«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
Беҙҙең номерҙар
 

2024

Ғинуар
   01  |  02  |  03 
Февраль
   04  |  05  |  06  |  07 
Март
   08  |  09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15  |  16 
Май
   17  |  18 

 
Киске Өфө» VK-төркөмө
 

әйт, тиһәгеҙ...

Кешене кеше иткән хеҙмәттең баһалары самалы булып китте түгелме бөгөн, нисек уйлайһығыҙ? Был һеҙҙең ғаиләлә йә туғандарығыҙ араһында сағылыш табамы?

 
Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
БОРОНҒО БАШҠОРТОСТАН
+  - 


Икенсе киҫәк. Урта быуаттар.
Бишенсе бүлек. Көньяҡ Урал IV - VIII быуаттарҙа

V-VIII быуаттарҙа Көнсығыш Урал аръяғы ҡәбиләләре

Бакал ҡәбиләләренең көньяҡ күршеләре - Иртыш йылғаһының ике яҡ яры буйында һәм Ишем йылғаһының түбәнге өлөшөндә йәшәгән подчеваш мәҙәниәте ҡәбиләләре. Был мәҙәниәт бакалдыҡынан яҡшыраҡ өйрәнелгән, шуға күрә уның тарихында VI -VII, VII - VIII һәм VIII - IX быуаттарға ҡараған этаптар билдәләнә. Подчеваш ҡәбиләләре ултыраҡ йә иһә ярым ултыраҡ тормош алып барған, был йылға морондарында күп һанлы ҡаласыҡтар булыуы һәм уларҙың дүрт мөйөшлө ярым ер өйҙәрҙән тороуы иҫбатлай. Өйҙәр бүрәнә менән буралып, ер иҙәндәрендәге уйымда яғылған усаҡтар менән йылытылған. Үлгәндәрҙе ҡәбергә һалып ерләү йолаһы менән бер рәттән, мәйетте яндырыу ҙа ҡулланылған. Мәйет тораҡтарҙан ситтә яндырылған һәм янып бөтмәгән һөйәктәр ваҡ соҡорҙарға һалып күмелгән. Подчеваш ҡәбиләләрендә үлгәндәрҙе ҡурған аҫтына ерләү йолаһы ла булған.
Подчевашсыларҙың ерләү йолаларын өйрәнеү уларҙың күп вариантлы булыуын күрһәтә, быны уларҙың көнкүрешендә күсмә төрки ҡәүемдәренең әүҙем ҡатнашыуы менән аңлатып була. Подчеваш ҡомартҡыларының инвентары күп төрлө. Унда һуғыш ҡоралдарының (уҡ башаҡтарының) тимерҙән һәм һөйәктән яһалған предметтары, тимер бысаҡтар, ураҡтар күп. Төрлө типтағы һырғаларҙа, бил ҡайыштары ҡаптырмаларында һәм уға беркетелгән биҙәүестәрҙә, шулай уҡ йышыраҡ кеше һыны һәм айыу фигураларынан торған, ҡойоп яһалған һынлы сәнғәт предметтарында ошо мәҙәниәт ярайһы уҡ тулы сағылдырылған. Керамикалары түңәрәк төплө, туҫтаҡҡа яҡын һауыт-һабанан тора. Ауыҙҙары тирәләй тешле штамп менән яһалған эҙҙәр менән аралаш горизонталь һыҙыҡтарҙан торған орнамент ошондай һауыттарҙың күбеһенең характерлы элементы булып тора. Һауыт-һабаның ошо тибы бер ни тиклем Көньяҡ Уралдың кушнаренко һауыттарының һуң варианттарын хәтерләтә. Урманлы Урта Уралда археологик яҡтан урман зонаһына ғына хас булғанмәҙәниәте һәм йәшәү рәүеше сағылған күп булмаған ҡәбиләләр төркөмө билдәләнә. Уларҙың Башҡортостандың иртә урта быуаттар тарихына ниндәй мөнәсәбәттә булыуы асыҡланмаған әле.

Көнбайыш Төрки ҡағанаты

Көнбайыш Төрки ҡағанаты тарихының төп этаптарын уҡыусыларыбыҙға ҡыҫҡаса аңлатып китмәгән хәлдә, иртә урта быуаттарҙағы Көньяҡ Уралдың этносәйәси тарихының күп мәсьәләләре аңлайышһыҙ ҡалыр. VI быуат урталарында Евразия далаларында мөһим ваҡиғалар башлана, уларҙың иң әһәмиәтлеһе - фәндә Төрки ҡағанаты исеме аҫтында билдәле булған, 545 йылда Үҙәк Азияла барлыҡҡа килгән төрки дәүләте. Ул теле, тюгю-төрки ҡәбиләләре союзының күп йылдар буйына аварҙар (жуань-жуандар) менән көрәш алып барып, уларҙы тамам ҡыйратыуы һөҙөмтәһендә ойоша. Факттар аварҙар һәм төркиҙәр (теле, тюлю) араһындағы конфликтҡа Үҙәк Азияның киң халыҡ массалары ылыҡтырылғанлығын күрһәтә, ә уның эҙемтәләре бик күп ҡәүемдәрҙең Евразия далалары буйлап сираттағы күсешенә килтерә. Мәҫәлән, күскенсе аварҙарҙың төркиҙәр тарафынан эҙәрлекләнгән күп һанлы төркөмдәренең ҡыҫҡа ғына ваҡыт дауамында Көньяҡ Себер, Ҡаҙағстан, Көньяҡ Урал һәм Волга буйы далалары аша үтеп сығыуы ышаныслы рәүештә раҫланды; Волганың уң яры буйында ат һәм инвентарь (өҙәңгеләр, ауыҙлыҡтар) күмелгән, VI-VII быуаттар арауығына хас булғанса, һирәк кенә осрай торған ҡурған аҫтындағы ҡәберлектәрҙең хасил булыуын археологтарҙың ошо аварҙар менән бәйләүе нигеҙле, тип иҫәпләнә. 557-558 йылдарҙа уҡ аварҙарҙың Үҙәк Азия яҡтарынан ҡасып килгән төркөмдәре Төньяҡ Ҡара диңгеҙ буйын яулап ала, Дунай йылғаһының урта ағымындағы ерҙәрҙә ныҡлап төпләнә һәм үҙ дәүләтен - составына урындағы ҡәбиләләр ҙә ингән Авар ҡағанатын булдыра. Был ваҡиға Византия сығанаҡтарында сағылыш таба, унда 557-558 йылдарға ҡараған ошондай мәғлүмәт теркәлгән: "Византияға аварҙар тип аталған ғәҙәти булмаған ҡәбилә килеп керҙе, һәм уларҙы күрергә бөтөн ҡала йүгерешеп килде, сөнки бер ҡасан да ошондай ҡәүемде күргәндәре булманы. Артҡы яҡтан сәстәре бик оҙон булып, услама бәйләнгән һәм үрелгән, уларҙың башҡа кейемдәре бүтән гундарҙыҡына (кейемдәренә) оҡшаш. Улар, үҙ иленән ҡасып китеп, Скифия һәм Мизия өлкәләренә килде һәм, ҡабул итеүҙе һорап, Юстинианға илселәрен ебәрҙе". Аварҙарҙың төп массаһының төрки телендә аралашыуы шик тыуҙырмай. Урта Дунайҙағы һәм Паннониялағы Авар ҡағанаты IX быуаттың аҙағына тиклем (896 й.) йәшәй һәм бында Төньяҡ Ҡара диңгеҙ буйы райондарынан венгр-мадъярҙарҙың күсеп килеүенән һуң тарҡала. Аварҙарҙы еңеү төркиҙәрҙе Үҙәк Азия далаларының тулы власлы хужаһына әйләндерә һәм күрше ҡәүемдәргә ҡарата уңышлы хәрби хәрәкәттәр башлау мөмкинлеген бирә, һәм улар иҫ китерлек уңыштарға өлгәшә. Мәҫәлән, көнсығыш, төньяҡ һәм көнбайыш тарафтарҙа һуғыш хәрәкәттәре алып барып, төрки ғәскәрҙәре Тымыҡ океан ярҙарынан Көнбайыш Себергә, Ҡаҙағстандан Урта Азияның бер өлөшөнә тиклемге ерҙәрҙе үҙҙәренең дәүләтенә ҡуша.
Төркиҙәрҙең көнбайыш походтарын ҡағанаттың беренсе ҡағаны Бумындың бер туған энеһе Истеми ҡаған етәкләй. Уның ғәскәрҙәре, уңышлы хәрәкәт итеп, 558 йылда Волга йылғаһына килеп етә һәм, шулай итеп, бөтөн Көньяҡ Урал Төрки ҡағанаты составына индерелә. Артабанғы йылдарҙа төркиҙәр Төньяҡ Кавказ, хатта Төньяҡ Ҡара диңгеҙ буйы һәм Ҡырым өҫтөнән дә үҙ контролен булдыра.
Төрки ғәскәрҙәре Себер һәм Ҡаҙағстан далалары киңлектәрен яулап алғас, берҙәм Төрки ҡағанаты тарҡалыуға дусар була һәм ике өлөшкә - Көнсығыш һәм Көнбайыш ҡағанаттарына бүленә. Истеми ҡаған Чуй йылғаһындағы Чуяб ҡалаһын (хәҙерге Ҡырғыҙстан биләмәһе) үҙенең резиденцияһы итә, әммә ваҡытының күп өлөшөн походтарҙа йә иһә үҙенең йәйге шәхси резиденцияларында уҙғара. Төрки ҡағандары һәм уларҙың ярандары хаҡында замандаштары теркәп ҡалдырған мәғлүмәттәр бар. Көнбайыш Төрки ҡағаны Ябгу ставкаһында булған Будда монахы Сюань Цзянь ошолай яҙа: "Ҡаған йәшел ебәк халат кейгәйне. Уны парсанан тегелгән халат кейгән, сәстәре толомлап үрелгән 200-ҙән ашыу тархан оҙатып йөрөнө. Йәнлек тиреһе менән ҡуша тегелгән кейем һәм йомшаҡ баш кейемдәре кейгән башҡа яугирҙар айбалталар, йәйәләр һәм байраҡтар тотоп торҙо. Уларҙың аттары иҫ киткес матур ине. Дөйәләрҙә һәм аттарҙа һыбай барыусылар шул тиклем күп, уларҙың барыһын бер юлы күрерлек түгел".



V-VIII быуатттарҙағы Көньяҡ Урал археологик ҡомартҡылары материалдары: 1-5 - уҡ башаҡтары; 6 - бронза көҙгөләр өсөн ҡойоу формаһы; 7 - бронза көҙгө; 8 - ауыҙлыҡ; 9,10 - ураҡтар; 11 - өҙәңге; 12 - ҡул тирмәндәренең таш дискылары.

Нияз МӘЖИТОВ. Әлфиә СОЛТАНОВА.
Арыҫлан ТАЙМАСОВ тәржемәһе.
(Дауамы. Башы 2022 йылдың 28-се һанында).

"Киске Өфө" гәзите, №6, 2024 йыл

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 15.02.24 | Ҡаралған: 60

Киске Өфө
 

"Киске Өфө" (индексы ПР905) гәзите менән бергә булыусы аңлы, зыялы уҡыусыларыбыҙҙы 2024 йылдың икенсе яртыһы өсөн 897 һум 06 тингә баҫмабыҙға яҙылып ҡуйырға саҡырабыҙ. Ә беҙ һеҙҙе рухиәт менән һуғарыуҙы, кәрәкле мәғлүмәттәр еткереүҙе дауам итербеҙ, матур йөкмәтке менән танһыҡтарығыҙҙы ҡандырырға тырышырбыҙ, тигән вәғәҙәбеҙҙе яңыртабыҙ. Гәзитебеҙгә яҙылып, квитанцияларын редакцияға ебәргәндәр араһынан кемдәрҙер бүләккә бик шәп китаптар аласағы тураһында ла онотмағыҙ. Бергә булайыҡ!

МӨХӘРРИРИӘТ.

 
Беҙҙең дуҫтар
 

Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

 
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
© 2024 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru