«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
Беҙҙең номерҙар
 

2024

Ғинуар
   01  |  02  |  03 
Февраль
   04  |  05  |  06  |  07 
Март
   08  |  09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15  |  16 

 
Киске Өфө» VK-төркөмө
 

әйт, тиһәгеҙ...

Ауыл ерендә эшҡыуарлыҡҡа тотоноу бик ҡыйын шөғөлмө? "Еләкле урындар" бөтмәгәнме, йәғни ниндәй эшҡыуарлыҡ төрҙәре менән шөғөлләнеп була?

 
Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
БЫНДА ҠАЙҒЫ НЫҒЫРАҠ ҠАЙҒЫ, ШАТЛЫҠ НЫҒЫРАҠ ШАТЛЫҠ БУЛЫП ТОЙОЛА...
+  - 


Былтыр декабрҙә Махсус хәрби операция барған Луганск Халыҡ Республикаһында булып ҡайтҡан журналистар араһында "Йәшлек" гәзитенең баш мөхәррире Артур Хәсән улы ДӘҮЛӘТБӘКОВ та бар. Ул "Йәшлек" гәзитенең бер нисә һанында унда алған тәьҫораттары менән уртаҡлашып өлгөрҙө лә инде. "Йөҙ тапҡыр ишеткәнсе, бер тапҡыр барып күр", тиҙәр халыҡта. Шуға күрә илебеҙ яҙмышы өсөн хәл иткес ваҡиғалар - Махсус хәрби операция - барған ергә үҙе барып ҡайтҡан баш мөхәррир менән әңгәмә ҡорҙоҡ.

Артур Хәсән улы, Махсус хәрби операция биләмәһенә барып ҡайтырға нисек ҡарар иттегеҙ?

- Махсус хәрби операция башланғас, төрлө кеше төрлөсә фекерҙә ине. Беҙҙең арала ла икеләнгәндәр, шикләнгәндәр булманы түгел, булды. Үҙебеҙҙең дә күңелдә төрлөсә фекерҙәр йөрөнө. Интернет селтәрендә төрлө фейк хәбәрҙәрҙең йөрөүе кешене ҡапма-ҡаршылыҡлы уйҙар солғанышында йәшәтте. Махсус хәрби операция барған ергә ижади командировкаға юлланыу ниәте иң беренсе нәүбәттә объектив мәғлүмәт табыу зарурлығынан килеп тыуҙы. Сөнки интернет, ватсап, башҡа электрон сығанаҡтарҙан килгән мәғлүмәттәргә генә таянып гәзиттә дөрөҫ мәғлүмәт биреү мөмкин дә түгел.
"Башҡортостан", "Йәшлек" гәзиттәрендә эшләп киткән билдәле журналист, яҙыусы Рәлис Ураҙғоловтың улы Тимерғәле күп тапҡырҙар ут эсендә булған яҡташ егеттәребеҙгә гуманитар ярҙам ойоштороп алып барҙы. Бер ҡайтҡанында ул матбуғат йортона ла килде һәм ошо сәфәрҙәре тураһында һөйләне. Шунда дәртләнгәйнек беҙ ошо командировкаға "Башҡортостан" гәзитенең баш мөхәррире Вәдүт Исхаков, "Ағиҙел" журналы баш мөхәррире Мөнир Ҡунафиндар менән. Тик журналистарыбыҙ тәүге тапҡыр унда юлланғанда, мин бара алмай ҡалдым. Ә икенсе тапҡыр барған төркөмгә мин дә эләктем. Бик матур йөрөп ҡайттыҡ. Әгәр ҙә беҙҙең төркөмдә психологик яҡтан тап килеү булмаһа, эшләүе бик ауыр булыр ине.

Унда булып ҡайтыу тормошҡа ҡарашығыҙҙы ниндәй кимәлдә үҙгәртте?

- Тормошҡа ҡараштың үҙгәреүенә килгәндә, әлбиттә, үҙгәрә. Етмәһә, мин һалдат шинеле кейеп, автомат тотоп окоптарҙа ятҡан кеше түгелмен. Ундағы һалдаттарҙың нимә уйлағанын белер өсөн улар менән бер блиндажда йоҡлап, улар туҡланған ризыҡ менән туҡланырға кәрәк. Үҙең дә һиҙмәҫтән уларҙың фекерҙәшенә әйләнәһең. Ҡайтҡан саҡта уларса уйлап ҡайтып китәһең, уларҙың эске кисерештәрен аңлайһың. Байтаҡ ҡына кешеләр уларҙы аҡса артынан сығып киткәндәр тип көлөп ҡарай. Был дөрөҫ түгел.

Бизмәндең бер яғына ғүмер, икенсе яғына үлем һалынғанда аҡса бөтөнләй онотола торғандыр?

- Тап шулай. Ә инде аҡса эшләүгә килгәндә, кемдең генә аҡса эшләгеһе килмәһен. Бөтә илебеҙ менән кредитҡа йәшәйбеҙ. Әммә унда барғас, аҡса эшләү түгел, илеңде һаҡлау зарурлығы беренсе урынға күсә. Махсус хәрби операцияла йөрөгән егеттәр менән яҡындан аралашҡанда мин быға инандым.
Тәүге фотоларҙы ебәреү менән күптәр: "Беҙҙекеләр алғы һыҙыҡта",- тип яҙып та ҡуйҙылар. Беҙ бер ниндәй ҙә алғы һыҙыҡта булманыҡ, уныһын туранан-тура әйтергә кәрәк. Сөнки декабрь айында ундағы хәлдәр үтә ҡатмарлы ине һәм бер генә командир ҙа, бер генә һалдат та үҙенә яуаплылыҡ алып, һине алғы һыҙыҡҡа алып бармаясаҡ. Ә беҙ алғы һыҙыҡта булып, ялға сыҡҡан командирҙарҙы, яугирҙарҙы күреп һөйләштек.

Социаль селтәрҙәрҙә, беҙҙән ебәрелгән гуманитар ярҙам, посылкалар һалдаттарға барып етмәй, тигән яҙмалар күп булды...

- Эйе. Мөмкинлектән файҙаланып, гуманитар ярҙам базаһына барып тикшерҙек. Унда бынамын тигән Баймаҡ егеттәре эшләп йөрөй. Унда бөтә нәмә тәртиптә. Ҡайтып, шул турала яҙғайным, "Бәйләнештә" селтәрендә Әбйәлилдән бер ағай: "Барып етмәй, нишләп алдайһығыҙ?" - тип яҙып та сыҡты. Мин уға шылтыраттым. Баҡтиһәң, уға был турала әйткән егет менән мин командировкаға барғанда танышҡанмын икән, ә бит ул миңә тегендә булғанда был хаҡта бер нәмә лә әйтмәне. Теге кеше шулай әйтте, был кеше тегеләй әйтте, тигән йәүкә телефон аша таралған хәбәрҙән барлыҡҡа килә инде бындай фейктар.
Бындай хәбәрҙәр социаль селтәрҙә килеп сыҡһа, шундуҡ эләктереп алып таратырға тотоналар. Был йәһәттән бик һаҡ булырға тәҡдим итер инем. Әлбиттә, барып етмәгән хәлдәр ҙә булыуы мөмкин. Беҙҙә базала эшләгән егеттәрҙең телефондары бар. Бындай хәл була ҡалһа, беҙгә мөрәжәғәт итһендәр. Ҡыҫҡаһы, ялған хәбәрҙәргә ҡаршы көрәшер өсөн үҙебеҙҙең дә күҙебеҙ асылып ҡайттыҡ.

Унда йөрөгән егеттәр ауылдарҙа, ҡалаларҙа беҙҙең күҙ алдында үҫте, быуын нығытты. Ул егеттәр үҙҙәре күпмегә үҙгәргән һуң? Һуғыш ысынбарлығы шундай: кеше менән үлем арауығы бер секундтай ғына булыуы мөмкин. Уларҙың тормошҡа ҡараштары үҙгәргәнме? Һеҙ уны нисек тойҙоғоҙ? Самолет осоп барып, аварияға дусар булғас, тәүге һелкенеүгә тиклем генә атеистар була тиҙәр. Самолеттың ергә бәрелеүенең ҡотолғоһоҙ икәнлеген аңлағас, пассажирҙар атеист булыуҙан туҡтап, барыһы ла Хоҙайҙы телгә ала, тиҙәр...

- Унда барыусылар йөҙ проценты менән яҡшыға әйләнеп киткән тип әйтеп булмай бит инде. Нисек кенә булмаһын, кеше ауыр саҡта Аллаһҡа һыйына. Уларға Хәмзә хәҙрәт менән отец Виктор дини тәртиптәрҙе үтәргә өйрәтә. Уларҙың вәғәздәре бик үтемле, улар унда дин юлына өйрәтеүсе генә түгел, психолог ролен дә үтәйҙәр.
Ауырлыҡты үткәндән һуң кеше ҡәҙимге тормошҡа ҡайтып йәшәй башлай. Барлыҡ һалдаттар өсөн дә әйтә алмайым, әммә үлем менән янаған һуғышты күргән кеше иң тәүҙә йәшәүҙең ҡәҙерен беләлер тием. Унда дингә килеүсе егеттәр бар, улар спорт менән шөғөлләнә, әүҙем тормош менән йәшәй.
Мин, мәҫәлән, Туймазынан "Сәлим" позывнойлы яугир егет менән таныштым. Ул да дингә килгән. Тәүҙә доғаларҙы ятлау уға бик ауыр бирелгән, аҙаҡ һуғыш ысынбарлығы уны намаҙ ғәмәленә тиҙ өйрәткән. Ысынлап та, унда йөрөүсе егеттәрҙең Аллаһҡа яҡынайғандары ныҡ һиҙелә. Вәдүт Исхаҡов миңә махсус хәрби операцияла йөрөгән егеттәргә сало алып барырға тәҡдим иткәйне. "Сәлим"гә тәҡдим иткәйнем, ул ашауҙан баш тартты, шулай ҙа башҡаларға кәрәк булыуы бар тип, алып һалып ҡуйҙы. Салоға бәйле бер хәлде лә һөйләне. Сираттағы бер яуҙа ике чечен, ике тыва, татар, урыҫ егеттәре менән ҡамауҙа тороп ҡалалар. Шул саҡ чечендәр доға уҡый башлай. "Сәлим" доға уҡый белмәгәс, үҙе өсөн дә доға уҡыуҙарын үтенә. Тегеләр бының өсөн Аллаһы Тәғәлә алдында тәүбә итергә ҡуша. Егет күп уйлап та тормай, сусҡа ите ашауҙан тыйылырға һүҙ биреп, тәүбә әйтә. Егеттәр уның өсөн доға башҡара һәм улар ҡамауҙан барыһы ла имен-аман сыға ала...

Кеше сарсағанда һыуҙың, асыҡҡанда - ризыҡтың, ауырығанда - һаулыҡтың, эҫелә - һалҡындың, өшөгәндә - йылының, һуғышта - тыныслыҡтың, үлем көткәндә - йәшәүҙең ҡәҙерен белергә өйрәнә. Быны һеҙ егеттәрҙә һиҙҙегеҙме?

- Һиҙелеү генә тиһеңме, бер егет: "Ялға ҡайтҡас, рәхәтләнеп, тура баҫып атлап йөрөүе үҙе бәхет икәнен аңланым, тегендә блиндажда, окопта гел эйелеп-бөгөлөп йөрөргә тура килгәйне бит", - ти. Таҙа һыу эсеүе, йылы өйөңдә таҙа түшәктә ятып йоҡлауы ла ҙур бәхет, ти. Йәғни гражданкала ғәҙәти булған ғәмәлдәр тегендә барғас оло бәхеткә әүерелә. "Бында ҡайғы нығыраҡ ҡайғы, шатлыҡ нығыраҡ шатлыҡ булып тойола", тине бер яугир һөйләшеп ултырғанда. Беҙ был ғәҙәти төшөнсәләрҙең бында бәхет булыуын бөтөнләй тоймайбыҙ. Унда хатта тәмәкене лә йәшереп тарталар, иркенләп тәмәке көйрәтеү ҙә бәхет. Көнитмештәге башҡа ғәмәлдәр хаҡында әйтергә лә түгел.

Мөнир Ҡунафин Фәнис Хөсәйенов тураһындағы яҙмаһын "Бер ғүмер етмәй икән" тип атаны. Бында тарихи фактор булараҡ, бөтә донъяны шаулатҡан башҡорт яугирлығы феномены ла сағыла. Ысынлап та, ҡаныбыҙҙа ятҡан яугирлыҡты бойомға ашырыу өсөн бер генә ғүмер етмәйҙер. Әле килеп Махсус хәрби операцияла ла Башҡортостан, башҡорт егеттәре үҙҙәрен һынатмай. Был феномендың асылы хаҡында уйландығыҙмы Махсус хәрби операция биләмәһендә йөрөгәндә?

- Был турала Шайморатов батальонында булған саҡта ныҡ уйланылды. Сөнки уларҙа беҙҙең республика байрағы бар. Өҫтәүенә, улар Бөйөк Ватан һуғышында Башҡорт атлы кавалерия дивизияһы һуғышҡан ерҙәрҙә махсус хәрби операцияла ҡатнаша.
Улай ғына ла түгел, республикабыҙҙан Махсус хәрби операцияға беҙҙән ебәрелгән автомобилдәрҙең дәүләт номерында 02 һандары бар. Ысынлап та, былар күңелдә ғорурлыҡ тойғоһо тыуҙыра. Мин, мәҫәлән, үҙебеҙҙең республиканың ҡайһы бер ҡалаларына ҡарағанда Башҡортостанды нығыраҡ тойҙом. Шайморатов батальонында ғына түгел, башҡаларында ла төркөм-төркөм башҡортса һөйләшеп йөрөгән үҙебеҙҙең егеттәрҙе күреү был тойғоно тағы ла көсәйтә. Шунан һуң беҙҙән барған башҡа милләт вәкилдәре лә унда үҙҙәрен "башҡорт" тип атай. Ҡаныбыҙҙа булған яугирлыҡ бында ныҡ сағыла, уны һөйләп аңлатып булмай, тойоп ҡына була.

Был йәһәттән мине дошмандың БТР-ын ҡыуып алып ҡайтҡан Фәнис Хөсәйеновтың хәрби машинаның бортына Танып ырыуы башҡорттарының бер бүленеше булып ауыл атамаһына әүерелгән "Бүл-Ҡайпан" атамаһын яҙып ҡуйыуы һоҡландырҙы. Был да юҡҡа түгелдер...
Ә бына һинең унда барыуҙы ғаилә ағзаларығыҙ нисек ҡабул итте? Нимә генә тимә, оло хәүеф менән янаған ергә аяҡ баҫҡанһығыҙ...

- Мин психологик яҡтан барыһына ла әҙер инем. Өйҙәгеләр минең унда киткәнде белмәй ҙә ҡалды. Иртәгә китәм тигән саҡта ғына кәләшемә әйттем.

Нисек кенә сәйер тойолмаһын, һуғышта ла тормош бара. Һалдаттар ашарға бешерә, кейемен рәтләй, башҡа төрлө көнүҙәк ғәмәл башҡара..

- Беҙгә киткән саҡта уҡ окоп тормошон тойоу бурысы ҡуйылғайны. Блиндаж тормошон да күрҙек, барыһын да. Алғы һыҙыҡтан башҡаһын. "Сәлим" миңә ҡыҙыҡ ҡына күҙәтеүен килтерҙе. Уныңса, һуғышҡа килгән ун кешенең өсөһө шундуҡ ҡасасаҡ. Улар бер нисек тә һуғышҡа әҙер түгел. Ә биш кешеһе икенсе тапҡыр яуға теләмәйенсә генә инәсәк. Шул унауҙың икәүһе генә ысын яугир. Ә беҙ булған ерҙә ысын яугирҙар ҡалғайны. "Сәлим" үҙе генә лә туғыҙынсы һуғышта. Ул бер мәл ныҡ яралана. Оҙаҡ ваҡыт хәрби госпиталдә ята. Аяҡҡа баҫҡас та, тыуған яғына ла ҡайтып тормай, тағы ла егеттәре янына килә. Мине уларҙың госпиталдән һуң хәрби часҡа кире барыуҙары аптырата.
Ҡыҫҡа ғына аралашыу араһында егеттәр яҡын туғаныңа әүерелә. Телефондарҙы алмаштыҡ. Минең күҙ алдында ун егет алғы һыҙыҡҡа юлланды, хәҙер уларҙың береһе донъяла юҡ инде.

Һалдаттар үҙҙәренең тылдағы һөйгәндәре тураһында һөйләмәнеме? Нимә генә тимә, мөхәббәт тойғоһон да көсәйтә бит ул һуғыш...

- Миҫал эҙләп алыҫ китергә түгел: Ауырғазынан бер егет махсус хәрби операциянан кәләш алып ҡайтты бит инде.
Бер егет менән һөйләшәбеҙ. Ул миңә нимәнелер әйтеп бөтөрә алмай. Ул пенсияға сыҡҡан, өс ул үҫтерә. Унан нишләп бында килгәнен һорашҡайным: "Ҡатыным менән айырылышҡайныҡ шул", - ти был. Шуға үс итеп сығып киткән икән. Әгәр ҙә ул ҡайтып, ҡатыны менән кире ҡауышһа, беҙҙең барыуҙың бер ыңғай һөҙөмтәһе булыр ине.

Фәһемле әңгәмәң өсөн оло рәхмәт, Артур Хәсән улы. Һинең һөйләгәндәргә ҡушып, 2024 йылдың Еңеү йылы булыуын, егеттәребеҙҙең тыуған яҡтарына имен-һау әйләнеп ҡайтыуын теләргә генә ҡала!

Әхмәр ҒҮМӘР-ҮТӘБАЙ әңгәмә ҡорҙо.
"Киске Өфө" гәзите, №4, 2024 йыл

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 01.02.24 | Ҡаралған: 59

Киске Өфө
 

"Киске Өфө" (индексы ПР905) гәзите менән бергә булыусы аңлы, зыялы уҡыусыларыбыҙҙы 2024 йылдың икенсе яртыһы өсөн 897 һум 06 тингә баҫмабыҙға яҙылып ҡуйырға саҡырабыҙ. Ә беҙ һеҙҙе рухиәт менән һуғарыуҙы, кәрәкле мәғлүмәттәр еткереүҙе дауам итербеҙ, матур йөкмәтке менән танһыҡтарығыҙҙы ҡандырырға тырышырбыҙ, тигән вәғәҙәбеҙҙе яңыртабыҙ. Гәзитебеҙгә яҙылып, квитанцияларын редакцияға ебәргәндәр араһынан кемдәрҙер бүләккә бик шәп китаптар аласағы тураһында ла онотмағыҙ. Бергә булайыҡ!

МӨХӘРРИРИӘТ.

 
Беҙҙең дуҫтар
 

Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

 
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
© 2024 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru