«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
Беҙҙең номерҙар
 
2024

Ғинуар
   01  |  02  |  03 
Февраль
   04  |  05  |  06  |  07 
Март
   08  |  09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15  |  16 

Киске Өфө» VK-төркөмө
 
әйт, тиһәгеҙ...

Ауыл ерендә эшҡыуарлыҡҡа тотоноу бик ҡыйын шөғөлмө? "Еләкле урындар" бөтмәгәнме, йәғни ниндәй эшҡыуарлыҡ төрҙәре менән шөғөлләнеп була?

Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52

  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
БОРОНҒО БАШҠОРТОСТАН
+  - 

Икенсе киҫәк. Урта быуаттар.
Бишенсе бүлек. Көньяҡ Урал IV - VIII быуаттарҙа
V-VIII быуаттарҙа Көнсығыш Урал аръяғы ҡәбиләләре

Тикшеренеүселәр бакал мәҙәниәтенең иртә тимер быуатының урындағы саргат мәҙәниәте нигеҙендә формалашыуы хаҡындағы берҙәм фекер яҡлы, һәм ошо мәғәнәлә ул урындағы ултыраҡ халыҡҡа ҡарай. Ауыҙы буйлап горизонталь рәүештә һыҙылған дүңгәләктәр, шыршы, селтәр, соҡорсоҡ уйымдар менән биҙәлгән тәбәнәк түңәрәк төплө һауыттарҙан хасил булған керамика ошо мәҙәниәттең мөһим этник күрһәткесе булып тора. Күп һауыттарҙың формаһы (айырылып торған ҡыҫҡа муйындары), һәм бигерәк тә орнамент элементтарын урынлаштырыу характеры бер ни тиклем Көнбайыш Урал буйының кушнаренко һәм ҡара яҡуп тибындағы һауыттарын хәтерләтә, әммә, дөйөм алғанда, бакал керамикаһының төп составының уларҙан етди айырымлығы бар, һәм уларҙы үҙаллы мәҙәни комплекс итеп ҡарау урынлыраҡ. Бакал ҡомартҡыларында сағыу бай орнаментлы кушнаренко һауыттарының һирәк осрай торған экземплярҙары табылған. Айырым алғанда, улар Ҙур Бакал ҡаласығы ҡомартҡыһында, Усть-Тарск-7 ҡәберлегендә һәм башҡа бер тораҡтарҙа табылған.
Көньяҡ Уралдағы һәм Көнбайыш Себерҙәге кушнаренко керамикаһының килеп сығышы мәсьәләһе әҙәбиәттә әлегә дискуссиялы характерҙа ҡала. Күп кенә археологтар кушнаренко керамик һауыт-һабаһының иң элгәре Көнбайыш Себерҙә хасил булып, артабан унан Көнбайыш Урал буйына таралып киткән, тигән фекер яҡлы. Был фараз Д. Н. Маслюженконың 2008 йылда баҫылып сыҡҡан мәҡәләһендә сағылыш тапҡан. Унда автор ошо проблема буйынса үҙенән алдараҡ эшләгән тикшеренеүселәрҙең тезистарын ҡабатлай: Көнбайыш Себерҙең һуң саргат ҡәбиләләре б.э. IV быуаттары тирәһендә Көнбайыш Урал буйына күсеп китеп, бында кушнаренко керамикаһын яһау традицияһын индергән. Ошо фаразға ярашлы, кушнаренко керамикаһының барлыҡҡа килеүен саргат мәҙәниәте менән бәйләү өсөн ерлек булмауын һыҙыҡ өҫтөнә алырға кәрәк.
Үҙебеҙҙең иртәрәк яҙылған мәҡәләләребеҙҙә кушнаренко тибындағы һауыттарҙың Көнбайыш Себерҙә VI-VII быуаттарҙан да алдараҡ булмауы, йәғни Көнбайыш Урал буйындағы кушнаренко һауыттары менән бер үк ваҡытта тарала башлауы хаҡында бер генә тапҡыр белдермәгәйнек. Быны ошо ике районға ҡараған керамиканың килеп сығышы яғынан киң мәғәнәлә алынған Дала Евразияһы күскенселәре мәҙәниәтенә барып тоташыуы менән аңлатып була. Беҙҙең ҡарашҡа, киләсәктә ошо юҫыҡтағы тикшеренеүҙәрҙә түбәндәге фаразға иғтибар итеү кәрәктер: ҡатмарлы орнаментлы, йоҡа стеналы һәм нәфис кушнаренко һауыт-һабаһы, моғайын, металл һауыт-һабаға оҡшатып эшләнгәндер һәм ритуаль әһәмиәткә эйә булғандыр. Шулай уҡ б.э. II-III быуаттарында Көньяҡ Урал ҡурғандарында формаһы һәм орнаментының үҙенсәлеге буйынса кушнаренко керамикаһының боронғо прототибы итеп ҡарарлыҡ балсыҡ һауыт-һаба өлгөләре табылыуы хаҡында әйтеп үтмәй булмай. Кушнаренко керамикаһын тыуҙырыусыларҙың сығышын уйлап сығарып ҡына Көнбайыш Себер менән бәйләп аңлатыусыларҙы бер уртаҡ идея берләштереүе уҡыусыбыҙға ҡыҙыҡлы булыр, тибеҙ: улар боронғо уғырҙарҙың - венгр халҡының алыҫ, әммә туранан-тура ата-бабаларының археологик эҙҙәрен табырға ниәт итә. Хәҙерге венгр теле Көнбайыш Себерҙең тайга төбәгендә йәшәүсе ханттар һәм мансиҙарҙың теленә бик яҡын һәм улар бергә фин-уғыр тел системаһының уғыр төркөмөн хасил итә. Әгәр ҙә кушнаренко ҡәбиләләренең Көнбайыш Себерҙең урман зонаһынан булыуы иҫбатланһа, улар уйлағанса, фән венгр халҡы этногенезының ҡатмарлы проблемаһын хәл итеүгә яҡынлашыр ине. Ә әлегә был мәсьәләлә түбәндәге фекер бәхәсһеҙ булып ҡала. Кушнаренко керамикаһының Урал буйы һәм Урал аръяғы варианттары, һауыт-һаба һәм орнаментация формаһында үҫешә барып, X-XV быуаттарға тиклем ҡулланыла килеп, Дала Евразияһының дала һәм урманлы дала зоналарында йәшәгән төрки телле ҡәүемдәрҙең, шул иҫәптән башҡорттарҙың мәҙәниәте менән туранан-тура бәйле була. Кушнаренко керамикаһын тыуҙырыусыларҙың мадъярҙар менән ниндәйҙер бәйләнештәре булыу-булмауы хаҡында түбәндәрәк бәйән ителер.

Нияз МӘЖИТОВ. Әлфиә СОЛТАНОВА.
Арыҫлан ТАЙМАСОВ тәржемәһе.
(Дауамы. Башы 2022 йылдың 28-се һанында).

"Киске Өфө" гәзите, №5, 2024 йыл

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 08.02.24 | Ҡаралған: 61

Киске Өфө
 
"Киске Өфө" (индексы ПР905) гәзите менән бергә булыусы аңлы, зыялы уҡыусыларыбыҙҙы 2024 йылдың икенсе яртыһы өсөн 897 һум 06 тингә баҫмабыҙға яҙылып ҡуйырға саҡырабыҙ. Ә беҙ һеҙҙе рухиәт менән һуғарыуҙы, кәрәкле мәғлүмәттәр еткереүҙе дауам итербеҙ, матур йөкмәтке менән танһыҡтарығыҙҙы ҡандырырға тырышырбыҙ, тигән вәғәҙәбеҙҙе яңыртабыҙ. Гәзитебеҙгә яҙылып, квитанцияларын редакцияға ебәргәндәр араһынан кемдәрҙер бүләккә бик шәп китаптар аласағы тураһында ла онотмағыҙ. Бергә булайыҡ!

МӨХӘРРИРИӘТ.

Беҙҙең дуҫтар
 
Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
© 2024 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru