«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
Беҙҙең номерҙар
 
2024

Ғинуар
   01  |  02  |  03 
Февраль
   04  |  05  |  06  |  07 
Март
   08  |  09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15  |  16 

Киске Өфө» VK-төркөмө
 
әйт, тиһәгеҙ...

Ауыл ерендә эшҡыуарлыҡҡа тотоноу бик ҡыйын шөғөлмө? "Еләкле урындар" бөтмәгәнме, йәғни ниндәй эшҡыуарлыҡ төрҙәре менән шөғөлләнеп була?

Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52

  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
ӨФӨ ТАРИХЫН БЕРГӘЛӘП ЯҘАЙЫҠ!
+  - 

Туған тел һәм шәжәрә - асылда бер бөтөн күренеш. Ошо ике таяу ныҡлы булғанда ғына милләт йәшәйәсәк һәм артабан ишәйәсәк. Шуға күрә лә республика архивсылары шәжәрә аша үҫмерҙәрҙә атайсалға, тарихҡа, нәҫел тамырҙарына һөйөү һәм ихтирам тәрбиәләп, уларҙы ҡаһарман ата-бабалар өлгөһөндә көслө рухлы илһөйәр шәхестәр итеп үҫтерергә ынтыла. 2017 йылдан шәжәрә конкурсы үткәрелә килһә, 2020 йылда БР Хөкүмәте "Минең шәжәрәм" асыҡ республика ғилми-тикшеренеү эштәре конкурсын үткәреү тураһында" ҡарар ҡабул итте. Был көндәрҙә Башҡортостан Республикаһының Архив эштәре буйынса идаралығы һәм Милли архивы баш ҡалабыҙҙың 450 йыллыҡ юбилейына арналған "Өфө тарихын бергәләп яҙайыҡ!" исемле конкурс уҙғара.

VII ижади бәйгенең төп маҡсаттары - Башҡортостандың, уның баш ҡалаһының тарихын һәм билдәле шәхестәрҙең биографияһын төплөрәк өйрәнеү, ғаилә ҡиммәттәренә хөрмәт, илһөйәрлек тойғоһо тәрбиәләү, үҫмерҙәрҙе һәм йәштәрҙе ғилми-тикшеренеү эшенә ылыҡтырыу.
Йәш тарихсылар араһындағы ижади бәйгелә 8-11-се класс уҡыусылары, колледж һәм юғары уҡыу йорттары студенттары ҡатнаша.
Конкурс өс номинация буйынса уҙғарыла:
- Өфөлә тыуып үҫкән кешеләр - Рәсәйҙең арҙаҡлы шәхестәре (эссе);
- Өфө ҡалаһын үҫтереүгә тос өлөш индергән яҡташымдың (йәғни, ауылдашым, райондашымдың) тормош юлы һәм шәжәрәһе;
- Баш ҡаланың йылъяҙмаһы (тауышлы видеопрезентация).
Өлкән класс уҡыусылары һәм студенттарҙың үтенесен иҫәпкә алып, Конкурс комиссияһы заявкаларҙы һәм ғилми-тикшеренеү эштәрен ҡабул итеүҙе 1 мартҡа тиклем оҙайтыу тураһында ҡарар ҡабул итте. Материалдарҙы электрон почта (urakaeva.aa@bashkortos tan.ru) аша ебәрергә йәки Өфө ҡалаһы, Совет урамы, 7 адресы буйынса килтереп тапшырырға мөмкин.
Мәғлүмәтте Мәғариф һәм фән, Мәҙәниәт министрлыҡтарынан, ҡала һәм район хакимиәттәренән алырға мөмкин. Бынан тыш, йәш тарихсылар араһындағы ижади бәйге тураһында Башҡортостан Республикаһының Архив эштәре буйынса идаралығы һәм Милли архивы сайттарында, социаль селтәрҙәрҙә танышырға мөмкин (положение "О проведении ежегодного открытого республиканского конкурса научно-исследовательских работ "Мое шежере", приказ от 19 сентября 2023 года "О проведении VII открытого республиканского генеалогического конкурса научно-исследовательских работ").
"Минең шәжәрәм" асыҡ республика ғилми-тикшеренеү эштәре конкурсы Башҡортостандың мәҙәни-рухи тормошонда лайыҡлы урын биләй. Ижади бәйгелә еңеүселәрҙе тәбрикләү тантанаһының "Торатау" конгресс-холында үткәрелеүе ошо хаҡта асыҡ һөйләй. Лауреаттар - дипломдар һәм ҡиммәтле приздар, ә фәнни етәкселәр Рәхмәт хаттары менән бүләкләнә. Улар өсөн баш ҡалабыҙҙың иҫтәлекле урындарында экскурсия ла ойошторола.
Йәш дуҫтар, әйҙәгеҙ, баш ҡалабыҙ тарихын бергәләп яҙайыҡ! Һеҙҙән Өфөбөҙҙөң үткәне һәм бөгөнгөһө, уның билдәле шәхестәре һәм баш ҡалала йәшәгән яҡташтарығыҙ, туғандарығыҙ тураһында ҡыҙыҡлы ғилми эштәр көтәбеҙ!

Ниязбай СӘЛИМОВ,
Башҡортостан Республикаһы
Милли архивының директор урынбаҫары.

"Киске Өфө" гәзите, №4, 2024 йыл

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 01.02.24 | Ҡаралған: 45

Киске Өфө
 
"Киске Өфө" (индексы ПР905) гәзите менән бергә булыусы аңлы, зыялы уҡыусыларыбыҙҙы 2024 йылдың икенсе яртыһы өсөн 897 һум 06 тингә баҫмабыҙға яҙылып ҡуйырға саҡырабыҙ. Ә беҙ һеҙҙе рухиәт менән һуғарыуҙы, кәрәкле мәғлүмәттәр еткереүҙе дауам итербеҙ, матур йөкмәтке менән танһыҡтарығыҙҙы ҡандырырға тырышырбыҙ, тигән вәғәҙәбеҙҙе яңыртабыҙ. Гәзитебеҙгә яҙылып, квитанцияларын редакцияға ебәргәндәр араһынан кемдәрҙер бүләккә бик шәп китаптар аласағы тураһында ла онотмағыҙ. Бергә булайыҡ!

МӨХӘРРИРИӘТ.

Беҙҙең дуҫтар
 
Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
© 2024 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru