«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
Беҙҙең номерҙар
 
2024

Ғинуар
   01  |  02  |  03 
Февраль
   04  |  05  |  06  |  07 
Март
   08  |  09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15  |  16 

Киске Өфө» VK-төркөмө
 
әйт, тиһәгеҙ...

Ауыл ерендә эшҡыуарлыҡҡа тотоноу бик ҡыйын шөғөлмө? "Еләкле урындар" бөтмәгәнме, йәғни ниндәй эшҡыуарлыҡ төрҙәре менән шөғөлләнеп була?

Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52

  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
ЮБИЛЕЙҒА ӘҘЕРЛӘНӘБЕҘ...
+  - 

Өфөбөҙ үҙенең 450 йыллыҡ юбилейын билдәләргә йыйына. Был иҫтәлекле датаға ҡарата ҡалала күп эштәр башҡарылыуын күрә йөрөйбөҙ. Ысынында, әлеге мәлдә Өфө ҙур бер төҙөлөш майҙансығын хәтерләтә. Әлбиттә, бындай эштәр ҡала халҡына ниндәйҙер кимәлдә мәшәҡәттәр тыуҙыра, ләкин уларҙың барыһы ла ваҡытлыса. Юбилейын Өфө тағы ла матурыраҡ, уңайлыраҡ булып ҡаршылаясаҡ.

Күптән түгел Затон биҫтәһендә булдым. Унда Шмидт, Әхмәтов урамдары, Өфө - Затон юлы һәм Ағиҙел йылғаһы сиктәрендә төҙөлөп ятҡан Башҡортостандың Фехтование үҙәгенең мөһабәтлеге һоҡландырҙы. Төбәк һәм ил кимәлендә спортсыларҙы ҡабул итеү мөмкинлеге буласаҡ йәнә бер спорт үҙәгенең булыуы Өфөнөң мәртәбәһен тағы ла арттырасаҡ.
Баш ҡалалағы тағы ла бер уникаль проект - "Өфө муйынсағы" - халыҡтың яратҡан ял итеү урынына әйләнде. Ҡаланың бөтә яр буйы һыҙатын үҙ эсенә алған велосипедта һәм йәйәү йөрөү маршрутының дөйөм оҙонлоғо 70 саҡрымдан ашыу буласаҡ, тип көтөлә. Ҡаланың алты районын үҙ эсенә аласаҡ һәм һигеҙ участканан торасаҡ "Өфө муйынсағы"нда туристик һәм рекреацион киңлектәр берләштерәсәк, парк инфраструктураһы үҫтереләсәк. Ҡала хакимиәтендә белдереүҙәренсә, төҙөлөштөң бөтә этаптары тамамланғандан һуң бында 400 меңдән ашыу кеше ял итә аласаҡ. Әле үк мин үҙем йәшәгән Шәфиев урамы янынан үткән участкала кешенең күпләп ял итеүен күреп йөрөйөм. 6-сы дауахана янындағы Башҡортостандың Милли музейы тарафынан эшләп ҡуйылған мәғлүмәти-археологик стендтар янында ла һәр ваҡыт баш ҡала археологияһы менән ҡыҙыҡһыныусылар өҙөлмәй.
Минең оҙаҡ йылдар күңелемде ҡырып торған күренеш - Каруанһарай алдындағы матур фонтанды алып ташлауҙары. Фонтан булғанда был тирә матур ял итеү урыны ине, ә хәҙер был майҙан тик кафе, ҡапҡылап алыу, ресторан һәм башҡа ошондай туҡланыу ойошмалары менән тулған. Ул яҡҡа барһам, үҙемде иҫ киткес ҙур ашханаға барып эләккәндәй тоям.
Был яҡтар тураһында һүҙ ҡуҙғатҡас, Совет майҙаны тураһында ла әйтеп үткем килә. Машиналар менән тулы туҡталҡа урынына матур ял итеү урыны эшләп ҡуйыуҙары бик оҡшай.
Үҙәктән Черниковка биҫтәһенә күсеп, ундағы "Беренсе май" паркын маҡтағым килә. Балалар һәм спорт майҙансыҡтары, амфитеатр, кафелары булған, төрлө арт-объекттар менән тулыландырылған парктан сыҡҡы ла килмәй.
Беҙҙең Өфөбөҙ заман менән бергә атлаған, сағыу, үҙенә генә хас мөхите булған, ҡунаҡсыл ҡала. Был матурлыҡты беҙ оло юбилейға йыйыласаҡ кешеләрҙең барыһына ла күрһәтергә тейешбеҙ.

Сәғит ИСЛАМБАЕВ.
"Киске Өфө" гәзите, №5, 2024 йыл

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 08.02.24 | Ҡаралған: 55

Киске Өфө
 
"Киске Өфө" (индексы ПР905) гәзите менән бергә булыусы аңлы, зыялы уҡыусыларыбыҙҙы 2024 йылдың икенсе яртыһы өсөн 897 һум 06 тингә баҫмабыҙға яҙылып ҡуйырға саҡырабыҙ. Ә беҙ һеҙҙе рухиәт менән һуғарыуҙы, кәрәкле мәғлүмәттәр еткереүҙе дауам итербеҙ, матур йөкмәтке менән танһыҡтарығыҙҙы ҡандырырға тырышырбыҙ, тигән вәғәҙәбеҙҙе яңыртабыҙ. Гәзитебеҙгә яҙылып, квитанцияларын редакцияға ебәргәндәр араһынан кемдәрҙер бүләккә бик шәп китаптар аласағы тураһында ла онотмағыҙ. Бергә булайыҡ!

МӨХӘРРИРИӘТ.

Беҙҙең дуҫтар
 
Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
© 2024 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru