«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
Беҙҙең номерҙар
 

2024

Ғинуар
   01  |  02  |  03 
Февраль
   04  |  05  |  06  |  07 
Март
   08  |  09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15  |  16 

 
Киске Өфө» VK-төркөмө
 

әйт, тиһәгеҙ...

Ауыл ерендә эшҡыуарлыҡҡа тотоноу бик ҡыйын шөғөлмө? "Еләкле урындар" бөтмәгәнме, йәғни ниндәй эшҡыуарлыҡ төрҙәре менән шөғөлләнеп була?

 
Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
ТАМАШАСЫМЫ? УЛ ТАМАША ҠЫЛЫУСЫ ҒЫНА ТҮГЕЛ!
+  - 


Элек, совет осоронда, ауыл клубтарында көн һайын кинофильмдар ҡуя торғайнылар. Беҙ, балалар, “кина килгән”, тип, ҡыуанышып, афишаһын ҡарап, унда булған наҡыҫ ҡына мәғлүмәттәрҙе уҡый торғайныҡ. Ауылдың иң әүҙем тамашасылары шул беҙ булғанбыҙҙыр инде. Бер ағай һөйләгәне хәтерҙә. Клубтың уты һүнгәнен күргәс, был, ашығып, кино ҡарарға йүгергән. Киномеханиктан билет алып эскә үтһә, унда бер генә тамашасы экранға тексәйеп ултыра икән. "Ҡасан башланды?" - тип, шыбырлап ҡына һораған баяғы ағай. "Әллә, мин килгәндә уже башланғайны", - ти икән тәүге тамашасы. Тимәк, ниндәйҙер ҡунаҡҡа ашыҡҡан киномеханик, тамашасылар тиҙерәк йыйылһын, тип, буш клубҡа кино күрһәтә башлаған. Ниңә, бик тә булыуы мөмкин хәл. Шулай ҙа сәнғәт бер яҡлы булмай, уның һәр ваҡытта ла тамаша ҡылыусыһы, баһалаусыһы булырға тейеш. Был - аксиома. Тамашасыларға иң мохтажы театрҙыр ул, сөнки күҙмә-күҙ тере аралашыу тик театр залында ғына була. Арыҫлан Мөбәрәков исемендәге Сибай дәүләт башҡорт драма театрының тамашасылар ойоштороу буйынса директор урынбаҫары Айгөл Альберт ҡыҙы ҒӘЙНУЛЛИНА менән һөйләшкәндә театрҙың тамашасылары тураһында күберәк белге килде.

- Тамашасылар ойоштороу буйынса директор урынбаҫары булараҡ, миңә һуңғы йылдарҙа Яңы йыл байрамдарында бер юлы ике бригада эшләүе оҡшай, - тип башлап китте Айгөл Альберт ҡыҙы. - Уларҙың береһе гастролдәрҙә сығыш яһаһа, икенсеһе спектаклдәрҙе театрҙа күрһәтә. Элек был эш тәртибе системаға һалынмағайны. Быйыл да байрам спектаклен күрһәтеүҙе уңышлы башлап, тамашасыларыбыҙҙың абруйын яулап өлгөрҙөк. Ауылдарҙа беҙҙе хәҙер көтөп торалар. Гастролдәргә ҡыуанып йөрөйбөҙ, сөнки урындарҙа шатланып ҡаршы алалар, тағы килеүебеҙҙе һорайҙар. Беҙҙең өсөн был ҙур мәртәбә. Артистарыбыҙ ҙа һис зарланмайынса балаларға байрам кәйефе бүләк итәләр, сөнки балалар ҡыуанысы уртаҡ байрамға әйләнә, спектаклдәр шыршы тирәләй ойошторолған уйын-көлкө менән тамамлана. Уҡытыусылар ҙа бындай уртаҡ тәрбиәүи сараны ихлас ҡабул итәләр. Күберәге мәктәп спортзалдарында үткән тамашалар ҡай саҡ театр сәхнәһендәгенән дә ихласыраҡ килеп сыға.
Быйылғы "Карамбули-Карамбаба! Так велит Ягуля-Баба!" исемле яңы йыл спектакленең сценарий авторы һәм ҡуйыусы режиссеры Денис Нурғәлин. Был уның драма театрында балалар өсөн әҙерләгән тәүге спектакле. Баш режиссерҙың яңыса ҡарашын, заманса һулышын ҡыуанып ҡабул иттек, сөнки тамашаларҙың уңышы иң тәүҙә спектаклде ҡуйыусыға бәйле. Электән дә мөбәрәковсыларҙың балалар өсөн әҙерләгән яңы йыл тамашалары дан ҡаҙана ине, Дамир Мәжит улы Ғәлимов осоронда ҡуйылған тамашалар ҙа тылсымлы әкиәткә әйләнә торғайны. Был йола дауам итә, яңы йыл спектаклдәренә театрыбыҙ ҙур иғтибар бүлә. Әлбиттә, Яңы йыл әкиәттәренең ғүмере оҙон түгел, улар ҡыҫҡа бер осорҙа ғына сәхнәлә йәшәп ҡала, әммә был уларҙың әһәмиәтен кәметмәй. Тамашасыларыбыҙҙың баһаламаларын уҡыһаң, күңелгә май булып яғыла - бигерәк тә, әкиәттәргә йән өрәһегеҙ, тиһәләр. Шуғалыр ҙа беҙҙең балалар өсөн әҙерләгән спектаклдәргә бик теләп йөрөйҙәр. Денис Сәлим улының эшендә лә ана шул йәнле әкиәт тойола. Был шатлыҡлы күренеш.
Әлегә ижади миҙгелебеҙҙең уртаһы булһа ла, артистарыбыҙ физик яҡтан да, психологик яҡтан да арыйҙар, сөнки тәүге ярты йылда улар бик ҡеүәтле эшләйҙәр. Рәхмәт уларға, декабрь айында ғына 50 спектакль ҡуйыу ҡатмарлы ла, ауыр ҙа. Әммә беҙҙекеләр бирешмәй, зарланмайҙар, көстәрен бер йоҙроҡҡа туплап, дәртләнеп эшләйҙәр. Ике-өс көн ял итеп ҡалабыҙ, шунан киләһе йылдың планлаштырылған спектаклдәре башлана, сөнки яңы йыл каникулдарына төрлө яҡтан ялға ҡайтҡан тамашасыларыбыҙҙы көтәбеҙ.
Ғинуар башында театрҙы ситтә йөрөп һағынған яҡташтарыбыҙ килә. Беҙ ҙә уларҙы, әлбиттә, ҡыуанып ҡаршы алабыҙ. Киске спектаклдәр менән бер рәттән, көндөҙ балалар өсөн тамашалар ҙа дауам итә - улар ҙа ялда бит. Ошондай мәлдә дәртле, теремек булырға кәрәк. Беҙ генә түгел, башҡа театрҙар ҙа шундай темпта эшләй, сөнки беҙ байрам кәйефе булдырыусылар!
Үткән йылда күрше Силәбе өлкәһенең беҙгә яҡын булған райондарын да хеҙмәтләндерә башланыҡ. Әлегә Яңы йыл байрамы спектаклдәре менән уларҙы "ҡулға эйәләштерәбеҙ". Былтыр бик йылы ҡабул иткәйнеләр, быйыл үҙҙәре саҡырҙылар. Яйлап өлкәндәр өсөн ҡуйылған спектаклдәр менән барасаҡбыҙ, күрше генә ятҡан урыҫ ауылдарында башҡорт телмәре ишетеләсәк, улар ҙа белергә тейеш Сибай драма театры тураһында. Балалар өсөн тамашалар рус телендә барһа, өлкәндәр синхрон тәржемә аша ҡараясаҡ. Әлегә улар беҙҙең артистарҙы күреп танышты, юғары профессиональ кимәлдә оҫта уйнауҙарын күрҙе. Саҡырыуҙарына бик шатбыҙ, яйлап дуҫлашырбыҙ, сөнки сәнғәт өсөн сиктәр юҡ. Театрҙың үҫеше өсөн дә был ҙур этәргес. Сибай тамашасыһына килгәндә, ундайҙар башҡа бер ҡайҙа ла юҡ! Улар аҡыллы, иғтибарлы, итәғәтле, рәхмәтле, театрҙы яратҡан кешеләр. Бындай сифаттар оҙаҡ йылдар буйына тәрбиәләнгән. Беҙ ҙә яратабыҙ тамашасыларыбыҙҙы, рәхмәтлебеҙ уларға. Ғәҙәттә, спектаклдәр ваҡытында буш урындар булмай, киреһенсә, уларҙы нисек һыйҙырырға тип баш ватабыҙ. Мөбәрәков театрын халыҡ элек-электән яратып ҡарай, шул осорҙа әллә нисә быуын тамашасылар алмашынған. Ҡасандыр бала сағында ауыл клубында күргән спектаклдәрҙе, Сибайға килеп төпләнеп, яңынан ҡарауын дауам итә күп кенә театр һөйөүселәребеҙ. Театрҙың тарихы менән бергә шулай матур йолалар дауам итә. Театр үҙе лә йүнәлешен үҙгәртмәй, саф башҡорт телле театр булып ҡала. Беҙҙең иң ҙур ҡиммәтебеҙ - туған телебеҙ, әҙәби башҡорт теле театрҙың нигеҙе. Күптәр, әгәр ысын башҡорт телмәрен ишеткең килһә, Сибай театрына бар, тиҙәр.
Пушкин картаһы эшләй башлағаны бирле йәш тамашасыларыбыҙ һаны артты. Саф башҡорт телмәрен ишетеп, күңелдәренә һеңдерһәләр, улар ҙа туған телдең ҡәҙерен аңлаясаҡтар. Был яҡтан беҙҙең театр бик тә уникаль күренеш, шуға күрә тамашасыларыбыҙ ҙа үҙенсәлекле. Урал аръяғында театр сәнғәтенең берҙән-бер сығанағы булғас, беҙ туған халҡыбыҙға хеҙмәт итәбеҙ. Бушҡамы ни, беҙҙе тәгәрмәс өҫтөндәге театр, тиҙәр. Быуындан-быуынға шундай изге йолаларҙы һаҡлап килгән артистарыбыҙға рәхмәт. Гастролдәрҙә йөрөүсе театрға бөгөнгө көндә лә еңел түгел, уның үҙ ҡатмарлыҡтары бар. Ауылдарҙа йәшәүселәр һаны кәмеүенә ҡарамайынса, беҙ һаман да уларҙы иғтибар үҙәгендә тотабыҙ, гастролдәргә йөрөүҙән туҡтамайбыҙ. Рәсәй региондарында булғанда ла башҡорт мәҙәниәтен һағынған милләттәштәребеҙҙе күтәрмәләйбеҙ. Улар беҙҙе күҙ йәштәре менән ҡаршы алып, оҙатып ҡалалар.
Бына шуға ла театр йәшәй, хеҙмәт итә, ул кәрәк, тамашасыларҙың ихтыяжы кәмемәй. Быны белеү беҙгә көс өҫтәй. Етәксебеҙ ҙә эшен бик аҡыллы алып бара. Ул үҙе бала сағынан ошо театр эсендә үҫкән, шәхес булараҡ үҫеш этаптары ла театрҙан айырылғыһыҙ булған. Мәктәп йылдарында уҡ декоратор булып эшләһә, аҙаҡ театрҙың водителе, администраторы булған, директор урынбаҫарынан директор вазифаһына тиклем күтәрелгән. Шуға күрә Сибай театрының үҙенсәлектәрен аңлай, ҡыҫҡаһы, үҙ урынын тапҡан етәксе. Илнур Риза улына киләсәктә лә уңыштар теләйем, илһам һәр саҡ юлдаш булһын, үҙ көсөнә, коллективҡа ышанып, локомотив кеүек алдан барһын.
Театр 93-сө миҙгелен аса икән, был бит уның күпме тарихи ваҡиғалары булыуы тураһында һөйләй. Ауыр, ҡатмарлы йылдары ла булған, әммә театр йәшәгән, эшләгән, сәскә атҡан, тимәк, ул киләсәктә лә гөрләйәсәк. Шәхсән үҙем театрҙың киләсәгенә оптимизм менән ҡарайым, сөнки нимә генә булмаһын, беҙҙә дуҫ коллектив эшләй, кәрәк мәлдә бер-беребеҙгә таяна, ойоша беләбеҙ. Яратам мин үҙебеҙҙең театрыбыҙҙы!

Исмәғзәм ИСМӘҒИЛЕВ
яҙып алды.

"Киске Өфө" гәзите, №2, 2024 йыл

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 31.01.24 | Ҡаралған: 48

Киске Өфө
 

"Киске Өфө" (индексы ПР905) гәзите менән бергә булыусы аңлы, зыялы уҡыусыларыбыҙҙы 2024 йылдың икенсе яртыһы өсөн 897 һум 06 тингә баҫмабыҙға яҙылып ҡуйырға саҡырабыҙ. Ә беҙ һеҙҙе рухиәт менән һуғарыуҙы, кәрәкле мәғлүмәттәр еткереүҙе дауам итербеҙ, матур йөкмәтке менән танһыҡтарығыҙҙы ҡандырырға тырышырбыҙ, тигән вәғәҙәбеҙҙе яңыртабыҙ. Гәзитебеҙгә яҙылып, квитанцияларын редакцияға ебәргәндәр араһынан кемдәрҙер бүләккә бик шәп китаптар аласағы тураһында ла онотмағыҙ. Бергә булайыҡ!

МӨХӘРРИРИӘТ.

 
Беҙҙең дуҫтар
 

Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

 
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
© 2024 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru