«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
Беҙҙең номерҙар
 
2024

Ғинуар
   01  |  02  |  03 
Февраль
   04  |  05  |  06  |  07 
Март
   08  |  09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15  |  16 

Киске Өфө» VK-төркөмө
 
әйт, тиһәгеҙ...

Ауыл ерендә эшҡыуарлыҡҡа тотоноу бик ҡыйын шөғөлмө? "Еләкле урындар" бөтмәгәнме, йәғни ниндәй эшҡыуарлыҡ төрҙәре менән шөғөлләнеп була?

Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52

  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
ҠАТЫ КҮҢЕЛ
+  - 

-Эй, ҡаты күңелле кеше булып сыҡты. Йылы һүҙ ишетеү түгел, һуңғы осорҙа йылмайып ҡарағанын да күргәнем юҡ. Турһайып ала ла, эркет уртлаған һымаҡ йөҙөн сирып тик йөрөй. Бер көн ауырыуға һалышып яттым, яныма килеп берәй йомшаҡ һүҙ әйтмәҫме, йәнәһе. Эргәмә килеп тә ураманы, нишана. Шул тиклем эрелек, һерелек йәш кешелә ҡайҙан киләлер. Ҡоҙағыйҙы әйтәм, ҡыҙын тормошҡа ла, ҡәйнәһенә ярай белергә лә өйрәтмәгән... - тип, тик торғандан киленен яманланы ла китте танышым.
Таныш тигәс тә, бер-беребеҙҙе яҡындан түгел, исемләп тә белмәйбеҙ. Бөтә танышлығыбыҙ автобус туҡталышында күрешеү менән сикләнә. Ғөмүмән, ҡатын туҡталыштағы бөтә кешегә лә күптәнге танышы кеүек хәбәрен һөйләй ҙә бөтә. Яҙ көнө ошонда автобус көткәндә мин дә уның берҙән-бер улы кәләш алыуы, күптән түгел туй яһағандары тураһында белгәйнем.
- Ай тормай атың маҡтама, йыл тормай киленең маҡтама, тиҙәр халыҡта. Улың өйләнеүгә ярты йыл да юҡ түгелме? Боронғолар, йыл тормай килен маҡтама тигәс, яманларға ла иртәрәк түгелме икән, - тим.
- Киленде лә, атай-әсәһен дә күптән беләм бит мин. Туй булғансы уҡ йәштәр бер-береһенә барып йөрөнө, киленебеҙ һуңғы осор бөтөнләй беҙҙә йәшәне. Улым атаһының "Үҙең яратҡанға түгел, һине яратҡанға өйлән", тигән һүҙен тотто, шикелле. Һайлап алырлыҡ ҡыҙҙар була тороп, ошо артынан бер тотам ҡалмай йөрөгән ҡыҙға өйләнде лә ҡуйҙы. Яратҡас, күҙеңә генә ҡарап тора, нимә теләгәнеңде әйтергә лә кәрәкмәй, хаталарыңа ла күҙ йома, ғәфү итә, йәнәһе. Хәҙер ана кәләше үҙен орсоҡ урынына зырылдата, - ҡатын тыныслана алмай, асыуы йөҙөнә сыҡҡан, хатта ауыҙынан төкөрөктәре сәселеп киткәндәй. - Бер көн эштән ҡайтһам, бисәһенең алъяпҡысын бәйләп алған да, һауыт-һаба йыуып йөрөй, тегенеһе күренмәгәс, ул булмағанда улыма бер аҙ аҡыл өйрәтеп алайым әле тип, улымдың ым-ишараһын да абайламай, һүҙ һөйләй башлағайным, икенсе алъяпҡыс кейгән килен залдан килеп сыҡты. Үҙе тураһында насар һүҙҙәрҙе ишетһә лә, ләм-мим, ауыҙ асып һүҙ өндәшмәй, уның ҡарауы, улым, асҡан ауыҙын да ябырға онотоп, тын алырға ла ҡурҡып ҡалды.
Хәҙер килен ишекте шарт ябып сығып китерме икән, тип мин дә шөр ебәргәйнем, әммә ул бер нәмә ишетмәгәндәй, үҙ эшен дауам итте.
Уның миңә ҡарата шулай һалҡынлығы, дөрөҫөрәге, өндәшмәй ҡалыуы зитыма тейҙе. Мине ахмаҡ итеп күрә инде. Быға тиклем ныҡ бәрелгәнем юҡ ине, был юлы түҙмәнем, уның тураһында нимә уйлайым, бөтәһен дә әйтеп һалдым да, сыҡтым да киттем.
Хәҙер бына нисек өйгә инергә белмәй аптырап йөрөйөм. Улым, ниңә ҡыҫылаһың, тип ябырылырмы, әллә килен яу күтәрерме? Күңелемә шул тиклем ҡыйын булғаны юҡ ине әле. Мин үҙем бик йомшаҡ күңелле бит, йөрәгемә яҡын алам. Ә бына килендең ҡатылығы, ҡанһыҙлығы мине шулай уҫал, әҙәпһеҙ булырға мәжбүр итә. Мин дә бит кеше балаһы, миңә лә иғтибар кәрәк...
Яҡты йөҙ күргең килһә, үҙеңә яҡшы булырға кәрәк. Тик был хаҡта ҡатынға әйтеүҙең кәрәге юҡ. Үҙенең зәһәрлегенән үҙе сәсәргә торған кеше алдында һүҙең көмөш булһа, өндәшмәгәнең - алтын. Был хаҡта йәш килен дә белеп, ҡәйнәһе янында өндәшмәй ҡалыуҙы хуп күрәлер. Шулай булһа, бик аҡыллы килен булып сыға түгелме! Уның хаҡында мин, әлбиттә, бер нәмә лә белмәйем, күргәнем дә юҡ. Әммә яңы ғына килен булып төшкән ҡыҙ балаға бер ҙә һүҙ тейҙергем килмәй... Ә ҡаты күңеллелеккә килгәндә, был ҡатындың үҙенең туң йөрәкле, бәғерһеҙ кеше икәнлеген сырамытҡайным инде.

Лена АБДРАХМАНОВА.
"Киске Өфө" гәзите, №4, 2024 йыл

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 01.02.24 | Ҡаралған: 60

Киске Өфө
 
"Киске Өфө" (индексы ПР905) гәзите менән бергә булыусы аңлы, зыялы уҡыусыларыбыҙҙы 2024 йылдың икенсе яртыһы өсөн 897 һум 06 тингә баҫмабыҙға яҙылып ҡуйырға саҡырабыҙ. Ә беҙ һеҙҙе рухиәт менән һуғарыуҙы, кәрәкле мәғлүмәттәр еткереүҙе дауам итербеҙ, матур йөкмәтке менән танһыҡтарығыҙҙы ҡандырырға тырышырбыҙ, тигән вәғәҙәбеҙҙе яңыртабыҙ. Гәзитебеҙгә яҙылып, квитанцияларын редакцияға ебәргәндәр араһынан кемдәрҙер бүләккә бик шәп китаптар аласағы тураһында ла онотмағыҙ. Бергә булайыҡ!

МӨХӘРРИРИӘТ.

Беҙҙең дуҫтар
 
Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
© 2024 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru