«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
Беҙҙең номерҙар
 
2024

Ғинуар
   01  |  02  |  03 
Февраль
   04  |  05  |  06  |  07 
Март
   08  |  09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15  |  16 

Киске Өфө» VK-төркөмө
 
әйт, тиһәгеҙ...

Ауыл ерендә эшҡыуарлыҡҡа тотоноу бик ҡыйын шөғөлмө? "Еләкле урындар" бөтмәгәнме, йәғни ниндәй эшҡыуарлыҡ төрҙәре менән шөғөлләнеп була?

Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52

  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
ҺОҠЛАНҺЫНДАР, ТИК ЗЫЯН КИЛТЕРМӘҺЕНДӘР
+  - 

Йыл башындағы оҙайлы ялдар ваҡытында Мәскәүҙә эшләп килгән "Рәсәй" күргәҙмәһендә Башҡортостандың туристик потенциалы тураһында һөйләнеләр. Аҙна дауамында Мәскәү халҡы һәм баш ҡала ҡунаҡтары республикабыҙҙың ял йорттары, туристик базалары, спорт үҙәктәре, тәбиғәте менән танышты. Ҡыҙыҡлы һәм мауыҡтырғыс программа әҙерләгәндәр, "Афарин!" тиергә генә ҡала. Экскурсия үткәреүселәрҙе тыңлап йөрөгәндә үҙемдең Башҡортостан буйлап сәйәхәттәрем тураһында уйланым. Беҙҙең төбәктең туристик потенциалы шул тиклем ҙур, һәр район тураһында бер-нисә көнгә етерлек программа әҙерләргә була.

Башҡортостан - туризм өсөн булдырылған төбәк, тип әйтһәм дә хата булмаҫ, моғайын. Бында бейек ҡая һәм тауҙар, ҡуйы урман һәм йәйрәп ятҡан яландар, тәрән күлдәр һәм мул һыулы йылғалар, тарих һаҡлаған мәмерйәләр һәм башҡа тәбиғи объекттар иҫ киткес күп. Һуңғы йылдарҙа был өлкәгә төбәктә иғтибар бермә-бер артты, ләкин эшләйһе эштәр бик күп әле. Туризм үҫешкән саҡта ике яҡ өсөн дә файҙа булырға тейеш. Республикаға килгән туристар өсөн дә, уларҙан төбәккә лә. "Дөрөҫ" туристар республикала аҡса ҡалдырырға, йәғни төбәктең ҡаҙнаһын тулыландырырға тейеш. Ике яҡтан да беҙгә үҫәһе лә үҫәһе әле.
Мәҫәлән, бөтә донъяға билдәле Шүлгәнташ мәмерйәһенә йыл әйләнәһенә меңәрләгән кеше килә. Ләкин унда барған юлда туристар өсөн уңайлыҡтар юҡ тиерлек. Белорет яғынан юл тотҡанда ял итеп туҡтап, ашап-эсеп алыу өсөн һуңғы уңайлы туҡталҡа - Сермән боролошонда. Ә унан һуң әллә күпме ер бараһы, ә кафелар юҡ, улай ғына ла түгел, машинанан сығып, бер аҙ ял итерлек махсус урындар ҙа юҡ тиерлек. Ике яҡҡа ла машина гөжләп торған юлда ситкә сығып ҡына туҡтау үтә лә хәүефле. Мораҡ яғынан барыу бөтөнләй мең бәлә - кафе булмауына түҙерлек булыр ине, әгәр ҙә яҡшы юлдар булһа.
Республикала күпләп төрлө саралар ойошторола. Миңә айырыуса былтыр матур итеп уҙғарылған "Китап байрам", "Әйҙә, уйнарға", "Башҡорт аты" фестивалдәре ныҡ оҡшаны. Китапҡа, уҡыуға, балаларға быуаттар дауамында башҡорттоң яҡын дуҫы булған атҡа булған иғтибар яҡшы күренеш. Халыҡтың был байрамдарға күпләп йыйылыуы уларҙың актуаллеген һәм үҙ ваҡытында ойошторолоуын асыҡ күрһәтте. Шулай уҡ беҙ ғаиләбеҙ менән Бөрө ҡалаһында уҙғарылып килгән "Бөрө билмәндәре" фестиваленә бик теләп йөрөйбөҙ. Күңел дә асаһың, тәмле итеп ашайһың да, баш ҡалаға ла яҡын.
Туризмды үҫтереү өлкәһенә килгәндә, ҡайһы бер райондар иғтибарҙан ситтә ҡала. Мәҫәлән, Бүздәк районын алып ҡарайыҡ. Унда Климов һарайы кеүек архитектура һәйкәле, тау башында урынлашҡан һәм шишмә һыуҙары менән генә тулыланған үҙенсәлекле Мүклекүл, пляж һәм глэмпинг, ял итеү базалары урынлаштырыу өсөн уңайлы урындар күп. Шулай уҡ Бүздәк районының Өфөгә яҡын булыуы ла унда туризмды үҫтереүгә ҙур әһәмиәткә эйә.
Ирәмәл - туристар араһында ҙур популярлыҡ яулаған тау. Шуға күрә унда артылырға теләүселәр һаны йылдан-йыл арта. Миҙгелдең ниндәй булыуына ҡарамаҫтан, тау үҙенә тарта. Мин төрлө яҡлап Ирәмәлгә күтәрелгәнем бар. Силәбе өлкәһендә урынлашҡан Төлөк ауылы яғынан тауға артылыуы еңелерәк, ләкин турист өсөн уңайлы инфраструктура юҡ кимәлендә. Һәр хәлдә, 5-6 йыл элек был йәһәттән хәлдәр мөшкөл ине. Белорет яғынан барыуы ауырыраҡ, ләкин эшҡыуарҙар, урындағы хакимиәт, республика етәкселеге сәйәхәт яратыусылар өсөн уңайлыҡтар булдырырға тырыша. Мәҫәлән, оҙаҡламай "Иҙел башы" исемле туристик комплекс төҙөлә башлаясағы тураһында билдәле булды. Уңайлыҡ булған ерҙә туристар күбәйә, тимәк, урындағы халыҡҡа ла килем алып ҡалырға мөмкинлек тыуа.
Ғөмүмән алғанда, Башҡортостан туризимды үҫтереү буйынса әүҙем эшмәкәрлек алып бара. Яҡшы күренеш, ләкин иң мөһиме, ул республикабыҙҙың матурлығына зыян килтермәҫкә тейеш. Беҙҙең алда торған тәүбурыс ошо.

Ғәшүрә ИМАНБАЕВА.
"Киске Өфө" гәзите, №1, 2024 йыл

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 26.01.24 | Ҡаралған: 92

Киске Өфө
 
"Киске Өфө" (индексы ПР905) гәзите менән бергә булыусы аңлы, зыялы уҡыусыларыбыҙҙы 2024 йылдың икенсе яртыһы өсөн 897 һум 06 тингә баҫмабыҙға яҙылып ҡуйырға саҡырабыҙ. Ә беҙ һеҙҙе рухиәт менән һуғарыуҙы, кәрәкле мәғлүмәттәр еткереүҙе дауам итербеҙ, матур йөкмәтке менән танһыҡтарығыҙҙы ҡандырырға тырышырбыҙ, тигән вәғәҙәбеҙҙе яңыртабыҙ. Гәзитебеҙгә яҙылып, квитанцияларын редакцияға ебәргәндәр араһынан кемдәрҙер бүләккә бик шәп китаптар аласағы тураһында ла онотмағыҙ. Бергә булайыҡ!

МӨХӘРРИРИӘТ.

Беҙҙең дуҫтар
 
Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
© 2024 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru