«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
Беҙҙең номерҙар
 

2024

Ғинуар
   01  |  02  |  03 
Февраль
   04  |  05  |  06  |  07 
Март
   08  |  09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15  |  16 

 
Киске Өфө» VK-төркөмө
 

әйт, тиһәгеҙ...

Ауыл ерендә эшҡыуарлыҡҡа тотоноу бик ҡыйын шөғөлмө? "Еләкле урындар" бөтмәгәнме, йәғни ниндәй эшҡыуарлыҡ төрҙәре менән шөғөлләнеп була?

 
Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
ҠУРҠҠАНҒА ҠУШ КҮРЕНӘ, СИР ҘӘ ЙӘБЕШӘ
+  - 


Әҙәм балаһының хис-кисерештәр донъяһы бик бай һәм ҡатмарлы, һәм беҙ уларҙың йәшәйешебеҙҙәге ролен бигүк белеп, аңлап та бөтмәйбеҙ шикелле. Хис-тойғоларҙың ҡайһы берҙәре кешегә тынысланыу, күңел күтәренкелеге, ләззәт һәм рәхәтлек алып килһә, бәғзеләре борсолоу, хәүефләнеү, кәйеф төшөү, ғазап кисереү кеүек ауыр кисерештәр менән бәйле. Барса тойғоларыбыҙ араһында һис оноторлоҡ булмағанса тәьҫир итеүсе, бөтә булмышыбыҙҙы тик үҙенә генә йүнәлтеүсе, күптәребеҙҙе үҙенә баштан-аяҡ буйһондороусы сифатында кисерелеп, ҡурҡыу тип аталғаны ла бар. Һис ҡасан да, бер нәмәнән дә, саҡ ҡына булһа ла ҡурҡмаған кеше донъяла юҡтыр ул.

Ҡурҡыуға берәй төрлө мәғәнә һалынғанмы, уның кеше шәхесенә ыңғай йәки кире йоғонтоһо ниҙән ғибәрәт? Ата-әсәләр, ғәҙәттә, балаларының ниҙәндер ҡурҡыуын белгән хәлдә лә, уға артыҡ әһәмиәт биреп тормаҫҡа күнеккән: йәнәһе, үҫә килә, ҡурҡыу үҙенән-үҙе юҡҡа сығасаҡ. Әммә ҡурҡыуҙың үҫеп килеүсе бала аңын томалаусы, уның шәхесен зәғифләндереүсе кире йоғонтоһона ваҡытында сик ҡуйылмаһа, уның психологик эҙемтәләре кеше балиғ булғас та ныҡ һиҙеләсәк. Баланы, һис шикһеҙ, бәләкәйҙән үк ҡурҡыуы менән идара итергә өйрәтеү мөһим.
Нимә һуң ул ҡурҡыу? Ҡурҡыу - бөтә йән эйәләренә тәбиғәттән бирелгән инстинкт, һәм ул төп, иң кәрәкле эмоцияларҙың береһе. Тимәк, нисек кенә сәйер тойолмаһын, баш мейеһе, ябай ғына нервылар системаһы булған һәр тереклек ҡурҡыуһыҙ йәшәй алмай. Хәүеф һәм ҡурҡыныс менән тулы донъяла ҡурҡыу белмәгән заттар күптән ҡырылып бөткән булыр ине. Тап ҡурҡыу тойғоһо һаҡланыу хәрәкәт-реакцияларын "тоҡандырып" ебәрә, организмға хәүеф янаған ситуацияға әҙерләнер өсөн сигнал бирә. Шаяртыбыраҡ әйткәндә, ҡуян ҡурҡаҡ булмаһа, йыртҡыс-януарҙан һис ҡотола алмаҫ ине. Кешегә лә мәлендә ҡурҡа белеү кәрәк, әммә ҡурҡыуҙың файҙаһынан зыяны барыбер күберәктер.
Билдәле булыуынса, кешелә ҡурҡыу тойғоһо уның мейе эшмәкәрлегенән тыш барлыҡҡа килмәй. Нейрофизиологтар әйтеүенсә, баш мейеһенең бик боронғо замандарҙа уҡ формалашҡан өлөшөндә ҡурҡыу тыуҙыра торған нервы үҙәге бар (белгестәр уны, мәрәкәләп, "тамуҡ" тип атаған). Шуның өсөн кешенең аҫҡы, боронғо һәм аңлайышһыҙ аңында тыуған һын-образдар (улар йыш ҡына кеше йоҡлаған саҡта, төш күргәндә пәйҙә була) унда ҡурҡыу тойғоһо уятыусан. Әйткәндәй, бер тапҡыр ҙа ҡурҡыныс төш күрмәгән кеше донъяла юҡтыр ул. Ошондай төш күргән кешенең, сәбәбенә төшөнмәйсә, оҙаҡ ҡына бер ҙә юҡҡа хәүефләнеп, шөбһәләнеп йөрөүе мөмкин. Билдәле рәссам Гойяның "Аң йоҡоһо ғифриттәр тыуҙыра" тигән картина яҙыуына тап ошондай ҡурҡыныс төштәрҙең кешеләргә ныҡ тәьҫир итеүе сәбәп булғандыр. Аҫҡы аң кескәй балалар психикаһына үтә көслө тәьҫир итә. Йоҡоһонан ҡурҡып, ҡысҡырып илап уянған балалар ҙа аҙ түгел (быны иләүһерәү, илереү тип тә әйтәләр). Бындай саҡта баланы ҡосаҡлап, иркәләп, яғымлы тауыш менән ата-әсәһенең уның янында икәнен төшөндөрә алыу фарыз.
Шуныһы ҡыҙыҡлы, яңы тыуған сабыйҙа ҡурҡыу тойғоһо юҡ тиерлек, һәр хәлдә лә ул үҙенә ҡурҡыныс янағанын белмәй. Ысын ҡурҡыу унда 7-8 айлыҡ сағынан төҫмөрләнә башлай: сит кешенән ятһыныу, ят кеше ҡулына алған саҡта ҡурҡып илау осраҡтары күҙәтелә, ә 1 йәштән уҙған сабый таныш булмаған кешеләр барҙа тик әсәһенә һырыға. Тимәк, ҡурҡыу, бер яҡтан, тәбиғи рәүештә тыумыштан бирелһә, икенсе яҡтан, ул баланың кешеләр донъяһына инеүе, уларға яраҡлаша алыу-алмауына бәйле. Балағыҙ ҡыйыу һәм кешенән артыҡ ятһынмай үҫһен, тиһәгеҙ, 3 йәш тулғансы уның аралашыу даирәһен мөмкин тиклем киңәйтеү сараһын күреү кәрәк, тип кәңәш итә психологтар.
Ғәҙәттә, ҡурҡыу йыш ҡына ысынбарлыҡтағы хәүефле күренештәргә юлығыуҙан түгел, киреһенсә, кешенең нимәнәндер артыҡ шикләнеүе, шөбһәләнеүе, хискә бирелеп барыуы, төрлө юҡ-барға саманан тыш ышанып, бигерәк тә яңғыҙ ҡалғанда үҙен "яҡлаусыһыҙ" итеп тойоуы арҡаһында көсәйеп китә. Халыҡта "Ҡурҡҡанға ҡуш күренә", тип юҡҡа ғына әйтмәгәндәр бит. Бәғзе кешеләр тәбиғәттәге аномаль (аңлатып булмай торған) күренештәрҙән ныҡ шөбһәләнә. Уларға серле нәмәләр бер үк ваҡытта ҡурҡыныс булып тойола. Өлкәндәр үҙҙәре лә балаларға йыш ҡына әкиәт геройҙарына әйләнгән ен-пәрейҙәр, өй һәм мунса эйәләре, сихырсылар, балалар урлаусы убырлы ҡарсыҡ кеүек шомло персонаждар тураһында һөйләргә ярата. Әйткәндәй, балаларҙы йоҡлатыр алдынан ҡурҡыныс нәмәләр тураһында һөйләүҙән тыйылыу кәрәк. Уларҙан аңы үҫешеп етмәгән бала күңелендә шик-шөбһәләр яралһа, телевизорҙан йыш күрһәтелеп торған ҡурҡыныс сюжетлы фильмдар ҙа үҙенекен итә. Тора-бара баланың ҡурҡыу хисе ныҡ көсәйеп, ул ҡараңғы бүлмәгә инеүҙән, өйҙә яңғыҙы ғына ҡалыуҙан ҡото алына башлай. Бер ҡурҡып ҡалған баланы ипкә килтереүе аҙаҡ бик ауырға төшәсәк.
Бала ҡапылдан йә ныҡ ҡурҡыуҙан көслө психик травма ала, һәм уның ҡотон алған хәл уның мейеһенә видеотаҫмаға яҙылған кеүек һеңеп ҡала. Ваҡыт үтеү менән элеккеһенә оҡшаш хәлгә юлыҡһа, ҡурҡыу яңынан ҡабатлана. Ҡараңғынан, бөжәктәрҙән, ҡош-ҡорттан ҡурҡыу шулай ярала. Бала саҡта үҙем менән дә ошондайыраҡ хәл булып, эттән ҡурҡыуым бик көслө ине. 1-се класта уҡығанда ауыл китапханаһына йөрөй башлағайным. Бер көндө, еңер төшкәс, урам буйына бер уҫал эт абалап сығып, миңә ташланды. Ҡурҡышымдан юл ситендәге көрткә йығылдым, ҡотом алынып ҡысҡырҙым, иланым. Ярай әле, этте бер ағай ҡыуып ебәрҙе, ә мин йәй еткәнсе китапхана юлын ташлап торҙом. Әле лә, артымда кинәт эт өрһә, үҙем дә һиҙмәҫтән, тертләп китәм.
Нисек кенә парадоксаль күренмәһен, бала үҫә барған һайын, уның аралашыу мөхите, үҙаллылығы менән бергә ҡурҡыу тойғоһо ла үҫә һәм киңәйә. Әлбиттә, ҡурҡыуға бирелеүсәнлек баланың нервылар системаһының тотороҡлолоғонан, ғаилә тәрбиәһенең нисек ҡоролоуынан, уның аралашҡан мөхитендә тупаҫлыҡ, агрессив күренештәрҙең булыу-булмауынан да тора. Бала күңелендә бик иртә яралған ҡурҡыуҙың тора-бара аяныслы һөҙөмтәләргә килтереүе ихтимал. Шуның өсөн балаларға ла, өлкәндәргә лә үтә ябай ҡағиҙәне үтәү мотлаҡ: нисә йәштә булыуына ҡарамаҫтан, балаға физик һәм психик баҫым яһарға ярамай, ҡурҡытыу, туҡмау йәиһә ҡараңғы бүлмәгә бикләп ҡуйыу кеүек "тәрбиә" алымдарын вәхшилек, ҡырағайлыҡ тип баһаларға кәрәк. Балаларҙың бер-береһен уйнап ҡына ҡурҡытыуҙары арҡаһында ла улар янында булған бәләкәй баланың психикаһында тиҙ генә юйылмай торған ҡурҡыу тойғоһо ҡалыуы мөмкин.
Бала саҡта ҡурҡыуҙың үтә тәьҫирле булыуын иҫәпкә алһаҡ, уның сабый яҙмышын нисек ағыулағанын тойомларға була. Саманан тыш һәм хроник (йыш ҡабатланып торған) ҡурҡыу бала шәхесендә күп кенә кире сифаттар менән бер рәттән, төрлө психоген сирҙәр, невроз барлыҡҡа килтерә: көйһөҙләнеү, мыжыу, киреләнеү, тиҙ ҡыҙып китеү, йомоҡлоҡ, агрессив холоҡ, энурез (бәүел тотмау), эс һәм баш ауыртыуы, хатта алдашыу кеүек кире сифаттар ҙа ҡурҡыу тигән "миҙал"дың кире яғы ул, тип иҫәпләй Австрия психотерапевы Гизела Эберлейн. Ошо авторҙың "Сәләмәт балаларҙың ҡурҡыуы" тигән китабында балаларҙы ҡурҡыуынан арындырыу саралары тураһында ла фәһемле мәғлүмәттәрҙе табырға була.

Шулай итеп...
Балаларҙың ҡурҡыуын бөтөрөү, уны еңергә ярҙам итеү өсөн белгестәр тарафынан төрлө саралар ҡулланыла. Әлбиттә, ихлас әңгәмәләр аша иң элгәре ҡурҡыу сәбәбен аңлай алырға кәрәк. Баланың үҙ-үҙенә ышанысын, үҙен-үҙе яҡлай алыуына теләк, ынтылыш тыуҙырыу менән бер рәттән, уны янында һәр төрлө ҡурҡыныстан йолоп ҡала алыусы яҡлаусыһы, ҡурсалаусыһы барлығына инандыра алыу мөһим. Бындай "ҡурсалаусы" сифатында баланың яҡын кешеләренән башҡа, уйынсыҡтарын (мәҫәлән, арыҫланын, һалдатын һ.б.) тәғәйенләп ҡуйыуға өлгәшергә мөмкин. Ҡайһы бер осраҡтарҙа балаларҙан ҡурҡҡан нәмәләрен үҙҙәренән һүрәткә төшөртөп, аҙаҡ ошо һүрәтте яндырып, йә булмаһа ваҡ ҡына киҫәктәргә йыртҡыслап ташлатыу файҙалы була. Ғөмүмән, бәләкәй балаларҙы ҡурҡыуынан арындырыр өсөн "тылсым" алымын (тылсымлы һүҙ, хәрәкәт, әйбер һ.б.) ҡулланыу һәйбәт һөҙөмтә бирһә, ҙурыраҡ йәштәгеләрен өлкәндәр менән бергәләшеп, ҡурҡыу тыуҙыра торған ситуацияны ҡабаттан кисереп, "Мин хәҙер ҡурҡмайым" кеүек формуланы аңдарына һеңдертә алыу зарур.
Бер саҡ миңә 6 йәшендә эттән ҡурҡып, абынып йығылып, ҡоро ботаҡ күҙенә инеп китеүе арҡаһында бер күҙе һуҡырайып ҡалған 12 йәшлек ҡыҙ баланы алып килгәйнеләр. Ул ҡыҙ бик сибек һәм сирләшкә ине, һәм уның психологик травма арҡаһында яфа сигеүен билдәләү ауыр булманы. Бәхеткә күрә, гипнотерапия алымын ҡулланыу ул ҡыҙ өсөн бик файҙалы булып, тиҙ арала һауығыу мөмкинлеген бирҙе. Шуның өсөн күп осраҡтарҙа баланы ҡурҡыуынан дауалау өсөн ваҡытында белгестәргә - психолог, психотерапевтарға мөрәжәғәт итеү фарыз.

Вәлиәхмәт БӘҘРЕТДИНОВ.
"Киске Өфө" гәзите, №4, 2024 йыл

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 01.02.24 | Ҡаралған: 49

Киске Өфө
 

"Киске Өфө" (индексы ПР905) гәзите менән бергә булыусы аңлы, зыялы уҡыусыларыбыҙҙы 2024 йылдың икенсе яртыһы өсөн 897 һум 06 тингә баҫмабыҙға яҙылып ҡуйырға саҡырабыҙ. Ә беҙ һеҙҙе рухиәт менән һуғарыуҙы, кәрәкле мәғлүмәттәр еткереүҙе дауам итербеҙ, матур йөкмәтке менән танһыҡтарығыҙҙы ҡандырырға тырышырбыҙ, тигән вәғәҙәбеҙҙе яңыртабыҙ. Гәзитебеҙгә яҙылып, квитанцияларын редакцияға ебәргәндәр араһынан кемдәрҙер бүләккә бик шәп китаптар аласағы тураһында ла онотмағыҙ. Бергә булайыҡ!

МӨХӘРРИРИӘТ.

 
Беҙҙең дуҫтар
 

Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

 
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
© 2024 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru