«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
Беҙҙең номерҙар
 

2024

Ғинуар
   01  |  02  |  03 
Февраль
   04  |  05  |  06  |  07 
Март
   08  |  09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15  |  16 

 
Киске Өфө» VK-төркөмө
 

әйт, тиһәгеҙ...

Ауыл ерендә эшҡыуарлыҡҡа тотоноу бик ҡыйын шөғөлмө? "Еләкле урындар" бөтмәгәнме, йәғни ниндәй эшҡыуарлыҡ төрҙәре менән шөғөлләнеп була?

 
Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
ҒӘЗИЗ БАЛАҢ ИКЕ УТ АРАҺЫНДА ҠАЛМАҺЫН
+  - 


Бала сағымда "Морозко" тип аталған төҫлө әкиәт-фильмды ҡарағаным хәтеремдә. Яңы йыл байрамы алдынан әле булһа йыш ҡына күрһәтәләр уны. Шул фильмдағы уҫал үгәй әсәне ауылыбыҙҙағы бер еңгәйгә оҡшата инем…

Хисмәтулла ағай менән Мәйсәрә еңгә беҙҙең күршелә генә йәшәне (исемдәр үҙгәртеп яҙылды). Дүрт балалы шул ғаиләнең тормошон бер аҙ бәйән итмәксемен. Оло ҡыҙҙары Рәймәнең әсәһе тарафынан гел генә ҡыйырһытылып йәшәүен күреп, йәлләй торғайным. Әле кескенә булыуына ҡарамаҫтан, бәләкәй ҡусты-һеңлеләрен тәрбиәләүҙе өлөшләтә үҙ иңенә алған был ҡыҙ эшкә бик егәрле булып хәтеремдә ҡалған. Ә Мәйсәрә еңгәнең уҫаллығын бер нисек тә башыма һыйҙыра алманым. Үҙемдең йомшаҡ күңелле, һәр саҡ яғымлы әсәйем менән сағыштырып ҡарағанмындыр инде уға. Рәймә, һирәгерәк булһа ла, беҙҙең араға уйнарға килгеләй торғайны, әммә, әсәһе урам тышына сығып, әсе тауыш менән ҡысҡырыуы була, үҙенең исемен әллә ҡайҙан ишетеп, ҡыҙ шунда уҡ йүгереп ҡайтып китә. Минең менән йәштәш булған был һылыу ҡыҙҙы йыш ҡына илатып, сәсенән тартҡылап, ҡаҡҡылап-һуҡҡылаған әсәһе, ысынлап та, боронғо әкиәттәрҙәге әлеге персонаждарҙы хәтерләтә ине шул. Мөләйем йөҙлө Рәймәнең оҙон керпектәре иламаған ваҡытта ла сыланған, хатта көлгән мәлдәрендә лә матур һоро күҙҙәре йәш менән мөлдөрәмә тулы һымаҡ тойола. Урам буйлап илай-илай, һағышлы, үҙенсә генә бер көйгә һалып: "Әсәйем әлләғайҙа, әсәйем әлләғайҙа, әсәйем әлләғайҙа…" - тип, бер туҡтауһыҙ ҡабатлап, беҙҙең өй тапҡырынан үтеп барғанын күҙ алдыма килтерһәм, әле булһа күңелем тула. Һуңғараҡ уның ысынлап та үгәй ҡыҙ булыуы, үҙ әсәһенең башҡа ауылда йәшәүе хаҡында белдем. Бәғзеләр өсөн фәһем йә ғибрәт булырлыҡ ошо ғаиләнең тарихын да аҙағыраҡ ишеттем.
Хисмәтулла ағай йәш сағында Нәжиә исемле бер матур ҡыҙ менән яратышып өйләнешкәндәр. Әммә йәштәрҙең ҡауышыу шатлығы оҙаҡҡа бармай. Йорт хужабикәһе Бәҙрикамал әбей тәүге көндәрҙән үк килененең ниндәй ҙә булһа етешһеҙлеген табырға тырышҡан, уға һәр саҡ иҫкәрмәләр әйтеп, хатта йыш ҡына әрләшеп, шау-шыу күтәрер булған. Рәймә исемле ҡыҙ балалары тыуғас та бер өй эсендә йәшәгән был ғаиләгә тыныслыҡ килмәй. Хисмәт кәләшен яҡлашырға баҙнат итмәй, яратҡан әсәһенә ҡаршы бер һүҙ ҙә әйтә алмай, хатта әсәһенең һүҙенә төшөп, ҡайһы берҙә ҡатынына екеренергә лә тартынмай башлай. Ҡәйнә йортондағы шул тормошҡа түҙеп тора алмаған Нәжиә еңгә ауылына ҡайтып китергә мәжбүр була. Ә ике йәшлек Рәймәне "Үҙебеҙ ҡарап үҫтерәсәкбеҙ", тип, әсәһенә бирмәйенсә алып ҡала Хисмәт ағай. Оҙаҡламай был ағай Зөләйха исемле икенсе бер апайҙы кәләш итеп ала. Әммә уныһы ла ҡәйнә менән һыйыша алмай, айырыла. Һәм, ниһайәт, ошо ғаиләгә Мәйсәрә еңгә килен булып төшә. Йәш кенә булыуына ҡарамаҫтан, инде ике ҡатын айырып өлгөргән кешегә тормошҡа сығырға баҙнат иткән был килен үҙе эшкә лә егәрле, шул уҡ ваҡытта ярайһы ғына ҡыйыу, телгә лә сос булып сыға. Бәҙрикамал әбей хаҡында алдан ишетеп йөрөгән, шунлыҡтан, һәр төрлө ҡаршылыҡтарға ла әҙер булғандыр, моғайын, был еңгә. Оҙаҡламай, ҡәйнәнең әре менән осраша башлағас, уның һәр "һөжүмен" ярайһы ғына уңышлы итеп кире ҡағыуға, бәғзе ваҡыт хатта "контратакаға" күскеләүгә лә өлгәшә. Халыҡта әйтмешләй, "шынаны шына менән һуғып сығарыуға" ирешә йәш килен. Көнө буйы совхоз эшендә булған Хисмәт ағай уларҙың үҙ-ара мөнәсәбәтен әллә ни күрмәй йөрөһә лә, Бәҙрикамал әбей улына ошаҡлашҡандыр, моғайын… Тик инде ике ут араһында ярайһы ғына "сыныҡҡан" Хисмәтулла был кәләште ҡулынан ысҡындырмаҫҡа ҡарар итә, күрәһең, матур ғына итеп һөйләшеп, әсәһен тынысландырырға ла өйрәнеп ала. Өр-яңынан йорт һалып, әле ярайһы ғына "шәп" әбейҙең яңғыҙын ҡалдырып, башҡа сығып, был ғаилә үҙ-ара татыу ғына йәшәй башлай. Тағы өс балалары донъяға килә… Улының ғаиләһен болғарға "ҡулы ҡысытҡан" Бәҙрикамал әбей, әленән-әле уларға инеп, килене менән һүҙгә килешеп торһа ла, Хисмәтулла ағай хәҙер инде быны бөтөнләйгә "күрмәй". Мәйсәрәһенең унһыҙ ҙа бирешмәйәсәген аңлаған ир, әсәһе ни генә һөйләһә лә, уның һүҙенә иғтибар итмәй. Ғәзиз балаларынан да айырылғыһы килмәгәндер, ахырыһы…
Бәләкәй булыуыма ҡарамаҫтан, ярайһы ғына зирәк малай булғанмындыр инде: уларҙың бына шулай йәшәп ятҡан мәлендә булған бер һағышлы эпизодты һөйләгәндәрен асыҡ ҡына иҫемдә ҡалдырғанмын. Бер саҡ Хисмәтулла ағай менән Мәйсәрә еңгә ниндәйҙер бер ауылға ҡунаҡҡа саҡырыла. Ана шул ҙур мәжлестә уларға был ағайҙың тәүге кәләше Нәжиә менән бер өҫтәл артында ултырырға тура килә. Йыр-моңға оҫта булған Нәжиә шунда бер йыр йырлаған, имеш. Ошо хаҡта һөйләгән апай шул йырҙы йырлап та ишеттерҙе: "Таң атҡанда Ағиҙелдең тулҡындары бик һалҡын. Йәш йөрәктең тулҡындары ниңә икән тик ялҡын? Матур ҙа күп, батыр ҙа күп, ләкин һиңә тиң түгел. Көнгә баҡҡан көнбағыштай һиңә тартыла күңел…" Нәжиә еңгәнең моңло тауыш менән йырлаған шул йырына Хисмәтулла ағай түҙмәй, илаулап, мәжлестән сығып киткән. Һөйөп алған тәүге хәләл ефетен онота алмағандыр, күрәһең…
Тормош үҙ яйы менән бара. Тик был ағай йәнә бер ҙур проблема алдына килеп баҫа. Әлеге әйтмешләй, тағы "ике ут араһы". Юҡ, хәҙер уларға Бәҙрикамал әбей бер нисек тә тәьҫир итә алмай. Мәйсәрәнең уға ҡаршы ныҡ ҡына "иммунитеты" бар. Ә бына Хисмәтулланың тәүге ҡыҙы - Рәймәне Мәйсәрә еңгә ҡыйырһыта башлай. Төҫкә "хәс тә Нәжиә" булған был ҡыҙ уға көндәшен хәтерләтә лә торғандыр, бәлки… Атай меҫкендең ҡыҙын яҡлашыу ғына түгел, уға хатта иғтибар итергә лә хоҡуғы юҡ. Бәлки, иғтибар ҙа итер ине, әммә инде татыу ғаилә ҡорҙом ғына тигәндә, сираттағы мәртәбә тормошо боҙолоуҙан шикләнгән булһа кәрәк был ағайыбыҙ. Телгә ифрат оҫта булған был еңгәй сытырҙай башлаһа, уны туҡтатып алып булмай икәнлеген белгән Хисмәт уға өндәшмәй ҡалыуҙы хуп күрә…
"Сытырҙай башлаһа" тигәндән, тағы бер ҡыҙыҡ хәлде иҫләнем. Бөтә күрше-тирә менән һәр саҡ аралашып, матур йәшәгән әсәйем Мәйсәрә еңгәй менән дә яҡшы мөнәсәбәттә булды, әлбиттә. Әсәйем уға "Мәйсәрә килен", ә ул әсәйемә "бикәм" тип өндәшә ине. Был еңгә көн дә беҙҙең сепарат менән һөт айыртырға килә торғайны. Сепарат бороп бөткәс, ҡайсаҡ әсәйем менән сәй эсеп, бер килке һөйләшеп алалар. Һүҙҙән-һүҙ сығып, әсәйем уға шаяртып бик ҡыҙыҡ һорау биргәне хәтеремдә: "Килен, һин берәүҙе әрләй башлаһаң, бер туҡтауһыҙ әйтә лә әйтәһең. Нәҡ берәй китаптан уҡып торған һымаҡ. Нисек яңылышмайһың ул?" "Мин ни, шулай ул, бикәм, шунһыҙ ҙа булмайҙыр шул…" - тип еңгәнең ҡытырҙатып көлгәне хәтеремдә. Уларҙың ғаилә мөнәсәбәтенә, әлбиттә, берәү ҙә ҡыҫылырға теләмәне. Ун йәштәр тирәһенә еткәс, Рәймәне Учалы балалар йортона биргәндәре хаҡында ишетелде. Шунан бирле уны бер ҡасан да күргәнем булманы. Башҡа ауылда торғас, уның үҙ әсәһе Нәжиә еңгәнең артабанғы тормошон да белмәйем…
…Әлеге Бәҙрикамал әбей һымаҡ "кеше балаһына" туранан-тура "һөжүм итеүселәргә" ҡарағанда күпкә йыуашыраҡ, әммә уларҙан артыҡ яҡшыраҡ булмаған "йомшаҡ" ҡәйнәләр тураһында ла бер аҙ фекерләп алмаҡсымын (ҡыҙғанысҡа, шундайҙар ҙа осрай). Бәғзе бер әсә килененең ниндәйҙер етешһеҙлеген күрһәтеп, яратҡан улының ҡолағына шыбырҙап ҡына аулаҡта берәй "файҙалы кәңәш" бирергә ярата. Икенселәр, һәр ғаиләлә тиерлек ир менән ҡатын араһында булып торған ваҡ-төйәк кенә бәхәстәрҙе ишетә һалып, үҙенең улын йә ҡыҙын яҡлашып, бер-ике, "йомшаҡ ҡына" һүҙ ҡыҫтырып та ебәреүсән. Нәтижәлә, үҙе лә һиҙмәҫтән, утҡа кәрәсин һибә ундайҙар. Күпселек осраҡта, әйтәйек, килен кеше ҡәйнәһенә ҡаршы бер ни ҙә өндәшмәй, әммә һуңынан "Ҡәйнәм шулай тип әйтте" тигән һымағыраҡ үпкә һүҙҙәре менән ирен игәй башлауында шик юҡ. Бына шулай, киленеңдең күңеленә ятмаған бәләкәй генә һүҙ әйтһәң дә, уның "уҫлаптай" бумеранг булып ғәзиз улыңа кире ҡайтыуын көт тә тор. Нәтижәлә - ҡатынын да, үҙ әсәһен дә яратҡан "көслө зат" ни эшләргә лә белмәй, сукеш менән һандал араһында ҡалғандай була. Бындай ғаилә, әлбиттә, татыу йәшәй алмай. Ҡайһы берәүҙәрҙең "Беҙ әсәйем (йә ҡәйнәм) арҡаһында ғына айырылыштыҡ" тигәндәрен ишеткеләгәнем бар.
Ә балаларының ысынлап та бәхетле булыуын теләгән ҡәйнә бәхәсле мәлдәрҙә, киреһенсә… кейәүен йә киленен яҡлашырға тырыша! Һис юғында, нейтраль позиция ала, "Берегеҙ ут булғанда, икенсеһеҙ һыу булып, бер-берегеҙгә мөмкин тиклем һыйынып йәшәргә тырышығыҙ", тигән һымаҡ яраштырыусы нәсихәттәр әйтә. Һис нәмәгә ҡарамаҫтан, килененә, кейәүенә мөмкин тиклем ярап йәшәргә тырышҡан ҡәйнәләр һәр саҡ отошта була. "Һөйөрөңдөң арҡаһында һөймәҫеңде һөйөрһөң" тигән (ифрат аҡыллы!) әйтемде беҙҙең яҡта йыш ҡулланалар. Бәхеткә, өлгө итеп ҡуйырлыҡ, бынамын тигән "алтын" ҡәйнәләр күп (ҡайны хаҡында һүҙ алып бармайым, сөнки, ҡайны-килен йә ҡайны-кейәү проблемаһы, ғәҙәттә, көнүҙәк мәсьәлә булып тормай). Минең бер ҡайнағам һәм ҡәйенеңгәм бар. Ҡыҙ-улдары инде үҫеп еткән, һәммәһенең үҙ ғаиләһе. Башҡалар алдында кейәү һәм килендәрен һәр саҡ маҡтап ҡына тора был оло кешеләр. "Беҙҙең килен шәп бит ул", йә "кейәү маладис" тигән, күңелдәрҙе иретерлек, "бәлзәм" булып яғылырлыҡ шундай йылы һүҙҙәр ғаиләләрҙе фәҡәт нығыта ғына (был "комплименттарҙы" килен, кейәүҙәр, әлбиттә, ишетеп йөрөй), йәштәрҙең бер-береһенә ихтирам тойғоһон арттыра. Бына шул хаҡиҡәтте яҡшы белгән ололар үҙҙәре лә кейәү һәм килендәре тарафынан ҡәҙер-хөрмәт күреп йәшәй (Шәхсән минең ҡәйнәмә килгәндә, ул һәр саҡ минең хаҡта "высший сорт кейәүем" тип кенә әйтә торғайны. Бына шундай кешенең ҡыҙына берәй ауыр һүҙ әйтергә нисек баҙнатың етер?)
Боронғо ата-бабаларыбыҙға килһәк, улын өйләндергәс тә оҙаҡлатмай башҡа сығарып ебәреү яғын ҡараған бит улар. Иң кесе улдары ғына ата-әсә менән бергә йәшәгән. Ул да булһа, атай йортона йәнәш өй һалып, йә айырым ишекле "төкәтмә" ҡороп, башҡа торорға тырышҡан. Аҡыллы ҡәйнәләр балаларының араһына төшөп, "коррекция" яһап тормаған.
Һүҙ аҙағында. Ғәйәт ҡатмарлы шул был тормош. Урыҫта бер йыр бар. Ошолай тип башлана ул: "Собака бывает кусачей только от жизни собачьей…" Әлеге Мәйсәрә еңгәнең шулай булып китеүенә, бәлки, тормош ауырлыҡтарына теше-тырнағы менән ҡаршы тороу ҙа ниндәйҙер кимәлдә сә-бәпсе булғандыр. Уны тәрбиәләп үҫтергән әсәһе лә ғәйәт "ҡаты" кеше булған, үҙенең ҡыҙҙарын йыш ҡына туҡмап тәрбиәләгән, тинеләр. Бәлки, "уҫал ҡәйнә" Бәҙрикамал әбей ҙә йәш сағында шундай "этлек" кисергәндер, кем белә инде. Ә үгәй ҡыҙ Рәймәнең артабанғы тормошон белмәйем, әммә, үҙенең ҡәҙерһеҙ бала сағын иҫләп, шунан ғибрәт алып, башҡаларға миһырбанлы, яғымлы булып үҫкәндер, бала сағындағы мөләйемлеге лә һаҡланып ҡалғандыр, тигән өмөтөм бар…

Мөхәммәт ВӘЛИЕВ.
"Киске Өфө" гәзите, №3, 2024 йыл

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 01.02.24 | Ҡаралған: 73

Киске Өфө
 

"Киске Өфө" (индексы ПР905) гәзите менән бергә булыусы аңлы, зыялы уҡыусыларыбыҙҙы 2024 йылдың икенсе яртыһы өсөн 897 һум 06 тингә баҫмабыҙға яҙылып ҡуйырға саҡырабыҙ. Ә беҙ һеҙҙе рухиәт менән һуғарыуҙы, кәрәкле мәғлүмәттәр еткереүҙе дауам итербеҙ, матур йөкмәтке менән танһыҡтарығыҙҙы ҡандырырға тырышырбыҙ, тигән вәғәҙәбеҙҙе яңыртабыҙ. Гәзитебеҙгә яҙылып, квитанцияларын редакцияға ебәргәндәр араһынан кемдәрҙер бүләккә бик шәп китаптар аласағы тураһында ла онотмағыҙ. Бергә булайыҡ!

МӨХӘРРИРИӘТ.

 
Беҙҙең дуҫтар
 

Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

 
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
© 2024 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru