«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
Беҙҙең номерҙар
 

2024

Ғинуар
   01  |  02  |  03 
Февраль
   04  |  05  |  06  |  07 
Март
   08  |  09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15  |  16 

 
Киске Өфө» VK-төркөмө
 

әйт, тиһәгеҙ...

Ауыл ерендә эшҡыуарлыҡҡа тотоноу бик ҡыйын шөғөлмө? "Еләкле урындар" бөтмәгәнме, йәғни ниндәй эшҡыуарлыҡ төрҙәре менән шөғөлләнеп була?

 
Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
УЛ ҠАРА АЛТЫНДЫ ҠАРА ТИР ТҮГЕП ТАПҠАН ҒАЛИМ
+  - 


Башҡортостан нефтселәре хаҡында романдар, повестар ижад ителгән, документаль әҫәрҙәр ҙә етерлек. ЮЛБАРИСОВ Эрнст Мирсаяф улы ла ғүмерен нефть сығарыу эшенә арнаған шәхестәрҙең береһе. Бер үк ваҡытта ул ғалим-геолог, дәүләт эшмәкәре, вуз уҡытыусыһы ла. Э.М. Юлбарисов - геология-минералогия фәндәре кандидаты, техник фәндәр докторы, 1992 - 1998 йылдарҙа Башҡортостан Республикаһының Геология һәм ер аҫтын файҙаланыу буйынса дәүләт комитеты рәйесенең беренсе урынбаҫары. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған нефтсеһе, Рәсәй Федерацияһының почетлы нефтсеһе, Рәсәй Федерацияһының почетлы ер аҫтын тикшереүсеһе, СССР-ҙың уйлап табыусыһы исемдәренә лайыҡ булған. Рәсәй Федерацияһының Тау фәндәре академияһының мөхбир ағзаһы. Гәзит уҡыусыларға уның менән әңгәмә тәҡдим итәбеҙ.

Хөрмәтле Эрнст Мирсаяф улы! Һеҙ - Башҡортостанда ғына түгел, нефть сығарыу өлкәһендәге ғилми-ғәмәли хеҙмәттәрегеҙ менән Рәсәй кимәлендә танылыу тапҡан ғалим. Әңгәмәбеҙҙе бер фәлсәфәүи һорауҙан башлап ебәрһәк, урынлы булыр. Аллаһы Тәғәлә барса кешеләрҙе бер иш итеп яралтҡан, ир заты булһынмы, ҡатын-ҡыҙмы - уларҙың организмы бер биологик ҡанундарға ярашлы йәшәй һәм көйләнә. Шул уҡ ваҡытта беҙ бер төрлө түгелбеҙ, һәр беребеҙ үҙенсәлекле. Берәүҙәр үҙ тормошонда үҫешкә ынтыла, белем эстәй, яңы үрҙәр яуларға тырыша, һөнәренә ижади ҡарай, оло шәхес булып китә. Ә бәғзе берәүҙәр ҡәҙимгесә, артыҡ борсолмайынса, ҙур маҡсаттар ҡуймайынса ғына йәшәй: йәнәһе, минән киткәнсе, эйәһенә еткәнсе. Ни өсөн йәшәйешебеҙ ошолай ҡоролған икән?

- Ошо уҡ һорауҙы миңә былтыр әңгәмәләшеп ултырғаныбыҙҙа мәрхүм Марат ағай Хафизов биргәйне. Ул күренекле башҡорт педагогтарының береһе, мәғариф өлкәһендә 50 йыл эшләгән, шуның 20 йылында мәктәп директоры вазифаһын башҡарған. "Педагогик эшмәкәрлегем осоронда мин эшләгән мәктәптәрҙе меңәрләгән уҡыусылар тамамлап сыҡты. Шуларҙың ҡайһы берҙәре үҙ тормошонда юғыры ҡаҙаныштарға өлгәште, байтағы уртаса кимәлгә етеү менән тынысланды, ә бәғзе берәүҙәре бөтөнләйгә юғалып ҡалды. Һеҙ ҙә ябай ауыл балаһы, тормошоғоҙҙа ҙур уңыш-ҡаҙаныштарға өлгәшкәнһегеҙ. Һеҙ, эҙләнеүсе, тикшеренеүсе булараҡ, ошо хаҡта ни әйтер инегеҙ?" - тип һораны ул. Тап шул саҡта тормошом, ғилми эшмәкәрлегем менән бәйле "Был донъяға беҙ килгәнбеҙ икән, юҡҡа түгел, юҡҡа түгелдер", тигән китабым сыҡҡайны. Әңгәмәбеҙ барышында икәүләп ошондай һығымтаға килдек: әгәр йәшәйешеңдә, эшмәкәрлегеңдә ҡоростай ныҡ холоҡло (характерлы) булмаһаң, башҡалар һоҡланырҙай уңыштарға өлгәшә алмаясаҡһың, һәм һинән оло шәхес тә сыҡмаясаҡ. Был шәхес үҫеше өсөн төп шарт. Һин кем генә булма, ҡайҙа ғына эшләмә - ныҡышмал булырға, юғары үрҙәр яулар өсөн ҡара тир түгеп эшләргә бурыслыһың.

Психологтар билдәләүенсә, кеше холҡоноң формалашыуына уның эске мотивацияһы, теләктәре, ҡыҙыҡһыныуҙары, ниәттәре көслө йоғонто яһай...

- Әлбиттә, шулай. Әммә үҫеп килеүсе баланың ниндәй мөхиттә йәшәүе лә бик мөһим. Бында нәҫелдең, ғаиләнең роле ҙур. Артабан ижтимағи-дәүләти институттар - балалар баҡсалары, мәктәптәр, урта һәм юғары уҡыу йорттары, һәр йәш кешегә белем һәм тәрбиә биреп, уның шәхесен ыңғай яҡтан формалаштырыу маҡсатын ҡуя. Әйтергә кәрәк, дөйөм ижтимағи мөхитте, уның яҙылмаған ҡанундарын бер ни менән дә алыштырып булмай. Бына мин үҙемдең йәшлек йылдарын иҫләйем. Ниндәй кешелекле, эскерһеҙ бер заман ине бит ул саҡтар! Мин Мәскәүҙә уҡыған йылдарҙа беҙҙең бер профессорыбыҙ студенттар менән һин дә мин аралашып, футбол уйнай торғайны. Шундай итәғәтле лә, ябай ҙа остаздарыбыҙ беҙгә өлгө булды, беҙҙең аңыбыҙға, үҙебеҙ ҙә һиҙмәҫтән, уларға оҡшарға тырышыу, улар һымаҡ билдәле кеше булып китеү уйы һеңә барғандыр, тим. Йәш кеше яҡшыны күрһә, үҙе лә яҡшыға, яҡтыға ынтыла башлай. Һине һанлаған, үҙ-иш иткәндәр һиңә лә ҡәҙерле, тап армиялағы кеүек.

Ысынлап та, бик бәләкәй сағында баланың уңыштары ата-әсә тәрбиәһенән, үҫә килә уҡытыусы-остаздарының ҡыҙыҡһындыра, өйрәтә-уҡыта белеүенән торһа, балиғ булғас, был, башлыса, уның үҙ ғәмәлдәре, үҙен-үҙе тәрбиәләй, үҫтерә алыуы менән бермә-бер бәйле. Ошо фекер менән килешәһегеҙҙер, тим.

- Бына, үҙ тормошом менән бәйләп, бер миҫал килтерәйем. Университетҡа индем, геолог һөнәренә өйрәттеләр. Шунан Башҡортостанға ҡайтып, нефть сығарыу өлкәһендә эшләй башланым. Әммә беҙгә, буласаҡ геологтарға, нефть сығарыу технологияһын өйрәтмәнеләр. Нефть ятҡылыҡтарын нисек эҙләргә генә өйрәттеләр. Нефть сығарыу эшен ғәмәли рәүештә 3 йыл буйына үҙемә өйрәнергә тура килде. Скважиналар торошон тикшерәбеҙ, буровойҙарҙы хеҙмәтләндерәбеҙ, яландан арманһыҙ булып, арып-талып ҡайтабыҙ. Бергә эшләгән, бер бүлмәлә йәшәгән дуҫтарым: "Беҙ рәхәтләнеп ял итәбеҙ, араҡы эсеп, күңел асабыҙ, ә һин ни эшләп улай, тамаҡ туйҙырып алыу менән, китапханаға йүгерәһең ул, алйот?" - тип ғәжәпләнә торғайны. Ә минең иң көслө теләгем - нефть сығарыу буйынса булған китаптарҙы табып, ентекләп өйрәнеү. Туймазыла эшләгән сағымда нефть сығарыу өлкәһе өсөн үтә мөһим булған нефть промыслалары геологияһын яҡшы белеү кәрәклегенә инандым. Һуңынан, "Башнефть" етештереү берекмәһендә эшләп, бер аҙ тәжрибә туплағас, аспирантураға инеү теләге тыуҙы. Барҙым, индем, ғилми эш өсөн бер кем дә тикшерергә теләмәгән теманы алырға баҙнат иттем.

Һеҙгә тағы ла бер һорау менән өндәшәйем әле. Редакциябыҙ яңы проект башланы: "Улар башҡорт мәктәбендә уҡыны!" - тип атала ул. Һүҙ бына ни тураһында бара. Совет осоронда, дөйөм алғанда, милли сәйәсәт дөрөҫ алып барылды: ауылдарыбыҙҙа балалар үҙ туған телендә белем алды, әҙәби китаптар ҙа, ғилем өлкәһенә ҡарағандары ла башҡорт теленә тәржемә ителде. Уҡыусылар урта мәктәпте тамамлағансы башҡортса уҡыны. Тора-бара халыҡ араһында бер ниндәй нигеҙһеҙ фекер таралып китте: йәнәһе, балалар башҡортса уҡыһа, улар артабан уҡыу йорттарына инә алмай, ябай колхозсы йә иһә эшсе булып ҡалырға мәжбүр була. Ошо миф хәҙерге заманда ла йәшәп килә бит. Ошо турала ни әйтерһегеҙ?

- Үҙемде һәм бергә башҡорт мәктәбендә уҡып сыҡҡан иптәштәремде миҫалға килтерәйем әле. Муллаҡайҙа тыуғанмын. Атайым Архангел районының Тәүәкәс, инәйем - Иглин районының Түбәнге Ләмәҙ ауылынан. Береһе - ҡумрыҡ табын, икенсеһе көҙәй башҡорттарынан. Атайым-инәйемдәр уҡымышлы заттарҙан булды, икеһе лә үҙ заманында мәктәп директоры вазифаһын башҡарҙы. Атайым 1943 йылда һуғышта һәләк булды. 1946 йылда, миңә 7 йәш тулғас, Архангел ауылындағы рус мәктәбенә уҡырға барҙым, ул саҡта инәйем ошо мәктәптә уҡытты. Уға тиклем ғаиләбеҙҙә тик башҡортса ғына һөйләшә инек. Рус телен аҡрынлап өйрәнә башланым. Әммә мин унда оҙаҡ уҡый алманым: үгәй атайым менән инәйемдең бәпестәре тыуҙы, уны ҡарашырға кәрәк, мине Оҙонлар ауылына кире алып ҡайттылар, үгәй атайымды шул ауылға эшкә ебәргәйнеләр.
Бер ваҡыт аталары һуғышта үлгәндәрҙең балалары өсөн Өфөлә 5-се һанлы балалар йорто асылғанын белеп ҡалдыҡ. Шунан инәйем оло ағайым менән мине ошо балалар йортона урынлаштырҙы, ә кесе туғаныбыҙ Рафаилды 1-се һанлы балалар йортона алдылар, атайым һуғышҡа киткәндә ул 8 айлыҡ ҡына сабый ине. Балалар йортонда тәрбиәләнеүселәрҙе Революцион урамындағы мәктәпкә уҡырға йөрөттөләр, ул хәҙерге полилингваль гимназия урынындағы 4 ҡатлы йортта урынлашҡайны. Яңынан беренсе класта уҡый башланым, беҙҙе, башҡорт балаларын башҡорт телендә уҡыттылар. Математика дәрестәрен үҙ иттем. Математика - фәндәр батшаһы. Ул логик фекерләй белеүҙе талап итә. Уҡытыусыбыҙ берәй ауыр сиселешле мәсьәләне таҡтаға яҙып ҡуя ла, рәттәр буйлап ҡарап сыға - кем иң элек сиселеш юлын таба икәнен күҙәтә инде. Әле эшебеҙҙе тамамлап та өлгөрмәй ҡалабыҙ, уҡытыусыбыҙ класс журналында Халиҡов Дамирға, Әнүәр Мортазинға, Юлбарисовҡа "5"-ле билдәһен ҡуя. Мәктәп беҙҙең өсөн үҙе алыштырғыһыҙ бер донъя булды. Ул саҡта беҙгә өлгө булырлыҡ олораҡ егеттәр ҙә уҡыны - буласаҡ шағирыбыҙ Рәми Ғарипов 9-сы һанлы мәктәпте 1950 йылда тамамланы. Беҙҙән алдараҡ Ғайса ағай Хөсәйенов тә ошо мәктәптә уҡып сыҡты, һәм беҙ ҙә башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы Мәрйәм апай Ғималованан һабаҡтар алдыҡ. Мәжит Ғафури, Ғәлимов Сәләм, Рәшит Ниғмәти кеүек күренекле шағирҙарыбыҙҙың күп шиғырҙарын яттан белә инек. 50-60-сы йылдарҙа йәштәрҙең техник белемгә ынтылышы көслө булды, шулай ҙа беҙҙә гуманитар фәндәргә ҡарата ла ҡыҙыҡһыныу уята алдылар. (2019 йылда Э.М. Юлбарисов төҙөгән "Урыҫса-башҡортса геология терминдары һүҙлеге" донъя күрҙе. - Ред. иҫк.).
Шулай итеп, 10-сы класты көмөш миҙалға тамамланым. Ә ағайым шул уҡ мәктәпте 1953 йылда көмөш миҙалға тамамлап, Мәскәү дәүләт университетының геология факультетына уҡырға инде. Мәктәпте тамамлағас, әсәйемә донъя көтөргә ярҙам итәм тип, ауылға ҡайттым. Сим заводына ағас әҙерләү эшенә урынлаштым. Иртәнән кискә тиклем урмандабыҙ. Шулай бер көндө беҙ эшләгән ергә әсәйем килеп етте. Белмәйем, ҡара урман араһынан беҙҙе нисек эҙләп тапҡандыр ул - баҡтиһәң, миңә Мәскәүҙән имтихандарға саҡырыу ҡағыҙы килгән икән. Киттем баш ҡалаға. Августың 10-дарында Ҡаҙан вокзалына килеп еттем. Тәүҙә документтарымды архитектура институтына ебәргәйнем. Аҙаҡ МДУ-ның геология факультетына уҡырға инергә ҡарар иттем. Дуҫтарымдан Рим Зиянгиров мәғариф министры Фатима апай Мостафинаның йүнәлтмәһе менән Мәскәү кинематография институтына уҡырға инде, ә Рәшит Имашев Ҡаҙан ҡалаһына художество училищеһына уҡырға китте. Һуңынан Рәшит күренекле рәссам булып танылды, ТАССР-ҙың һәм БР-ҙың атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре, ТР-ҙың халыҡ рәссамы тигән маҡтаулы исемдәргә лайыҡ булды. Башҡортостандан Рәшит Сәлихов тигән беҙҙән олораҡ егет Мәскәүҙең архитектура институтында уҡыны. Артабан ул Башҡортостанда күп йылдар буйына төҙөлөш өлкәһендә яуаплы вазифалар башҡарҙы, республикабыҙҙың баш архитекторы урынбаҫары дәрәжәһенә лә өлгәште.
Бына мин һеҙгә бер нисә генә миҫал килтерҙем, әммә башҡорт мәктәбен тамамлап, юғары белем алған шәхестәр араһында, күренекле һөнәр эйәләре булып, Башҡортостанда ғына түгел, Рәсәй кимәлендә танылыу тапҡандар бик күп ул.

Һеҙ йәштән Башҡортостандың ер аҫты байлыҡтары, уларҙы нисек итеп табыу менән ҡыҙыҡһындығыҙмы?

- Юҡ, ер аҫты байлыҡтары менән дә ҡыҙыҡһынманым, был уҡыу йорто тураһында ла уйлап ҡарағаным да булманы. География фәнен яраттым, әммә мине, башлыса, ерҙең аҫҡы өлөшөн белеү ҡыҙыҡһындырманы, ер өҫтө объекттары - тауҙар, йылға-күлдәр, ҡалалар, илдәр тураһында күберәк белгем килде. Ә шулай ҙа мин Мәскәү дәүләт университеты геология факультетының нефть разведкаһы өлкәһенә ҡараған йүнәлешен һайланым. Уҙған быуаттың 50-се йылдарында Башҡортостанды "Икенсе Баку" тип атанылар - йылына 15-әр млн тонна нефть сығарылды ул саҡта. Ошо ла йоғонто яһағандыр.
Әй, уҡырға инер өсөн имтихандар биргәндә килеп сыҡҡан сетерекле хәл тураһында ла һөйләйем әле. Мин мәктәпте көмөш миҙалға тамамлағанмын, ике имтихан тапшырырға кәрәк. Беренсеһе - математиканан яҙма эш. Тапшырҙым. Икенсе көндө кемдәр уңышлы биргән, шуларҙың исемлеген сығарып элделәр. Шаҡ ҡаттым - исемлектә минең фамилиям юҡ! Тимәк, математиканан телдән бирелә торған имтиханға индермәйәсәктәр. Аптырап, университет бинаһынан сығып, оҙаҡ ҡына уның шпиленә ҡарап торҙом: "Бер булмағас, булмаҫ инде", - тип, Черемушкилағы ятаҡҡа ҡайтып яттым. Бүлмәләш иптәштәрем - Магадандан, Краснодарҙан, башҡа яҡтарҙан килгәндәр - имтихандалар. Кинәт кенә башыма бер уй килде: "Ни эшләп әле миңә "икеле" ҡуйырға тейештәр ул? Билетта нисә мәсьәлә, барыһы ла иҫемдә бит. Уларҙы дөрөҫ сисә алғаныма шик юҡ. Тоттом да имтихан биргән ергә кире киттем. Татьяна Степановна исемле ҡатын ғилми секретарь ине, унан: "Миңә үҙемдең математиканан яҙма эшемде ҡарап сығырға бирегеҙ әле", - тип һорайым. Ул риза булды, аудиторияға инеп ултырып, эшемде асып ҡараным. Ҡыҙыл ҡәләм менән ҙур итеп "2" билдәһе ҡуйылған. Тәүҙә "3" ҡуйған, әммә уныһын төҙәткән тикшергән кеше. Бер мәсьәләнең яуабына риза булмайынса, һыҙып ҡуйған был. "Кем тикшергән, шул уҡытыусыны саҡырығыҙ әле", - тимен. Килде был, ултырҙы, физмат аспиранты булып сыҡты. Һәр мәсьәләнең сиселеше дөрөҫ булғанлығын иҫбат итә башланым, геометриянан, тригонометриянан. Логарифм буйынса мәсьәләне тикшерәбеҙ. Ул һинең яуабың ғына тура килгән, дөрөҫ сисә алмағанһың, тип киреһен һөйләй. Мин һәр мәсьәләне төрлө юлдар менән сисеп булыуы хаҡында һөйләйем, үҙемдең һүҙемде һүҙ итергә тырышам. Теге миңә әйтә: "Әйҙә, тауыш сығармайыҡ. Телдән бирә алһаң, уҡырға инерһең". Мин риза. Өсәүләп ултырып имтихан алдылар минән. Ә минең хәтер яҡшы, һәр бер бирелгән һорауға дөрөҫ яуап ҡайтарам. Тора-бара һораша башламаһындармы: ҡайҙан килгәнмен, ниндәй мәктәптә уҡығанмын, уҡытыусыларым кем булған. Бына шулай МДУ-ла уҡый башланым.

Мәскәү дәүләт университеты... Фән һәм мәғарифтың буй етмәҫтәй тойолған мәғрур бер ҡаяһылыр ул. Карл Маркстың донъяла киң билдәле "Капитал" тигән хеҙмәтенең инеш һүҙендә мәңгегә теркәлеп ҡалған бер фекере иҫкә төшә: "Фәндә бағаналы киң юл юҡ, һәм, арыу-талыуына ҡарамайынса, уның ташлы һуҡмаҡтарынан үрмәләүсе кеше генә фәндең балҡып торған үрҙәрен яулай ала".

- Ә мин мәктәп стенаһына беркетеп ҡуйылған ике лозунгыны әлегә тиклем онотмағанмын. Беренсеһе: "Ильичты - беҙҙең уҡытыусыбыҙҙы, беҙҙең юлбашсыбыҙҙы хәтерегеҙҙә тотоғоҙ һәм яратығыҙ! И.В. Сталин". Икенсеһе: "СССР-ҙа хеҙмәт - намыҫ, фиҙаҡәрлек һәм батырлыҡ эше". В.И. Ленин оло илдең йәш быуындарын уҡымышлы, тәрән белемле итеп тәрбиәләүҙе беренсе планға ҡуя. Тырышып уҡыу һәм илгә фиҙаҡәр хеҙмәт итеү идеялары беҙҙең аңыбыҙға бала сағыбыҙҙан уҡ һеңдерелде. Белем алыу юлында ауырлыҡтар күп, әммә тейешле шарттар ҙа булдырылды. Беҙ, МДУ студенттары, университет бинаһынан һис бер сығып йөрөмәйенсә лә уҡый ала инек. Шунда уҡыйбыҙ, шунда ризыҡланабыҙ, шунда кино-концерттар ҡарайбыҙ, шунда уҡ йәшәйбеҙ. Лекциялар тыңлайбыҙ, төрлө фәндәр буйынса лабораторияларҙа шөғөлләнәбеҙ. Геохимия кафедраһының лабораторияһында уҡыу программаһында ҡаралған эштәр бик ҡыҙыҡлы булды. Артабан, фәнгә ылыҡҡас, тап ошо юҫыҡта эшләүемде дауам иттем.

Һәр бер фәндең үҙ тикшеренеү өлкәһе, үҙ объекты була. Бер яҡтан, улар бер-береһенән ныҡ айырылып торған кеүек, икенсе яҡтан, тикшерелеүсе бер үк объект төрлө фәндәр күҙлегенән ҡарала ала. Һәм төрлө фәндәр киҫешкән урында көтөлмәгән асыштар яһала. Һеҙ, Эрнст Мирсаяф улы, ошо фекер менән килешәһегеҙҙер?

- Әлбиттә. Бына минең ғилми эштәрем өс фән - геология, биология һәм технология менән бәйле булған тикшеренеүҙәрҙе талап итте. Университетта геология фәнен төплө өйрәттеләр. Аспирантурала уҡыған сағымда университеттың биология факультетына лекциялар тыңларға йөрөнөм. Ә бына технологик процестарҙы, шул уҡ нефть сығарыу технологияларын мин ғәмәли рәүештә, "Туймазынефть", "Башнефть" нефть сығарыу промыслаларында эшләгән осорҙа, аспирантурала уҡығанымда Татарстан, Удмуртия, Себер нефть ятҡылыҡтарын өйрәнеү аша үҙләштерҙем.

Әйткәндәй, ғәмәли эшмәкәрлектән фән өлкәһенә күскән саҡта эш барышында тупланған тәжрибәнең роле бик мөһимдер ул?

- Әйтәләр бит, теория практиканан башҡа үле, тип. Маркстың үлемһеҙ бер фекере лә ошо хаҡта: "Практика - хәҡиҡәт критерийы". Шәхсән 31 уйлап табыу патентына эйәмен. Уларҙың һәр береһе ғәмәли тикшеренеүҙәр менән раҫланған. Нефть сығарыу күләмен арттырыу менән бәйле булғас, яландарға барып йөрөп, һәр скважинаға һалынған микробиологик шыйыҡсаларҙың нефть ҡатламына йоғонтоһо һөҙөмтәләре лабораторияларҙа тикшерелде. Шул тикшеренеүҙәр һөҙөмтәләрен анализлап, ғилми һығымталар эшләй инем.

Геология-минерология фәненең үтә ҡыҙыҡлы бер проблемаһы буйынса йөҙәрләгән хеҙмәттәр яҙған ғалимһығыҙ. Фән юлына нисек аяҡ баҫтығыҙ?

- Аспирантурала уҡыуым хаҡында әйткәйнем инде. Минең ғилми етәксем - геология-минералогия фәндәре докторы, профессор Сенюков Василий Михайлович. Ул яңы нефть ятҡылыҡтарын асҡаны өсөн ике тапҡыр I дәрәжә Сталин премияһына лайыҡ була. В.М. Сенюков - донъя кимәлендәге ғалимдарҙың береһе ине, киң ҡарашлы шәхес, тәрән фекерле. Нефть сығарыуҙа яңы технологиялар ҡулланыу буйынса даими эш алып бара, махсус лабораториялары, ғилми хеҙмәткәрҙәре була. Ошо оло ғалим үҙенең аспиранттарына нефть сығарыу эшендә микробиология технологияларын ҡулланыу буйынса ғилми тема тәҡдим итте, әммә бер кем дә был тема буйынса тикшеренеүҙәр башларға риза булманы. Ә мин баҙнат иттем. Ябай аспирантты ошондай ҡатмарлы ғилми эшкә йәлеп итеү үҙе үк күп нәмә тураһында һөйләй.

Ғилми диссертацияғыҙҙы яҡлағанда ҡаршылыҡтар булманымы?

- Уныһы үҙе бер тарих. Диссертацияңды яҙып бөткәс, яҡлар өсөн махсус ғилми советҡа тапшырырға кәрәк. Ленинградта ла алмайҙар, Мәскәүҙә лә. Бөтөн Союз буйынса белешеп сығырға мәжбүр булдым. Ни өсөн? Һәр бер ғилми совет тик бер өлкәгә генә ҡарай. Миңә әйтәләр, хеҙмәтегеҙҙә геология ла, биология ла, технология ла ҡатнаш бирелгән, ә беҙ тик бер фән өлкәһе буйынса ғына булған ғилми эштәрҙе ҡарай алабыҙ, тиҙәр. Йөрөй торғас, И.М. Губкин исемендәге Мәскәү нефть химияһы һәм газ сәнәғәте институтында кафедра мөдире булған бер ғалимә минең диссертациямды яҡлатыу өсөн яуаплылыҡты үҙ өҫтөнә алды. Баҡтиһәң, минең ошо юҫыҡтағы тәүге уйлап табыу патентына ебәрелгән документтарҙы министрлыҡта идаралыҡ начальнигы булған сағында ошо ханым тикшергән икән. Ул диссертациямды ла оҡшатты. Шулай итеп, 1976 йылда миңә геология-минералогия фәндәре кандидаты тигән ғилми дәрәжә бирелде. Артабан ғилми тикшеренеүҙәремде ошо йүнәлештә дауам иттем һәм 1995 йылда академик А.П. Крылов исемендәге Бөтөн Рәсәй нефть-газ ғилми-тикшеренеү институтында "Нефть биреүҙе арттырыуҙың биогеотехнологияһы" тигән темаға докторлыҡ диссертацияһын яҡлап, техник фәндәр докторы дәрәжәһенә лайыҡ булдым. Совет ағзалары был хеҙмәтемә лә бик юғары баһа бирҙе.

Хаҡлы ялға сыҡҡас, яратҡан шөғөлөгөҙҙө дауам итә алдығыҙмы?

- 2003 йылда рәсми рәүештә пенсионер булып киттем. Әммә был халәтемде бөтөнләйгә эштән бушаныу итеп ҡабул итмәнем. "Когалым" нефть промыслалары менән 90-сы йылдарҙан бирле хеҙмәттәшлек итә инем, мин нигеҙләгән биотехнологиялар Себерҙә киң ҡулланыла башланы. Өфөлә "КогалымНИПИнефть" ойошмаһының комплекслы ғилми бүлегенең эшен ойошторҙоҡ. 2004 йылдан башлап Дыуан районында нефть ятҡылығын эҙләү һәм тикшереү эшенә ҡушылдым. Уны бер туған ағайымдың улдары Илдар һәм Салауат Юлбарисовтар етәкләне, Илдар - МДУ-ны тамамланы, геолог, Салауат - юрист. Ысынлап та, Дыуан районында Аяз нефть ятҡылығы табылды, ул девон ҡатламынан сығарыла, сифаты ла насар түгел, ҡуйылығы буйынса, көкөрт ҡатнашмаһының аҙ булыуы менән эшкәртеү өсөн уңайлы. Ятҡылыҡ запасы - яҡынса 1 млн тонна. Тәү бырауланған скважиналарҙан нефть сығарыла башланы. 2010 йылға тиклем Швеция компанияһы инвестор булды. Ни эшләптер, беҙҙең "Башнефть" был ятҡылыҡҡа иғтибар итмәне, бөтөн ҡорамалдар, техника ситтән килтерелде, быраулаусылар Һамарҙан, Һарытауҙан, Удмуртиянан килеп, вахта ысулы менән эшләне. 2010 йылды ошо ятҡылыҡ ни өсөндөр икенсе бер хужаға бирелде. Беҙ яңы компаниянан китергә мәжбүр булдыҡ.

Ғаилә хәлдәрегеҙ, туған-тыумасаларығыҙ тураһында бер кәлимә һүҙ әйтеп үтһәгеҙ ине.

- Хәләл ефетем Наилә Ғаяз ҡыҙы менән (Хәйбулла районынан) матур ғаилә ҡороп йәшәнек, ул Мәскәү геология-разведка институтында гидрогеолог һөнәренә уҡыған. Уның бер туған ағаһы Әбделмәнов Илшат Ғаяз улы тау институтын тамамланы, тау инженеры, техник фәндәр докторы, профессор булды. Ғүмере буйына Мәскәүҙә йәшәне, үҙ һөнәре буйынса юғары вазифалар биләне. Марат ағайым 4 йыл дауамында Колымала эшләне, һуңынан Башҡортостанда һуғарыу объекттарын, һыу һаҡлағыстарҙы проектлағанда һәм төҙөгәндә инженер-геолог булараҡ ҡатнашты, проект институтын етәкләне. Һаулығы ныҡ ҡаҡшап, 60 йәшендә баҡыйлыҡҡа күсте. Виль ағайым Өфөләге геология-разведка техникумында уҡып сыҡты, үҙебеҙҙә эшләне, 60-сы йылдарҙа Өфө нефть институтын тамамланы, һөнәре буйынса - геофизик. Һуңынан Көнбайыш Себерҙә 20 йыл комплекслы экспедиция начальнигы вазифаһын башҡарҙы, 87 йәшендә баҡыйлыҡҡа күсте. Оло улым Надир сәнғәт училищеһын тамамлап, музыкант булып китте. Һуңынан Мәскәү коммерция һәм хоҡуҡ институтында уҡып сыҡһа ла, музыканан айырыла алманы: уға 2022 йылдың декабрендә Башҡортостандың атҡаҙанған артисы исеме бирелде. Булат улым БДУ-ның тарих факультетын ҡыҙыл дипломға тамамлағас, философия буйынса аспирантурала уҡыны. Әммә ул аҙаҡтан журналист һөнәрен үҙ итте, тәүҙә "Башинформ" агентлығында эшләһә, һуңынан 10 йылдан ашыу "Башнефть" берләшмәһе сығарған "Нефть Башкортостана" гәзитенең баш мөхәррире вазифаһын башҡара.

Һеҙ, хөрмәтле Эрнст Мирсаяф улы, киң һәм тәрән белемле ғалим-геолог булараҡ, киләсәктә Башҡортостанда нефть сығарыу эшенең перспективаһын күрәһегеҙме?

- Фәндә нефттең нисек барлыҡҡа килеүе хаҡында төрлө фараздар бар. Бәғзе бер ғалимдар ер аҫтында, төпкөл геологик ҡатламдарҙа нефть әлеге заманда ла барлыҡҡа килеүен дауам итә, тип тә фекер йөрөтә. Шуныһы ғәжәп, мәҫәлән, Татарстанда Ромашкино нефть ятҡылығынан күп миллиондарса тонна нефть сығарылғандан һуң ер ҡатламдарындағы нефть запастарын яңынан билдәләп ҡарарға булалар. Ә унда дөйөм нефть запасының артыҡ ныҡ кәмемәүе асыҡлана. Шулай уҡ ҡасандыр ресурстары бөтөп, консервацияланған ятҡылыҡтарҙы тикшереп ҡарағас, унда аҙмы-күпме нефть запасы тупланыуы ла асыҡлана. Нефттең шыйыҡ, еңел фракцияларынан башҡа, әлегә сығарыуы ауыр булған битум кеүек ҡуйы фракцияларының күләме лә байтаҡ беҙҙә. Унан һуң, Урал тауының аҫтында, тау ҡатламдарынан бик түбәндә, геологияла кембрий тип аталған пластарҙа нефттең булыу-булмауы асыҡланмаған, сөнки ул тиклем тәрәнлеккә барып етерлек технологиялар юҡ. Эксперименталь рәүештә Кола ярымутрауында 12 мең метрҙан ашыу тәрәнлектә скважина бырауланды, әммә унда нефть табылманы. Шул уҡ ваҡытта Төньяҡ Боҙло океаны шельфында нефть запастары табылыуы мөмкин. Ғөмүмән, кешелек нефть сәнәғәтенә бик оҙаҡ йылдар дауамында мохтаж буласаҡ, тип уйлайым.

Шулай итеп...
Яңыраҡ 85 йәшен тултырып, илебеҙҙең иҡтисады, ҡаҙылма байлыҡтары, нефть сәнәғәте менән даими ҡыҙыҡһынып торған, асыҡ зиһенле, хәтер ҡеүәһе йәштәрсә һаҡланып ҡалған, дәрт-дарманы күҙҙәренән, һөйләү манераһынан беленеп торған Эрнст Мирсаяф улы халҡыбыҙҙың, республикабыҙҙың киләсәге өмөтлө буласағына инанып йәшәй. Уға гәзит уҡыусыларыбыҙ исеменән, башҡорт йәштәренә һоҡланғыс үрнәк булып, оҙон-оҙаҡ ныҡлы һаулыҡта йәшәргә яҙһын, тигән теләгебеҙҙе белдерәбеҙ.

Вәлиәхмәт БӘҘРЕТДИНОВ әңгәмә ҡорҙо.
"Киске Өфө" гәзите, №7, 2024 йыл

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 21.02.24 | Ҡаралған: 82

Киске Өфө
 

"Киске Өфө" (индексы ПР905) гәзите менән бергә булыусы аңлы, зыялы уҡыусыларыбыҙҙы 2024 йылдың икенсе яртыһы өсөн 897 һум 06 тингә баҫмабыҙға яҙылып ҡуйырға саҡырабыҙ. Ә беҙ һеҙҙе рухиәт менән һуғарыуҙы, кәрәкле мәғлүмәттәр еткереүҙе дауам итербеҙ, матур йөкмәтке менән танһыҡтарығыҙҙы ҡандырырға тырышырбыҙ, тигән вәғәҙәбеҙҙе яңыртабыҙ. Гәзитебеҙгә яҙылып, квитанцияларын редакцияға ебәргәндәр араһынан кемдәрҙер бүләккә бик шәп китаптар аласағы тураһында ла онотмағыҙ. Бергә булайыҡ!

МӨХӘРРИРИӘТ.

 
Беҙҙең дуҫтар
 

Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

 
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
© 2024 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru