«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
Беҙҙең номерҙар
 

2024

Ғинуар
   01  |  02  |  03 
Февраль
   04  |  05  |  06  |  07 
Март
   08  |  09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15  |  16 

 
Киске Өфө» VK-төркөмө
 

әйт, тиһәгеҙ...

Ауыл ерендә эшҡыуарлыҡҡа тотоноу бик ҡыйын шөғөлмө? "Еләкле урындар" бөтмәгәнме, йәғни ниндәй эшҡыуарлыҡ төрҙәре менән шөғөлләнеп була?

 
Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
АҘАШҠАН АЛМАҒАС – Аҙағы
+  - 


Иртәгәһенә лә үҙ ҡылығына үҙе аптырап, аныҡ фекергә килә алмай, оҙаҡ икеләнде, шикләнде Һөйөм. Бармаһам, Һөйәрғолдо юғалтырмын, йән тартмаған Таржыҡ менән ғүмерем заяға үтер. Бындай тормоштан, ыҙалап йәшәүҙән ни мәғәнә?.. Төш ауышҡас, мәле еткәс, ниндәйҙер сәйер көс уны Йәмтауға тартты. Мөхәббәттер, ташыр сиккә еткән һөйөү хиселер?..
Йәшелһыу ҡайындар ышығында Һөйәрғол уны тыны менән тартып алырҙай булып көтә ине инде. Тауышы - моң, күҙҙәре тулы һағыш.
- Зиһенемде лә, йәнемде лә арбаның, Һөйөм! Шул арала өҙөлөп һағындым. Башҡаса һине күрмәй бер көн түҙалмам.
Үргәрәк күтәрелгәндә егет йәнәшенең ҡулынан тотоп алды, икеһе лә устарының күңелдәрен ләззәтле кисерешкә тулыштырған тәьҫирен тойҙо. Һөйәрғол илекһеп, һөйгәнен ҡосорға теләне. Һөйөм иһә уның күҙҙәренә текләп, серен систе:
- Минең ирем бар. Мине хурға ҡалдырып ҡатыны иткән ирем! Уны енем менән бер күрәм. Әммә яһиллығын һыпырып ташлай алмай, яҙмышыма күнеп, буйһоноп, ут йотоп йәшәйем...
Янып-көйөүҙәренән, хәсрәтенән эсен бушатып, Һөйөм түгелеп илап ебәрҙе. Аяҡ быуындары бөгөлөп, сирәмгә сүгәләне. Һөйәрғол нисек тә йыуатырға, тынысландырырға теләп, йәнкәйенең маңлайынан, сәстәренән һыйпаны, хатта ки күҙ йәштәренән тағы ла нығыраҡ һылыуланыуын ғәжәп итеп, мөлдөрәмә хистәрен башҡаса тыя алмай, алһыу биттәрен, нәфис муйынын, ҡулбаштарын, асылып киткән иҙеүенән күренгән тумалаҡ түштәрен үбергә кереште. Бығаса бындай иркәләүҙе, наҙҙы тоймаған ҡатындың тәнен йылылыҡ, хушлыҡ, рәхәтлек баҫты һәм ул һөйөүгә һыуһаған егетте үҙенә ҡыҫты.
- Һөйөм...
- Әү...
- Һин - хур ҡыҙы, һин - йәннәт!
- Ҡуйсы, Һөйәрғол. Мин ябай ғына ер ҡыҙы.
- Гүзәл ер ҡыҙы! Иҫ киткесһең, һоҡланғысһың, барсаһынан да матурһың! Һөйөр, һөйөлөр өсөн генә яратылғанһың.
- Рәхмәт, Һөйәрғол! Тик тормошом йәннәт түгел шул.
- Барыбер һин минең ожмахым, мәңге һөйөр йәнәшем!
- Мин дә һиңә ғашиҡмын. Әммә ныҡ борсолам. Үтә ныҡ ғашиҡлыҡ беҙҙе утҡа, тамуҡҡа төшөрөр кеүек.
- Улай тимә, һөйөклөм! Утта ла, һыуҙа ла, ҡайҙа ла бергә булырбыҙ.
Һөйәрғолға йән һөйгәне йәненән артыҡ булып китте, уны күрмәйенсә түҙә алмай башланы. Яйы сығып, йәнә Йәмтауҙа осрашҡанда, бойоғоп, ошо йырҙы йырланы:

Мин урамдан уҙған саҡта,
Күтәр фәрҙәләреңде.
Күтәрһәң фәрҙәләреңде -
Күрәм кәүҙәләреңде.

Һөйөм, көйөнөстәрен онотоп, йылмайып, көлөп ебәрҙе:
- Ҡуй, Һөйәрғол, мине күп уйлап, хыялыйға әйләнеп китмә.
- Әйләнһәм, әйләнәм инде, үлеп яратам бит мин һине. Ысынлап та хыялый иттең. Тәҙрәңдән буй-һыныңды шәйләһәм дә йөрәгемә май була. Һиңә күңелемә хуш бер бағышламаны арнайым. Тыңла:

Ҡошсоҡтай талпынып йәшәнем,
Алиһәм мин һине эҙләнем.
Йөрәгем һөйөүҙән яралы,
Саҡ ҡына ҡанһырап үлмәнем.

Хоҙайым - һин ҡөҙрәт эйәһе,
Үлептәй һөйөүҙән арала.
Йәнгенәм өҙөлә әрнеүҙән,
Өҙмәсе бәғерем - дауала.

Талсыҡҡан тәнемә бир һиллек, -
Тик шуны һорайым үтенеп.
Ут кеүек яныуҙар кәрәкмәй,
Бик ауыр йәшәүе үртәлеп...

- Тетрәтә, йөрәккә үтеп инә, Һөйәрғолом!..
- Дауамы ла бар. Ҡалғанын артабан осрашҡанда йырламын, йәме.
Алиһәһенә бик эҫенеп, егет уның урамына йышланы. Был күршеләрҙең күҙенә салынмай ҡалманы. Ҡатындар теле - утлы киҫәү! Һөйәрғол менән Һөйөм тел өҫтөндә, ҡыл өҫтөндә ҡалды. Һылыубикә йән ҡыйғыс хәбәрҙәргә түҙҙе, түҙҙе лә, асырғанып әйтте:
- Тәүге ир - ил йолаһы, икенсеһе - йөҙ ҡараһы, балам. Тоғро юлдан яҙып бараһың. Уйнаш кергән йорт ҡорой. Беләһеңме шуны?
- Исхаҡты яратмайым мин, инәй. Эсеп, минең дә, бәпесемдең дә башына етте. Ул аҙғынға күңелем ҡатҡан.
- Әммә оят бит, оят. Урамға сығыр әмәл юҡ, ғәйбәт. Гонаһ ҡылһаң, тәүбә ит, ҡыҙым.
- Ниндәй гонаһ? Яратыу гонаһ буламы? Айҙың да яҡты йондоҙо бар.
Бер аҙҙан ҡара янып, зәһәрен сәсеп, ҡәйнәһе пәйҙә булды:
- Иҫке - һаҫыҡ, яңы танһыҡ инде һиңә, килен? Ирҙән иргә йөрөгәнсе, гүрҙән гүргә йөрө, уйнашсың менән йәнең сыҡһын!..
Яман һүҙ, яман ҡылыҡ әҙәмде ҡәбергә керетерен һис кенә лә уйламай, ҡарсыҡ ҡарғыш яуҙырып, төкөрөнөп сығып китте. Кисен, эсеп ҡайтып, Исхаҡ ҡоторҙо. Һөйөмдө һөйрәп сығарып, оҙон толомонан солан өрлөгөнә аҫты ла, йылан һымаҡ ыҫылдап, арматлы ҡамсыһы менән ярҙы:
- Кәнтәй! Емтек! Үлтерәм!..
Иҫе китеп, ыңғырашып, таң көнгә ауышҡансы ятты Һөйөм. Тәне аяуһыҙ һыҙлай, йөҙө - күм-күк. Өйҙә берәү ҙә юҡ. Күңеленә йәшәүҙең мәғәнәһе ҡалмағандай тойолдо. Күҙҙәренә йәш эркелеп, дәфтәр битенә яҙҙы: "Инәкәйем, бәғеркәйем, ғәфү ит мине. Яҙмыштан уҙмыш юҡтыр, күрәһең. Бәхил бул!" Өҫтәлдән бер ҙур алманы ҡулына алды ла, уға ҡарап "Ҡыҙарып бешкән, өҙөлөп төшкән, аһ, өҙөлөп төшкән" тип һамаҡлай-һамаҡлай, Йәмтауға һылтыҡланы. Һөйөклөһөнөң ҡанға туҙғансы туҡмалғанын ишетеп, Һөйәрғол аты менән уның артынан төштө. Дауаханаға алып барырға ниәтләгәйне лә, Һөйөм һис кенә лә теләмәне. Бик оҙаҡ күкһел, төпһөҙ күккә ҡарап ятты ла Һөйәрғолға һыйынды:
- Бер күңелдә ике мөхәббәт булмай, һине генә яратам. Әммә икәүбеҙҙең һөйөүе, һағышы бер ҡайғыға әйләнде. Ерҙә йәшәргә дәрт-дарманым һүнде. Һүнде... Быҫҡыған усаҡ һымаҡмын. Тән бөтһә лә, йән үлмәй ул, тигәйне оләсәйем. Тәнем тыуған тупрағымда ҡалыр, йәнем менән икенсе донъяға китәмен. Мине киреһенә өгөтләмә, Һөйәрем, ҡәтғи ҡарар ҡылдым инде.
- Беҙҙе яҙмыш осраштырҙы, бәндәләр генә бүлә алмаҫ. Һинһеҙ ҡалып, был ерҙә мин дә им тапмам. Мөхәббәтем өсөн йәнем фиҙа! Тәндәребеҙ айырылһа ла, йәндәребеҙ айырылмаҫ, Һөйөмөм. Әйҙә, йыуаныс өсөн теге йырҙы йырлайыҡ:

Мөхәббәт ялҡыны аяуһыҙ -
Көйҙөрҙө тормошом сырағын.
Үтенеп һорайым, Илаһым,
Һүндермә һин беҙгә күк нурын.

Был ерҙә, күрәһең, бәхет юҡ,
Юҡ әмәл һис кенә ҡауышыр.
Өҙмәйем өмөтөм барыбер, -
Йәнебеҙ йыһанда табышыр.

- Һөйәрғолом, кендек ҡаныбыҙ тамған төйәгебеҙ менән хушлашып, ошо алманы ҡабайыҡ. Бүл икегә...
Осло ҡайын ботағы менән сирәмде соҡоп, алһыу алманың орлоҡтарын устарының йылыһы менән наҙлап, иркәләп, мөхәббәтттәре менән һуғарған тупраҡҡа һалды Һөйөм:
- Ҡайнар һөйөүебеҙ хөрмәтенә беҙ осрашҡан ошо урында һылыу алмағас үҫеп сыҡһын, Тәңрем! Нурыңды бөтөнләй һүндермә Һин беҙгә! Зинһар, һүндермә! Беләм, үҙеңә ҡул һалыу - ифрат та ҙур гонаһ! Әммә башҡа әмәлем юҡ, көсөм юҡ. Әжәлең етһә, ауырымай ҙа үләһең икән. Аҙашҡан заттарыңды, гонаһыбыҙҙы ғәфү ҡыл, игелекле үә ярлыҡаусы Тәңрем!..
Һөйәрғол, аҫҡараҡ төшөп, дилбегәһен ысҡындырып алды ла, атын бороп, ауылға табан ҡыуҙы. Тарбаҡлы ҡайындың йыуан ботағына дилбегәне ҡап уртаһынан ураны ла остарын элмәкләне...
Нәҡ ошо ваҡытта Исхаҡ, асыуынан тиреһенә һыя алмай, һүгенә-һүгенә, сыбыртҡыһы менән мөңрәшкән һыйырҙарын һыҙыра, туҡмай ине. Тоҡом үгеҙенә лә ныҡ ҡына эләкте. Баҡырып, һелтәнеп, һәммәһен әрләп, атынан ырғып, муҡсаһындағы шешәһенең морононан "шайтан һыуы"н ғолҡолдатты. Самаһыҙ һемереүҙән, хәле бөтөп, бөгөлөп төштө. Яман ҡыланышына үсеккән үгеҙ, тояғы менән ерҙе аҡтарып торҙо ла, ҡапыл яҡынайып, дошманын һөҙөп йыҡты һәм осло мөгөҙөн уның ҡорһағына ҡаҙаны. Балаһын баҫҡанында Һөйөмдөң ныҡ әсенеп: "Дөмөккөр!" - тигәне, бер арауыҡ иҫендә яңғырап, Таржыҡтың танауын тағы ла нығыраҡ таржайтты...

***

-Бына шулай тормош, Юлай ҡустым, "аҙашмам" тигән дә ҡаш менән күҙ араһында аҙаша икән. Башҡа берәү һөйләһә, бәлки, ышанмаҫ та инем, әммә әллә ҡайҙа алыҫта түгел, тап беҙҙең ауылда булды ошо аяныслы хәл. - Динмөхәмәт ағай әле лә көйөнөп, көрһөнөп ҡуйҙы. - Ул саҡ Һөйөмбикә менән Һөйәрғолдоң көтөлмәгән ҡылығына, фажиғәле мөхәббәтенә яҡындары ғына түгел, ете яттар ҙа шаҡ ҡатты. Күп булды төрлө һүҙ, хәбәр сурытыу. Шундай ҙа йән аямай һөйөү була икән тип аптыранылар. Исхаҡтың үгеҙҙән һөҙөлөп үлеүен генә була торған хәл кеүек күрҙеләр, яҙыҡ эш, гонаһ, тәүбәгә килмәгән өсөн яза тип уйламанылар.
- Әммә нисек кенә ҡабул ҡылынмаһын, һин күҙ алдына баҫтырған Әҙәм менән Һауа, Һөйөм менән Һөйәрғол мөхәббәте тарихы - ғибрәтле фәһем, аманат, ағай. Кеше хаталанғанын аңлап, Илаһҡа һығынһа, тәүбә ҡылһа, тимәк, Ул уны ярлыҡай. - Эйе, туғаным. Әҙәмгә олуғ шәфәғәт килтергән һымаҡ, Хаҡ Тәғәлә гонаһтары өсөн алдан уҡ түбәнселек менән ярлыҡау үтенгән ғашиҡтарға ла рәхимлек ҡылған. Шуғалыр ҙа Һөйөмдөң ихлас һүҙҙәре, эскерһеҙ теләге бойомға ашҡан, илаһи ҡөҙрәт менән Йәмтауҙа уҫаҡтар, ҡайындар, ҡарағастар араһында алмағас шытып сыҡҡан, үҫкән, алмаланған. Һөйөм менән Һөйәрғол үҙҙәре лә ошо аҙашҡан алмағасҡа оҡшаш бит. Мин шулай уйлайым.
- Күпме йылдар үткәс, мин ошо алмағасты осраҡлы рәүештә тап иттем, үҙ күҙҙәрем менән күрҙем. Ысынлап та ғәжәп!..
Ғәжәп шул, иҫ киткес ғәжәп... Юлай ниндәйҙер тылсым арбауына, тартыуына буйһоноп, йәнә Йәмтауға артылды һәм, йәне көҫәп, илерткес теләк менән "Мөхәббәт ағасы"ның емешен ҡапты... Хәс тә ҡанбабаһы Әҙәм һымаҡ...

(Аҙағы. Башы 2-3-сө һандарҙа).
"Киске Өфө" гәзите, №4, 2024 йыл

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 01.02.24 | Ҡаралған: 48

Киске Өфө
 

"Киске Өфө" (индексы ПР905) гәзите менән бергә булыусы аңлы, зыялы уҡыусыларыбыҙҙы 2024 йылдың икенсе яртыһы өсөн 897 һум 06 тингә баҫмабыҙға яҙылып ҡуйырға саҡырабыҙ. Ә беҙ һеҙҙе рухиәт менән һуғарыуҙы, кәрәкле мәғлүмәттәр еткереүҙе дауам итербеҙ, матур йөкмәтке менән танһыҡтарығыҙҙы ҡандырырға тырышырбыҙ, тигән вәғәҙәбеҙҙе яңыртабыҙ. Гәзитебеҙгә яҙылып, квитанцияларын редакцияға ебәргәндәр араһынан кемдәрҙер бүләккә бик шәп китаптар аласағы тураһында ла онотмағыҙ. Бергә булайыҡ!

МӨХӘРРИРИӘТ.

 
Беҙҙең дуҫтар
 

Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

 
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
© 2024 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru