«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
Беҙҙең номерҙар
 
2024

Ғинуар
   01  |  02  |  03 
Февраль
   04  |  05  |  06  |  07 
Март
   08  |  09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15  |  16 

Киске Өфө» VK-төркөмө
 
әйт, тиһәгеҙ...

Ауыл ерендә эшҡыуарлыҡҡа тотоноу бик ҡыйын шөғөлмө? "Еләкле урындар" бөтмәгәнме, йәғни ниндәй эшҡыуарлыҡ төрҙәре менән шөғөлләнеп була?

Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52

  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
БОРОНҒО БАШҠОРТОСТАН
+  - 

Икенсе киҫәк. Урта быуаттар.
Бишенсе бүлек. Көньяҡ Урал IV - VIII быуаттарҙа

Бахмут мәҙәниәте ҡәбиләләре

Бахмут ҡәбиләләренең ерләү йолаһында яңы һыҙаттар барлыҡҡа килә. Мәҫәлән, Бөрө ҡәберлегендә,VI-VII быуаттар сиктәренән башлап, барса үлгән кешеләр янына ҙур балсыҡ һауыттарҙа күп итеп итле шыйыҡ аҙыҡ (бутҡа, һурпа) ҡуйыла; ябай формалы ҡәберҙәр менән бер рәттән, ҡатмарлы формалылары - тар ғына төньяҡ стеналарында соҡоп яһалған уйымдары һәм оҙон яғында ырмау-киртләстәре булғандары барлыҡҡа килә. Шул уҡ ваҡытта бахмутлылар ҡәберҙәр янына аттарҙы (уларҙың тиреләрен, башын, аяҡтарын) ритуаль күмеү йолаларын ғәмәлгә индерә. Ҡәберҙәрҙә, Бөрө һәм Бахмут ҡәберлектәре материалдары күрһәтеүенсә, турбаҫлы һәм кушнаренко мәҙәниәттәренә ҡараған балсыҡ һауыт-һаба күпләп табыла, уларҙың ҡайһы берҙәре бахмутлыларға хас булған кескәй генә түңәрәк уйымлы орнамент менән биҙәлгән. Быларҙың барыһы ла килмешәк турбаҫлы һәм кушнаренко ҡәбиләләренең, бер-береһе менән тығыҙ ҡатыша барып, урындағы халыҡ вариҫтарын тулыһынса ассимиляциялауының сағылышы булып тора.
VI-VIII быуаттарҙағы бахмут, турбаҫлы һәм кушнаренко мәҙәниәттәренең барса материалдарын сағыштырып ҡарағанда, Ағиҙел һәм Урта Кама йылғалары бассейнына көньяҡ сығышлы күп һанлы халыҡ төркөмдәре килеүе һәм ошо территорияла тороп ҡалыуы һөҙөмтәһендә мәҙәни һәм этник яҡтан бик ныҡ буталған яңы халыҡ формалашыуын күҙаллап була.
Ошо төбәктең артабанғы этник һәм ижтимағи тарихы үҫеше планында башҡорт халҡының IX-X быуаттарҙа этнос булараҡ формалашыуын һәм мәҙәниәтен VI-VIII быуаттар эпохаһының төп һөҙөмтәһе итеп ҡарап була.

V-VIII быуаттарҙа Көнсығыш Урал аръяғы ҡәбиләләре

Көнсығыш Урал аръяғы халҡының этник составы әле ҡаралған дәүерҙә бик сыбар булған, һәм уның тарихы, Көнбайыш Урал буйындағы кеүек үк, яҡынса бер үк схемаға ярашлы ғәмәлләшкән. V-VIII быуаттар ҡомартҡылары аҙ өйрәнелгәнгә күрә төбәк ҡәүемдәренең көнкүрешен һәм тарихын әлегә ентекле рәүештә һүрәтләп булмай.
Тупланған материалдарға нигеҙләнеп, бакал мәҙәниәте ҡәбиләләренең бында компакт төркөм булып, Тобол, Исәт һәм Ишем йылғалары ярҙары буйында йәшәүен билдәләп була. Уларҙың мәҙәниәтен ялан яғынан валдар һәм йырындар менән нығытылған йылға морондарындағы ҡаласыҡтар күрһәтеп тора. Ҡаласыҡтарҙа торлаҡ эҙҙәре ҡалмаған, күрәһең, улар ер өҫтөнә һалынған булған. Ҡаласыҡтар материалдары муйыны буйлап уйымдар, тәре формаһындағы һәм ҡыя һыҙыҡтар менән биҙәлгән түңәрәк төплө балсыҡ һауыт-һабанан тора. Ошондай типтағы һауыт-һабаны хронологик яҡтан аныҡ билдәләп булмай, һәм ул, быны алдараҡ күрәсәкбеҙ , Көньяҡ Уралда X-XII быуаттарға тиклем ҡулланылышта була. Малсылыҡ бакал ҡәбиләләренең төп хужалыҡ итеү тибы булған, тип күҙалларға була. 2008 йылда бакал мәҙәниәте ҡомартҡылары хаҡындағы мәғлүмәт С.Г. Боталовтың һәм уның коллегаларының Ҙур Бакал ҡаласығындағы яңы ҡаҙыныу материалдарын баҫып сығарыуы һәм Тобол буйы ҡомартҡыларында морфологик яҡтан кушнаренконыҡына яҡын булған һауыт-һаба табылыуы һөҙөмтәһендә байтаҡҡа тулыланды. А.В. Епимаховтың ике бакал ҡаласығының абсолют датаһын (йәшен) радиокарбон методы менән тикшереү һөҙөмтәләре хаҡындағы мәҡәләһе айырыуса ҡыҙыҡһыныу уята. Фортификация ҡоролмаларынан алынған ағас күмере өлгөләре анализ объекты итеп алына. Һөҙөмтәлә ҡомартҡыларҙың даталары б.э. тиклем I быуаттан алып б.э. VI быуатына тиклем тип билдәләнә.
Элегерәк, сағыштырмаса анализ һөҙөмтәләренә таянып, Ҙур Бакал ҡаласығы һәм башҡа ошондай ҡомартҡылар (мәҫәлән, Логинов ҡаласығы) VI-VII быуаттарҙан алып II мең йыллыҡ баштарына тиклем йәшәгән тигән фекер өҫтөнлөк итә ине, ошо йәһәттән яңынан аныҡланған абсолют дата көтөлмәгәнсәрәк булды. Моғайын, быны ҡомартҡының күп ҡатламлы булып, анализ өсөн алынған өлгөләрҙең иртәрәк осорҙан ҡалған объекттарҙан булыуы менән аңлатып булалыр. Ҡаласыҡта йыйып алынған кушнаренко һыҙатлы керамика табылдыҡтары, Көнбайыш Урал буйы аналогтары кеүек үк, ҡаласыҡтың VI - VIII быуаттарҙан да алдараҡ булмаған тарихын сағылдыра тип фекер йөрөтөргә кәрәк.

Бахмут мәҙәниәтенә ҡараған ҡатын-ҡыҙ ҡәберҙәре материалдары: 1-3 - һырғалар;
4 - сикә сулпыһы (бахмут тибы);
5, 6, 9 - ҡаптырма-фибулалар;
7 - һөйәк тараҡ;
8, 10-15, 19, 20 - төрлө формалағы сулпылар;
16 - ебәк туҡыма киҫәге һәм энә һалынған бронза ҡап;
17 - бронза көҙгө;
18 - бронза беләҙек.

Нияз МӘЖИТОВ. Әлфиә СОЛТАНОВА.
Арыҫлан ТАЙМАСОВ тәржемәһе.
(Дауамы. Башы 2022 йылдың 28-се һанында).

"Киске Өфө" гәзите, №2, 2024 йыл

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 31.01.24 | Ҡаралған: 54

Киске Өфө
 
"Киске Өфө" (индексы ПР905) гәзите менән бергә булыусы аңлы, зыялы уҡыусыларыбыҙҙы 2024 йылдың икенсе яртыһы өсөн 897 һум 06 тингә баҫмабыҙға яҙылып ҡуйырға саҡырабыҙ. Ә беҙ һеҙҙе рухиәт менән һуғарыуҙы, кәрәкле мәғлүмәттәр еткереүҙе дауам итербеҙ, матур йөкмәтке менән танһыҡтарығыҙҙы ҡандырырға тырышырбыҙ, тигән вәғәҙәбеҙҙе яңыртабыҙ. Гәзитебеҙгә яҙылып, квитанцияларын редакцияға ебәргәндәр араһынан кемдәрҙер бүләккә бик шәп китаптар аласағы тураһында ла онотмағыҙ. Бергә булайыҡ!

МӨХӘРРИРИӘТ.

Беҙҙең дуҫтар
 
Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
© 2024 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru