«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
Беҙҙең номерҙар
 
2024

Ғинуар
   01  |  02  |  03 
Февраль
   04  |  05  |  06  |  07 
Март
   08  |  09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15  |  16 

Киске Өфө» VK-төркөмө
 
әйт, тиһәгеҙ...

Ауыл ерендә эшҡыуарлыҡҡа тотоноу бик ҡыйын шөғөлмө? "Еләкле урындар" бөтмәгәнме, йәғни ниндәй эшҡыуарлыҡ төрҙәре менән шөғөлләнеп була?

Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52

  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
МӘХМҮТ ҠАШҒАРИҘАН
+  - 

Әл Ҡашғари: "Иш - лампанан һәм төтөндән стеналарҙа һәм башҡа урындарҙа барлыҡҡа килгән һөрөм, ҡором. Тон иш болди - кейем ҡоромға буялды".

Хәҙерге башҡорт әҙәби телендә ошо мәғәнәләге боронғо "иш" йә иһә "ыш" һүҙҙәре юҡ. Ул һүҙ урынына әлеге ҡором һәм һөрөм һүҙҙәрен ҡулланабыҙ. Ҡором, һөрөм ағас яндырғанда сыҡҡан ҡара төтөндән хасил була. Телебеҙҙә ошондай төтөн менән бәйле тағы бер һүҙ бар - ыҫ. Ул аңлатмалы һүҙлектә "төтөн ҡараһы, төтөн", тип аңлатыла. Мәҫәлән, өй стеналары ыҫланып бөткән, тибеҙ. Моғайын, "ыҫ" һүҙенең этимологияһы ошо боронғо "иш (ыш) һүҙенә барып тоташалыр, тик телебеҙҙең тарихи үҫешендә ул "ҡором" мәғәнәһен юғалтып, ниндәйҙер бер әйберҙең төтөн тәҫьиренән хасил булған яңы сифатын аңлата башлаған: ыҫланған балыҡ, ҡорот ыҫлау, тире ыҫлау. Йәнә бәғзе бер башҡорт һөйләштәрендә "ыҫлау" һүҙе тап ҡоромлау, һөрөмләү тигәнгә тура килә.

"Ок - уҡ. Ок - өй ҡыйығының асамайы. "Эв окы" - өйҙөң өрлөгө".

Белебеүеҙсә, уҡ тәү кешеләр таш быуатынан бирле уйлап тапҡан һунар һәм һуғыш ҡоралы. Күрәһегеҙ, был һүҙ боронғо төрки теленән бер аҙ ғына үҙгәрә биргән килеш телебеҙҙә һаҡланып ҡалған. Шул уҡ һүҙ өй ҡыйығын төҙөгәндә ҡулланылған бүрәнәне лә аңлатҡан. Телебеҙҙәге өрлөк, асамай (русса - стропило) һүҙҙәре менән бер рәттән, шул уҡ ҡыйыҡ бүрәнәһен аңлатҡан "уҡлас" һәм "уҡ" һүҙҙәре лә ҡулланыла. Шулай уҡ тирмә көмбәҙенә һалына торған нәҙек таяҡ та "уҡ" тип атала. "Ок йылан" - кешегә ташланыусы йылан".
Телебеҙҙә "уҡ йылан" төшөнсәһе әле лә бар, ул йылтыр һары төҫтәге үтә ағыулы йыландарҙың береһе, тос йылан, баҡыр йылан (русса - медянка) тип тә атайҙар; сүллектәрҙә йыш осрай.

"Ок" - ер участкаларын һәм барса башҡа нәмәләрҙе бүлешер өсөн ҡулланылған йәрәбә".

Күрәһегеҙ, йәрәбә һалыу, йә иһә шыбаға тотоу - бик боронғо замандарҙан ҡалған ижтимағи күренеш; бер ырыу-ҡәбилә кешеләре йәрәбә ҡулланыу алымын төрлө әйберҙәрҙе бүлешкәндә низағ-бәхәстәрҙе булдырмау маҡсатында ҡулланған. Бәлки, "өлөшөңә төшкән көмөшөң" тигән фразеологик һүҙбәйленеш ошо дәүерҙәрҙән бирле һаҡланып киләлер. Беҙҙең иң боронғо "Урал батыр" эпосында кемгә ҡайһы юлдан китеүҙе Урал менән Шүлгән шыбаға тотоп хәл итергә уйлай: "Ҡарттан былар ишеткәс, Юлдар серене белгәс, Урал, Шүлгән икәүһе Шыбаға тотоп араһы, Юл бүлергә уйлашҡан". Ә ни өсөн боронғолар йәрәбәне "ок" тип атаған һуң? Күрәһең, уҡ сыбығы шыбаға ролен үтәгәндер ҙә инде. "Ок" һүҙенең тағы ла бер омонимы булған:

"Ок" - ҡылымдар янындағы көсәйтеү киҫәксәһе. Әйтәләр: "Барыл ок - барсы уҡ!"

Әйтергә кәрәк, телебеҙҙә "уҡ", "үк" киҫәксәләре йыш ҡулланыла: "Эңер төшкәнсе үк", " "Йырлап уҡ ебәрҙе".

Бәҙри ӘХМӘТОВ әҙерләне.
(Дауамы. Башы 42-се һанда).

"Киске Өфө" гәзите, №5, 2024 йыл

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 08.02.24 | Ҡаралған: 53

Киске Өфө
 
"Киске Өфө" (индексы ПР905) гәзите менән бергә булыусы аңлы, зыялы уҡыусыларыбыҙҙы 2024 йылдың икенсе яртыһы өсөн 897 һум 06 тингә баҫмабыҙға яҙылып ҡуйырға саҡырабыҙ. Ә беҙ һеҙҙе рухиәт менән һуғарыуҙы, кәрәкле мәғлүмәттәр еткереүҙе дауам итербеҙ, матур йөкмәтке менән танһыҡтарығыҙҙы ҡандырырға тырышырбыҙ, тигән вәғәҙәбеҙҙе яңыртабыҙ. Гәзитебеҙгә яҙылып, квитанцияларын редакцияға ебәргәндәр араһынан кемдәрҙер бүләккә бик шәп китаптар аласағы тураһында ла онотмағыҙ. Бергә булайыҡ!

МӨХӘРРИРИӘТ.

Беҙҙең дуҫтар
 
Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
© 2024 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru