«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
Беҙҙең номерҙар
 

2024

Ғинуар
   01  |  02  |  03 
Февраль
   04  |  05  |  06  |  07 
Март
   08  |  09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15  |  16 

 
Киске Өфө» VK-төркөмө
 

әйт, тиһәгеҙ...

Ауыл ерендә эшҡыуарлыҡҡа тотоноу бик ҡыйын шөғөлмө? "Еләкле урындар" бөтмәгәнме, йәғни ниндәй эшҡыуарлыҡ төрҙәре менән шөғөлләнеп була?

 
Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
БАЛАЛАРҘЫҢ АҠ ХАЛАТЛЫ ДУҪЫ
+  - 


Балалар ауырығанда тормош ағышы туҡтап, донъяның мәғәнәһе һүнеп ҡалған төҫлө. Дауаханаға барып эләккән осраҡта сабыйҙың тиҙ арала аяҡҡа баҫыуына медицина процедуралары менән бер рәттән, уны дауалаған табиптың үҙ һөнәрен бөтә нескәлегендә белгән профессионал булыуына, бала һәм атай-әсәйе менән уртаҡ тел таба белеүенә лә тығыҙ бәйләнгән. Бөгөнгө әңгәмәлә үҙ эшенә мөкиббән киткән, һәр балаға иғтибарлы, атай-әсәйҙәрҙең бөтмәҫ-төкәнмәҫ һорауҙарына тыныс ҡына яуап биргән белгес, Өфөнөң 22-се тиҙ ярҙам күрһәтеү дауаханаһының педиатрия бүлеге мөдире Раян Айҙар улы ҠАСҠЫНБАЕВ ҡатнаша.

Башта үҙегеҙ менән таныштырып үтһәгеҙ ине...

- Тел осома "Мин балалар табибы", тигән яуап килә. Ә шулай ҙа, ғәҙәттә кеше үҙен таныштырыуҙы ата-әсәһенән, исем-шәрифенән, сығышы ҡайҙан булыуынан, ғаиләһенән башлай бит инде.
Балалар табибы булыу теләге бәләкәй саҡта уҡ барлыҡҡа килде. Күңелемдә яралған был уй шул тиклем көслө булғандыр, күрәһең, мәктәптә уҡығанда ла икенсе һөнәрҙәр тураһында уйланманым, ә хыялымды ысынбарлыҡ итеү өсөн ҙур тырышлыҡ һалдым. Ниндәй уҡыу йортона уҡырға барасағымды белгәс, мәктәптә лә ошо йүнәлештә әүҙем эшләнем: олимпиадаларҙа ҡатнаштым, медицинаға ҡағылышлы әҙәбиәт уҡыным. 11-се класта биология буйынса республика олимпиадаһында призлы урын алыуым, мәктәпте көмөш миҙалға тамамлауым Башҡорт дәүләт медицина университетына имтиханһыҙ уҡырға инергә мөмкинлек бирҙе. Ҡулыма диплом алғас, интернатуранан һуң Баймаҡ үҙәк ҡала дауаханаһында биш йыл эшләнем, шунан һуң Өфөнөң 22-се тиҙ ярҙам күрһәтеү дауаханаһына килдем һәм әлеге мәлдә лә ошонда эшләйем.
Сығышым менән Бөрйән районы Иҫке Собханғол ауылынан. Ҡатыным, ике улым бар. Ҡыҫҡаса ошолай тип яуап бирер инем был һорауға.

Беҙ бәләкәй саҡта тымау тейһә, атай-әсәйҙәр бәрәңге быуына тотоп, бал менән эҫе һөт эсерә, арҡаға гәрсис һәм банка ҡуя ла беҙ һин дә мин аяҡҡа баҫа ла китә инек. Ә хәҙер бала йүткерһә, дарыу ҡаптыра һалабыҙ, тән эҫелеге әҙ генә күтәрелһә лә табиптарға йүгерәбеҙ. Хәҙерге ата-әсәләр шул тиклем тынғыһыҙға әйләндеме икән ни?

- Эйе, быны инҡар итеп булмай. Ысынлап та, беҙ бала саҡта ауырып киткәндә лә, профилактика йәһәтенән дә атай-әсәйҙәр дарыуға көс төшөрмәне. Халыҡ медицинаһына ла ҙур урын бирелде. Шул уҡ ваҡытта элек медицина ла бөгөнгө һымаҡ алға китмәгән, фармакология ла ныҡ үҫешмәгән ине. Хәҙер иһә был йәһәттән прогресс ныҡ ҙур: көн дә тиерлек яңы дарыуҙар уйлап сығарыла, дауалау ысулдары ла камиллаша, төрлө витаминдар һатыуға сығарыла. Диагностика алымдары ла бихисап бөгөн, әллә күпме төрлө анализ биреү ысулы, ультратауыш (УЗИ) ярҙамында тикшереү, ФГС, МРТ һәм башҡалар. Дарыуҙарҙың кеше тормошона ныҡ үтеп инеүенә шәхси аптекаларҙың күп булыуы, телевизор, интернет селтәрендәге рекламаның бер туҡтауһыҙ әйләнеүе ла ҙур роль уйнай.
Мин элекке замандарҙа дөрөҫ дауаланғандар ҙа, хәҙер дарыуға артыҡ күп көс төшөрәләр һәм был насар, тип әйтә алмайым. Шулай уҡ медицина тәҡдим иткән ысулдарҙан баш тартырға кәрәк, тип тә иҫбатларға йыйынмайым. Тәү сиратта, баланың һаулығын, уның мәнфәғәтен уйларға кәрәк. Ләкин шуны онотмаҫҡа кәңәш итәм: табиптарҙың барыһы ла сирләгән баланың хәлен яҡшыртыуҙы, уны дауалап аяҡҡа баҫтырыуҙы маҡсат итеп ҡуйып эш итә. Шуға күрә дауалаусы табипҡа ышанырға һәм үҙаллы дауаларға тырышырға кәрәкмәй икәнлегенә баҫым яһайым.

Үҙаллы дауалау, тигәндәй. Хәҙер барыһы ла үҙен әҙ генә табип, әҙ генә башҡа һөнәр эйәһе, итеп күрә. Интернет заманында йәшәүебеҙ мәғлүмәтте киң ҡулланырға булышлыҡ итә. Шул уҡ балалар өсөн тәғәйенләнгән форум, шәхси блогтар күп. Һәм ҡайһы бер атай-әсәйҙәр балаларын интернет яҙмаларына таянып үҙе дауалай башлай. Был табиптар өсөн ҙур мәсьәлә булып торалыр ул?

- "Мин өс баланы ҡарап үҫтергән кеше, хәҙер үҙем балалар табибынан ҡалышмайым", - тип әйткәндәрен ишетергә тура килә. Әлбиттә, бер нисә баланы ҙурайтып, оло тормош юлына баҫтырған атай-әсәйҙәрҙең төрлө яҡлап та тәжрибәләре ҙур, ләкин баланың һаулығына ҡағылғанда был мәсьәлә мотлаҡ практик табип менән бергә хәл ителергә тейеш, тип иҫәпләйем. Ундай кешеләр балаларын, ейәндәрен нисек дауаларға кәрәклеген дә табиптарҙан яҡшыраҡ белә, үҙҙәре әйтмешләй, күршеләренә лә диагноздар ҡуя. Улар үҙҙәре яҡшы тип һанаған дарыуҙарға өҫтөнлөк бирә, хатта үҙ белдектәре менән антибиотик ҡаҙарға ла ҡурҡмай. Күптәрҙең өйөндә ингалятор бар, ҡан баҫымын үлсәү өсөн аппарат менән хатта балалар ҙа ҡуллана белә, укол эшләү тураһында әйтеп тә тормайым - барыһы ла белгес, әйтерһең.
Был теманы күтәргәс, тағы ла бер категория атай-әсәйҙәр тураһында әйтеп үткем килә. Улар баланы үҙ белдектәренә дауаламай, ә бер табипҡа күренеп, дауалау курсы яҙҙырып ала ла, таныш табиптарына шылтыратып, бындай дауалау дөрөҫмө-юҡмы, тип аныҡлай башлай. "Участка балалар табибы ошондай дарыуҙар яҙған ине, һатып алырҙан алда һинән һорарға булдыҡ әле. Алыуы мотлаҡмы, файҙаһы булырмы икән, әллә башҡа берәй дарыу әйтәһеңме?" - тип мөрәжәғәт итә. Ҡәҙерле атай-әсәйҙәр, һеҙҙең борсолоуығыҙ, әлбиттә, аңлашыла, ләкин бындай аҙым бөтөнләй дөрөҫ түгел. Үҙен, коллегаларын, һөнәрен хөрмәт иткән табип бер ҡасан да баланы күрмәйенсә, уны бөтә яҡлап тикшермәйенсә, сирҙең башланыу һәм нисек барыуын белмәйенсә тороп, телефон аша дауалау курсы яҙмай. Әгәр ҙә табипҡа барып, ҙур сират үтеп инеп, уға күренеп сыҡҡанһығыҙ икән, уның кәңәштәренә ҡолаҡ һалығыҙ. Бер сир ҙә өс тапҡыр дарыу ашағандан бөтмәй. Нисә көн, көнөнә нисә тапҡыр эсергә кәрәк тип яҙылған, шул тиклем үк дауаланырға кәрәк. Бер нисә көндән икенсе табипҡа барып, башҡа төрлө дауалау курсы тәғәйенләтеп йөрөүҙән фәтеүә юҡ, сөнки беренсе дауалау курсы тулыһынса үтелмәгән. Бер кемгә лә баланың ауырығанын күреү еңелдән түгел. Ләкин ниндәй хәлдә лә үҙеңде ҡулда тотоп, белгескә ышанып, уның әйткәндәрен үтәү - сирҙе еңеүҙең иң тәьҫирле ысулы.
Ҡайһы саҡта өйҙә дауаларға тырышып, сирҙе шаштырып ебәрәләр. Дауалау өсөн кәрәкле иң ҡәҙерле сәғәт һәм көндәрҙе үткәрәләр һәм һуңғы сиктә дауаханаға алып килеү табиптар эшендә ҙур ҡаршылыҡ тыуҙыра.

Прививка эшләтеү-эшләтмәү бөгөнгө көндә ата-әсәләр тарафынан күтәрелгән иң актуаль темаларҙың береһе...

- Әйтеп үтеүемсә, бөгөнгө көндә медицина хеҙмәтләндереүе үҫешкән мәлдә йәшәйбеҙ. Элек үлемесле һаналған сирҙәрҙе "ауыҙлыҡларға" өйрәндек, урта быуаттарҙа киң таралған тағун (чума), ваба (холера), сәсәк (оспа) һәм башҡа ауырыуҙарҙы ҡурҡыныс төш һымаҡ ҡына хәтергә алабыҙ. Миллионлаған ҡорбандарға килтергән был киҙеүҙәрҙе тик прививкалар ярҙамында ғына кәметеүгә, еңеүгә өлгәшкәндәр. Шуға күрә прививка эшләтеүҙең мөһимлеге тураһында төпкә төшөп аңлатып тормайым, ә табип булараҡ, прививкаларҙы яһатыу кәрәклеген тағы ла бер тапҡыр һыҙыҡ өҫтөнә алам. Ҡыҙғанысҡа күрә, һуңғы ваҡытта бынан 20-30 йылдар элек һирәк осраған киҙеү билдәләре менән мөрәжәғәт итеүселәр артҡандан-арта. Һәм ундай пациенттарҙың күбеһе тейешле прививка эшләтмәгән булып сыға. Бында уйланырға урын бар, минеңсә. Иң мөһиме, прививканы бала сирләгән ваҡытта, саҡ йүнәлеп торған мәлдә эшләтергә ярамай. Прививка ҡуйҙырыр алдынан мотлаҡ анализ биреү кәрәк. Һәр бер прививка уйланылып, ҡабаланмайынса, баланың хәл-торошон күҙ уңында тотоп эшләнергә тейеш.

Балалар табибы булараҡ, ата-әсәләр өсөн психолог ролендә лә сығыш яһарға тура киләлер, моғайын. Һәм тағы бер һорау: бала ауырып киткән осраҡта атай һәм әсәйҙең үҙҙәрен тотоштары араһында айырма бармы?

- Владимир Бехтерев "Һөйләшкәндән һуң сирлегә еңеллек килтермәгән табип - насар табип", тигән. Медицина өлкәһендә эшләгән һәр кемгә психолог булырға тура килә. Шулай ҙа балалар табибына был йәһәттән күберәк көс төшә, тип әйтәйемме икән. Уға бала менән дә, атай-әсәйҙәр менән дә уртаҡ тел табырға, уларҙың һәр береһен йүнәлеүгә көйләргә кәрәк.
Тағы ла шуныһы: медицина университетын тамамлаған һәр белгес тәнде дауалауҙы яҡшы белә, ә бына ниндәйҙер бәхәсле мәл килеп тыуғанда, сир тураһында ауыр хәбәр еткерергә йәки ата-әсәгә тәьҫир итергә кәрәк булғанда, нисек үҙеңде тоторға кәрәклеге тик тәжрибә менән генә килә. Тәнде генә түгел, йәнде лә берҙәй дауалай алыу оҫталығына өлгәшкәндә генә "табип" тигән ҙур исемде күтәреп йөрөү мәртәбәле буласаҡ.
Икенсе һорауға килгәндә, шуны әйткем килә. Стационар бүлек мөдире булараҡ, дауаханала ятып дауаланған балалар һәм уларҙың ата-әсәләре менән йыш аралашырға тура килә. Баланың ауырып дауаханаға эләгеүе һәр ата-әсә өсөн ҙур стресс һәм был осраҡта улар үҙҙәрен төрлөсә тота. Ир-егеттәр логик-рациональ, ә ҡатын-ҡыҙҙар интуитив-эмоциональ уйлай. Атайҙарға бер тапҡыр аңлатаһың да бер-ике һорауға яуап бирәһең, ә әсәйҙәр менән аралашҡанда әллә күпме һорауҙарға яуап бирергә әҙер булырға кәрәк. Улар, һорауҙары булһа, кабинетҡа ла килә, коридорҙа ла тотоп һорай, әленән-әле аныҡлай. Әлбиттә, артыҡ борсолған атайҙар ҙа һәм үҙҙәрен үтә лә тыныс тотҡан әсәйҙәр ҙә бар.
Тағы ла шундай ҡыҙыҡлы фактты билдәләп үткем килә. Әгәр ҙә баланың атаһы ла, әсәһе лә бергә дауаханаға ята алмаһа, күпселек осраҡта бала өләсәһе менән килә. Ейәне менән бергә дауаханала ятҡан олатайҙар юҡ тиерлек.

Һыуыҡтар башланды. Һыуыҡ тейеүҙән нисек һаҡланырға?

- Бында әллә ни ҙур асыш эшләмәйем. Саф һауала күберәк йөрөргә, сөнки был иммунитетты нығыта, кәйефте күтәрә, организмды кислород менән байыта. Йәшәү режимын тәртиптә тотоу мотлаҡ, йәғни йоҡо туйғансы йоҡларға, ял итергә. Туҡланыу рационына күберәк йәшелсә-емеш индерергә, һыуҙы етерлек кимәлдә эсергә. Ҡулды йыш йыуырға, стрестан һаҡланырға, арып-талсыҡмаҫҡа.

Шулай итеп...
Һәр бала - тормош бүләге, ысын мөғжизә. Уның күңел торошо ла бөтөн, һаулығы ла ныҡ булыуы бөтә атай-әсәйҙәр өсөн дә мөһим. Өйҙәге тыныс мөхит, ыңғай һәм матур эмоциялар, баланың һаулығы атай-әсәй иңендә. Ләкин бала ауырымай тормай һәм атай-әсәйҙең яуаплылығы уны тиҙ арала белгескә күрһәтеп, тейешле дауалау алыуға ҡайтып ҡалалыр, моғайын. Ә сирҙең тиҙ генә сигенеүенә иһә, Раян Айҙар улы билдәләп үткәнсә, дауалаусы табипҡа ышаныу һәм уның кәңәштәрен теүәл үтәү.

Гөлназ МАНАПОВА әңгәмәләште.
"Киске Өфө" гәзите, №4, 2024 йыл

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 01.02.24 | Ҡаралған: 50

Киске Өфө
 

"Киске Өфө" (индексы ПР905) гәзите менән бергә булыусы аңлы, зыялы уҡыусыларыбыҙҙы 2024 йылдың икенсе яртыһы өсөн 897 һум 06 тингә баҫмабыҙға яҙылып ҡуйырға саҡырабыҙ. Ә беҙ һеҙҙе рухиәт менән һуғарыуҙы, кәрәкле мәғлүмәттәр еткереүҙе дауам итербеҙ, матур йөкмәтке менән танһыҡтарығыҙҙы ҡандырырға тырышырбыҙ, тигән вәғәҙәбеҙҙе яңыртабыҙ. Гәзитебеҙгә яҙылып, квитанцияларын редакцияға ебәргәндәр араһынан кемдәрҙер бүләккә бик шәп китаптар аласағы тураһында ла онотмағыҙ. Бергә булайыҡ!

МӨХӘРРИРИӘТ.

 
Беҙҙең дуҫтар
 

Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

 
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
© 2024 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru