«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
Беҙҙең номерҙар
 

2024

Ғинуар
   01  |  02  |  03 
Февраль
   04  |  05  |  06  |  07 
Март
   08  |  09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15  |  16 

 
Киске Өфө» VK-төркөмө
 

әйт, тиһәгеҙ...

Ауыл ерендә эшҡыуарлыҡҡа тотоноу бик ҡыйын шөғөлмө? "Еләкле урындар" бөтмәгәнме, йәғни ниндәй эшҡыуарлыҡ төрҙәре менән шөғөлләнеп була?

 
Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
ЗАМАНА БАЛАЛАРЫ ШУНДАЙ!
+  - 


ЕГЕРМЕНСЕЛӘР

Өфө ҡалаһының Фатима Мостафина исемендәге 20-се Башҡорт гимназияһында баланың һәр яҡлап үҫешенә һәм уның шәхси һәләттәрен, оҫталыҡтарын формалаштырыуға ҙур иғтибар бирелә.

Был йәһәттән быйылғы уҡыу йылында ла уңыштарыбыҙ бихисап. Уҡыусыларыбыҙ биология, тарих, хоҡуҡ, технология фәндәре буйынса Бөтә Рәсәй олимпиадаһының төбәк этабында ҡатнашыу бәхетенә иреште. Шулай уҡ уҡыусыбыҙ Баязит Кәримов башҡорт теле һәм әҙәбиәтенән төбәк-ара олимпиада призеры исеменә лайыҡ булды.
Гимназиябыҙҙа теүәл фәндәрҙе тәрәнәйтеп өйрәнеүгә иғтибар арта. Был йәһәттән Өфө фән һәм технологиялар университеты менән тығыҙ эшлекле бәйләнеш булдырылған. 2023 йылда юғары уҡыу йорто менән берлектә физика буйынса беренсе асыҡ олимпиада үтте. Олимпиадала Һамар һәм Силәбе өлкәләренән, Ханты-Манси автономиялы округы, Мәскәү ҡалаһынан меңдән ашыу 7-11 класс уҡыусылары ҡатнашты. Олимпиадала еңеү яулаған 10-11-се класс уҡыусылары Өфө фән һәм технологиялар университетының инженер факультетына уҡырға ингәндә өҫтәмә балл алыу мөмкинлегенә эйә буласаҡ.
Уҡыусыларҙың башланғыстарын хуплап, уларҙы төрлө проекттар әҙерләү эшенә лә актив йәлеп итәбеҙ. Был йүнәлеш уҡыусыларҙы, ата-әсәләрҙе, уҡытыусыларҙы - белем биреү процесында ҡатнашыусыларҙың барыһын да берләштерә. Һәр кемдең үҙ эшмәкәрлегенә яуаплы ҡарауы ыңғай һөҙөмтәләр бирә: уҡыусылар социаль проекттар әҙерләргә өйрәнә, ораторлыҡ оҫталығын камиллаштыра, республиканың билдәле медиа шәхестәре менән осраша, оҫталыҡ дәрестәрендә ҡатнаша. Был эшебеҙҙең һөҙөмтәһе шул: "Үҫеш биләмәһе. Яңы движ" ("Территория роста. Новый движ") республика проекты сиктәрендә өс гимназисыбыҙ Камила Әхмәтова, Гөлдәр Камалова, Вилена Сәғәҙәтова А.Ш. Сәхәүетдинов етәкселегендә "Росмолодежь" фонды үткәргән проекттар конкурсында ҡатнашты. Г. Камалова, конкурста "Тормош ағасы" тигән проекты менән еңеп, 450 000 һум грант отто. Проект, Башҡортостан Республикаһының билдәле шәхестәре исемендәге ағастар ултыртып, тотош бер аллея булдырыуҙы күҙ уңында тота.
Күптән түгел республикабыҙҙа инициативалы бюджетлау һәм предуниверсарийҙар селтәрен үҫтереү буйынса проекттар конкурсы старт алды. Был конкурста гимназиябыҙ уҡыусылары ла ҡатнашырға теләк белдерҙе. Тәҡдим ителгән проекттар белем биреү, спорт һәм ижади саралар үткәреүгә, мәктәптә ял зоналары, телевизион студиялар, медиа-үҙәктәр, кинозалдар булдырыу, спорт майҙансыҡтарын йыһазландырыу, мәктәптең эске интерьер дизайнын яңыртыуға йүнәлтелгән. Әлеге ваҡытта улар проекттарын яҡлауға сығарып, гимназиябыҙ эксперттары алдында сығыш яһарға әҙерләнә. Иң яҡшы тип табылған проект республика конкурсына тәҡдим ителәсәк. 2024 йылда Башҡортостан Республикаһында 15 предуниверсарий эшләүе, ә уҡыусылар үҙҙәренең 100-ҙән ашыу башланғысын тормошҡа ашыра алыуы планлаштырыла.

ҠЫЙҒЫЛАР

Республикабыҙ мәктәптәренең уҡытыу-тәрбиә эшенә милли проекттар аша булышлыҡ итеү һөҙөмтәһендә байтаҡ ҡына инновацион башланғыстар ғәмәлгә ашырыла, музыкаль студиялар асыла, ял итеү урындары барлыҡҡа килә, һынлы сәнғәт менән шөғөлләнеү өсөн шарттар булдырыла.

Ҡыйғы районының Ҡурғаш төп белем биреү мәктәбе урындағы инициативаларҙы бюджетлау проекттарын ғәмәлгә ашырыуҙа әүҙем ҡатнаша. Былтырғы уҡыу йылында ла мәктәп уҡыусылары тәҡдим иткән проект еңеүсе тип табылып, ошо уҡыу йортонда психологик бушаныу кабинеты асылғайны. Быйыл да уҡыусылар менән ошо мәсьәлә буйынса "мейе штурмы" уҙғарылды, улар үҙҙәренә оҡшаған идеяларҙы яҡлап сығыш яһаны. Тәҡдим ителгән проекттарҙың барыһы ла мәктәп тормошо менән бәйле. Мәктәп музейын нигеҙләү, спорт майҙансығын төҙөү, мобиль компьютер класын асыу, "Уңыш мәктәбе" коворкинг зонаһын булдырыу идеялары иң ҡыҙыҡлы һәм файҙалы, тип табылды.
Шулай уҡ Ҡыйғы районының Вәҡиәр төп белем биреү мәктәбе лә 2024 йылда урындағы инициативаларҙы бюджетлау проекты сиктәрендә эш башланы, уның төп принцибы - проекттарҙы уҡыусылар үҙҙәре тәҡдим итә. Мәктәптә 5 инициатив проект төркөмө үҙ тәҡдимдәрен яҡланы. Бына улар "Яҡшыртзинг", "Хыялым кабинеты", "Мәктәп спортзалы - һаулыҡҡа тәүге аҙым", "Мәктәп метеостанцияһы цифрлы лабораторияһы", " Робототехника мәктәп лабораторияһы".

ӘБЙӘЛИЛДӘР

Урындағы инициативаларҙы бюджетлау проектында Әбйәлил районы мәктәптәре йыл да ҡатнаша. Шундай әүҙем белем усаҡтарының береһе - Сиҙәм ауыл мәктәбе. Былтыр уҡыусыларҙың интерактив технология комплексы булдырыуға бағышланған башланғысы хуплау табып, бойомға ашырылғайны. Быйыл балалар өр-яңы идеялар менән яна.



"Мәктәбебеҙҙә компьютерҙар аҙ, уларының да иҫке булыуы тейешле кимәлдә белем алыуға ҡамасаулай. Шуға ла беҙ ошо проблеманы хәл итеүҙе үҙебеҙгә маҡсат итеп ҡуйҙыҡ, - ти Сиҙәм мәктәбе уҡыусыһы Гөлфиә Ғәлиәкбәрова. - Ул тормошҡа ашһын өсөн капитаныбыҙ Динә Хәмзина етәкселегендәге команда менән бар көсөбөҙҙө һалабыҙ. Тимур Мөстәҡимов презентация иң яҡшыһы булһын өсөн тырыша, Динислам Яуынбаев менән Эмиль Бейешев коммерция тәҡдимдәрен эҙләй, проекттың финанс яғын теүәлләй. Әлиә Хафизова бөтә кәрәкле документтарҙы төҙөй, Нәркәс Ишаева проекттың эшләнеү барышын күрһәткән дәлилдәр - гәзиттәге һәм социаль селтәрҙәге мәғлүмәтте бер ергә туплап йыя, ә мин иһә беҙҙең эште матбуғатта яҡтыртам. Ошолай тырышып, тиҙ арала барыһын да тамамлап, конкурсҡа тапшырырға иҫәп. Беҙҙең проект өсөн тауыш биргән барлыҡ уҡыусыларҙың ышанысын аҡларға тырышырбыҙ. Проектыбыҙ иң яҡшылар иҫәбендә булыр тип ышанабыҙ".


"Киске Өфө" гәзите, №3, 2024 йыл

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 01.02.24 | Ҡаралған: 77

Киске Өфө
 

"Киске Өфө" (индексы ПР905) гәзите менән бергә булыусы аңлы, зыялы уҡыусыларыбыҙҙы 2024 йылдың икенсе яртыһы өсөн 897 һум 06 тингә баҫмабыҙға яҙылып ҡуйырға саҡырабыҙ. Ә беҙ һеҙҙе рухиәт менән һуғарыуҙы, кәрәкле мәғлүмәттәр еткереүҙе дауам итербеҙ, матур йөкмәтке менән танһыҡтарығыҙҙы ҡандырырға тырышырбыҙ, тигән вәғәҙәбеҙҙе яңыртабыҙ. Гәзитебеҙгә яҙылып, квитанцияларын редакцияға ебәргәндәр араһынан кемдәрҙер бүләккә бик шәп китаптар аласағы тураһында ла онотмағыҙ. Бергә булайыҡ!

МӨХӘРРИРИӘТ.

 
Беҙҙең дуҫтар
 

Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

 
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
© 2024 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru