«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
Беҙҙең номерҙар
 
2024

Ғинуар
   01  |  02  |  03 
Февраль
   04  |  05  |  06  |  07 
Март
   08  |  09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15  |  16 

Киске Өфө» VK-төркөмө
 
әйт, тиһәгеҙ...

Ауыл ерендә эшҡыуарлыҡҡа тотоноу бик ҡыйын шөғөлмө? "Еләкле урындар" бөтмәгәнме, йәғни ниндәй эшҡыуарлыҡ төрҙәре менән шөғөлләнеп була?

Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52

  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
"АТАЙСАЛ" ЙЫЙҘЫ...
+  - 

"Атайсал - Ватан көсө" зона форумы был юлы Стәрлебаш районында үтте һәм ул майҙанға Салауат һәм Стәрлетамаҡ ҡалалары, Ғафури, Ишембай, Миәкә, Стәрлетамаҡ, Фёдоровка һәм Стәрлебаш райондары вәкилдәрен тупланы.

Көндөң тәүге яртыһында эш туғыҙ тематик секцияла алып барылды, унда биләмәләр үҫешендәге яңы тенденциялар, яҡташтар ойошмаһы традицияларын һаҡлау һәм таратыу, махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларға һәм уларҙың ғаиләләренә ярҙам итеү, рухи-әхлаҡи һәм ғаилә ҡиммәттәрен, мәҙәни һәм тарихи мираҫты һаҡлау, үҫеп килеүсе быуынды илһөйәрлек рухында тәрбиәләү мәсьәләләре ҡаралды. Ҡыҫҡаһы, "Яңыса уйла. Территорияларҙы үҫтереүҙә яңы йүнәлештәр" темаһына стратегик сессияла ҡатнашҡан Башҡортостан Башлығы Хакимиәте етәксеһенең беренсе урынбаҫары Урал Килсенбаевтың фекере был проекттың асылын шулай тип баһаланы: "Быйыл мартта проектҡа өс йыл тула. Ваҡыт уның бер урында ғына тормауын, ә әүҙем үҫешеүен күрһәтте. "Атайсал - Яҡташтар көсө" тип аталған беренсе форумды ғына иҫкә төшөрәйек. Ул ваҡытта беҙ яҡташтарыбыҙға, тәүге сиратта тыуған ауылдарына ярҙам итһендәр ине, тигән мөрәжәғәткә нигеҙләндек. Бөгөн, күреүебеҙсә, форум "Атайсал - Ватан көсө" тип атала. Проекттың әһәмиәтен анализлағандан һуң проекттың рухи ҡеүәтен билдәләнек: яҡташтарыбыҙ, кесе ватанына ярҙам итеп, иң юғары хис-тойғолар кисерә. Тыуған ереңдең киләсәген хәстәрләү, күңелеңде һалыу - көс-ҡеүәт тап шунан ғибәрәт..."
Форумдағы бар майҙандарҙа ла бөгөнгө көнгә ауаздаш темалар, фекер алышыуҙар ойошторолдо. "Атайсал - Ватан көсө" зона форумының "Бергә еңәсәкбеҙ" секцияһында махсус хәрби операция, унда ҡатнашыусыларҙың, яугирҙарҙың ғаилә ағзаларының проблемалары тураһында һүҙ барҙы. "Атайсал - Ватан көсө" зона форумының "Тамырҙарыңды бел" секцияһында ҡатнашыусылар милли мәҙәни традицияларҙы, туған телде, ата-бабаларыбыҙҙың ғөрөф-ғәҙәттәрен, тарихи-мәҙәни мираҫты һаҡлау һәм популярлаштырыу, этномәҙәни һәм тарихи-крайҙы өйрәнеү йүнәлешендәге программаларҙы һәм проекттарҙы тормошҡа ашырыу, традицион мәҙәни ҡиммәттәргә һәм милли йолаларға хөрмәт тәрбиәләү тураһында һөйләште. Республика ҡалаларында һәм муниципалитеттарында башҡарылған аныҡ эштәр тураһында "Атайсал. Ватан көсө. Яҡташтар беҙҙең менән!" майҙансығында ҡатнашыусылар ни өсөн кесе ватан өсөн изге эштәр башҡарыу мөһим; был йәһәттән мәктәп, ғаилә, тирә-яҡ мөхит ниндәй роль уйнай; ауыл йәки ҡала үҫешһен өсөн нимә эшләргә кәрәклеген тикшерҙе. "Ғаилә ҡиммәттәре" тип аталған секцияла йәмәғәт ойошмалары, социаль учреждениелар вәкилдәре, ауыл биләмәләре башлыҡтары ғаилә ҡиммәттәре һәм традициялары төшөнсәләренең нимә икәнлеген, уларҙың йәмғиәттең лайыҡлы ағзаһын тәрбиәләүгә йоғонтоһон, йәмәғәт ойошмаларының роле тураһында һәм башҡа темаларҙы барланы.
Форумды тамамлаусы секцияла "Атайсал" сиктәрендә тормошҡа ашырылған проекттар тураһында һәр кемде һоҡландырған мәғлүмәт яңғыраны: Стәрлетамаҡ районында ғына - ике меңдән ашыу, Ғафури районында - 500-ҙән ашыу, Стәрлебаш районында - 300-ҙән ашыу... Һүҙ кесе ватаныбыҙ һәм тыуған төйәгебеҙ мәнфәғәтендә башҡарылған меңәрләгән изге эштәр хаҡында бара: социаль объекттар төҙөү, ауылдарҙы һәм шишмәләрҙе төҙөкләндереү һ.б. Һис шикһеҙ, "Атайсал"дың киләсәге ҙур. Проект сиктәрендә изге эштәр дауам итәсәк һәм төрлө төбәктәрҙә тағы ла меңәрләгән яҡшы эштәр башҡарыласаҡ.

"Киске Өфө" гәзите, №7, 2024 йыл

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 21.02.24 | Ҡаралған: 48

Киске Өфө
 
"Киске Өфө" (индексы ПР905) гәзите менән бергә булыусы аңлы, зыялы уҡыусыларыбыҙҙы 2024 йылдың икенсе яртыһы өсөн 897 һум 06 тингә баҫмабыҙға яҙылып ҡуйырға саҡырабыҙ. Ә беҙ һеҙҙе рухиәт менән һуғарыуҙы, кәрәкле мәғлүмәттәр еткереүҙе дауам итербеҙ, матур йөкмәтке менән танһыҡтарығыҙҙы ҡандырырға тырышырбыҙ, тигән вәғәҙәбеҙҙе яңыртабыҙ. Гәзитебеҙгә яҙылып, квитанцияларын редакцияға ебәргәндәр араһынан кемдәрҙер бүләккә бик шәп китаптар аласағы тураһында ла онотмағыҙ. Бергә булайыҡ!

МӨХӘРРИРИӘТ.

Беҙҙең дуҫтар
 
Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
© 2024 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru