«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
Беҙҙең номерҙар
 
2024

Ғинуар
   01  |  02  |  03 
Февраль
   04  |  05  |  06  |  07 
Март
   08  |  09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15  |  16 

Киске Өфө» VK-төркөмө
 
әйт, тиһәгеҙ...

Ауыл ерендә эшҡыуарлыҡҡа тотоноу бик ҡыйын шөғөлмө? "Еләкле урындар" бөтмәгәнме, йәғни ниндәй эшҡыуарлыҡ төрҙәре менән шөғөлләнеп була?

Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52

  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
МӘКТӘПТӘР ЯБЫЛМАНЫ...
+  - 

Мортаза Ғөбәйҙулла улы минең хәтеремдә һәр ваҡыт халыҡ хәстәрлеге менән янып-көйөп, республикабыҙ өсөн мөһим һәм бик тә кәрәкле проекттарҙы бойомға ашырыу хәстәрлеге менән ал-ял белмәй эшләүсе, һүҙе менән дә, эше менән дә алдынғы ҡарашлы, эшлекле етәксе булып ҡалды. Уны һәр ваҡыт юлда, ауылдарҙа йә производство объекттарында һәм мотлаҡ ябай эшсәндәр йә булмаһа яңы төҙөткән мәктәптәрҙе асыу тантанаһында балалар араһында осратырға була ине.

Башҡортостаныбыҙ өсөн уның башҡарған эштәренең иҫәбе-һанына ла сығырлыҡ түгел. Айырыуса ул ауылдарҙы аяҡҡа баҫтырыуға, ауыл тормош-көнкүрешен еңеләйтеүгә, уңайлыраҡ итеүгә күп көс һалды. Ваҡытында уның Борис Ельцин күрһәтмәһен үтәмәйенсә, колхоз-совхоздарҙы һаҡлап алып ҡалыуы ауылдарҙы үҫтереүҙә ҙур әһәмиәткә эйә булды: юлдар һалынды, ауыл өйҙәренә газ үткәрелде, мәктәптәр төҙөлдө. Әйткәндәй, ул мәктәптәрҙең йәшәүен һәм эшләүен ауылдарҙың киләсәгенә бәйләп фекер итте. Беҙ, уҡытыусылар, уның, ауылда хатта бер генә бала тороп ҡалған хәлдә лә мәктәп эшләргә тейеш; мәктәп булмаһа, ауыл да булмаясаҡ, тигән ҡанатлы һүҙҙәрен легендаға тиңләп ҡабул иткәйнек.
Башҡортостанда белем биреү системаһы һәр ваҡыт Президентыбыҙҙың күҙ уңында булды. Шуның өсөн дә уның исемен мәңгеләштереү саралары рәтендә беҙҙең гимназияға уның исемен бирергә ҡарар итеүҙе коллективыбыҙ өсөн юғары баһа ла, ҙур яуаплылыҡ булараҡ та тулҡынланып ҡабул иттек. Дөрөҫөн әйткәндә, беҙ республикала тәүгеләрҙән булып Мортаза Ғөбәйҙулла улының исемен мәңгеләштереүҙе бойомға ашыра башланыҡ. Беренсе сиратта Мортаза Рәхимов исемендәге кабинет астыҡ. Был кабинет диуарына уның рәсемен төшөрҙөк, тормош юлына бағышлап, айырым стенд эшләнек, фототека һәм уның хаҡында мини-китапхана тупланыҡ. Йөкмәткеле һәм бай мәғлүмәтле кабинет-музейҙағы материалдарҙы уҡыусылар айырыуса ҡыҙыҡһынып өйрәнә.
Ике йыл рәттән гимназиябыҙҙа "Рәхимов уҡыуҙары" фәнни-ғәмәли конференцияһы уҙғарабыҙ. Икенсе тапҡыр үткәреләсәк конференция быйыл төбәк-ара кимәлдә үтәсәк, сөнки сарала Ҡаҙағстан Республикаһы менән Ырымбур өлкәһе уҡыусылары ла ҡатнашасаҡ. Фәнни-ғәмәли конференцияла Мортаза Рәхимовтың тормош юлы, шәжәрәһе, сәйәсмән булараҡ эшмәкәрлеге, теге йә был уҡыусының ғаилә тормошонда, тыуған төйәге үҫешендә Мортаза Ғөбәйҙулла улы етәкселек иткән йылдарҙың әһәмиәте тураһында секцияларҙа балалар үҙ эштәре менән сығыш яһаясаҡ. Был сара, мәғариф һәм фән министры бойороғона ярашлы, Бөтөн донъя башҡорттары ҡоролтайы, М. Аҡмулла исемендәге БДПУ менән берлектә ойошторола. Республикабыҙ ғына түгел, Рәсәй кимәлендәге тарихи һынылыш осоронда яңы Башҡортостаныбыҙҙы төҙөү хаҡына бөтөн көсөн, белемен, тәжрибәһен биреп эшләгән арҙаҡлы шәхес - Беренсе Президентыбыҙ исемен мәңгеләштереүгә арналған һәм уның тыуыуына 90 йыл тулыуға бағышланған мәртәбәле сара уҙғарыуыбыҙ менән дә сикһеҙ ғорурланабыҙ. Ил ағаһының балаларға, йәш быуынға булған аталарса йылы хәстәрлеген белмәгән, тоймаған кеше ҡалмағандыр. Шуға ла республикабыҙҙың төрлө төбәктәренән киләсәк барлыҡ ҡунаҡтар ҙа юбилей сараларында әүҙем ҡатнашырҙар, уға оло ихтирамдарын күрһәтерҙәр, тип ышанабыҙ. Гимназиябыҙҙа быйыл март айында федераль программаға ярашлы капиталь ремонт башлана. Ошо эштәр мәлендә уҡыу бинаһына ингән урында Мортаза Ғөбәйҙулла улы Рәхимовтың барельефы эшләнәсәк. Бәләкәйҙән белемгә ынтылып, йәшләй генә кәрәкле һөнәргә эйә булған ябай ауыл балаһының Президент дәрәжәһенә күтәрелеүендә фәҡәт белемгә ынтылыш, тырышлыҡ һәм тыуған илде һөйөү тойғоһо ята икәнен көн һайын мәктәп ишеген асып ингән һәр бала аңлаһын һәм уны Президентыбыҙ йөҙөндә күрһен ине, тигән теләктәбеҙ.

Шайморат ТИМЕРБУЛАТОВ,
Күмертау ҡалаһындағы Мортаза Рәхимов исемендәге 3-сө Башҡорт республика гимназия-интернаты директоры.

"Киске Өфө" гәзите, №5, 2024 йыл

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 08.02.24 | Ҡаралған: 73

Киске Өфө
 
"Киске Өфө" (индексы ПР905) гәзите менән бергә булыусы аңлы, зыялы уҡыусыларыбыҙҙы 2024 йылдың икенсе яртыһы өсөн 897 һум 06 тингә баҫмабыҙға яҙылып ҡуйырға саҡырабыҙ. Ә беҙ һеҙҙе рухиәт менән һуғарыуҙы, кәрәкле мәғлүмәттәр еткереүҙе дауам итербеҙ, матур йөкмәтке менән танһыҡтарығыҙҙы ҡандырырға тырышырбыҙ, тигән вәғәҙәбеҙҙе яңыртабыҙ. Гәзитебеҙгә яҙылып, квитанцияларын редакцияға ебәргәндәр араһынан кемдәрҙер бүләккә бик шәп китаптар аласағы тураһында ла онотмағыҙ. Бергә булайыҡ!

МӨХӘРРИРИӘТ.

Беҙҙең дуҫтар
 
Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
© 2024 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru