«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
Беҙҙең номерҙар
 

2024

Ғинуар
   01  |  02  |  03 
Февраль
   04  |  05  |  06  |  07 
Март
   08  |  09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15  |  16 

 
Киске Өфө» VK-төркөмө
 

әйт, тиһәгеҙ...

Ауыл ерендә эшҡыуарлыҡҡа тотоноу бик ҡыйын шөғөлмө? "Еләкле урындар" бөтмәгәнме, йәғни ниндәй эшҡыуарлыҡ төрҙәре менән шөғөлләнеп була?

 
Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
БАШҠОРТОСТАН КҮГЕНЕҢ ЯҠТЫ ЙОНДОҘО,
+  - 



йәки Ил ағаһына виртуаль хат
(Эссе).

Һаумыһығыҙ әле, Мортаза Ғөбәйҙулла улы! Һаумыһығыҙ, Башҡортостаныбыҙҙың хөрмәтле Бабайы! Бәлки, бәғзе берәүҙәр минең һеҙгә ошолай итеп, фани донъябыҙҙан сикһеҙ йыһан баҡыйлығы арауығы аша мөрәжәғәт итеүемә сәйерһенеберәк ҡарар. Минеңсә, бында әллә ниндәй сер ҙә юҡ кеүек: әҙәм балаларының ерҙәге матди тормошо һүнһә лә, уларҙың үлемһеҙ йәндәре асманға ашып, халыҡ әйткәнсә, әруахҡа әйләнә. Беҙ баҡыйлыҡта ла үҙенсәлекле тормош барлығына ысынлап тороп ышанабыҙ бит...

Ҡәҙимгесә, һәүетемсә, әммә һеҙһеҙ генә шулай йәшәп ятҡан көнөбөҙ. Халҡыбыҙ һеҙҙе бик тә юҡһынып үә һағынып иҫкә ала бөгөн. Һеҙ, әлбиттә, унан тороп та беҙгә ярҙам ҡулын һуҙа алыр инегеҙ, әммә Хоҙайыбыҙ фанилыҡ менән баҡыйлыҡ араһында туранан-тура бәйләнеште хуп күрмәгән: ерҙәгеләр, тере заттар, үҙ көндәрен үҙҙәре күрергә, үҙ тормоштарын үҙҙәре көйләргә тейеш. Был инде Аллаһ ҡануны, уны бер кем дә үҙгәртә алмай. Әммә кешемен тигән кеше бер заманда ла уйланмайынса, алдағы йәшәйешенең нисек һәм ниндәйерәк буласағын аҙмы-күпме күҙалламайынса, тыныс йәшәй алмай. Был фани донъяла, әлбиттә, хәл ителмәгән проблемалар күп инде һәм яңынан-яңылары ла тыуып тора. Бик ышаныслы итеп әйтәм: халҡыбыҙ элеккесә, иртәгәһен ишәк ҡайғыртҡан, тип йәшәмәй хәҙер. Ул рухи йоҡоһонан уяна бара, айный, йәшәү рәүеше һәм уның ҡиммәттәре хаҡында йышыраҡ уйлана. Киләсәк быуынға, йәштәребеҙгә лә, ышанысыбыҙ ҙур. Киләсәгебеҙҙе изге һәм һоҡландырғыс итә аласаҡ йәш егет-ҡыҙҙарыбыҙ хәтерендә һеҙ ике тиҫтә йыл буйына идара иткән Башҡортостаныбыҙ һәм уның үҙе хаҡында матур иҫтәлектәр ҡалһын, тибеҙ. Шуның өсөн уларға һеҙҙең шәхесегеҙ, бигерәк тә йәш сағығыҙ хаҡында бер ни тиклем мәғлүмәт биреп китмәксе булдыҡ:

"Мортаза бабайығыҙ Ғөбәйҙулла Рәхимов һәм Ғәлимә Яҡшыбаева ҡорған ҡәҙимге башҡорт ғаиләһендә, Күгәрсен районының Тәүәкән ауылында тыуып үҫкән. Бөйөк Ватан һуғышынан алда колхозлаштырылған ауылдарҙа тормош еңелдәрҙән булмай, әммә башҡорттар тырышып эшләй, йәштәр бер-береһе менән таныша, өйләнешә, ауыл клубтарында концерттар ҡуя, йырлап-бейеп күңел аса. Мортаза ла бала сағынан уҡ ата-әсәһенең ихласлығын, бер-береһенә ҡарата яҡшы мөнәсәбәттәрен, кешеләргә игелекле һәм ярҙамсыл булыуҙарын күреп, күңеленә һеңдереп үҫә. Йәнә ул да, башҡа ауыл малайҙары кеүек, аҙмы-күпме ҡул араһына инә башлағас, йорт-ҡаралты эштәрендә, утын-бесән әҙерләүҙә ата-әсәһенә ярҙам итешә. Ғөмүмән, эшһөйәрлек йәштән үк уның иң аҫыл сифаттарының береһе булып төйнәлә.
1941 йылдың 22 июне. "Һуғыш сыҡҡан, немец фашистары илебеҙгә баҫып ингән!" - тигән ҡара хәбәр йәшен тиҙлегендә бөтөн Башҡортостанға тарала. Йәш егеттәр, урта йәштәге ир-ат берәмләп тә, күмәкләп тә фронтҡа китә. 1941 йылдың ноябрендә сират Ғөбәйҙулла Зөфәр улына ла етә. Һуғышҡа китер алдынан ул ғаиләһен бер туған ағаһы йәшәгән Йомағужа ауылына күсерә. Әммә туғандарының өйөндә ике ғаилә һыйырлыҡ урын булмағас, уларға ихатала ер өй әтмәләштереп бирәләр. Мортазаның әсәһе балалары менән һуғыш бөткәнсе шул ер өйҙә йәшәй. 1946 йылдың баштарында лейтенант Ғөбәйҙулла Рәхимов тыуған яҡтарына ҡайтып етә. Атаһы, һуғыштан ҡайтҡас, ғәзиздәренең ниндәй шарттарҙа йәшәүен күреп, илап ебәрә. Күп йылдар үткәс, Мортаза Ғөбәйҙулла улы үтә лә ауыр ваҡытта нисек көн иткәндәре хаҡында былай тип хәтерләй: "Мин һуғыш йылдарында үҫтем, ризыҡ етешмәне, беҙ күберәк ас йөрөнөк. Яҙ етһә, яландарҙа туңған бәрәңге йыйҙыҡ, йәй көндәрен ураҡтан аҙаҡ тороп ҡалған башаҡтарҙы сүпләнек, уларҙы ҡул тирмәнендә тарттыра торғайныҡ".
Мортаза бик тырыш, өлгөр уҡыусы була, 1952 йылда Теләүембәттә 7 йыллыҡ мәктәпте тик "5" һәм "4" билдәләренә тамамлай. Һәйбәт, илгә файҙа килтерерлек һөнәргә эйә булыу теләге ҙур була уның. Өфө нефть техникумын һайлай ул, атаһы ла быны хуплай. "Ул саҡта геолог, нефтсе булыу модала ине, стипендияһы ла ҙур. Беҙ ғәмәлдә ошо аҡсаға йәшәнек. Уҡырға инеп китеү ҡатмарлы булды: бер урынға 12,5 кеше дәғүә итте", - тип хәтерләй аҙаҡтан арҙаҡлы нефть эшкәртеү оҫтаһы". Бында мин, Мортаза ағай, йәштәргә һеҙҙең балалыҡ һәм йәшлек йылдарығыҙҙа булған хәл-ваҡиғаларҙың, хис-кисерештәрегеҙҙең меңдән бер өлөшөн генә бәйән иткәнмендер. Әммә һеҙҙең оло тормош юлына сыға алыуығыҙ өсөн илебеҙ шарттар булдырған, һеҙ үҙегеҙ ҙә ҡуйған маҡсатығыҙҙан һис бер ситкә тайпылмағанһығыҙ.

1956 йыл. Һеҙгә 22 генә йәш. Йәш һәм дәртле йөрәгегеҙ ҙә "Эш-кә, эш-кә!" тип типкәндер ул мәлдә. Һеҙгә ниндәй яуаплы вазифа йөкмәткәндәр Өфө нефть эшкәртеү заводында: установка операторы - ул бит заводтың төп эшсе көсө. Иртәнән кискә тиклем аяҡ өҫтөндә - техник ҡоролманың эше талап ителгән регламенттан һис тайпылмаҫҡа тейеш: күҙәтәһең, төҙәтәһең, көйләйһең. Установка көйлө икән, бензин-кәрәсине лә, дизель яғыулығы менән мазуты ла махсус цистерналарға туҡтауһыҙ ағып торасаҡ, заводтың дәүләт алдындағы пландары ғәмәлгә ашасаҡ. Һеҙ тырышып эшләнегеҙ, башҡалар алдында һис мах бирмәнегеҙ. Уйлана инегеҙ: урта техник белем етерлек түгел бит был һөнәр өсөн, яңылыҡтар, технологиялар камиллаша бара, фән дә етештереү өлкәһе менән бермә-бер бәйле. Артабан ошо өлкәлә белем кимәлен күтәреү зарур, ә бының өсөн уҡыуыңды мотлаҡ дауам итергә кәрәк. Бик теләп көндөҙгө бүлеккә инер инең - ғаиләң бар хәҙер, йәшәр өсөн аҡса ла кәрәк бит. Иң уңайлыһы - киске бүлек. Теләгән - моратына еткән. Йәш эшсе лә һин хәҙер, йәш студент та! Көнө буйына эштәһең, сменанан һуң иптәштәрең өйҙәренә таралыша, ә һиңә, ни тиклем генә арыған булһаң да, нефть институты аудиторияларында лекциялар тыңлап, лабораторияларҙа эксперименттар уҙғарып, яңы нефть эшкәртеү технологияларына эйә булырға кәрәк. Ихтыяр көсөгөҙ тап ошо бигүк еңелдәрҙән булмаған ваҡытта һеҙҙең шәхесегеҙҙең бер ныҡлы һәм күркәм сифаты булып өлгөрҙө. Ә алдағы йылдарҙа тормош юлығыҙҙа күпме эреле-ваҡлы кәртәләр, ауыр ситуациялар осраясағы уйығыҙға ла инеп сыҡмағандыр ул саҡтарҙа.

1960 йыл. Һеҙ Черниковка нефть эшкәртеү заводына күстегеҙ. 1957 йылда сафҡа индерелгән завод технология яғынан яңыраҡ та, йәш белгестең һөнәри карьераһы өсөн уңайлыраҡ та булыуын аңлағанһығыҙҙыр. 1962 йылдан бирле XXII съезд исемендәге Өфө нефть эшкәртеү заводы исемен алған ошо ҡеүәтле етештереү предприятиеһы һеҙгә тыуған йортоғоҙ кеүек ҡәҙерлегә әйләнде. Установка начальнигынан СССР-ҙа иң ҡеүәтлеләрҙән һаналған заводтарҙың береһе булған предприятие директорына тиклемге оҙайлы юл үттегеҙ. Һеҙҙең ише етәкселәрҙе ул саҡта "ныҡлы хужалыҡсы" тип атай торғайнылар. Теүәл өс тиҫтә йыл ғүмерегеҙ ошонда уҙҙы: барыһын да - әсеһен дә, сөсөһөн дә яңы технологияларҙы бер-бер артлы үҙләштерә һәм ғәмәлгә индерә барған ошо заводта татырға тура килде һеҙгә. Ә бит һеҙ технологик новацияларҙы индереү өсөн шәхсән яуаплы белгес булдығыҙ. Шулай бер йылда һис көтмәгәндә заводта авария булды - көслө шартлауҙан бер кеше һәләк булды, бер нисә эшсе йәрәхәтләнде. Һеҙ төнөн ашығыс рәүештә заводҡа килеп етеп, аҙна буйына ошонда ҡунып-төнөп ҡалып, авария эҙемтәләрен бөтөрөүҙә ҡатнаштығыҙ. Бар эштәр тамамланыу менән, өйөгөҙгә ҡайтып етеүгә, кинәт ауырып йығылдығыҙ, хатта ятҡан урынығыҙҙан торорлоҡ хәлегеҙ ҙә булманы. Табиптар ярҙамында яңынан аяҡҡа баҫтығыҙ ул саҡта.
Һуңынан да үҙегеҙҙе заводтан башҡа күҙ алдына ла килтерә алманығыҙ. Талапсан булһағыҙ ҙа, коллектив үҙ итте һеҙҙе, ә йәштәр өсөн торғаны бер атай инегеҙ. Инде күп йылдар үткәс, һеҙ туған коллективығыҙҙы шулай тип һағынып иҫкә алдығыҙ: "Завод. Ул ҡатмарлы һәм күп ҡырлы организм. Ул - тиҫтәләгән мең кеше, балалар баҡсалары, торлаҡ, тәьминәт. Һис көтөлмәгән нәмәләр менән шөғөлләнергә тура килде. Беҙҙең завод барса Өфө универмагтары ҡайтарғандан бер нисә тапҡырға күберәк киң ҡулланылыш тауарҙарын һатып ала торғайны. Беҙ үҙебеҙҙең хеҙмәткәрҙәребеҙҙе кәрәк булған бөтөн әйберҙәр менән тәьмин итергә тырыштыҡ. Иҫемдә, һатып алынған 300 автомобилдән торған тәүге партия Борис Березовский машиналары булып сыҡты. Һуңынан тағы ла 1500 еңел машина ҡайтарҙыҡ. Ә ярҙамсы хужалыҡ һәр бер хеҙмәткәргә 38-әр кг ит етештерҙе".

Уҙған быуаттың 80-90-сы йылдары... Кем генә уйлаған инде ул саҡта СССР Президенты Михаил Горбачев башлаған сәйәси һәм иҡтисади реформалар оло һәм ҡеүәтле державаны тарҡалыуға алып килер, тип. Үкенесле булды быныһы, һеҙ ҙә был хәлдәрҙе тәрән кисерештәр менән ҡабул иткәнһегеҙҙер - СССР-ҙың халыҡ депутаты, СССР Юғары Советы ағзаһы инегеҙ бит. Шулай итеп, заманыбыҙҙың сәйәси штормдары тыуҙырған тулҡындар һеҙҙе, әүәл тик етештереү һәм хужалыҡ проблемалары менән шөғөлләнгән кешене, Рәсәй кимәлендәге сәйәсмәндәр рәтенә күтәрҙе. Әлбиттә, талантһыҙ йә даланһыҙ заттар ошо дәүерҙең ҡырыҫ шартарында ҡыйыу һәм принципиаль эшмәкәрлек алып бара алмайынса, оло сәйәсәттән тиҙ арала төшөп тә ҡалыр ине. Ә һеҙ, һуғыш осоро балаһы, талымһыҙ хужалыҡ етәксеһе, көслө характерлы инсан булараҡ, сәйәсәт ыҙанында ла ныҡышмал, сыҙамлы, тотороҡло һәм тәүәккәл эш иттегеҙ, һис бер юғалып ҡалманығыҙ.
Әлбиттә, юғарыла ултырған етәкселәргә ҡатмарлы хәлдәр килеп тыуған саҡтарҙағы эшмәкәрлегегеҙ, үҙ һүҙегеҙҙә ныҡ тороуығыҙ оҡшап та етмәгәндер. Әммә һеҙ республикабыҙ мәнфәғәттәрен, халыҡ ихтыярын яҡларға, Рәсәйҙең төптән уйлап еткерелмәгән реформаларының кире һөҙөмтәләренән ябай халыҡты ҡурсаларға тырыштығыҙ. Ошо ике тиҫтә йыл дауамында, бөтә яуаплылыҡты үҙ өҫтөгөҙгә алып, федераль үҙәк бер аҙға биреп торған үҙаллылыҡты оҫта файҙалана белдегеҙ. Һөҙөмтәлә ауыл хужалығы тулыһынса тар-мар ителеүҙән ҡотҡарылды, ҡеүәтле сәнәғәт предприятиелары эшләүен дауам итте, бик күп ауылдарға хыялда ла булмаған газ уҙғарылды, йөҙәр-йөҙәр саҡрым юлдарға асфальт һалынды, меңдән ашыу мәктәп өр-яңынан төҙөлдө һәм реконструкцияланды, мәҙәниәт йорттары ҡалҡып сыҡты. Хатта ки, башҡа бер ерҙә лә күҙәтелмәгәнсә, яңы заводтар сафҡа индерелде.
Һеҙҙең башланғыстарҙы һанай китһәң - һанап бөтөрөрлөк тә түгелдер. Тик шуныһы ғына күңелдәребеҙҙе ҡыра: һеҙҙең ғәмәлдәрегеҙҙе ҡабул итмәгән, тикте юҡҡа ғәйеп таҡҡан, үҙ карьераларын ғына ҡайғыртҡан сәйәси уйындар авторҙары һеҙгә ҡара яғырға маташты. Һеҙ уларға әллә ни иғтибар итеп тә барманығыҙ: тап Крылов мәҫәлендәге кеүек килеп сыҡты - ул сәүектәр көслөбөҙ тип, филгә өрөп сыҡтылар, тик аҙаҡтан ҡасып-боҫоп бөттөләр.
Һеҙгә яғылған ғәйептәрҙең иң ҙуры - нефть сәнәғәте предприятиеларын хосусилаштырыу. Хәҙер барыһына ла билдәле бит - улай итмәһәгеҙ, өҫтәге олигарх төркөмдәре уларҙы барыбер рейдерҙарса тартып алыр ине. Ҡыҫым-баҫымдар ифрат көсәйгәс, барыбер республикаға файҙаһы ҡалыр тип, ошо предприятиеларҙы ПАЙ "Система" акционерҙар финанс компанияһына һатырға мәжбүр булдығыҙ. Барлығы 64 миллиард һумлыҡ финанс сығанағы хасил булды. Һеҙ ошо аҡсаларҙы "Урал" хәйриә фонды аша барса халыҡтарыбыҙ мәнфәғәтендә файҙалана башланығыҙ. Был изге ғәмәлдәрегеҙ һеҙ отставкаға киткәс тә дауам итте. "Әгәр ҙә суд аша тартып алмаһалар, ошо халыҡ байлығы һеҙ баҡыйлыҡҡа күскәс тә республикабыҙҙың ижтимағи инфраструктураһын камиллаштырыуға тотонолор ине. Әйтергә кәрәк, 2006 йылдан 2014 йылға тиклем "Урал" хәйриә фонды 285 ойошма файҙаһына 26,7 млрд һумлыҡ финанс сығымдары бүлде.

Бына быйыл һеҙҙең тыуыуығыҙға 90 йыл тулыу айҡанлы Башҡортостан халыҡтары һеҙҙе бик тә хөмәтләп үә ҡәҙерләп иҫкә ала, баш ҡалабыҙҙа һеҙгә һәйкәл дә асылды. Һеҙҙе ололап иҫкә алғанда, ирекһеҙҙән һуңғы васыятығыҙ иҫкә төшә: "Ни эшләптер төштәремә ауылым йышыраҡ инә. Хәҙер тыуған ауылымда һирәк булам. Элегерәк, атай-әсәйемдәр тере саҡта, һәр ял һайын уларҙы ҡайтып күрә инем. Тәүәкәнгә ҡайтҡан һайын атай-әсәйемдең ҡәберҙәре янына барам, үҙемә лә ошонда, ағас аҫтында, саф һауала урын ҡарап ҡуйҙым. Минең менән хушлашҡанда тик бер ҡурай моңо ғына яңғырап тороуын теләйем".
Эйе, хөрмәтле ил ағаһы Мортаза Ғөбәйҙулла улы, һеҙ баҡыйлыҡҡа күскәс, беҙ һеҙҙең менән бергә үҙебеҙ йәшәгән тотош бер дәүер менән дә хушлаштыҡ. Ошо дәүер эҙһеҙ үтмәне, күп яҡшылыҡтар, изге эштәр башҡарылды. Ә һеҙҙе оҙатҡанда башҡорт ҡурайының мәңгелек моңо ағылды ла ағылды, әллә ул сикһеҙ иңрәне, әллә зар иланы, әллә инде ошо моңдар төпһөҙ күккә, асманға һеҙҙең изге йәнегеҙ менән бергә юлланды...

Вәлиәхмәт БӘҘРЕТДИНОВ.
"Киске Өфө" гәзите, №5, 2024 йыл

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 08.02.24 | Ҡаралған: 114

Киске Өфө
 

"Киске Өфө" (индексы ПР905) гәзите менән бергә булыусы аңлы, зыялы уҡыусыларыбыҙҙы 2024 йылдың икенсе яртыһы өсөн 897 һум 06 тингә баҫмабыҙға яҙылып ҡуйырға саҡырабыҙ. Ә беҙ һеҙҙе рухиәт менән һуғарыуҙы, кәрәкле мәғлүмәттәр еткереүҙе дауам итербеҙ, матур йөкмәтке менән танһыҡтарығыҙҙы ҡандырырға тырышырбыҙ, тигән вәғәҙәбеҙҙе яңыртабыҙ. Гәзитебеҙгә яҙылып, квитанцияларын редакцияға ебәргәндәр араһынан кемдәрҙер бүләккә бик шәп китаптар аласағы тураһында ла онотмағыҙ. Бергә булайыҡ!

МӨХӘРРИРИӘТ.

 
Беҙҙең дуҫтар
 

Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

 
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
© 2024 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru