешләй, аҫыл хазина булып торған башҡорт теле лә яңы үрҙәр яулауға өлгәште. 2022 йылда ул, рус теле менән бер рәттән, донъяның 200 теле исемлегенә инһә, 2023 йылда ошо нигеҙҙә "Һомай" аҡыллы колонкаһы эшләнде. Бында башҡорт телен үҫтереү буйынса ҙур эштәр башҡарған ирекмәндәрҙең эшмәкәрлеген билдәләп китмәй булмай. Бөгөн шуларҙың береһе - РУВИКИ яңы интернет-энциклопедияһының Рәсәй халыҡтары телдәре бүлеге етәксеһе Рөстәм ҒАТАУЛЛИН менән түңәрәк ҡорҙа гәпләшәбеҙ.

Һеҙҙе туған тел һағында тороусы, уны глобаль селтәргә индереү өсөн күп көс һалыусы һәм ошо йүнәлештә Башҡорт Википедияһын нигеҙләүсе һәм үҫтереүсе Рөстәм Нурыев тип беләбеҙ. Донъяла танылыу алған интернет-энциклопедия менән бәйле ваҡиғаларға, һуңғы йылдарҙа уға "ҡара мөһөр" менән бергә административ штрафтар һалыныуына аңлатма биреп китегеҙ әле.

- Ирекмәнлек тәғлимәте менән һуғарылған, һәр милләт теле һәм мәҙәниәте бер тиң кимәлдә, һәр нәмәгә уртаҡ ҡараш булырға тейеш тигән оран һалған проект менән 18 йыл элек шөғөлләнә башлауым башҡорт телен үҙ мөхитебеҙ ситлегенән сығарып, донъя майҙанына күтәреү теләгенән тыуҙы. Эйе, ҡуйған маҡсаттарға өлгәштек, тип әйтергә лә, ғорурланырға ла мөмкин. Проектта 3 меңдән ашыу ирекмән ҡатнашты, әҙме-күпме үҙ өлөшөн индерҙе. Нобель премияһы тапшырылған Стокгольм ҡала Ратушаһының Алтын залында башҡорт вики-өләсәйҙәрен алҡышланылар. Утыҙ иң әүҙем башҡорт ирекмәне Башҡортостан Республикаһының дәүләт, ведомство һәм йәмәғәт наградаларына, федераль премияларға лайыҡ булды. Проекттың үҙендә 27 миллион һүҙҙән торған 63 мең мәҡәлә төҙөлдө. Шул мәғлүмәт нигеҙендә башҡорт теле ике халыҡ-ара компьютер лингвистикаһы проектына инде. Әммә, камиллыҡтың сиге юҡ, үҫеш өсөн бер урында тапанырға ярамай. Эш артабан да дауам итә.
Үрҙә телгә алынған эш менән шөғөлләнә башлағанда уҡ сит илдә нигеҙләнгән проектҡа шик белдереүселәр, "тиңдәр" араһында "тиңерәктәр" буласағы тураһында иҫкәртеүселәр булды, әлбиттә. Проекттың төрлө тел бүлектәре ирекмәндәренең тәүге тәғлимәттәрҙән тайпыла барыуы 2000 йылдар һуңында уҡ һиҙелә башланы. Тәү башта "халыҡ-ара йәмғиәт милке" итеп иғлан ителгән проект бер илдә генә урынлашҡан фонд милке булып китте. Бер яҡлы ҡарашлылар өҫтөнлөк алып, башҡа ҡарашлыларҙы проекттан "этәреп сығарыу" көсәйҙе. Үҙ ҡараштарын алға һөрөүсе "тиңерәктәр" ғилми энциклопедияны сәйәси публицистикаға әйләндерергә тырыша. Шул арҡала проектҡа дәғүәләр күбәйҙе. Проекттың рус һәм инглиз телендәге айырым мәҡәләләренә Рәсәй дәүләте тарафынан штраф һалыныуы ла шул дәғүәләр шауҡымы ул.
Һиҙемләүемә таянып, ун йыл элек үк алдынғы ҡарашлы, тәү тәғлимәттәргә тоғро булыусы егеттәргә үҙебеҙҙең илдәге серверҙарҙа, үҙебеҙҙең интернет-энциклопедия проектын булдырыу тураһында әйтә килдем. Иншаллаһ, үткән йыл теләктәр тормошҡа аша башланы, РУВИКИ - яңы интернет-энциклопедияһына нигеҙ һалынды.

Яңы проект тураһында ентекләберәк һөйләп китегеҙ әле. Ул Википедиянан нимәһе менән айырыла?

- РУВИКИ яңы интернет-энциклопедияһы 2023 йылдың июнендә бета- режимда эшләй башланы. Уға нигеҙ һалыусы Владимир Медейко быға тиклем Википедияның рус һәм башҡа Рәсәй халыҡтары телендәге бүлектәргә ярҙам итеүсе "Викимедиа РУ" ойошмаһы етәксеһе булараҡ билдәле ине. Хәҙер ул - "РУВИКИ интернет-энциклопедияһы" исемле коммерцияға ҡарамаған автономиялы ойошманың генераль директоры. Эшмәкәрлекте финанслау өсөн битараф булмаған шәхси инвесторҙар тапты, проектты дәүләт бюджетынан тыш тормошҡа ашырыуға өлгәште. Был проект Рәсәй серверҙарында урынлашҡан, иң үрҙә телгә алынған ирекле энциклопедия тәғлимәттәренә һәм Рәсәй Федерацияһы ҡануниәтенә нигеҙләнә.
Элекке проекттағы кеүек, яңы интернет-энциклопедияла төп ижади эш ирекмәндәр көсө менән атҡарыла, кешеләргә туған телдәрен ҡулланыу мөхитен киңәйтеү алға ҡуйыла. Шул уҡ ваҡытта мөхәррир-белгестәр командаһы даими эшләй. Уларға мәғлүмәттең сифатын, ғилми дөрөҫлөгөн тәьмин итеү бурысы ҡуйылған. Мәҡәләләр иһә "тикшерелгән мәҡәлә" (выверенная статья) һәм "рецензияланған мәҡәлә" (рецензированная статья) тамғалары менән билдәләнә. Рецензиялауҙы ирекле эксперттар, ғилми ойошмалар йәки абруйлы ғалимдар башҡарыуы көтөлә. Үткән йылда проекттың рецензенттары булырға Рәсәй Фәндәр академияһы, Мәскәү планетарийы, Космонавтика музейҙары ассоциацияһы (АМКОС), профессор Н.Е. Жуковский исемендәге Фәнни-мемориаль музей, Калугалағы Космонавтика тарихы дәүләт музейы, Авиация һәм космонавтика үҙәк йорто (ЦдАИК), Рәсәй фелинология йәмғиәте (РФО), А.А. Цимбал (Рәсәйҙең планер спорты федерацияһы), И.М. Гельфанд (онколог, медицина фәндәре кандидаты) ризалыҡтарын бирҙе лә инде.

Әле һөйләгәндәрегеҙ барыһы ла рус телле проектҡа ҡағыла. Ә бына Рәсәй халыҡтары телдәре өсөн яңы энциклопедияның ниндәй өҫтөнлөгө бар?

- Эште ойоштороу йәһәтенән тел бүлектәренә талаптар бер. Рәсәй халыҡтары телдәрендәге бүлектәрҙә лә шулай уҡ ирекмәндәр, мөхәррирҙәр һәм эксперттар эшләйәсәк. Рус бүлегенән айырмалы, беҙҙең бүлектәрҙә эште проекттың интерфейсын туған телдәргә өйрәтеүҙән башларға тура килде. Дөрөҫөн әйткәндә, Википедияла был эш үҙ ағышына ҡуйылып, хатта иң ҙур һәм әүҙем башҡорт, татар, чечен бүлектәрендә лә ул тулыһынса эшләнеп бөтмәгәйне.
Ярты йыл эсендә командабыҙ алтай, башҡорт, бүрәт, вепсс, ингуш, ҡалмыҡ, коми, коми-пермяк, ливвиков, марый, моҡша, рус, саха, сыуаш, татар, тыва, удмурт, хакасс, чечен, эрзә телдәренә интерфейсты тулыһынса тәржемә итте. Бынан тыш, әлеге ваҡытта алтай, башҡорт, марый, моҡша, саха, сыуаш, татар, тыва, удмурт, чечен һәм эрзә телдәрендә 11 бүлек ирекле ҡулланыуға сығарылды, уларҙы көйләү эштәре башҡарыла. Тиҙҙән тағы 8 тел бүлеге асыласаҡ. Унан башҡа телде яҡшы белгән мөхәррирҙәр табылыу менән яңы 8 тел бүлегендә эш башларға торабыҙ.
Төп ҡатмарлыҡ элекке проектта Рәсәй халыҡтары телендәге проекттар үҫеше төрлө булыуында. Ҡайһы берҙәре 2010 йылдарҙа уҡ "йоҡоға талғайны". Уларҙы бөгөнгө кимәлгә тиҙ арала күтәреү өсөн күп көс һалырға кәрәк әле. Ә ҡайһы бер бүлек ирекмәндәре "яңы тел" уйлап сығарыу менән саманан тыш мауыҡҡандар икән, шуға күрә кешеләр ул проекттарҙың йөкмәткеһен аңламаған, ҡушылырға теләмәгән. Шул уҡ ваҡытта яңы технологиялар, заман терминдарының етешмәүе лә эште ныҡ тотҡарлай. Ғалимдар, тел белгестәре, әүҙем тел ирекмәндәре менән кәңәшләшергә, уртаҡ фекергә килеп ҡулланылышҡа яңы һүҙҙәр индерергә тура килә.

Ғәҙәттә, яңылыҡты халыҡ шунда уҡ күтәреп алмай, кемгәлер өйрәнгән һәм бер ҡалыпҡа һалынған юлдан тайпылыуы ауыр, кемдер яңыны өйрәнгеһе һәм үҙләштергеһе килмәй. РУВИКИ проектына Википедияның элекке ирекмәндәре нисек ҡарай? Ирекмәндәрҙе нисек йәлеп итәһегеҙ, был юҫыҡта нимәләр эшләргә уйлайһығыҙ?

- Әлбиттә, проект үҙгәрҙе лә, барыһы ла шатланып яңы энциклопедияла эшләй башланы түгел инде. Берҙән, Рәсәй халыҡтары телендәге бүлектәр йыл һуңында ғына асылды. Ирекмәндәр йәлеп итеү эше алдараҡ, киләсәктә әле. Икенсенән, РУВИКИ проектына ыңғай ҡарашта булған Башҡорт Википедияһы ирекмәндәренән айырмалы, төрлө тел бүлектәрендәге ирекмәндәрҙең күбеһе яңы проектҡа ҡарата кире ҡарашта ҡалды. Сөнки уларға ҡайһы бер абруйлы Рәсәй вики-ирекмәндәренең сәйәси фекерҙәрен рәсми иғлан итеүҙәре йоғонто яһаны. Ирекле энциклопедияның сәйәсәттән азат булырға тейешлеген, РУВИКИ проектының туған телдәр үҫешенә йоғонтоһо һөҙөмтәлерәк булыуын эшмәкәрлегебеҙ аша иҫбатлауыбыҙ ҙа алда әле. Өсөнсөнән, һүлпән үҫешкән тел бүлектәрендә ирекмәндәр бөтөнләй юҡ ине. Булған бер-ике кешеләре беҙҙең командаға ҡушылды ла инде.
Артабан РУВИКИ ирекмәндәре йәмғиәтен үҫтереү - төп бурыстарҙың береһе. Һәр халыҡта туған теле өсөн янып-көйгән кешеләр бихисап. Тик уларҙы алға әйҙәүсе, йүнәлеш күрһәтеүсе, һөҙөмтәле эш нигеҙендә берләштереүсе көс етешмәй ине. Интернет энциклопедияның башҡорт бүлеге ирекмәндәре тәжрибәһен башҡаларға таратасаҡбыҙ, яраҡлаштырасаҡбыҙ. Ирекмәндәрҙе йәлеп итеү, дәртләндәреү саралары билдәле һәм күптән һынап ҡаралған.

Моғайын, гәзит уҡыусы өсөн "Ни өсөн тап башҡорттарҙың тәжрибәһен", тигән һорауға яуап алыу ҡыҙыҡлы булыр. Асыҡлап китһәгеҙ яҡшы булыр ине...

- Сөнки беҙ Википедияның башҡорт бүлегендә бик әүҙем эшләнек, вики-өләсәйҙәрҙең даны сит илдәрҙә лә яңғыраны һәм ул үҙенә күрә бер феномен булып торҙо. Ҡайһы бер бүлектәр һан артынан ҡыуғанда, беҙ сифатҡа иғтибар бүлдек һәм мәҡәләләр һаны аҙ булһа ла, уларҙың тәрәнлеге буйынса алда барҙыҡ. Мәҡәләләрҙе тәржемә итеү аша бер ыңғай параллель текстар базаһы йәки компьютер лингвистикаһы өсөн нигеҙ булдырҙыҡ. Был турала әңгәмә башында әйтеп киткәйнем инде. Бында, әлбиттә, ирекмәнлек булһа ла, эште ойоштороу һәм команда туплау, сифат һәм техник йәһәттән эшләй белеү ҙә ҙур роль уйнай. Башҡорт бүлегендә тап шундай команда булдырылған, йәғни вәкәләттәр бүленгән, шул уҡ ваҡытта улар бер-береһен алмаштыра ала.
РУВИКИ проектын булдырыу тураһында һүҙ сыҡҡас та миңә Рәсәй халыҡтары телдәре бүлеген етәкләргә һәм ойошторорға тәҡдим иттеләр. Бүлекте өр-яңынан ойоштороу, ярты йыл эсендә өлгәшелгән эш һөҙөмтәһе - ысынлап та ҙур ҡаҙаныш. Яңы йыл алдынан РУВИКИ ойошмаһы йәшерен тауыш биреү аша төрлө номинацияларҙа "Йыл кешеһе"н билдәләне. Һигеҙ номинацияның ике призын Башҡортостанға алып ҡайттыҡ. Мин - "Һөйләшеп килешә белеү өсөн" номинацияһы еңеүсеһе булһам, Зәйтүнә Ниғәмәтйәнова - "Командала эшләй белеүе өсөн" номинацияһында еңеү яуланы. Ошо күрһәткес үҙе үк һорауығыҙға яуап булып торалыр, моғайын.

Әлеге ваҡытта Рәсәйҙә туған телдәр ун йыллығы бара. Ул 2022 йылда БМО-ның Генераль Ассамблеяһы иғлан иткән "Донъяның ерле халыҡтары телдәренең халыҡ-ара ун йыллығы" проекты сиктәрендә тормошҡа ашырыла. РУВИКИ - туған телдәрҙе интернет селтәрендә һаҡлап ҡалыуҙың һәм үҫтереүҙең бер өлгөһө. Әммә уның дәүләт программалары йәки проекттарына инеү йәки ҡушылыу мөмкинлеге бармы, ни тиһәң дә асылыуына ярты ғына йыл, ә ҙур программалар бер нисә йыл алдан әҙерләнә һәм раҫлана...

- Быйыл РУВИКИ - яңы интернет-энциклопедияһы генераль директоры Владимир Медейко менән миңә Рәсәйҙең Милләттәр эштәре буйынса федераль агентлыҡтың "Рәсәй Федерацияһында телдәр сәйәсәте" VII халыҡ-ара форумында ҡатнашып, сығыш яһау насип булды. Унда беҙ яңы проектты һәм уның тел бүлектәрен презентацияланыҡ, төбәктәрҙән килгән вәкилдәр менән танышып, бәйләнештәр булдырҙыҡ. Форум эшендә ЮНЕСКО, БДБ-ның Башҡарма комитеты, Рәсәйҙең IT-технологиялары араһында лидерҙар рәтендә торған "Яндекс" һәм "Сбер" компаниялары вәкилдәре ҡатнашты. Форум барышында ошо атап кителгән ун йыллыҡты үткәреү буйынса Милли ойоштороу комитетының асыҡ ултырышы үтте һәм унда федераль план үтәлеше тикшерелеү менән бер рәттән, планға яңы өҫтәмәләр буйынса фекер алышыу булды. Нимә тип әйтергә була: РУВИКИ проекты хатта фекер алышыуһыҙ, бер тауыштан федераль планға индереүгә тәҡдим ителде.

Яңы 2024 йылға ниндәй пландар менән аяҡ баҫаһығыҙ?

- Проект үҙе һәм уның бүлектәре асылды тиһәк тә, әле улар бета-тестлау рәүешендә эшләй. Киләсәк пландар төп маҡсатҡа өлгәшеүгә, проекттың сифатын яҡшыртыуға, ғилми нигеҙле итеүгә, абруйын күтәреүгә, халыҡ ышанысын яҡлауға йүнәлтелгән. Быйыл, Алла бойорһа, бета-тестлауҙы тамамлап, технологик яңыртылған режимда эшләй башларбыҙ тип өмөтләнәбеҙ. Быға эстәлекте шәхсиләштереү, тематик тупланмалар булдырыу, мәҡәләнең йөкмәткеһен тулыһынса йәки ҡыҫҡаса аудиояҙма аша һөйләтеү, видео һәм подкастар эшләү, ҡатнашыусының шәхси кабинетын яңыртыу, шулай уҡ яһалма интеллект ҡулланыу керә.

ШУЛАЙ ИТЕП...
"Тел - ул рухи байлыҡ, барлыҡ байлыҡтарҙан ҡиммәтерәк. Матди байлыҡтан айырмалы, уны банк сейфтарында йәки музей кәштәләренә бикләп һаҡламайҙар. Телде фәнни картотекаларҙа теркәү генә етмәй. Ул көндәлек тормошта киң ҡулланылырға тейеш. Бары шул саҡта ғына ул үҫәсәк һәм йәшәйәсәк. РУВИКИ яңы интернет-энциклопедияһы беҙгә шундай мөмкинлектәрҙең береһен бирә: һәр кем үҙ телендә үҙ белеме менән уның майҙансығында бүлешә ала", - тигәйне Рөстәм Ғатауллин "Башинформ" мәғлүмәт агентлығына башҡорт бүлеге асылыу тураһында хәбәр иткәндә. "Тел бөтә, телде һаҡларға кәрәк", тип яр һалыусыларҙы ишеткәндә, ирекһеҙҙән, байырға теләгән бер бәндә тураһындағы көләмәс иҫкә төшә. "Эх, бына лотереяла миллион һум аҡса отһам...", - тип хыялланған бер кешене йәлләп, күршеһе Аллаһы Тәғәләгә, "Бир инде шуға миллион һумлыҡ отош", - тип мөрәжәғәт иткән, ти. Яуап итеп Аллаһы Тәғәлә: "Бирер инем дә, исмаһам, берәй тапҡыр лотерея билеты һатып алһын", - тигән, имеш. Телде һаҡларға кәрәк, тип яр һалғансы, телде бөтөрмәҫ өсөн нимәлер эшләргә кәрәк. Һис юғында, бына ошо РУВИКИ проектының башҡорт бүлегендә бер генә булһа ла мәҡәлә яҙырға мөмкин. Шул ваҡытта ғына беҙ, шағир һүҙҙәренсә әйтһәк, ата-бабаларҙың аманатына, уларҙың тере рухына хыянат итмәбеҙ, лайыҡлы булырбыҙ.

Земфира ХӘБИРОВА
әңгәмә ҡорҙо.

"Киске Өфө" гәзите, №1, 2024 йыл

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 26.01.24 | Ҡаралған: 127

Киске Өфө
 

"Киске Өфө" (индексы ПР905) гәзите менән бергә булыусы аңлы, зыялы уҡыусыларыбыҙҙы 2024 йылдың икенсе яртыһы өсөн 897 һум 06 тингә баҫмабыҙға яҙылып ҡуйырға саҡырабыҙ. Ә беҙ һеҙҙе рухиәт менән һуғарыуҙы, кәрәкле мәғлүмәттәр еткереүҙе дауам итербеҙ, матур йөкмәтке менән танһыҡтарығыҙҙы ҡандырырға тырышырбыҙ, тигән вәғәҙәбеҙҙе яңыртабыҙ. Гәзитебеҙгә яҙылып, квитанцияларын редакцияға ебәргәндәр араһынан кемдәрҙер бүләккә бик шәп китаптар аласағы тураһында ла онотмағыҙ. Бергә булайыҡ!

МӨХӘРРИРИӘТ.

 
Беҙҙең дуҫтар
 

Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

 
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
© 2024 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru