«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
Беҙҙең номерҙар
 
2024

Ғинуар
   01  |  02  |  03 
Февраль
   04  |  05  |  06  |  07 
Март
   08  |  09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15  |  16 
Май
   17  |  18 

Киске Өфө» VK-төркөмө
 
әйт, тиһәгеҙ...

Кешене кеше иткән хеҙмәттең баһалары самалы булып китте түгелме бөгөн, нисек уйлайһығыҙ? Был һеҙҙең ғаиләлә йә туғандарығыҙ араһында сағылыш табамы?

Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52

  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
ҠАРТЛЫҠТАН КӨЛӨҮ - КӨЛКӨ ТҮГЕЛ...
+  - 

Үткән аҙнаның донъя киңлегендә шаңдау алған ваҡиғаларының береһе Рәсәй Президенты Владимир Путиндың АҠШ журналисы Такер Карлсон менән әңгәмәһе булды. Был ваҡиға бөтөн илдәрҙең дә киң мәғлүмәт сараларында үҙәк урын алды. Европала хатта уны "мәғлүмәти бомба", "медиа-блокаданы йырыу" тип тә атай һалдылар.

Тәүгеләрҙән булып был хаҡта АҠШ президентлығына кандидат Роберт Ф.Кеннеди үҙ фекерен белдерҙе: "Американдар уйланырға мәжбүр итеүсе әңгәмә алып барырға һәләтле. Беҙ "хәүефле" тип иҫәпләнгән фекерҙәрҙе лә, рәсми мәғлүмәт саралары ҡарашына тап килмәгән идеяларҙы ла тыңлай алабыҙ", - тип яҙа сәйәсмән үҙенең социаль селтәрендәге диуарында һәм Карлсонға ҡарата иҫкесә фекерләүсе мәғлүмәт саралары менән демократтар тарафынан ойошторолған яла яғыуҙарҙы журналистың үҙ эшен башҡарғаны өсөн генә ғәйепләү тип белдерә.
Америка миллиардеры Илон Маск иһә Путиндың "Штаттар долларҙы баҫым яһау инструменты һәм ҡорал итеп файҙалана", тигән һүҙҙәре менән килешеүен белдерҙе. "Беҙ долларҙы ҡоралға әйләндереп, үтә ныҡ шаштырып ебәрҙек", - ти ул. Һәм, ғөмүмән, үҙен "йыһан ғәли йәнәптәре" бейеклегендә тойған был миллиардер һуңғы ваҡыт ергә яҡыная төшкәндәй. Ошо көндәрҙә генә ул, Джо Байден, Эммануэль Макрон һәм Олаф Шольцтың отоласағы, ә Ҡырым менән Донбастың Рәсәйҙеке булып ҡаласағына шик белдермәүен әйтте. Украинаға финанс ярҙамы хәлде үҙгәртмәйәсәк, был бары тик конфликтты һуҙасаҡ һәм 100 меңләгән Украина граждандарын һәләкәткә илтәсәк, тине Илон Маск. Был бизнесмендың Америка властары тарафынан һаман да булһа Украина сиктәрен һаҡлау өсөн 300 млн доллар бүлеү ниәтенә ҡағылышлы фекере ине.
Әммә Карлсондың бөтөн мәғлүмәт сараларын шаулатҡан әңгәмәһенә ҡарата Аҡ йорттан бер ниндәй ҙә фекер белдерелмәне. Уның ҡарауы, Карлсондың Путин менән әңгәмәһе сәйәсәт күгендә күптән инде һүнеп-онотолоп боткән "нафталин" ханым Хиллариҙың ҡанын ныҡ ҡайнатты. Ул хатта ҡасандыр президентлыҡҡа экс-кандидат булараҡ та, исмаһам, үҙен әҙәплерәк тота алманы. Әйтеүҙәренсә, шул осорҙағы һайлауҙар заманында уҡ Карлсон Хиллари ханымға "тейешле хөрмәт" күрһәтмәгән икән. Әйтергә лә түгел, Хиллари үс һаҡлай һәм уны ҡайтарыу сәғәтен көтә лә белә булып сыҡты. Сәбәп килеп сығыуҙан файҙаланып, Хиллари журналисты "идиот", "көсөк" тип атауҙан да тартынманы.
Ә шулай ҙа сикһеҙ ярһыған һәм олоғайып киткән был ханымдан айырмалы рәүештә, уның ватандаштары, йәғни Такер Карлсондың ҡәләмдәштәре, был әңгәмәне бер ни тиклем объектив кимәлдә аңлай алған. New York Times баҫмаһы яҙыуынса, Путин был әңгәмәһендә Украина менән ҡаршылыҡ сиселешенә ҡарашын ғәҙәттәгенән турараҡ әйтеп бирҙе: ул хәрби еңеү түгел, ә Көнбайыш менән килешеүгә баҫым яһай. Был хаҡта Рәсәй Президенты Карлсонға әңгәмә аҙағында ла әйтте: һуғышты туҡтатыу тураһында килешеүҙәр башларға ваҡыт етте, сөнки Көнбайыш властары Рәсәйҙең яу ҡырында еңелеү белмәйәсәген аңланы.
Ғәрәп киң мәғлүмәт саралары журналистары Путиндың Карлсон менән әңгәмәһен юғары баһаланы. Билдәләүҙәренсә, Америка хәбәрсеһе теләһә ниндәй журналисты ла көнләштерә алырлыҡ аҙым яһаны. Украинала Махсус хәрби операция башланғандан алып, был Рәсәй Президентының тәүге мөһим интервьюһы, тип яҙа Al Arabiya һәм Al Hadath каналдары директоры Мәмдүх әл-Мухаини.
Ә бына, зәғифтән көлмәгеҙ, ҡартлыҡтан көлөргә лә була, тигәндәй, АҠШ президенты Байден үҙенең сығыштарында яҙа һөйләп, кеше көлдөрөп йөрөүен дауам итә. Бер уйлағанда, көлкөнән бигерәк ҡыҙғаныс һәм хатта хәүефле лә был: тотош держава башында тороусы лидер буталанған баш менән ниҙәр эшләмәҫ, Аллаһ һаҡлаһын! Байден үҙенең президент булып һайланғандан һуң, йәғни 2021 йылда, 1996 йылда уҡ гүр эйәһе булған мәрхүм Франсуа Миттеран менән осрашыуы хаҡында әйтеп һалды. Күрәһең, ул Францияның әлеге етәксеһе Макронды... Миттеран менән бутаны. Американдар бөгөн сәйәсмәндәрҙең үҙ сығыштарында ошондайыраҡ хаталар ебәреп, уңайһыҙ хәлгә ҡалыуҙарынан көлөп, "байденизм" тигән термин да уйлап сығарған, ти, гонаһ шомлоғо!

Фәүзиә ИҘЕЛБАЕВА.
"Киске Өфө" гәзите, №6, 2024 йыл

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 15.02.24 | Ҡаралған: 67

Киске Өфө
 
"Киске Өфө" (индексы ПР905) гәзите менән бергә булыусы аңлы, зыялы уҡыусыларыбыҙҙы 2024 йылдың икенсе яртыһы өсөн 897 һум 06 тингә баҫмабыҙға яҙылып ҡуйырға саҡырабыҙ. Ә беҙ һеҙҙе рухиәт менән һуғарыуҙы, кәрәкле мәғлүмәттәр еткереүҙе дауам итербеҙ, матур йөкмәтке менән танһыҡтарығыҙҙы ҡандырырға тырышырбыҙ, тигән вәғәҙәбеҙҙе яңыртабыҙ. Гәзитебеҙгә яҙылып, квитанцияларын редакцияға ебәргәндәр араһынан кемдәрҙер бүләккә бик шәп китаптар аласағы тураһында ла онотмағыҙ. Бергә булайыҡ!

МӨХӘРРИРИӘТ.

Беҙҙең дуҫтар
 
Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
© 2024 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru