«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
Беҙҙең номерҙар
 
2024

Ғинуар
   01  |  02  |  03 
Февраль
   04  |  05  |  06  |  07 
Март
   08  |  09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15  |  16 

Киске Өфө» VK-төркөмө
 
әйт, тиһәгеҙ...

Ауыл ерендә эшҡыуарлыҡҡа тотоноу бик ҡыйын шөғөлмө? "Еләкле урындар" бөтмәгәнме, йәғни ниндәй эшҡыуарлыҡ төрҙәре менән шөғөлләнеп була?

Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52

  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
АТА-ӘСӘ АҢЛАЙ
+  - 

Һәр заманда ил-йортҡа ауырлыҡ ишерелгәндә йә ниндәйҙер ҡатмарлы мәсьәләләрҙе хәл итергә кәрәк булғанда, майҙанға зыялылар сыҡҡан. Уларҙың аҡылы, ялҡынлы телмәре яуға күтәргән, урынһыҙ сәбәләнеүҙәрҙән төңөлдөргән, ярһыуҙарҙы баҫҡан йә тоҡандырған. Бөгөнгө еңел булмаған осорҙа замандаш зыялыларҙың үҙ халҡына әйтер һүҙе ниндәй булыр?

Айгөл ШАҺИСОЛТАНОВА, Стәрлетамаҡ ҡалаһының Ж. Кейекбаев исемендәге 3-сө гимназияһы директоры:
Республиканың иң ҙур ҡалаларының береһендә башҡорт гимназияһында эшләгән кеше булараҡ, төп борсоған мәсьәлә - ул туған телебеҙҙең киләсәге, балаларыбыҙҙың башҡорт телен белеп үҫеүе, әлбиттә. Был юҫыҡта беҙҙең белем усағы көсөнән килгәнсе барыһын да эшләй, гимназия эргәһендә мәктәпкәсә йәштәге балалар өсөн төркөмдәр асып, бәләкәйҙән башҡортса белгән рухлы балалар үҫтереүҙе маҡсат иткәнбеҙ. Хәҙер йәш ата-әсәләр балаларына туған телде өйрәтеп үҫтереүҙең әһәмиәтен аңлай, улар беҙҙең мәктәпкәсә йәштәге балалар төркөмдәренә лә Стәрлетамаҡ ҡалаһының төрлө сиктәренән теләп йөрөй. Был балалар менән башҡорт телен яҡшы белгән тәрбиәселәр эшләй һәм башланғыс класс уҡытыусылары менән берлектә уртаҡ саралар, дәрестәр ойоштороп, ясленән үк үҙебеҙгә рухлы, телһөйәр уҡыусылар үҫтереп алабыҙ. Бына шул йәштә туған телгә һәм милли мәҙәниәткә, сәнғәткә ҡарата һалынған һөйөү, ҡыҙыҡһыныу бер ҡасан да юғалмай, артабан үҫә генә килә. Был инде гимназияның тағы бер изге маҡсаты - милли кадрҙар әҙерләүгә лә булышлыҡ иткән төп нигеҙ.
Икенсе борсоған күренеш, ул да булһа, бөтәһенең дә телефондарҙан, компьютерҙарҙан айырыла алмауы, интернетҡа һалышыуы. Был бик уңайлы, әлбиттә, барлыҡ эшебеҙҙе телефон ярҙамында ғына хәл итәбеҙ, шунда бөтә мәғлүмәт тупланған. Уҡыусыларға ла дәрестә телефон ҡулланыуҙы тыйып, йыйып алһаң да, сумкаларында икенсе-өсөнсө запас телефондары ятыуы ихтимал. Телефонды дәрестә ҡулланыуҙы тыйған яңы федераль закон был мәсьәләлә эшебеҙгә асыҡлыҡ индерер, тип өмөтләнеп торабыҙ. Сөнки дәрестә генә түгел, өйгә эш әҙерләгәндә лә ҡайһы бер бала тиҙ арала интернеттан яуабын таба һалып, күсереп эшләп ҡуйыуы ихтимал. Был рәүешле улар уҡытыусыны түгел, тик үҙҙәрен генә алдай. Төплө белем алам тигән кеше улай итмәй, тик быны балаларҙың барыһы ла йәшенә күрә аңлап етмәүе ихтимал. Ҡайһы бер уҡыусы шундай уйҙа: "Быны ни өсөн ятлап йәки уҡып торорға ти, кәрәк саҡта телефонды асам да ҡарайым". Үҙҙәренсә шулай уйлайҙар, тик тормошта гел генә телефондан ҡарап йәшәп булмай бит, яҡшыны насарҙан айырыу өсөн фекерләй белеү, үҫеш өсөн уҡырға, баш мейеңде эшләтергә кәрәк. Бына шул даими рәүештә телефонға һылтаныу баланың фекерләү ҡеүәһенә, хәтеренә уғата насар йоғонто яһай.
Педагогик кәңәшмәләрҙә йыш ҡына уҡыусыларҙың хәтере насарайыуын телгә ала коллегалар. Оҙаҡ йылдар эшләгән уҡытыусылар алдараҡ уҡыған быуын балалар менән сағыштырып та, аптырау ҡатыш уйланыуға ҡала. Мәҫәлән, ҡабатлау таблицаһын берәй пенсия йәшендәге кешене йоҡоһонан уятып һораһаң да дөрөҫ яуап бирә ала, ә хәҙерге балалар бик ауыр ятлай, ятлаһа ла күпмелер ваҡыттан нишләптер онота. Шул телефонға артыҡ ныҡ ышаныуҙан түгелме икән был? Еңелгә өйрәнеп, баштарын эшләтергә теләктәре юҡтыр, ахыры. Юғары кластарға еткәс, бының насар эҙемтәһен аңлайҙар улар үҙҙәре лә, шуға уртансы кластарҙа уҡыған саҡтағы арауыҡты үткәреп ебәрергә ярамай. 5-8-се класҡа тиклемге арауыҡта балаға айырыуса иғтибар бүлергә, аңлатыу эше алып барырға, төрлө әүҙемлектәргә йәлеп итергә кәрәк.

Камила ҒӘЛИЕВА яҙып алды.
"Киске Өфө" гәзите, №2, 2024 йыл

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 31.01.24 | Ҡаралған: 53

Киске Өфө
 
"Киске Өфө" (индексы ПР905) гәзите менән бергә булыусы аңлы, зыялы уҡыусыларыбыҙҙы 2024 йылдың икенсе яртыһы өсөн 897 һум 06 тингә баҫмабыҙға яҙылып ҡуйырға саҡырабыҙ. Ә беҙ һеҙҙе рухиәт менән һуғарыуҙы, кәрәкле мәғлүмәттәр еткереүҙе дауам итербеҙ, матур йөкмәтке менән танһыҡтарығыҙҙы ҡандырырға тырышырбыҙ, тигән вәғәҙәбеҙҙе яңыртабыҙ. Гәзитебеҙгә яҙылып, квитанцияларын редакцияға ебәргәндәр араһынан кемдәрҙер бүләккә бик шәп китаптар аласағы тураһында ла онотмағыҙ. Бергә булайыҡ!

МӨХӘРРИРИӘТ.

Беҙҙең дуҫтар
 
Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
© 2024 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru