«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
Беҙҙең номерҙар
 

2024

Ғинуар
   01  |  02  |  03 
Февраль
   04  |  05  |  06  |  07 
Март
   08  |  09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15  |  16 

 
Киске Өфө» VK-төркөмө
 

әйт, тиһәгеҙ...

Ауыл ерендә эшҡыуарлыҡҡа тотоноу бик ҡыйын шөғөлмө? "Еләкле урындар" бөтмәгәнме, йәғни ниндәй эшҡыуарлыҡ төрҙәре менән шөғөлләнеп була?

 
Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
ИҢ ТӘҮҘӘ БАШҠОРТ ТЕЛЕ, ШУНАН - ИНГЛИЗ, ҠЫТАЙ ТЕЛДӘРЕ...
+  - 


Һәр белем усағының үҙ тарихы, яҙмышы бар. Мәктәп булһынмы ул, юғары уҡыу йортомо - барлыҡҡа килә, йәшәй, үҙ кимәленән сығып, ғилем тарата. Олпаттары бар уҡыу йорттарының, йәштәре, яңы нығынып килгәндәре, ҡыҙғанысҡа күрә, ябылғандары, юҡҡа сыҡҡандары ла бар. Кем йәшәтә, нимә бар итә уҡыу йорттарын? Өҫтән төшөрөлгән пландар, уҡыу программаларымы, бюджет аҡсаһымы? Әллә уҡытыусылар коллективымы? Бәлки, етәкселәлер бар ғиллә? Быйылғы уҡыу йылында полилингваль статусында асылған Сибай гимназия-интернаты директоры Роза Хаммат ҡыҙы Бикбова менән әңгәмә ҡорғанда мәктәп тарихы, уҡыу йортоноң йәшәйеше нығыраҡ ҡыҙыҡһындырҙы.

Яңы йүнәлеш

2019 йылдың апрелендә үткән башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыларының Беренсе Бөтә Рәсәй съезында Башҡортостан Республикаһы Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Фәрит улы Хәбиров "Башҡорт теле популяр булырға тейеш, туған телдәрҙе үҫтереү маҡсатында республикала полилингваль мәктәптәр асыласаҡ", тигән ҡыуаныслы хәбәр менән сығыш яһаны. Бындай иғтибарҙы күптән көтә инек, сөнки туған телде юғары кимәлдә ҡурсалағанда ғына үҫеш буласаҡ. Күптәр, полилингваль мәктәптәрҙә сит ил телдәрен өйрәтәләр, тип яңылыша. Һис тә улай түгел, был мәктәптәр туған телде һаҡлау өсөн барлыҡҡа килә. Республикала башта шундай ун биш мәктәп юл башлай. Улар бөтөн яҡтан: йыһазландырыу яғынан да, төҙөклөгө менән дә, көслө педагогтар коллективы менән дә башҡаларға үрнәк булырға тейеш. Яңы программалар буйынса эш башлар алдынан уҡытыусыларға өҫтәмә рәүештә махсус квалификация күтәреү курстары үткәрелә, мәктәптәр яңы китаптар менән байытыла - ҡыҫҡаһы, яңы мәктәптәргә ҙур иғтибар бүленә, улар бөтөн яҡтан алдынғы булырға тейеш. Беҙҙең мәктәптең полилингваль йүнәлешкә күсерен алдан белдек, бының өсөн киләсәктә яңы, заманса проект буйынса гимназия-интернат бинаһы төҙөлөргә тейеш. Әлегә элекке йортобоҙҙа ҡалдыҡ, яңы бина булыр, тип өмөт итәбеҙ. Урал аръяғында быйыл бындай мәктәптәр Учалыла, Хәйбуллала асылды. Ошо көнгә республика буйынса һигеҙ мәктәп яңы йүнәлеш буйынса эшләй.

Мәктәп тарихы

Сибай ҡалаһында мәктәп-интернат 1960 йылда төҙөлә. Таусылар менән Белов урамдары киҫешкән урындағы был уҡыу йорто хәҙер "Ирәндек" лицейы тип атала. Бөтә талаптарға яуап биргән өс ҡатлы уҡыу бинаһы, иркен ашханаһы, айырым төҙөлгән ятағы булған был интернат республика Хөкүмәте ҡарары менән асыла. Мәктәп тарихында төрлө мәлдәр була, бер осор ул атай-әсәйһеҙ ҡалған етем балалар өсөн интернатҡа әйләнә. Ниндәй генә үҙгәрештәр булмаһын, асылған көнөнән алып ул башҡорт теленә һөйөү тәрбиәләүе менән башҡа мәктәптәрҙән айырылып тора. 1992 йылда гимназия статусы алғас та дауам итә был изге йола. 1984 йылдан 1998 йылға тиклем мәктәп директоры булып эшләгән Кинйәғол Хәйбулла улы Ғайсин бик күп көс һала был этәргескә. Гимназия булғас, һәләтле балаларҙы йыйып уҡытыу мөмкинлеге барлыҡҡа килә. 2003 йылда әлеге мәктәп төҙөлөп бөткәс, бөтә уҡытыусылар коллективы, балалар менән ошонда күстек. Тураһын әйтергә кәрәк, был күсенеү бөтөнләй дөрөҫ булманы. Ни өсөн? Элекке мәктәпкә капиталь ремонт кәрәк ине, шуға күрә яңы бинаға күсерҙеләр. Ә бында бөтә кабинеттар ҙа майҙаны буйынса бәләкәй генә, 10-12 балаға иҫәпләнгән, сөнки был бина коррекцион мәктәп өсөн төҙөлгән, спорт залы ла, класс кабинеттары ла тар ғына. Яңылыҡҡа яңы ла ул, әммә беҙҙең талаптарға яуап бирмәй. Бында хәҙер 20 йыл йәшәйбеҙ, күп сығарылыш уҡыусыларыбыҙ ошо мәктәпте үҙҙәренең өйө һанай, тыуған интернатым, тип йән атып торалар.

Уҡытыусылар

2008 йылда директор итеп тәғәйенләнгәс, әйҙәгеҙ, кире тәүге мәктәп бинаһына күсәйек, ул типовой итеп эшләнгән, кабинеттарҙың майҙаны ҙур, дөйөм ятағы бар, тип хаттар яҙҙыҡ. Тырышлығыбыҙ бушҡа булды. Шулай үкенеслерәк тарихыбыҙ бар. Хәҙер унда күсеүҙең мәғәнәһе юҡ, заманса төҙөлгән мәктәп-интернат кәрәк беҙгә. Коллективҡа килгәндә, бөгөнгө көндә өлкән уҡытыусыларыбыҙ күп, яңы мәктәптең таянысын, нигеҙен улар тәшкил итә, 80 процент уҡытыусыларыбыҙ юғары категориялы, 15 кеше мәғариф отличнигы. Атҡаҙанған уҡытыусыларыбыҙ менән ғорурланабыҙ. Данлы, тырыш коллектив эшләй беҙҙә, күпселеге сибайҙар. Юл аша эргәбеҙҙә генә булған Сибай институтының һуңғы курс студенттарын эшкә саҡырабыҙ, аҙнаһына бер-ике сәғәт булһа ла эшләп ҡарағыҙ, тибеҙ. Ҡыҙғаныс, артыҡ теләк белдереүселәр юҡ, әле бер студент ҡына беҙҙә эшләп йөрөй. Уның тырышлығына ҡыуанабыҙ, бәлки, беҙҙә эшләргә ҡалһа, бик яҡшы булыр ине, тип өмөт итәбеҙ.

Уҡыусылар

Уҡыусылар Баймаҡ, Хәйбулла, Әбйәлил, Ейәнсура райондарынан, Межгорьенан, Силәбе өлкәһенең Магнитогорск ҡалаһынан йыйыла. Иң күбеһе Баймаҡ менән Әбйәлилдән. Беҙҙә уҡырға теләгәндәрҙе төплө әңгәмә үткәреү нигеҙендә һайлап алабыҙ, яҡшы белем биреп, үҙаллы тормошҡа әҙерләйбеҙ. Коллектив һәр яҡтан тырышып эшләй, ун баланың һигеҙе юғары уҡыу йорттарына уҡырға инә. 10-11 класта ике профиль буйынса уҡытабыҙ: береһендә - тәбиғи фәндәр профилендә, химия-биология йүнәлеше, икенсеһендә - технология профиле буйынса физика-математика йүнәлеше. Икенсе йүнәлештәгеләрҙең бөтәһе лә юғары уҡыу йорттарына уҡырға инә. Химия-биологияныҡылар, ғәҙәттә, медицина институтына, йә колледжына баралар.
Полилингваль гимназия статусы алһаҡ та, профилдәр ҡалды, әлегә бөтә кластарҙы ла яңы ысулға күсермәнек. Башҡорт теленә иғтибар элекке кеүек ҡаласаҡ, дәрестәр, кластан тыш саралар, түңәрәктәр туған телебеҙҙә алып барыласаҡ. Беҙҙә башланғыс кластар юҡ, күп телдәрҙе өйрәнеүҙе гимназияға тәүбашлап аяҡ баҫҡан бишенсе кластарҙан башлайбыҙ. Улар башҡорт, инглиз, ҡытай телдәрен өйрәнәсәк. Әлеге бишенсе класыбыҙ туғыҙға барып етеүгә бөтәһе лә башҡорт телендә матур итеп һөйләшергә, фекер йөрөтә белергә өйрәнәсәк. Бынан тыш, уларҙы йыр-бейеүгә, нәфис һүҙ һөйләргә лә өйрәтәбеҙ. Рус һәм инглиз телдәре уҡыу планы кимәлендә булһа, унан тыш бер-ике тел һөйләшә алыу кимәлендә булырға тейеш. Полилингваль мәктәптәрҙә балалар көноҙоно уҡый, шулай ҡаралған, төп дәрестәрҙән тыш, төштән һуң да балалар төрлө дәрестәргә йөрөй.
Уҡыусыларыбыҙҙың ата-әсәләре беҙгә һәр саҡ ярҙамдарын күрһәтеп тора, уларға ҙур рәхмәтлебеҙ. Берәй яңылыҡ индерһәк, ихлас ҡабул итәләр. Шул уҡ полилингваль кластарҙы асҡанда иң тәүҙә ата-әсәләр менән кәңәшләштек, күп теллелектең ыңғай яҡтарын аңлаттыҡ. Риза булып ҡабул иттеләр. Шайморатовсылар класын асҡанда ла был кластарҙың ябай булмауын, төрлө мәшәҡәттәр буласағын, физик көсөргәнеш артыуын, уҡыусылар йыш ҡына төрлө яҡтарға сәфәр ҡылыуын, яңы формалар, атрибуттар эшләүгә аҡса кәрәк буласағын аңғартып торҙоҡ. Педагогик коллектив ата-әсәләр менән берҙәм булғанға әүҙем эшләйбеҙ, шуға алға китеш бар, буласаҡ!
Полилингваллек беҙҙең өсөн көтөлмәгән хәл түгел, бының буйынса коллектив менән алдан уҡ һөйләшеүҙәр алып барҙыҡ. Мәскәү эргәһендәге "Сколково" инновацион үҙәгендә үткәрелгән курстарҙа булдыҡ, Осетиялағы полилингваль мәктәптәрҙең эшен ҡараныҡ, Үзбәкстанда булдыҡ. Мәғариф министрлығы шундай файҙалы командировкалар ойоштороп, таныштырғас, хәҙер дөрөҫ йүнәлеште аңлайбыҙ. Полилингваль мәктәптәргә, уҡытыусыларға туған телгә иғтибарҙы арттырырға рөхсәт ителгәс, таяныс булғас, эшләүе еңел булыр. Башҡорт теле уҡытыусыларының форумында булғанда коллегаларымдан, математика, география, йәиһә башҡа предмет уҡытыусыларына форум үткәреләме, тип һораным. Юҡ бит. Хөкүмәт кимәлендә туған тел уҡытыусыларына шундай ҙур иғтибар бүленеүе ҡыуаныслы.

Тәрбиә

Беҙҙә уҡытыу менән бер рәттән, тәрбиәүи мәсьәлә лә беренсе урында ҡала килә, шунһыҙ булмай. Уҡытыусы дәрестә тәрбиәләһә, таҙалыҡ өсөн яуаплы булған йыйыштырыусы ла тәрбиәләй, мәктәпте нисек таҙа тоторға өйрәтә. Ашнаҡсы апайҙары ла тәрбиәләй, йәғни тәрбиә һәр яҡлап була, сөнки тәрбиәле бала тәрбиәһеҙгә ҡарағанда яҡшыраҡ уҡыясаҡ. Егеттәребеҙ һәр саҡ костюм-салбарҙа йөрөй, бәләкәйҙән үк аҡ күлдәк кейеп, галстук тағып йөрөргә өйрәтәбеҙ, ҡыҙҙар сәстәрен матур итеп үреп, эш стилендә кейенәләр. Ата-әсәләр менән бәйләнеш яҡшы, улар бит интернаттағы матур традицияларҙы беләләр. Гимназияла көслө белем биргәндәрен дә аңлайҙар һәм балаларын үҙ теләктәре менән алып киләләр. Ситтән ҡараһаң, бик тә зыялы атай-әсәйҙәрҙең балалары уҡый беҙҙә, тимәк, интернат үҙе лә уңышлы кешеләр тәрбиәләй.

Йолалар

Гимназиябыҙҙың тик үҙенә генә хас йолалары бик күп. Бишенсе класҡа килеп уҡый башлағандарҙы бер айҙан матур итеп гимназист итеп алабыҙ һәм уҡыу йылында гимназистар парады үткәрәбеҙ: кем ҡайҙа, ниндәй сарала ҡатнашҡан, нисек итеп үҙен матур күрһәткән, матур итеп тәбрикләйбеҙ. Йыл һайын республика кимәлендә Таңсулпан Ғарипова исемендәге ижади конкурс үткәрәбеҙ. Йомғаҡлауға Таңсулпан Хизбулла ҡыҙы шәхсән үҙе бүләктәрен тотоп килә. Балалар бик әүҙем ҡатнаша был сарала, ҡатнашыусылар һаны ике йөҙгә барып етә. Ҡасандыр мәктәп эсендә башланған конкурс, үҫә килә, республика кимәленә күтәрелде. 112-се башҡорт кавалерия дивизияһы буйынса үткәрелгән ғилми-ғәмәли конференцияларыбыҙ ҙа төбәк-ара кимәлдә үтә хәҙер. Йыл да сентябрь айының берәй йылы көнөндә бөтә мәктәп менән ҡырға сығып ял итәбеҙ, төрлө ярыштар үткәреп, йырлап-бейеп, Сәләмәтлек көнө үткәрәбеҙ.

Шайморатовсылар

Алтынсы класта тәү башлап шайморатовсыларға ҡабул ителгән уҡыусыларыбыҙ хәҙер һигеҙенселә уҡый. Атай-әсәйҙәренең ризалығы менән уларҙы бергәләп кейендерҙек. Шайморатовсылар төрлө яҡҡа сәфәргә йөрөйҙәр, күпте күрәләр, күпте беләләр - иғтибар ҙур уларға. Быйылғы бишенселәрҙе лә алдыҡ шайморатовсылар клубына. Күрһәгеҙ ине, уларҙың күк формала баштарына пилоткалар кейеп, әллә кем булып йөрөүҙәрен! Иң тәртипле, иң аҡыллы балалар булырға тейешһегеҙ, тибеҙ уларға. Балалар үҙҙәре теләп килә беҙгә, гимназияны рекламалау ҙа кәрәкмәй, бөгөнгө көндә теләк белдергән дүрт баланың береһен алабыҙ. Ғәҙәттә, апайы уҡыһа, һеңлеһен алып килә, ағаһы уҡыһа, ҡустыһын эйәртә - алдан күреп-белеп киләләр беҙгә. Был бик яҡшы күренеш, тимәк, ғаиләһе белә. Беҙ үҙебеҙ ҙә ҙур бер ғаиләне хәтерләтәбеҙ. Сентябрҙәге тәүге линейкала уҡ, бына бәләкәй балалар килде, уларҙы үҙебеҙҙең ҙур ғаиләбеҙгә алайыҡ та, ярҙам итәйек, тибеҙ. Йыш ҡына күргәнем бар: бишенсе класс уҡыусыһы рюкзагын күтәреп китеп барһа, арттан килгән өлкән класс уҡыусыһы уға ярҙам итә. Шулай йәшәйбеҙ!

ШУЛАЙ ИТЕП...
Мәктәп тарихын һөйләгәндә Роза Хаммат ҡыҙы үҙенең ҡатнашлығы булмаған үткән ваҡиғаларға ла үҙен ҡушып һөйләй, әйтерһең дә, бында эшкә килгәнсе үк туған мәктәбенең эшен ситтән күҙәтеп торған, үҙен мәктәп тарихының тулы хоҡуҡлы өлөшө итеп тоя. Бәлки, шуғалыр ҙа үткән быуаттың алтмышынсы йылдар башында асылып, икенсе йортҡа күсергә мәжбүр булған мәктәптең тарихы өҙөлмәгән, үҙ йөҙөн, асылын һаҡлап ҡалған. Киләсәктә лә, полилингваль мәктәп итеп үҙгәртелгәс тә белем усағы үҙ йолаларына тоғро ҡалһын, тип теләйек.

Радик ӨМӨТҠУЖИН яҙып алды.
"Киске Өфө" гәзите, №2, 2024 йыл

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 31.01.24 | Ҡаралған: 174

Киске Өфө
 

"Киске Өфө" (индексы ПР905) гәзите менән бергә булыусы аңлы, зыялы уҡыусыларыбыҙҙы 2024 йылдың икенсе яртыһы өсөн 897 һум 06 тингә баҫмабыҙға яҙылып ҡуйырға саҡырабыҙ. Ә беҙ һеҙҙе рухиәт менән һуғарыуҙы, кәрәкле мәғлүмәттәр еткереүҙе дауам итербеҙ, матур йөкмәтке менән танһыҡтарығыҙҙы ҡандырырға тырышырбыҙ, тигән вәғәҙәбеҙҙе яңыртабыҙ. Гәзитебеҙгә яҙылып, квитанцияларын редакцияға ебәргәндәр араһынан кемдәрҙер бүләккә бик шәп китаптар аласағы тураһында ла онотмағыҙ. Бергә булайыҡ!

МӨХӘРРИРИӘТ.

 
Беҙҙең дуҫтар
 

Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

 
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
© 2024 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru