«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
Беҙҙең номерҙар
 
2024

Ғинуар
   01  |  02  |  03 
Февраль
   04  |  05  |  06  |  07 
Март
   08  |  09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15  |  16 

Киске Өфө» VK-төркөмө
 
әйт, тиһәгеҙ...

Ауыл ерендә эшҡыуарлыҡҡа тотоноу бик ҡыйын шөғөлмө? "Еләкле урындар" бөтмәгәнме, йәғни ниндәй эшҡыуарлыҡ төрҙәре менән шөғөлләнеп була?

Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52

  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
БӨГӨН ДӘ, ИРТӘГӘ ЛӘ КӘРӘК!
+  - 

Бөгөн беҙгә гәзит кәрәкме, тигән һорау һәм бәхәстәр күптән бирле килә, ә бына яңыраҡ ҡына, 13 ғинуар - Рәсәй матбуғаты көнө айҡанлы был мәсьәлә интернет киңлектәрендә лә, баҫма матбуғат биттәрендә лә тағы ҡуҙғатылып алды.

Бына шулай, 15-20 йыллап инде бәхәсләшәбеҙ, гәзиттәрҙе әрләйбеҙ, уға һәр төрлө дәғүәләр белдерәбеҙ, ә шул өйөрмә эсендә гәзиттәребеҙ йәшәй бирә һәм баҫалҡы ғына үҙ бурыстарын башҡарып килә. Электрон-техник мәғлүмәт саралары көндән-көн "ҡотороп" үҫешкән заманда, ысынлап та, ниңә һәм кемгә кәрәк был ҡағыҙ баҫмалар?
Юҡ, кемдәрҙеңдер төкөрөк сәсеп раҫлауынса, ҡағыҙ баҫмалар өлкән йәштәгеләр өсөн генә нәшер ителмәй, юҡ, үҙем күреп-белеүемсә, минең тиңдәштәрем араһында ла байтаҡ улар, гәзит уҡыусылар. Ә мин әле, кем әйтмешләй, бик ҡарт та түгел, йәш тә түгел, самай тормош һөйәр сағым ғына. Ә был йәштә донъяла барған хәлдәргә бер ҙә генә битараф ҡалып булмай. Дөрөҫ, донъя яңылыҡтары менән беҙҙе интернет минуты-сәғәтендә таныштырып бара. Был йәһәттән бөгөн әҙерләнеп, типографияла иртәгәһенә генә баҫылып сығыусы гәзиттәр түгел, хатта телевидение менән радио ла артта тороп ҡалды. Тимәк, хәҙер уларҙың эшмәкәрлеге ана шул яңылыҡ һәм ваҡиғаларҙы күңелгә һеңдереп, анализлап, баһа биреп, мәғлүмәт киңлегенә сығарыуҙан ғибәрәт, тип аңларға кәрәк.
Әйткәндәй, гәзиттәрҙең дә бөгөн тематикаһы үҙгәрә бара: ул үҙ биттәрендә бөгөн илдәге сәйәси, социаль-иҡтисади мәсьәләләрҙе анализлай, ил етәкселеге ҡарарҙарын киң халыҡ ҡатламдарына еткерергә тырыша. Төбәк һәм район баҫмалары иһә урындағы тематикаға күберәк иғтибар бирә. Әлбиттә, ҡырҡыу сәйәси ваҡиғаларға ҡыҫыла алмаһалар ҙа, туған тел һәм кесе ватаныбыҙ тарихына, йәш быуынға, рухи-әхлаҡи тәрбиә мәсьәләләренә төп иғтибар бирелә, сөнки урындағы төп халыҡ статусын раҫлап, йәшәтеп торған мәсьәләләр бит былар. Өҫтәүенә, ябай халыҡ араһынан сыҡҡан күренекле замандаштарыбыҙ, уңышлы эшҡыуарҙар, мәҙәниәт һәм сәнғәт әһелдәре менән яҡынданыраҡ танышыу мөмкинлеге бирә беҙгә гәзиттәребеҙ. Был әйткәндәрем үҙем алдырып уҡыған "Киске Өфө" гәзите хаҡында булды.
Һәр төрлө ваҡиғалар көн дә үҙгәреп тора, ә бына милли ҡиммәттәребеҙ, туған телебеҙ һәм рухи хазиналарыбыҙ - мәңгелек. Ошо ҡиммәттәребеҙ һағында ла торорға, уны ла һаҡларға, артабан үҫешенә булышлыҡ итергә лә тейеш кемдер. "Киске Өфө" - тап бына ошо ҡиммәттәребеҙ хаҡына фиҙаҡәрлек күрһәтеп эшләүсе гәзитебеҙ ул. Был баҫмала яҡтыртылған мәҡәләләрҙе башҡа бер ҡайҙан да табып уҡый алмаясаҡбыҙ. Һәр хәлдә, гәзиттең үҙ йөҙө, халҡына әйтер үҙ һүҙе бар: асылыбыҙға тоғро ҡалайыҡ, әсә телебеҙҙе, тарихыбыҙҙы ҡәҙерләйек, уны өйрәнәйек, балаларыбыҙға тапшырайыҡ. Гәзитебеҙ беҙгә бөгөн дә, иртәгә лә кәрәк булһын!

Кинйәғол МӨХӘМӘТҠОЛОВ,
хеҙмәт ветераны.
Хәйбулла районы.

"Киске Өфө" гәзите, №4, 2024 йыл

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 01.02.24 | Ҡаралған: 58

Киске Өфө
 
"Киске Өфө" (индексы ПР905) гәзите менән бергә булыусы аңлы, зыялы уҡыусыларыбыҙҙы 2024 йылдың икенсе яртыһы өсөн 897 һум 06 тингә баҫмабыҙға яҙылып ҡуйырға саҡырабыҙ. Ә беҙ һеҙҙе рухиәт менән һуғарыуҙы, кәрәкле мәғлүмәттәр еткереүҙе дауам итербеҙ, матур йөкмәтке менән танһыҡтарығыҙҙы ҡандырырға тырышырбыҙ, тигән вәғәҙәбеҙҙе яңыртабыҙ. Гәзитебеҙгә яҙылып, квитанцияларын редакцияға ебәргәндәр араһынан кемдәрҙер бүләккә бик шәп китаптар аласағы тураһында ла онотмағыҙ. Бергә булайыҡ!

МӨХӘРРИРИӘТ.

Беҙҙең дуҫтар
 
Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
© 2024 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru