«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
Беҙҙең номерҙар
 

2024

Ғинуар
   01  |  02  |  03 
Февраль
   04  |  05  |  06  |  07 
Март
   08  |  09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15  |  16 

 
Киске Өфө» VK-төркөмө
 

әйт, тиһәгеҙ...

Ауыл ерендә эшҡыуарлыҡҡа тотоноу бик ҡыйын шөғөлмө? "Еләкле урындар" бөтмәгәнме, йәғни ниндәй эшҡыуарлыҡ төрҙәре менән шөғөлләнеп була?

 
Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
ХАЛЫҠ ӨСӨН ЭШЛӘНЕ
+  - 


Мин республикабыҙҙың тәүге Президенты Мортаза Ғөбәйҙулла улы Рәхимов менән 18 йыл бергә эшләнем. Ул БР Юғары Советына Рәйес булып килгәнсе беҙҙең район республика кимәлендә үгәйһетелгән бер бала кеүек ине, сөнки ул замандарҙа республиканың беренсе етәкселәре районыбыҙға бөтөнләй килмәне, тиһәк тә була: Нуриев та, Шакиров та берәр генә тапҡыр, уныһында ла Юлдыбай ауылында ғына һәм бары тик Баймаҡ йә Хәйбуллаға барышлай йә ҡайтышлай бер нисә минутҡа юл ыңғайы һуғылып ҡына киттеләр.

Ә бына Башҡортостаныбыҙ етәксеһе булып Мортаза Ғөбәйҙулла улы эшләй башлағас, ул йыл һайын, хатта йылына ике-өс тапҡыр эш сәфәре менән беҙҙең яҡҡа килә торғайны: Хәйбуллаға барып етеп, машина менән шул араны көнөнә әйләнеп ҡайтып, Йылайырға махсус туҡтар булды, сөнки, алда әйтеп китеүемсә, райондың социаль-иҡтисад хәле, шуның һөҙөмтәһе булараҡ, халыҡтың тормош-көнкүреше бигерәк мөшкөл ине. Мортаза Ғөбәйҙулла улы беҙгә килгәнендә лә туп-тура район үҙәгенә түгел, ә тәүҙә юл буйында ултырған ауылдарҙа туҡтап, халыҡ менән осраша, уларҙы иғтибар менән тыңлай, уларҙы ишетә, улар менән күҙмә-күҙ һөйләшә һәм шунан һуң ғына һығымталар яһай ине. Хатта әллә ҡайҙа ятҡан төпкөл ауылдарға ла барып сығыр ине. Мәҫәлән, минең тыуған ауылым - район үҙәгенән 60 км ятҡан Ашҡаҙарҙа ғына ла ул әллә ике-өс тапҡыр булып китте.
Бер генә миҫал килтереп китәм: Йылайыр районының бик күп ауылдары үткән быуаттың 60-сы йылдар сәйәсәте буйынса алып барылған "перспективаһыҙ ауылдар" рәтенә инде һәм бик күп ауылдарыбыҙ юғалды, ситкә күсенеп китеүселәр байтаҡ булды. Шул зыянлы сәйәсәт арҡаһында районда кеше һаны ла бик кәмене. Әгәр 1959 йылда 96 ауылда 28 мең кеше йәшәгән булһа, 1989 йылға 57 ауылда 18 мең генә кеше ҡалғайны. Мортаза Ғөбәйҙулла улы килеп, беҙҙәге хәлдәрҙе күреп, район ауылдары халҡының йәшәү һәм тормош шарттарын яҡшыртыу буйынса социаль мәсьәләгә төп иғтибар бүлә башлағас, ул етәкселек иткән йылдарҙа бер генә ауылыбыҙ ҙа юғалманы, кеше һаны ла кәмемәне. Был Президентыбыҙҙың фәҡәт халыҡ өсөн эшләүе, уның көнкүреш хәлен яҡшыртыуға, ошо ауылдарҙа йәшәүсе төп халыҡты һаҡлап ҡалыуға йүнәлтелгән атайҙарса иғтибары тураһында һөйләй ине.
Районда хәл ителәһе проблемалар бик күп ине, әлбиттә, шуға күрә Президентыбыҙ беренсе килгәнендә үк беҙгә эште иң тәүҙә юлдар һалыуҙан башларға тәҡдим итте, сөнки 21-се быуат башында йәшәүебеҙгә ҡарамаҫтан, Йылайыр республикала берҙән-бер асфальтһыҙ-юлһыҙ, тигәндәй, өҫтәүенә, газ үткәрелмәгән район ине. Тиҙ арала районда беҙ үҙебеҙҙең юл төҙөү-ремонт участогы булдырып, 1993 йылда үҙебеҙҙә асфальт заводы төҙөп ултырттыҡ. Был хужалыҡтарҙа 150-нән ашыу кешегә эш урындары булдырылды. Шулай итеп, Президентыбыҙ хуплауы һәм ярҙамында ике йыл эсендә Өфөгә барыу юлының Йылайыр - Иҫәнғол араһында 50 км-ға яҡын асфальт юл һалынды. Был халыҡҡа баш ҡалабыҙға йомош-юл йөрөүҙе күпкә еңелләштерҙе, сөнки уға тиклем Өфөгә Сибайҙан поезд менән барып-ҡайтыу өсөн кәмендә өс көн кәрәк ине, ә хәҙер тура асфальт юлдан Өфөгә көнөнә барып әйләнеү мөмкинлеге тыуҙы. 1995 йылдың октябрь айында юлды файҙаланыуға тапшырғанда Мортаза Ғөбәйҙулла улы Хөкүмәт ағзалары менән үҙе килде.
Беҙ был юлды төҙөү менән генә сикләнеп ҡалманыҡ, Йылайырҙың барлыҡ республика юлдары асфальтҡа тоташтырылды, бынан тыш, 16 ауылдың төп урамдарына асфальт түшәлде. Тағы шуныһы ла бик мөһим эш булды: юлдар яҡшырғас, район үҙәге аша үтеүсе машиналар күбәйҙе, ә урамдар тар ғына - был, әлбиттә, бик ҙур уңайһыҙлыҡтар тыуҙыра ине, шунлыҡтан Мортаза Ғөбәйҙулла улы халыҡ һорауын иҫәпкә алып, 1998 йылда Йылайырҙы 7 километрҙан урап үтеүсе юл һалдырырға ҡарар итте һәм шул юлда Йылайыр йылғаһы аша Көньяҡ Уралда иң ҙур - бейеклеге 38, оҙонлоғо 200 метр тәшкил иткән күпер ҙә төҙөлдө. Бөтөн ауыр һәм йөк машиналары хәҙер Йылайырға инмәй, ошо урау юлдан йөрөй башланы. Был ошо йүнәлештә республикала иң тәүге тәжрибә булды. Икенсе төп мәсьәлә - районға газ үткәреү ҙә шулай уҡ Мортаза Ғөбәйҙулла улы булышлығында бойомға ашырылды. Элек утын яғып көн күргән район халҡының 70 проценты бөгөн зәңгәр яғыулыҡ менән файҙалана һәм был, әлбиттә, көнкүреш шарттарын күпкә еңелләштерҙе.
Ғөмүмән, әйтергә кәрәк, тәүге Президентыбыҙ халыҡ тормошона ҡағылышлы бер генә мәсьәләне лә күҙҙән ысҡындырманы: халыҡтың сәләмәтлеге, демография, балалар өсөн мәктәптәр һалыу, мәҙәниәт объекттары төҙөү тиһеңме - бөтәһе лә уның шәхси контролендә булды. Районда яңынан-яңы социаль йүнәлешле төҙөлөштәр алып барылды. Мәҫәлән, Юлдыбайҙа лицей уҡыусылары өсөн дөйөм ятаҡ, яғыулыҡ станцияһы, дауахана, физкультура-һауыҡтырыу комплексы, Матрайҙа Быҙаулыҡ һыу һаҡлағысы, Бәрҙәш, Йомағужала - мәктәп, район үҙәгендә гимназия һәм башҡалар - һанап бөтөрөрлөк түгел.
Район халҡы, тәбиғи, бындай изгелектәре өсөн, бөтөн республикабыҙ граждандары кеүек үк, арҙаҡлы етәксебеҙ Мортаза Ғөбәйҙулла улын лайыҡлы рәүештә ҙурланы, ихтирам итте һәм һәр килеүен көтөп алалар ине. Йылайырҙың - 250, Юлдыбай ауылының 800 йыллыҡ юбилей сараларында ла Президентыбыҙ районыбыҙҙың ҡәҙерле ҡунағы булды. Һәм, ғөмүмән, ул һәр ауыл-ҡалала үҙ кеше булып танылды. Мин уның кешеләр менән кеселекле, туғандарса йылы аралашыуын, яйы сыҡҡанда үҙенә генә хас юмор менән шаяртып та алыуын һәм әңгәмәселәрен үҙенең ихласлығы, ябайлығы менән йәлеп итеүе кеүек сифаттарына һоҡлана инем. Был, әлбиттә, уның ҙур, абруйлы етәксе булараҡ ниндәйҙер аралашыу алымы түгел, ә яҡшы, изгелекле шәхес, халыҡ араһынан сыҡҡан үҙебеҙҙең яҡын кешебеҙ булараҡ ябайлығы, характер асылы ине...

Юнир ВӘЛИЕВ,
1993-2011 йылдарҙа Йылайыр район хакимиәте башлығы, Башҡортостандың атҡаҙанған төҙөүсеһе, Салауат Юлаев ордены кавалеры.

"Киске Өфө" гәзите, №5, 2024 йыл

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 08.02.24 | Ҡаралған: 68

Киске Өфө
 

"Киске Өфө" (индексы ПР905) гәзите менән бергә булыусы аңлы, зыялы уҡыусыларыбыҙҙы 2024 йылдың икенсе яртыһы өсөн 897 һум 06 тингә баҫмабыҙға яҙылып ҡуйырға саҡырабыҙ. Ә беҙ һеҙҙе рухиәт менән һуғарыуҙы, кәрәкле мәғлүмәттәр еткереүҙе дауам итербеҙ, матур йөкмәтке менән танһыҡтарығыҙҙы ҡандырырға тырышырбыҙ, тигән вәғәҙәбеҙҙе яңыртабыҙ. Гәзитебеҙгә яҙылып, квитанцияларын редакцияға ебәргәндәр араһынан кемдәрҙер бүләккә бик шәп китаптар аласағы тураһында ла онотмағыҙ. Бергә булайыҡ!

МӨХӘРРИРИӘТ.

 
Беҙҙең дуҫтар
 

Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

 
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
© 2024 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru