«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
Беҙҙең номерҙар
 
2024

Ғинуар
   01  |  02  |  03 
Февраль
   04  |  05  |  06  |  07 
Март
   08  |  09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15  |  16 

Киске Өфө» VK-төркөмө
 
әйт, тиһәгеҙ...

Ауыл ерендә эшҡыуарлыҡҡа тотоноу бик ҡыйын шөғөлмө? "Еләкле урындар" бөтмәгәнме, йәғни ниндәй эшҡыуарлыҡ төрҙәре менән шөғөлләнеп була?

Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52

  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
АЙЫҒАБЫҘМЫ? АЙЫҒАБЫҘ!
+  - 

Рәсәй Хөкүмәтендә 2030 йылға тиклем алкоголь ҡулланыуҙы кәметеү концепцияһы раҫланды. Хөкүмәт рәйесе Михаил Мишустин ҡул ҡуйған документта билдәләнеүенсә, илдә алкоголдән ваҡытһыҙ үлем кимәле юғары. Бөтә донъя һаулыҡ һаҡлау ойошмаһы мәғлүмәттәре буйынса, 2016 йылда алкоголдән 407,8 мең, 2018 йылда 196 мең кеше вафат булған. Федераль һаулыҡ һаҡлау министрлығы мәғлүмәттәре буйынса, Рәсәйҙә 1,1 миллиондан ашыу кеше алкоголизм һәм алкоголь психозынан яфалана.

Был проблеманы хәл итеү маҡсатында 2009 йылдан 2020 йылға тиклем илдә алкоголде артыҡ ҡулланыуҙы кәметеү һәм алкоголизмды иҫкәртеү буйынса концепция тормошҡа ашырыла. Был осорҙа индерелгән иң мөһим сараларҙың береһе - киске 11-ҙән иртәнге 8-гә тиклем спиртлы эсемлек һатыуҙы тыйыуҙы атарға мөмкин. Әгәр 2009 йылда йән башына алкоголь ҡулланыу 18 литр тәшкил итһә, концепцияны тормошҡа ашырыу аҙағына күрһәткес 8,62 литрға тиклем кәмене. Алкоголизм менән сирләү осрағы ла 55 процентҡа аҙайҙы, үлем 24 процентҡа, спирт менән осраҡлы ағыуланыуҙан үлем осраҡтары 62 процентҡа кәмене. Концепцияның мөһим өлөшө булып спиртлы продукция баҙарын легализациялау тора. 2017 йылдан этил спиртына һәм алкоголь продукцияһына акциздар кереме күләме 11,8 процентҡа, 363 миллиардтан 405,1 миллиард һумға тиклем артҡан. Был күрһәткес концепцияның үҙ маҡсатына өлгәшеүен күрһәтә.
Дөйөм федераль сараларҙан тыш, Башҡортостанда айыҡлыҡты пропагандалауға йүнәл-телгән төбәк саралары ла бар. 2019 йылда уҡ Радий Хәбиров алкоголизмға ҡаршы көрәш уның сәйәсәтенең өҫтөнлөклө бурыстарының береһе тип белдерҙе. "Алкоголь ғаиләне емерә, мин булған район-ҡалаларҙа ҡатын-ҡыҙҙар миңә "йәшел йылан"ға ҡаршы алып барылған көрәш өсөн рәхмәт белдерә. Тимәк, беҙ дөрөҫ юлда! Әлбиттә, эсергә йәки эсмәҫкә һәр кем үҙе хәл итергә хоҡуҡлы, әммә аныҡ ҡына әйткәндә, спирттан алған бер минутлыҡ эйфория бер кеше ғүмеренә лә лайыҡ түгел, бигерәк тә һәр эсемлек - ул, асылда, кредитҡа алынған яҡшы кәйеф, һәм уны артабанғы көндәрҙә процент менән бирергә тура килә", - тип проблеманы билдәләне Башлыҡ.
Башҡортостан Башлығы ҡушыуы буйынса бөтә муниципалитеттарҙа ла контрафакт алкоголь етештереүселәргә һәм һатыусыларға ҡаршы көрәш көсәйтелде. "Республикала суррогат алкоголь әйләнешен иҫкәртеү буйынса бөтә сараларҙы күреү мөһим. Бөтә легаль булмаған һатыу нөктәһен тиҙ арала асыҡларға һәм бөтөрөргә кәрәк", - тине Радий Хәбиров Хөкүмәттәге оператив кәңәшмәләрҙең береһендә.
Легаль булмаған һатыу нөктәләре буйынса рейдтар даими үткәрелә. Һөҙөмтәлә әйләнештән меңәрләгән литр шикле сифатлы эсемлек алынды. Контрафакт менән көрәш үҙ һөҙөмтәһен күрһәтте. Башҡортостанда 2022 йылда һуңғы 20 йылда алкоголь менән ағыуланыуҙан үлемдең минималь күрһәткесенә өлгәшелде. 12 ай эсендә республикала 52 кеше һәләк булған. Сағыштырыу өсөн: 2018 йылда алкоголь 211 кешенең ғүмерен өҙһә, 2019 йылда - 102, 2020 йылда - 73, 2021 йылда - 57 кеше. Бынан тыш, Башҡортостан Волга буйы федераль округы төбәктәре араһында айыҡлыҡ рейтингын етәкләне, ә дөйөм Рәсәй таблицаһында дүрт йыл эсендә 32-се урындан 16-сы урынға күтәрелде.
Байрам көндәрендә алкоголь һатыуҙы сикләү тәжрибәһе уңышлы үҙләштерелде. Республика биләмәһендә һабантуй, "Һуңғы ҡыңғырау", Йәштәр көндәрендә һәм ошо байрамға арналған саралар үткәрелгән осорҙа, Белем көнөндә, Яңы йыл каникулында һатыу тыйылды. Радий Хәбиров белдереүенсә, был ҡарар Яңы йыл байрамдарын мәҙәни, спорт, ижтимағи ваҡиғалар менән тулыландырыуға һәм алкоголде законһыҙ һатыуҙы контролдә тотоуҙы көсәйтеүгә бәйле.
Алкоголизм менән көрәш йәһәтенән Башҡортостанда "Айыҡ ауыл" республика конкурсының әһәмиәте артты. 2022 йылда унда 1120 тораҡ пункт ҡатнашты. Сағыштырыу өсөн: 2019 йылда ҡатнашыусылар һаны ни бары 464 ине. Еңеүсе ауылдар 3-6 миллион һум күләмендә аҡсалата бүләк алды. Дөйөм приз фонды - 40 миллион һум. Проект Башҡортостан Башлығы грантына тормошҡа ашырыла. Аҡсаны төҙөкләндереүгә тотонорға мөмкин, шуға күрә республикала юлдар, балалар һәм спорт майҙансыҡтары барлыҡҡа килгән тораҡ пункттар күбәйҙе. Ә буш ваҡытты файҙалы үткәреү мөмкинлеге булғанда, эсергә ваҡыт юҡ. Конкурс сиктәрендә 4 йыл эсендә Башҡортостан ауылдарында 30 яңы балалар һәм спорт майҙансығы, 12 парк һәм йәмәғәт биләмәһе барлыҡҡа килде. 9 урам, 6 йәмәғәт биләмәһе, 4 ауыл мәҙәниәт йорто, Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусыларға 2 һәйкәл төҙөкләндерелгән. Шулай уҡ ауылдарҙа техника, һыу башняһы һәм хатта янғын һүндереү депоһы барлыҡҡа килде.

Шулай итеп, былтыр ноябрҙә Башҡортостанда 2023-2024 йылдарҙағы "Айыҡ ауыл" конкурсының муниципаль этабы тамамланды. Район һәм ҡалаларҙа лидерҙар билдәләнде, улар яңы йылда республика кимәлендә көрәште дауам итәсәк. Был төбәктә айыҡлыҡ модаһы тағы ла популярлашасаҡ тигәнде аңлата.

"Киске Өфө" гәзите, №2, 2024 йыл

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 31.01.24 | Ҡаралған: 47

Киске Өфө
 
"Киске Өфө" (индексы ПР905) гәзите менән бергә булыусы аңлы, зыялы уҡыусыларыбыҙҙы 2024 йылдың икенсе яртыһы өсөн 897 һум 06 тингә баҫмабыҙға яҙылып ҡуйырға саҡырабыҙ. Ә беҙ һеҙҙе рухиәт менән һуғарыуҙы, кәрәкле мәғлүмәттәр еткереүҙе дауам итербеҙ, матур йөкмәтке менән танһыҡтарығыҙҙы ҡандырырға тырышырбыҙ, тигән вәғәҙәбеҙҙе яңыртабыҙ. Гәзитебеҙгә яҙылып, квитанцияларын редакцияға ебәргәндәр араһынан кемдәрҙер бүләккә бик шәп китаптар аласағы тураһында ла онотмағыҙ. Бергә булайыҡ!

МӨХӘРРИРИӘТ.

Беҙҙең дуҫтар
 
Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
© 2024 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru