«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
Беҙҙең номерҙар
 
2024

Ғинуар
   01  |  02  |  03 
Февраль
   04  |  05  |  06  |  07 
Март
   08  |  09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15  |  16 

Киске Өфө» VK-төркөмө
 
әйт, тиһәгеҙ...

Ауыл ерендә эшҡыуарлыҡҡа тотоноу бик ҡыйын шөғөлмө? "Еләкле урындар" бөтмәгәнме, йәғни ниндәй эшҡыуарлыҡ төрҙәре менән шөғөлләнеп була?

Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52

  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
ҠОН ҠАЙТАРЫУ ДАУАМ ИТӘ
+  - 

"Кисә беҙҙең өсөн Яҡын Көнсығышта ауыр көн булды. Беҙ яуапһыҙ ҡалмаясаҡбыҙ", - тип белдерҙе үткән аҙнала АҠШ президенты Байден Көньяҡ Каролиналағы һайлау алды сараларының береһендә һәм бер минут тынлыҡ иғлан итте. Пентагон башлығы Ллойд Остин да ошондай уҡ рухтағы белдереүҙәр менән сығыш яһаны һәм: "Беҙ президент менән Америка көстәренә ҡаршы һөжүмдәргә түҙеп тормаясаҡбыҙ һәм АҠШ-ты, ғәскәребеҙҙе, шулай уҡ үҙ мәнфәғәттәребеҙҙе һаҡлау өсөн бөтәһен дә эшләйәсәкбеҙ",- тип белдерҙе.

Был "үс алыу анты" Иорданиялағы Америка хәрби базаһына пилотһыҙ осоу аппаратының төшөп шартлау һөҙөмтәһе ине. Ираҡтың "Ислам ҡаршы тороу көстәре" быны үҙ ғәмәле булараҡ таныны һәм Штаттарҙың Израилгә ярҙамы туҡтамаған хәлдә, һөжүмде артабан да дауам итәсәктәрен белдерҙе. Ғөмүмән, ошо сәбәпле, Яҡын Көнсығыштағы Америка базалары 150 тапҡыр һөжүмгә дусар ителде. Был йәһәттән айырыуса АҠШ-тың законһыҙ рәүештә Сирияла урынлашҡан хәрби базаһы йыш утҡа тотола. Ә әлеге һуңғы һөжүм һөҙөмтәһендә өс хәрби хеҙмәткәр һәләк була, 30-ҙан ашыу америкалы яралана. Яуап рәүешендә Америка Ираҡ менән Сирияға ракеталар яуҙыра башланы. Хәрбиҙәр һәм тыныс халыҡ араһында ҡорбандар бар. Юғалтыуҙар айҡанлы Ираҡта өс көнлөк траур иғлан ителде.
Ошо хәлдән һуң да әле АҠШ Бөйөк Британия менән берлектә Йемен биләмәләрен, атап әйткәндә, хуситтарҙың ер аҫты ҡорал складтарын, ракета системаларын аяуһыҙ утҡа тотто. Ут ҡойоно Иранды урап үтһә лә, президентлыҡҡа дәғүә итеүсе Трамп һәм уның фирҡәҙәштәре "утҡа май һибеп" маташа һәм боевиктарҙы ҡурсалаусы Ирандың "арт һабағын" уҡытырға ҡоторта. Шулай ҙа АҠШ Иран менән асыҡтан-асыҡ бәрелешкә барыуҙан тыйыла, сөнки Иран сит ил эштәре министры Насер Канаани белдереүенсә, төбәктәге ҡаршы тороу көстәре Иран күрһәтмәләре һәм бойороҡтарына буйһонмай, улар үҙҙәренә үҙҙәре баш.
Ә бына президентлыҡҡа дәғүә итеүсе ирекле кандидат Корнел Уэст АҠШ властарының Израиль менән берлектә Газа секторында алып барылған геноцид сәйәсәтен ҡырҡа тәнҡитләп, Байденды хәрби енәйәтсе тип атаны. Шуны раҫлағандай, АҠШ президенты Ираҡ менән Сирияға бомба яуҙырыу менән генә сикләнмәйенсә, Вашингтондың Америка һалдаттары үлеме өсөн "ҡайһы ваҡытта һәм ҡайһы урында икәнлекте үҙҙәре һайлап", яуап биреүҙе дауам итәсәген белдерҙе. Яҡын Көнсығыштағы көсөргәнеш һәм тотороҡһоҙлоҡ айҡанлы, Рәсәй ошо хәлдәрҙе БМО-ның Хәүефһеҙлек советына тикшереүгә ҡуйыуҙы һорап мөрәжәғәт итте. Әйткәндәй, Газа секторындағы хәлдәр, Сирия, АЭС, Украина конфликты, шулай уҡ иген коридоры мәсьәләләре Рәсәй Президенты Вдадимир Путиндың Төркиәгә эш сәфәрендә Эрдоган менән осрашыуының төп темалары булып торасаҡ.

Фәүзиә ИҘЕЛБАЕВА.
"Киске Өфө" гәзите, №5, 2024 йыл

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 08.02.24 | Ҡаралған: 167

Киске Өфө
 
"Киске Өфө" (индексы ПР905) гәзите менән бергә булыусы аңлы, зыялы уҡыусыларыбыҙҙы 2024 йылдың икенсе яртыһы өсөн 897 һум 06 тингә баҫмабыҙға яҙылып ҡуйырға саҡырабыҙ. Ә беҙ һеҙҙе рухиәт менән һуғарыуҙы, кәрәкле мәғлүмәттәр еткереүҙе дауам итербеҙ, матур йөкмәтке менән танһыҡтарығыҙҙы ҡандырырға тырышырбыҙ, тигән вәғәҙәбеҙҙе яңыртабыҙ. Гәзитебеҙгә яҙылып, квитанцияларын редакцияға ебәргәндәр араһынан кемдәрҙер бүләккә бик шәп китаптар аласағы тураһында ла онотмағыҙ. Бергә булайыҡ!

МӨХӘРРИРИӘТ.

Беҙҙең дуҫтар
 
Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
© 2024 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru