«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
Беҙҙең номерҙар
 

2024

Ғинуар
   01  |  02  |  03 
Февраль
   04  |  05  |  06  |  07 
Март
   08  |  09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15  |  16 

 
Киске Өфө» VK-төркөмө
 

әйт, тиһәгеҙ...

Ауыл ерендә эшҡыуарлыҡҡа тотоноу бик ҡыйын шөғөлмө? "Еләкле урындар" бөтмәгәнме, йәғни ниндәй эшҡыуарлыҡ төрҙәре менән шөғөлләнеп була?

 
Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
МИЛЛӘТТЕҢ БӨЙӨК КЕШЕЛӘРЕН СӘНҒӘТ ТЫУҘЫРА
+  - 


Заһир Исмәғилев исемендәге Өфө дәүләт сәнғәт институтының һынлы сәнғәт факультеты деканы, Башҡортостан Рәссамдар союзы ағзаһы, Башҡортостандың атҡаҙанған рәссамы, Ш. Бабич исемендәге республика дәүләт йәштәр премияһы лауреаты Әмир МӘЖИТОВтың картиналары фәлсәфәүи тәрәнлек һәм милли рух менән айырылып тора. Иң әүҙем ижадсы булыуы менән бер рәттән, ул киләсәк быуын тураһында хәстәрлек күрә. Йәш рәссамдар уны үҙҙәренең остазы тип атай. Талантлы рәссам беҙ биргән һорауҙарға ихлас яуап бирҙе.

Әмир Миңлевәли улы, рәссам булыу бала саҡ хыялы булғандыр. Шулай ҙа ниндәй көс һеҙҙе ошо юлдан тайпылмай атларға, һынлы сәнғәттә үҙегеҙҙе табырға ярҙам итте?

- Тыуған ауылым Үрге Һаҙ Күгәрсен районында иң матур, хозур ерҙә урынлашҡан. Атайымдың бер туған апаһы һүрәт төшөрә ине. Мин ике-өс йәштәрҙә үк буш ҡағыҙҙа уның ниндәй матурлыҡ тыуҙырғанын күреп иҫем китә ине. Шунан башланды инде һынлы сәнғәткә мөхәббәт. Ап-аҡ ҡағыҙҙа һүрәттәр тыуа - был бит мөғжизә! Ошо серҙе асыу теләге ҡулыма ҡәләм тотторғандыр. Апайыма эйәреп, үҙем дә һүрәт төшөрә башланым.
Ҡайһы бер ижадсы алдында "Артабан нишләргә, яҙғандарым килеп сығамы-юҡмы?" тигән һорау тыуалыр. Ләкин бындай һорауҙы үҙемә һирәк бирҙем, Аллаға шөкөр. Сөнки, әйтәм бит, бәләкәйҙән тәбиғәтебеҙгә, һынлы сәнғәткә ғашиҡ булып үҫтем. Хәлдән килгәнсә шул йүнәлештә үҫергә тырыштым. Бына, мәҫәлән, мәктәптә уҡығанда Учалы районының Учалы ауылына күсендек. Ауылда художество мәктәбе юҡ. Ун километр алыҫлыҡта ятҡан Учалы ҡалаһына аҙнаһына өс тапҡыр уҡырға бара инем. Утыҙ градус һыуыҡтарҙа аяҡтарым туңған саҡтар ҙа булды. Февраль-ғинуарҙарҙа ҡайһы ваҡыт автобусҡа һуңлаһам, төндә ҡайта торғайным. Был һынауҙар бөтәһе лә миндә ихтыяр көсөн сыныҡтырҙы, мине ир-егет итеп тәрбиәләне. Атай-әсәйемә ҙур рәхмәт, миңә улар һәр саҡ дуҫ булдылар. Әле лә шулай. Инде улар оло йәштә, һаман да минең өсөн янып-көйөп йәшәйҙәр. Уларға сәләмәтлек теләйем. Еңеүҙәрем һәр саҡ уларға бағышланған.
Сәнғәт һәр милләт өсөн бөйөк кешеләрҙе тыуҙыра. Беҙҙең милләтте лә Салауат Юлаев, Шәйхзада Бабич, Рәми Ғарипов кеүек бөйөк кешеләр аша таныйҙар. Бөйөк рәссамдар, бөйөк музыканттар милләттең йөҙөн күрһәтәләр. Был юғары һүҙҙәр түгел. Аллаһы Тәғәлә ниндәйҙер һәләт биргән икән, әҙәм үҙ өҫтөндә эшләп, шуны үҫтерергә һәм үҙенең халҡына хеҙмәт итергә тейеш. Халыҡтарҙы белгебеҙ килә икән, уларҙы ни тиклем һарыҡ үрсетеүе, ни тиклем алма үҫтереүе буйынса баһаламайбыҙ бит. Миҫалға немец халҡын алайыҡ. Кешелек уларҙы Карл Маркс, Шопенгауэр, Кант һымаҡ бөйөк исемдәр аша таный, баһалай.

Һеҙ һоҡланған, үҙегеҙ өсөн өлгө итеп күргән рәссам булдымы?

- Атай-әсәйемә рәхмәт, улар һәр саҡ беҙгә китаптар һатып алып ҡайтырҙар ине. Улар араһында башҡорт рәссамдары тураһында ла әҙәбиәт булыр ине. Башҡорт яҙыусыларын белеп үҫтем. Миңә биш йәштәр булдымы икән, бер мәл атайым "Рәссам Әхмәт Лотфуллин" тигән китап алып ҡайтты. Шул китапты иҫем-аҡылым китеп ҡараным. Ошо оло рәссам минең уҡытыусым ғына түгел, яҡын дуҫым да булып китер тигән уй хыялымда ла булманы, әлбиттә. Өфөгә уҡырға ингәс, Әхмәт Лотфуллин менән шул тиклем дуҫлашып киттек. Беҙҙең милләттең иң көслө рәссамы ул. Әхмәт ағай минең оҫтаханама аҙнаһына биш мәртәбә килә торғайны. Мостай Кәримгә, Борис Домашниковҡа һәм башҡа ижадсыларға: "Бына ул һынлы сәнғәттең киләсәге. Әмир Башҡортостандың һәм Рәсәйҙең иң сағыу рәссамы буласаҡ", - тип таныштыра торғайны.
Ул минең өсөн иң оло шәхес һәм остазым. Уның тураһында мин: "Лотфуллин - башҡорт Рембрандты һәм башҡорт Микеланджелоһы", - тип әйткәнем бар. Бөтөн рәссамдарға ла, үҙемдең студенттарыма ла: "Ул бөйөк рәссам", - тип әйтә киләм. Әхмәт ағай бөтөн ғүмерен беҙҙең милләткә, халыҡҡа бағышланы. Йәнә лә "уҡытыусы" тигән саҡта, "Минең уҡытыусыларым күп", тип тә әйтә алам. Пикассо ла, Ван Гог та, Микеланджело ла, Рембрандт та - минең уҡытыусыларым. Ә иң яҡын аралашҡаны һәр саҡ эргәлә булғаны - Әхмәт Лотфуллин.
Минең картиналарым - етди эштәр. Улар аш йәки йоҡо бүлмәһенә элеп ҡуя торған һүрәттәр түгел. Өфөләге, Питерҙағы, Мәскәүҙәге сәнғәт һөйөүселәр һатып ала. Америкала һынлы сәнғәт галереяһында Пикассо һүрәте менән йәнәш минеке лә эленеп тора. Ғорурланып әйтә алам, Израилдә, Португалияла, Италияла һәм башҡа күп илдәрҙең музейҙары минең һүрәттәрҙе һатып ала. Улар етди музейҙар, елбәҙәк һүрәттәр менән ҡыҙыҡһынмайҙар, ә мәңгелек темаларҙы яҡтыртҡан картиналарға иғтибар итәләр. Минең ижад үҙ эсенә алған тыуған ил, ир һәм ҡатын, хеҙмәт кешеһе, дин, рух, матурлыҡ темалары улар өсөн әһәмиәтле. Башҡортостанда ла, Аллаға шөкөр, Нестеров музейы йыл да минең һүрәттәрҙе алып тора, сөнки ҙур полотноларҙы эшләгәндәр хәҙер һирәк. Ә минең һүрәттәр, ғәҙәттә, ике метрлыҡ. Бындай дәүмәлдәге картиналарҙы эшләүе ауыр. Бәләкәй генә натюрморттар, пейзаждар төшөргән рәссамдар байыраҡ та йәшәйҙер. Әммә ғүмер ҡыҫҡа, шуға мин ғүмеремде тәрән һәм етди сәнғәткә арнайым. Килеп сығамы-юҡмы, быныһын Аллаһы Тәғәлә генә белә. Һәр хәлдә, рәссамдар минең эште хуплайҙар, йылы һүҙҙәрен еткереп торалар.

Һеҙ үҙегеҙ ҙә күптәр өсөн бөгөн - уҡытыусы. Һынлы сәнғәттең киләсәге, йәш ижадсылар тураһында фекерегеҙҙе белге килә. Улар араһында үҙегеҙ атаған исемдәргә лайыҡлы рәссамдар сығырына ышанаһығыҙмы?

- Институтҡа 2000 йылда саҡырып алғайнылар, хәҙер егерме дүрт йыл эшләйем. Бик күп өлкән быуын ижадсылар - яҙыусылар, рәссамдар, музыканттар менән дуҫмын. Улар: "Әмир, һинең ике ҡанатың бар", - тип әйтәләр. Әхмәт ағай ҙа: "Һынлы сәнғәт һәм уҡытыу - һинең ике ҡанатың", - ти торғайны. Әлбиттә, уҡытыусылыҡ эше ваҡытты ала, нисек кенә булһа ла, мин бит үҙемде ижадсы тип иҫәпләйем. Йәшәү мәғәнәм ижад булһа ла, буяҡ-киндер алыр өсөн барыбер аҡса табырға тейешмен. Шәкерттәргә килгәндә, улар миңә хөрмәт менән ҡарай. Сөнки оҫтаханама килеп йөрөйҙәр, күп эшләгәнемде күрәләр, һәр әйткән һүҙемә ҡолаҡ һалалар - мин бит теория буйынса ғына уҡытыусы түгел, майлы буяуы ҡулынан төшмәгән, эш серҙәре менән ихлас уртаҡлашҡан тәжрибәле рәссаммын.
Студенттарым менән яҡындан аралашам, бер ниндәй ҙә кәртәләр юҡ. Бәйләнештең ныҡлығы рухи туғанлыҡтан, улар һәр саҡ минең эштә икәнде күрә. Сәнғәт - бик тәрән дә, ауыр ҙа бер донъя, шуға һөйләшеү фәлсәфәүи тәрәнлектә бара. Күп кенә рәссамдар: "Ысын сәнғәт, һынлы сәнғәт коммерциянан, табышлы аҡса эшләүҙән йыраҡ тора", - тип әйтәләр. Уны хатта шахта менән дә сағыштыралар. Маяковский: "Тонна мраки, тонна руды", - тигән бит. Беҙҙең сәнғәт шулай, хыялындағы бер генә һүрәтте килтереп сығарыр өсөн ҡайһы бер рәссамдарға тонна буяу сарыф итергә тура килә.
Сәнғәттең киләсәге, тигән һорауға ошолай тип яуап бирер инем: ысын, бөйөк рәссамдар күп булмай, бөйөк яҙыусылар күп булмай. Аллаһы Тәғәлә бик аҡыллы, хикмәтле хәл иткән, әгәр ҙә һин тормошоңдо яратҡан һөнәреңә генә арнайһың, күп нәмәңде уның хаҡына ҡорбан итәһең икән, был бөйөк ижадсы юлы. Хәҙер бит алдатҡыс, әүрәткес нәмәләр бик күп. Йәштәр ана шундай океан төбөнә төшөп китмәһә, күп нәмәгә өлгәшә ала. Сократ юҡҡа ғына: "Кеше ғүмере - үҙе менән көрәш", - тип яҙмаған. Кант менән Шопенгауэр ҙа "Тормош үҙең менән һуғыш", тигән. Был дөрөҫлөккә тура килә. Сөнки ихтыяр, аҡыл, йөрәк, хис-тойғоларҙы даими тәрбиәләмәһәң, үҙеңдә соҡсонмаһаң, китап уҡымаһаң, фекерләргә өйрәнмәһәң, донъяны өйрәнмәһәң, тирә-йүндә нимә барғаны менән ҡыҙыҡһынмаһаң, ҙур ижадсы булыуың да бик-бик икеле.
Рәссам - ул философ, тарихсы, тормошто күҙәтеүсе, шағир. Минең шәкерттәр араһында көслө-көслө ижадсылар бар. Уларҙан һәйбәт рәссамдар сығырына шикләнмәйем, кемеһелер бөйөк рәссам да булып китер. Ни өсөн сыҡмаһын, ти! Маҡсатҡа өлгәшеү иң тәүҙә кешенең үҙенән тора. Өмөтөм ҙур. Тағы ла ҡабатлайым, Башҡортостан - шундай талантлы төбәк.

Темалар нисек табыла? Хеҙмәт емешен күреп ҡыуанған сағыу мәлдәрҙе лә иҫкә төшөрәйек.

- Алда әйткән мәңгелек темалар - туған ил, дин буйынса гел уйланып йөрөйөм. Минең "Бәйғәмбәрҙәр. Әүлиәләр" тигән ҙур бер сериям бар. Ҡартатайым указлы мулла булған. Ҡәрсәйем, өләсәйем Ҡөрьәнде яттан белгән кеше. Улар миңә бәләкәстән Юныс, Йософ, Дауыт, Сөләймән бәйғәмбәрҙәр тураһында һөйләй торғайнылар. Уларҙы бәләкәй саҡта әкиәт һымаҡ ҡабул итһәм, хәҙер улар минең ижадтың төп йүнәлештәренең береһе булып китте, ҙур серияға әйләнделәр. Был картиналарҙы төрлө-төрлө сит ил музейҙары һатып ала. Етди, тәрән темалар тураһында гел уйлап йөрөгәс, идеялар башта тыуып тора. Уларҙы хәлдән килгәнсе тормошҡа ашырырға тырышам. "Рәссам" һәм "Шағир" тигән ҙур серияларым бар. "Ҡул тирмәндәре" серияһын айырып әйтергә кәрәктер. Элек башҡорттар ҡул тирмәнен киң файҙаланған бит. Минең оҫтаханамда ҡартатайымдың ҡул тирмәне ултыра. Ошо темаға арналған картиналарым - илдәр буйлап таралған ике метрлыҡ һүрәттәр. Нестеров музейында ла һаҡлана. Тирмән - гел уйланып йөрөгән темаларҙың береһе, сөнки беҙҙең һәр беребеҙ тормош тирмәне аша үтә бит. Кемдер үҙенән һуң он, ә кемдер саң ғына ҡалдырып үтә. Ғүмереңде нисек үткәрәһең, үҙеңдән һуң да шундай уҡ мираҫ ҡалдыраһың. Үҙемдең уҡыусыларыма ла был турала көн дә тиерлек тылҡыйым. Кеше ғүмере бик ҡыҫҡа ғына, тимәк, уға етди ҡарарға, яуаплы мөнәсәбәттә булырға кәрәк. Шуға ла үҙемдең идеяларымды тормошҡа ашырырға тырышам. Килеп сығамы-юҡмы, быны аҙаҡ Хаҡ Тәғәлә генә хөкөм итер. Һәр хәлдә, рәсемгә төшөрөү минең маҡсат булып ҡала.
Хеҙмәттең емешен табып ҡыуанған сағыу мәлдәр, башлыса, ижад менән бәйле. Һеҙ яҙыусы, әҫәрҙәрегеҙҙе уҡығаным бар. Шуға һеҙ мине тиҙ аңлайһығыҙ - һинең менән ҡуша тәрән диңгеҙҙә йөҙөп йөрөгән һөнәрҙәштәрҙең баһаһы иң юғары баһа, шулай бит? Был бәхет. Аллаға шөкөр, миңә коллегаларым биргән баһа ҡиммәт. 1998 йылдан Башҡортостан рәссамдар союзы идараһы ағзаһымын, дүрт йыл һайын ҡабат һайлап ҡуялар. Был минең ижадымды хөрмәт итеү, уның тәрәнлеген баһалау. Ә Башҡортостанды алғанда, ул рәссамдар төбәге. Бында Европа менән Азияның мөхәббәте лә, көрәше лә сағыла. Ул ҡайнап торған ҡаҙан. Ошо рәссамдар төбәге булған ерҙә ҡәләмдәштәрем ыңғай баһа бирә икән, был мине алдынғы ҡарашлы ижадсыларҙың береһе тип таныуҙан килә. Бының өсөн халҡыма, ата-әсәмә рәхмәт әйтәм һәм алда барырға, һынатмаҫҡа тырышам.

Һорауҙарҙы Фәрзәнә АҠБУЛАТОВА бирҙе.
"Киске Өфө" гәзите, №5, 2024 йыл

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 08.02.24 | Ҡаралған: 85

Киске Өфө
 

"Киске Өфө" (индексы ПР905) гәзите менән бергә булыусы аңлы, зыялы уҡыусыларыбыҙҙы 2024 йылдың икенсе яртыһы өсөн 897 һум 06 тингә баҫмабыҙға яҙылып ҡуйырға саҡырабыҙ. Ә беҙ һеҙҙе рухиәт менән һуғарыуҙы, кәрәкле мәғлүмәттәр еткереүҙе дауам итербеҙ, матур йөкмәтке менән танһыҡтарығыҙҙы ҡандырырға тырышырбыҙ, тигән вәғәҙәбеҙҙе яңыртабыҙ. Гәзитебеҙгә яҙылып, квитанцияларын редакцияға ебәргәндәр араһынан кемдәрҙер бүләккә бик шәп китаптар аласағы тураһында ла онотмағыҙ. Бергә булайыҡ!

МӨХӘРРИРИӘТ.

 
Беҙҙең дуҫтар
 

Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

 
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
© 2024 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru