«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
Беҙҙең номерҙар
 

2024

Ғинуар
   01  |  02  |  03 
Февраль
   04  |  05  |  06  |  07 
Март
   08  |  09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15  |  16 
Май
   17  |  18 

 
Киске Өфө» VK-төркөмө
 

әйт, тиһәгеҙ...

Кешене кеше иткән хеҙмәттең баһалары самалы булып китте түгелме бөгөн, нисек уйлайһығыҙ? Был һеҙҙең ғаиләлә йә туғандарығыҙ араһында сағылыш табамы?

 
Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
АҠ МЫЙЫҠЛЫ БАБАЙҒА ЛА БАРЫБЕР АҒАЙ КӘРӘК…
+  - 


"Мин ағайһыҙ үҫкән малай…Туҡмалдым һирәк-мирәк…Ә бөтөнләй туҡмалмаҫҡа мотлаҡ бер ағай кәрәк", тип башлана Әнғәм Атнабайҙың бер шиғыры. Мин үҙем, әлбиттә, ағайһыҙ үҫмәнем. Бер туған ике ағайым бар. Өлкәне - Ғайса, минән ун биш йәшкә олораҡ, инде һикһәнде аша атлаған. Ә Юлай ағайымдан мин ни бары өс йәшкә кесемен. Бына шул Юлай ағай хаҡында бөгөн һүҙем. Ин шәә Аллаһ, ошо ҡәҙерле кешем быйыл етенсе тиҫтәһен тултыра.

Ағайым Баймаҡ районы Мәмбәт ауылында урта мәктәпте тамамлағас, бер аҙ ғына совхозда эшләп, ун һигеҙ йәше тулғас та Совет Армияһы сафына алынды. Төркмәнстанда, унан Үзбәкстандың Чирчик ҡалаһындағы хәрби танк училищеһында инструктор булып хеҙмәт итеп йөрөгән өлкән сержант ағайым менән тиҫтерҙәрем араһында һәр саҡ ғорурлана инем. Мин мәктәпте тамамлауыма, ул әрме хеҙмәтен бөтөрөп, ҡайтып та килде. "Ҡайҙа уҡырға барырға ниәтләйһең, ҡустым?" - тип һораны һәр саҡ "теҙгенде ҡыҫҡа тоторға" яратҡан ағайым. "Өфө сәнғәт училищеһының ҡурай бүлегенә барам тип йыйынып йөрөйөм әле…" "Әйҙә, киттек, медҡа! Икебеҙ өсөн дә табип һөнәре ҡулайлыраҡ булыр тип уйлайым. Атай-әсәй ҙә инде олоғайып килә…"
Бәләкәй саҡтан ихтирам итеп, уны һәр саҡ тыңлап йөрөгән ҡусты булараҡ, әллә ни оҙаҡ уйлап та тормаҫтан, был тәҡдимде ихлас ҡабул иттем һәм бергәләп имтихандарға ла әҙерләнә башланыҡ. Ә инде икебеҙ ҙә бер юлы институтҡа инеп киткәс, атайым менән әсәйемдең шатлығының иге-сиге булманы. Бына шулай, табип булып китеүемә Юлай ағайым сәбәпсе булды, тип һис кенә лә икеләнмәй әйтәм һәр ваҡыт.
Бала саҡтан был ағайымдан бер тотам да айырылмай тиерлек, бергә үҫкәнгәлер ҙә, үҙемде малайҙар араһында гел генә яҡлаулы тойҙом. Бәғзе бер өлкәнерәк, "һуғышсан" малайҙар ҙа миңә ҡағылырға баҙнат итмәй ине. Йәштәштәре араһында уның "көслө малай" тигән абруйы ла булды шул. Шуғамылыр, үҙенән олораҡ булған малайҙар араһында дуҫтары ла күп ине. Институтта уҡыған дәүерҙә лә дөйөм ятаҡ бүлмәһендәге егеттәр уны "староста" итеп һайланы. Ҡалын, көр тауышлы талапсан "башлыҡтың" һәр һүҙе "үтемле", уның аҡыллы кәңәштәрен барыбыҙ ҙа тоторға тырыштыҡ. Ятаҡ бүлмәһендә тейешенсә тәртип, таҙалыҡ тотоу буйынса йәшерәктәрҙе, хатта үҙенең тиҫтерҙәрен дә ҡайсаҡ ныҡ ҡына итеп "быжғытып" та ала торғайны. Студент йылдарында бер-беребеҙҙе яҡлашып, һәр саҡ ярҙам итешеп йөрөгәнгәлер ҙә, уҡыу ҙа еңелерәк тойолдо.
Институттың аҙаҡҡы курстарында беҙҙең юлдарыбыҙ айырылды - мин Совет Армияһы сафына алынып, Куйбышев хәрби медицина факультетына күстем. Ҡулына диплом алыу менән Юлай ағайым Сибай медицина училищеһына уҡытыусы итеп тәғәйенләнде. Ун йыл дауамында буласаҡ фельдшерҙарға, шәфҡәт туташтарына анатомия фәненән дәрес бирҙе. Студенттарҙың яратҡан уҡытыусыһы булып танылды һәм шул уҡ ваҡытта уҡытыусылар араһында ла ҙур абруй ҡаҙанды. Принципиаль йәш уҡытыусы бер нисә йыл ҡабул итеү комиссияһының яуаплы сәркәтип эшен уңышлы башҡарҙы.
Ун йыл училищела эшләгәндән һуң, кеше анатомияһын тәрән белгән табип булараҡ, Урал аръяғы райондарының баш судмед эксперты вазифаһына тәҡдим ителде. Был һөнәрҙең төп тәғәйенләнеше - һәр төрлө аңһыҙ бәлә-ҡаза арҡаһында һәләк булған кеше органдарын "асып ҡарап", уларға дөрөҫ диагноз ҡуйып, үлем сәбәбен аныҡлап, хоҡуҡ һаҡлау органдарына ярҙам итеүҙән ғибәрәт булыуын һәммәбеҙ белә. Ошо ауыр эште атҡарыусы ағайымды ҡайһы бер коллегалары "доктор - милиционер" тип тә йөрөттө. Бәғзе ваҡыт шул эшенә бәйле, мәҙәк хәлгә лә юлыҡҡылай ине үҙе лә юморға бай ғына булған ағайым. Берәй мәжлестә ултырғанда, ғәҙәттә, ҡунаҡтар араһында ниндәйҙер табип булһа, ҡайһылар үҙҙәренең сире буйынса һүҙ ҡуҙғатырға ярата бит инде. Шулай бер саҡ ҡунаҡтарҙың береһе: "Әй, Юлай, һин врач бит, мин һиңә бер күренергә киләйем әле…" - тип әйтә башлағас, ағайым: "Юҡ, һин, киреһенсә, миңә килмәҫкә тырыш!" - тип әйтеп ҡуйҙы. Һүҙҙең ҡайҙа барғанлығын аңлағас, барса ҡунаҡтар шаулашып, көлөшөп алды… Бына ошо яуаплы эштә утыҙ йыл эшләп, ағайым хаҡлы ялға сыҡты. Фиҙаҡәр хеҙмәте өсөн уға "Башҡортостан Республикаһының һаулыҡ һаҡлау отличнигы" тигән маҡтаулы исем бирелде.
Һәр миҙалдың бер генә яғы булмағандай, кешенең үҙе тураһында ғына һөйләү бер ҡасан да тулы мәғлүмәт бирмәйәсәк. Юлай ағайымды уның яратҡан ғаиләһенән айырым күҙ алдына килтереү, әлбиттә, мөмкин түгел. Ағайымды ихтирам итеп итеп, уның хаҡында һүҙ алып барғанда һәр саҡ "минең Юлайым" тип кенә торған шаян ғына еңгәм бар минең. Йәмле Талҡаҫ күле буйындағы Иҫән ауылында тыуып үҫкән Йондоҙ исемле был еңгәм инде ҡырҡ биш йылдан ашыу (студент саҡтан алып) хәләл ефетенең ышаныслы терәге булып, тормош йөгөн уның менән бергә тартып килә. Бик һирәк осрай торған был исемде уға атаһы яғынан туғанлығы булған халыҡ яҙыусыһы Зәйнәб Биишеваның тәҡдиме буйынса ҡушҡандар. Башҡорт Дәүләт педагогия институтының тарих факультетын тамамлағас, еңгәм дә медицина училищеһына эшкә тәғәйенләнде, шунда 34 йыл буйы арымай-талмай, студенттарға тарих һәм философия фәндәрен өйрәтте. Тырыш хеҙмәте өсөн уға 2009 йылда Президентыбыҙ Мортаза Рәхимов указы менән "Башҡортостандын атҡаҙанған мәғариф хеҙмәткәре" тигән юғары исем бирелде. Тағы бер аҙҙан, ул "Башҡортостан Республикаһының мәғариф отличнигы" тигән исемгә лә лайыҡ булды.
"Урал", "Буранбай", "Ильяс" һәм башҡа күп кенә башҡорт халыҡ йырҙарын Юлай ағайыбыҙ һуҙып ебәрһә, күптәр күҙ йәшен тыя алмай. Заманында йыраусы булған атайыбыҙ мәрхүмдән күскәндер уға бындай һәләт. Еңгәм дә йырға әүәҫ, үҙешмәкәр концерттарҙа ла ҡатнашырға өлгөрәләр. Бөгөнгө көндә инде хаҡлы ялда булған был яҡындарым ике бала (ул һәм ҡыҙ) тәрбиәләнеләр, өс ейәне үҫеп килә. Улдары Азамат БДУ-ның химия факультетын тамамлағас, контракт буйынса биш йыл офицер булып хеҙмәт итеп ҡайтты, хәҙерге көндә ситтә үҙ һөнәре буйынса эшләй. Ә ҡыҙҙары Айгөл юридик фәндәр кандидаты.
Ағай менән еңгәмдең күп тарафтан өлгөлө кешеләр булыуы атай-әсәйебеҙгә, башҡа барлыҡ туғандарға булған мөнәсәбәтендә сағылыуы хаҡында ла әйтмәй ҡалдырыу ярамай. Атайыбыҙ донъя ҡуйғас, әсәйебеҙҙең ай-вайына ҡуймай, ауылдан Сибайға - үҙҙәренең йортона күсереп алып ҡайтты улар. "Ҡәйнәмде үҙебеҙ ҡарайбыҙ" тип, еңгәмдең ышаныслы итеп әйткән һүҙҙәрен әле булһа яҡшы иҫләйем. Ысынлап та, ғәзиз әсәйебеҙҙе тиҫтә йылдан ашыу ҡәҙер итте улар, "өрмәгән ергә лә ултыртманылар" тиһәм дә артыҡ булмаҫ! Шуның өсөн дә беҙ - бар туғандар ошо яҡындарыбыҙға ҙур рәхмәтлебеҙ.
Ғаиләлә биш бала үҫтек. Дүрт малай һәм бер ҡыҙ. Әлхәмдүлиллаһ, ошо көнгә тиклем барыбыҙ ҙа иҫәнбеҙ. Иң кесе ҡустыбыҙ Йәлил дә инде алтмыш дүртенсе йәш менән бара. Баш һүҙемде тигенгә генә "ағай кәрәк" тип атаманым: Барыбыҙ ҙа инде олпат йәштәрҙә булыуыбыҙға ҡарамаҫтан, әле булһа Юлай ағайым татыу ғаиләбеҙ өсөн ҙур кәңәшсе, хатта ниндәйҙер кимәлдә "старшина" булып тора тиһәм дә хата булмаҫ. Теге йәки был һорау килеп тыуа икән, йыш ҡына уның аҡыллы һүҙҙәренә мохтажбыҙ. Бына шундай "лидерлыҡ" һәләте бар уның.
Мәҡәләмде Әнғәм ағайҙың шиғыр куплеты менән башлап ебәргәйнем бит әле. Һүҙ аҙағында ана шул әҫәрҙең ҡалған өлөшөн дә тулыһынса килтерергә булдым. Уны оҡшатмаған бер кеше лә табылмаҫ тип ышанам:
…Ағай кәрәк - ат һыртына
Тәү ҡабат менгән саҡта,
Яҡты донъяны ҡарайтып
Ҡайғылар килгән саҡта.
Ағай кәрәк - ҡарурмандан
Аҙашмай сығыр өсөн,
Уттарында янмай ҡалып,
Һалҡынға сыҙар өсөн.
Ағай кәрәк - тыйнаҡ ҡына
Аҡылллы һүҙе менән,
Әле йомшаҡ, әле уҫал
Ҡарашлы күҙе менән.
Ағай кәрәк - ҡай сағында
Барлығын тойоу етә,
"Мин ағайлы" тигән уй ҙа
Кешене ҡыйыу итә.
…Улдарымдың улдары бар,
Мин инде бабай, тимәк…
Аҡ мыйыҡлы бабайға ла
Барыбер ағай кәрәк!
Ағай кәрәк!

Хәлил ҺӨЙӨНДӨКОВ,
хәрби хеҙмәт ветераны.

"Киске Өфө" гәзите, №6, 2024 йыл

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 15.02.24 | Ҡаралған: 445

Киске Өфө
 

"Киске Өфө" (индексы ПР905) гәзите менән бергә булыусы аңлы, зыялы уҡыусыларыбыҙҙы 2024 йылдың икенсе яртыһы өсөн 897 һум 06 тингә баҫмабыҙға яҙылып ҡуйырға саҡырабыҙ. Ә беҙ һеҙҙе рухиәт менән һуғарыуҙы, кәрәкле мәғлүмәттәр еткереүҙе дауам итербеҙ, матур йөкмәтке менән танһыҡтарығыҙҙы ҡандырырға тырышырбыҙ, тигән вәғәҙәбеҙҙе яңыртабыҙ. Гәзитебеҙгә яҙылып, квитанцияларын редакцияға ебәргәндәр араһынан кемдәрҙер бүләккә бик шәп китаптар аласағы тураһында ла онотмағыҙ. Бергә булайыҡ!

МӨХӘРРИРИӘТ.

 
Беҙҙең дуҫтар
 

Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

 
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
© 2024 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru