«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
Беҙҙең номерҙар
 
2024

Ғинуар
   01  |  02  |  03 
Февраль
   04  |  05  |  06  |  07 
Март
   08  |  09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15  |  16 

Киске Өфө» VK-төркөмө
 
әйт, тиһәгеҙ...

Ауыл ерендә эшҡыуарлыҡҡа тотоноу бик ҡыйын шөғөлмө? "Еләкле урындар" бөтмәгәнме, йәғни ниндәй эшҡыуарлыҡ төрҙәре менән шөғөлләнеп була?

Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52

  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
СИРҘЕҢ ЕҢЕЛЕ БУЛМАЙ
+  - 

Халыҡ араһында инсультҡа ҡарағанда инфаркт еңелерәк тигән ҡараш йәшәй. Йәнәһе, инфаркт кешегә артабан йәшәргә мөмкинлекте күберәк "бирә". Ҡайһыһы ҡурҡынысыраҡ?

Инсульт - патологик процесс һөҙөмтәһендә баш йәки арҡа мейеһендәге ҡан әйләнешенең киҫкен боҙолоуы ул. Мәҫәлән, ишемик инсульт мәлендә мейе өлөшөн ҡан менән тәьмин итеү туҡтала йәки кәмей, ә геморрагик инсультта баш мейеһенә йәки уның ҡабығы аҫтына ҡан һауа. Ул, ысынлап та, ауыр неврологик эҙемтәләргә - фалиж һуғыуға, телмәр һәм когнитив функциялар менән проблемаларға, хатта үлемгә килтерә.
Инфаркт иһә ҡан тамырҙары тығылып йә тарайып, ҡан йөрөшө насарайыуы сәбәпле берәй ағза туҡымаһында барлыҡҡа килгән үле урын. Миокард инфаркты тураһында һүҙ йөрөткәндә, уның йөрәкте ҡан менән тәьмин итеү етешмәүсәнлеге һөҙөмтәһендә булыуын аңларға кәрәк. Инфаркт ҡатын-ҡыҙҙарҙа ла, ирҙәрҙә лә берҙәй тигеҙ осрай, йәштәрҙең дә инфаркт кисереүе бар. Оҙайлы стресс, хроник арыу тойғоһо, ҡан баҫымының юғары булыуы, витаминдар ҡытлығы һәм башҡа сәбәптәр инфарктҡа килтерә ала.
Шулай булғас, уларҙың ҡайһыһы сәләмәтлек һәм кеше ғүмере өсөн хәүефлерәк һуң?
Ике осраҡ та тиҙ ярҙам күрһәтеүҙе талап итә. Табип килгәнсе үк сирҙе үҙегеҙҙең таный белеүегеҙ кәрәк, сөнки бында ваҡыт сирленең файҙаһына түгел. "Алтын сәғәт" ҡағиҙәһе лә юҡтан барлыҡҡа килмәгән. Кеше артабан да һәүетемсә йәшәп китһен, сирҙең эҙемтәләре уның тормошон ҡатмарландырмаһын өсөн шулай тип аталған ул.
Инфаркт ваҡытында төп билдә - күкрәктә көслө ауыртыу, ул ҡулға, ҡалаҡ һөйәгенә, хатта яңаҡтарға бирә ала. Эс ауыртыуы ла мөмкин. Әммә инфарктҡа хас булмаған башҡа билдәләре лә бар - пульс йышайыуы, астма мәлендәге кеүек тын ҡыҫылыуы һ.б.
Инсульт башҡасараҡ беленә. Кеше атлап китә алмаҫҡа, аңы томаланырға мөмкин. Көслө баш ауыртыуы ла уның билдәһе. Ябай ғына тест хәлде аңларға ярҙам итә - ҡапыл сирләп киткән кеше ҡулын күтәреп ҡараһын. Инсульт ваҡытында ул быны эшләй алмаясаҡ. Йылмай, телеңде сығар, тип тә һорарға була, был саҡта йөҙҙөң бер яҡҡа салшайыуы күренәсәк. Ике ауырыу ҙа ҡурҡыныс эҙемтәләргә килтереүе ихтимал. Кешенең йәше, хроник ауырыуҙары бармы, юҡмы икәнлеге, насар ғәҙәттәр менән дуҫ булыуы һәм, әлбиттә, тәүге ярҙамдың ваҡытында күрһәтелеүе ҙур роль уйнай. Ике осраҡта ла сирленең тәүге сәғәттәрҙә үк үлеүе мөмкин. Тик инфаркт мәлендә был хәүеф юғарыраҡ, ҡайһы саҡта табиптар килеп тә өлгөрмәй. Инсульттан һуң кешенең аяҡҡа баҫып китеү ваҡыты оҙайлыраҡ, йышыраҡ улар инвалид булып ҡала. Шуға ла уларҙың икеһе лә хәүеф йәһәтенән тигеҙ тарта. Иң яҡшыһы, был көнгә ҡалмаҫҡа, ваҡытында тикшеренеү үтергә, дарыуҙар эсергә кәрәк. Ҡайһы саҡта йәшәү рәүешен, хатта холҡоңдо үҙгәртеү ҙә инфаркт һәм инсультты булдырмаҫҡа ярҙам итә.

"Киске Өфө" гәзите, №4, 2024 йыл

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 01.02.24 | Ҡаралған: 75

Киске Өфө
 
"Киске Өфө" (индексы ПР905) гәзите менән бергә булыусы аңлы, зыялы уҡыусыларыбыҙҙы 2024 йылдың икенсе яртыһы өсөн 897 һум 06 тингә баҫмабыҙға яҙылып ҡуйырға саҡырабыҙ. Ә беҙ һеҙҙе рухиәт менән һуғарыуҙы, кәрәкле мәғлүмәттәр еткереүҙе дауам итербеҙ, матур йөкмәтке менән танһыҡтарығыҙҙы ҡандырырға тырышырбыҙ, тигән вәғәҙәбеҙҙе яңыртабыҙ. Гәзитебеҙгә яҙылып, квитанцияларын редакцияға ебәргәндәр араһынан кемдәрҙер бүләккә бик шәп китаптар аласағы тураһында ла онотмағыҙ. Бергә булайыҡ!

МӨХӘРРИРИӘТ.

Беҙҙең дуҫтар
 
Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
© 2024 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru