«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
Беҙҙең номерҙар
 

2024

Ғинуар
   01  |  02  |  03 
Февраль
   04  |  05  |  06  |  07 
Март
   08  |  09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15  |  16 
Май
   17  |  18 

 
Киске Өфө» VK-төркөмө
 

әйт, тиһәгеҙ...

Кешене кеше иткән хеҙмәттең баһалары самалы булып китте түгелме бөгөн, нисек уйлайһығыҙ? Был һеҙҙең ғаиләлә йә туғандарығыҙ араһында сағылыш табамы?

 
Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
БҮЛӘКТЕРМЕ, ҺЫНАУҘЫРМЫ...
+  - 


Яҡын ғына таныштарҙың ҡыҙы кейәүгә сығырға йыйына, бер нисә айҙан, егете отпускыға ҡайтҡас, ғариза бирергә һүҙ ҡуйыштылар. Тик шул мәлдә ҡыуанышып, ҡанатланып йөрөгән йәштәрҙең изге ниәтенә тотҡарлыҡ була яҙып ҡуйҙы.

Хәҙер бит яңылыҡ йәшен тиҙлегендә тарала, улар интернеттан тормош ҡорорға йыйынған парҙарҙан генетик ярашлылыҡ хаҡында белешмә талап ителеү ихтималлығы хаҡындағы хәбәрҙе уҡып, аптырашта ҡалдылар: быны нисек аңларға һәм ул белешмә артынан ҡайҙа, күпме йөрөргә кәрәк буласаҡ? Уларға эйәреп, тағы бер нисә кеше Бәйләнештә был хәбәрҙе ғәжәп ҡылып, комментарий яҙып һалды. Бәхеткәме, бәхетһеҙлеккәме - күп тә үтмәне, әлеге имеш-мимеш буйынса асыҡлыҡ индерелә һалды: БР Дәүләт Йыйылышы - Ҡоролтай рәйесе Константин Толкачев парламенттың был мәсьәләне ҡарарға йыйынмауы һәм тормош ҡорорға ниәтләүсе парҙарҙан мотлаҡ генетик экспертиза хаҡында белешмә талап ителмәйәсәге хаҡында белдерҙе. "Беҙ кемдең был донъяға тыуасағын, ә кемдең юҡ икәнен хәл итә алмайбыҙ", - тине ул.
Был ығы-зығы нимәнән килеп сыҡты һуң? Асыҡланыуынса, өйләнешергә йыйыныусыларҙың генетик ярашлылығы хаҡында мәсьәләне Дәүләт Йыйылышының Һаулыҡ һаҡлау, социаль сәйәсәт һәм ветерандар эштәре буйынса комитет ултырышында уның рәйесе Салауат Харрасов күтәреп сыҡҡан. Депутат һүҙҙәренсә, ҡайһы бер табиптар буласаҡ ғаилә парҙарына генетик экспертиза кәрәклеге тураһында башланғыс менән сығыш яһай. Был, улар фекеренсә, сабыйҙарҙың һәр төрлө нәҫелдән килгән сир менән тыуыу хәүефен бер аҙ сикләргә мөмкинлек бирер ине. Ошо ултырышта доклад менән сығыш яһаусы БР Ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министры Ленара Иванова был тәҡдимде шундуҡ кире ҡаға һәм бының, йомшаҡ итеп әйткәндә, әхлаҡһыҙлыҡ булыуын белдерә.
Эйе, бындай тәҡдимдән ҡыҙып китеп, уны хатта ки "ниндәйҙер фашизм" тип атаған министр үҙенсә хаҡлылыр ҙа, ләкин генетик экспертиза идеяһы ла бит һүҙ юҡта - һүҙ тигәндән, түшәмдән алып көн тәртибенә ҡуйылмаған. Шул уҡ ваҡытта зәғиф балалар тыуыуы илдә генә түгел, донъя кимәлендә лә арта бара һәм ата-әсә аша бирелгән нәҫел сирҙәре берҙән-бер генә сәбәп тә түгел. Нәҫелдән килгән сир, тигәндә, ете быуын ырыу тамырҙарын барлап, тикшереп, йә булмаһа улдарына кәләште алыҫ ырыуҙан әйттерә торған булған башҡорт халҡының боронғо йолаһы иҫкә төшә. Халыҡ аҡылы - алтын шул: борон бер ырыуҙан булған ҡан ҡәрҙәштәр араһында никахлашыу ҡәтғи тыйылған. Табиптар фекеренсә лә бөгөн зәғиф балалар күберәк тап ана шул ҡан ҡәрҙәшлектәре булған ир менән ҡатын ғаиләләрендә тыуа ла инде. Министр Иванова әйтеүенсә, "инвалид балалар һаны арта, эйе, даими арта. Һәм улар араһында психикаһы менән нервылар системаһы боҙолған инвалид балалар өлөшө арта..."
Әйткәндәй, Рәсәйҙә 2023 йыл мәғлүмәттәре буйынса 11 млн инвалидтың 723 меңе - 18 йәшкә тиклемге балалар, ә шуларҙың 19 меңдән ашыуы Башҡортостанда йәшәй. Рәсәйҙең баш неонатологы, профессор Дмитрий Иванов раҫлауынса, илдә йыл һайын 25 меңгә яҡын сабый нәҫелдән бирелгән сир менән, атап әйткәндә, Даун синдромы һәм башҡа төрлө үҫеш тотҡарлыҡтары менән тыуа. Шул арҡала бәхетһеҙ ғаиләләр, тарҡалыусы никах һандары ла арта, ҡайһы бер ҡатындар зәғиф тыуған сабыйынан баш тарта... Башҡортостанда ғына ла йыл һайын ике меңгә яҡын инвалид бала тыуа, шуларҙың 10 проценты церебраль фалиж сиренә дусар. Бындай балаларҙың донъяға килеүендә нәҫел факторынан тыш, сабыйҙың етлекмәй тыуыуы, әсә кешенең йөклө сағында йоғошло сир менән ауырыуы, генетик "хата"лар һәм башҡа ҡайһы бер билдәһеҙ сәбәптәр бар, ти табиптар. Тик барыбер, уйлап ҡараһаң, шулай уҡ билдәһеҙме сәбәптәр? Ә экология касафаттары, аҙыҡ-түлек сифатының хәүефле сиктәргә яҡынайыуы, эскелек, тәмәке, наркомания, ВИЧ? Быларҙан тыш, ата-әсәнең үҙҙәренең сәләмәтлек торошо ла буласаҡ бала һаулығына тәьҫир итә. Мәҫәлән, шулар иҫәбендәге яман шеш, йөрәк-ҡан тамырҙары, шәкәр сирҙәре иң хәүефлеләре. Табиптарҙың ҡайһы берҙәре ҡатын-ҡыҙҙарҙың бала табыу осорон күрәләтә кисектереүе лә йөклөлөктөң һәм бала тыуҙырыуҙың ауыр үтеүе, шул арҡала сирле балалар донъяға килеүе хаҡында белдерә.
Федерация Советының Социаль сәйәсәт буйынса комитеты ағзаһы, балалар табибы Владимир Круглый, мәҫәлән, һуңғы йылдарҙа ғына ла һаулыҡ мөмкинлектәре сикләнгән (ОВЗ) балаларҙың 9,4 процентҡаса артыуын медицина диагностикаһының яҡшырыуы менән аңлата, әлбиттә. "Аутизм сирен асыҡлауы хәҙер еңелерәк, - ти ул,- яңы ҡараш, яңы ысулдар. Элегерәк иһә бындай диагнозды һирәк ҡуялар ине. Медицина үҫешә бара, балалар үлеме лә кәмей һәм етлекмәй тыуған (500 гр) сабыйҙар терелеп китә, ләкин тап бына улар араһында зәғиф балалар күберәк килеп сыға ла инде..." Тик бына мәсьәләнең социаль сәбәптәрен депутат табип ни өсөндөр фәҡәт һуң йәштә бала табыусы ҡатындарҙа күрә. Тәбиғи, һорау килеп тыуа: ә ул ҡатын ниндәй тормош рәүеше алып бара, йәшәү шарттары ниндәй, ҡайҙа эшләй, ире, фатиры бармы, эш хаҡы күпме, бала көтөп алынамы, әллә осраҡлы йөклөлөкмө һәм башҡа бик күп мәсьәләләр шулай уҡ сәләмәт сабый тыуыуында ҙур әһәмиәткә эйә. Нисек кенә булмаһын, ОВЗ менән тыуған балалар һаны ошоға тиклем дә һәр ваҡыт күп ине, әле лә ул кәмемәй. Мәҫәлән, аутизм элегерәк һәр 88-се балала асыҡланһа, бөгөн - һәр 20-лә.
Табиптар диагностикалауҙың яҡшырыуынан тыш, прогресс эҙемтәһен дә телгә алып китә. Мәҫәлән, пластиктағы фталаттар һәм бисфенолдарҙың бала үҫешенә туранан-тура йоғонтоһо бар, ти улар. Шуның өсөн әсәләргә баланы имеҙгәндә пластик шешәләр ҡулланырға ярамай. Табип был хаҡта өндәшмәһә лә, уның урынына еткереберәк шуны әйтке килә: ниндәй генә хәлдә лә сараһын табып, әсә сабыйын тәү минутта уҡ күкрәгенә ҡыҫып, имсәк һөтөн имеҙергә бурыслы.
Мәҡәлә темаһына ҡағылышлы йәнә бер ҙур мәсьәлә бар. Буласаҡ әсә ауырға ҡалғандан һуң 11-12 аҙналыҡ мәлендә йөклөлөк барышы, сабый яралғыһының камиллығына махсус анализ тапшырып, тикшерелеү үтә. Яралғылағы патология билдәләрен УЗИ-скрининг ярҙамында ла асыҡларға була. Яралғы үҫешен йөклөлөк осоронда шулай өс тапҡырғаса күҙәтергә мөмкин. УЗИ-картинала Даунды ла, ниндәйҙер ағзаларҙың етешмәүен дә, баш күләмен дә, гидроцефалия һәм башҡа билдәләрҙе лә асыҡ күрергә була, ти табип-генетик, БДМУ профессоры Сәлиә Мырҙабаева. "Нәҫелдән бирелеүсе сирҙәрҙе иҫкәртеү, уларҙы мөмкин тиклем иртәрәк асыҡлау беҙҙең медицина-генетик хеҙмәте эшмәкәрлегенең төп йүнәлеше булып тора. Ошоға ҡағылышлы һорауҙар менән һәр ваҡыт беҙҙең Медицина-генетик үҙәккә мөрәжәғәт итергә мөмкин", - ти профессор. Үҙәктә йыл һайын 900-ләп яралғы патологияһы асыҡлана. Бындай осраҡтарҙа яралғыны һаҡлап ҡалыуҙы, йә иһә табиптар күрһәтмәһе буйынса йөклөлөктө өҙөү мәсьәләһен фәҡәт ғаилә ағзалары хәл итә. Үкенескә күрә, табиптар әйтеүенсә, ҡайһы бер сирҙәрҙе, мәҫәлән, айырыуса ДЦП-ны алдан иҫкәртеү мөмкин дә түгел. Ундай зәғифлек күбеһенсә етлекмәй тыуған балаларҙа йә булмаһа, ЭКО ярҙамында йөккә уҙған һәм әсә ҡарынында йоғошло сиргә дусар булған осраҡта бала тыуғандан һуң ғына асыҡлана. Ә инде сабый донъяға яр һалып тыуған икән, уның һаулығы ниндәй булыуына ҡарамаҫтан, ул ата-әсә өсөн иң ҡәҙерле бүләк. Һәм, бәлки, һынауҙыр ҙа. Аллаһы Тәғәлә һынауы...

Фәүзиә МӨХӘМӘТШИНА.
"Киске Өфө" гәзите, №6, 2024 йыл

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 15.02.24 | Ҡаралған: 128

Киске Өфө
 

"Киске Өфө" (индексы ПР905) гәзите менән бергә булыусы аңлы, зыялы уҡыусыларыбыҙҙы 2024 йылдың икенсе яртыһы өсөн 897 һум 06 тингә баҫмабыҙға яҙылып ҡуйырға саҡырабыҙ. Ә беҙ һеҙҙе рухиәт менән һуғарыуҙы, кәрәкле мәғлүмәттәр еткереүҙе дауам итербеҙ, матур йөкмәтке менән танһыҡтарығыҙҙы ҡандырырға тырышырбыҙ, тигән вәғәҙәбеҙҙе яңыртабыҙ. Гәзитебеҙгә яҙылып, квитанцияларын редакцияға ебәргәндәр араһынан кемдәрҙер бүләккә бик шәп китаптар аласағы тураһында ла онотмағыҙ. Бергә булайыҡ!

МӨХӘРРИРИӘТ.

 
Беҙҙең дуҫтар
 

Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

 
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
© 2024 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru