«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
Беҙҙең номерҙар
 

2024

Ғинуар
   01  |  02  |  03 
Февраль
   04  |  05  |  06  |  07 
Март
   08  |  09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15  |  16 

 
Киске Өфө» VK-төркөмө
 

әйт, тиһәгеҙ...

Ауыл ерендә эшҡыуарлыҡҡа тотоноу бик ҡыйын шөғөлмө? "Еләкле урындар" бөтмәгәнме, йәғни ниндәй эшҡыуарлыҡ төрҙәре менән шөғөлләнеп була?

 
Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
ҺОМАЙ ОБРАЗЫ ТЫНҒЫЛЫҠ БИРМӘЙ...
+  - 


Рәссам Гөлнара Фәләхованың һүрәттәре айырым бер йылылыҡ, яҡтылыҡ менән үҙҙәренә йәлеп итә. Халыҡ ижады мотивтарын үҙ иткән был ижад рухи ҡомартҡыларыбыҙға яҡын килергә, уларға үтеп инергә һәм тәрәнерәк аңларға мөмкинлек бирә. Гөлнара Октябрьский ҡалаһында художество мәктәбендә һүрәт, живопись, композиция, пленэрҙан уҡыта, уҡыусыларҙа тиҫтә йылдан ашыу халыҡ сәнғәтенә һөйөү тәрбиәләй. Уның уҡыусылары төрлө конкурстарҙа ҡатнаша, үҙҙәрен һынлы сәнғәт өлкәһендә һынап ҡарай. Шул уҡ ваҡытта Гөлнараны иң шәп иллюстратор тип тә беләбеҙ. Халыҡ сәнғәтен үҙ иткән рәссам бөгөн ҡайһы бер ижад серҙәре менән уртаҡлаша.



Гөлнара, һынлы сәнғәткә килеү юлы нисек булды?

- Бәләкәй саҡтан уҡ һүрәттәрем матур килеп сыға ине. Балалар баҡсаһында йөрөгәндә әле атай-әсәйемә: "Гөлнараны һынлы рәсем түңәрәгенә йөрөтөгөҙ, артабан сәнғәт мәктәбенә бирерһегеҙ", - ти торғайнылар. Шулай ҙа рәссамлыҡта үҙемде эҙләү юлы оҙайлы ғына булды. Мәҫәлән, туғыҙынсы класты бөткәс, тегенселек училищеһында уҡыным. Шунан модельер-дизайнерлыҡҡа өйрәнергә Ҡаҙанға барҙым, ләкин был һөнәрҙең күңелемә яҡын түгеллеген аңланым. М. Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университетына художество-графика бүлегенә ҙур теләк менән уҡырға индем. Башта ауырыраҡ булды, сөнки һүрәтте акварель менән яҙырға кәрәк, ә мин акварель менән эш итә белмәй инем әле. Портреттар яһау - минең яратҡан шөғөлөм. Бәләкәй саҡтан кешеләрҙе төшөрөргә яратҡас, ошо өлкәне ташламаным, шул йүнәлештә үҫергә тырыштым. Диплом эшем дә "Йондоҙлоҡ" тип аталған дүрт портретты тәшкил итте: Земфира, Ю. Шевчук, Р. Нуреев, М. Кәрим. Етәксем Рөстәм Фәткуллинды йылылыҡ менән иҫкә алам, ул хәҙер мәрхүм инде. Уның ижадында милли тематика көслө ине.
Уҡыуҙы тамамлағас, төрлө урындарҙа эшләп ҡараным - Питерҙа, Ҡаҙанда, Өфөлә. Ул саҡтарҙа ла әле үҙемде рәссам, тип күҙ алдына килтермәй инем. Рәссам ул берет кейгән, ҡулына ҡылҡәләм тотҡан кеше һымаҡ ҡына күҙалланды. Хатта ҡыҙыҡ та түгел ине. Ләкин мине яҙмышым тап ошо юлға алып килде. Алып килде генә түгел, хәҙер үҙем йәш быуынға һынлы сәнғәт серҙәрен өйрәтәм. Мин үҙемде төрлө жанрҙа һынап ҡарайым. Әлеге мәлдә күберәк иллюстрациялар эшләйем.

Бөгөнгө беҙҙе һоҡландырған халыҡ сәнғәте темаһына нисек килдегеҙ?

- Шуны ғына әйтә алам - мин һәр саҡ эҙләндем. Нимә төшөрөргә, минең эштәрем нимәгә кәрәк һәм нимә өсөн? Был һорауҙарҙы үҙемә ҡабат-ҡабат бирә инем. Һынлы сәнғәттә лә үҙеңдең юлыңды табыу еңел түгел. Был - оҙайлы йылдар буйы эҙләнеү. Ҡайһы бер йылдарҙа мин бөтөнләй һүрәт төшөрмәнем, йәки кейеҙҙән уйынсыҡтар эшләү менән генә булыштым. Һәм үҙемә һорау бирҙем: "Нимәнән минең күҙҙәремдә ут тоҡанасаҡ?" Халыҡ сәнғәте! Ябай ғына, хатта бер ҡатлы күренгән халыҡ сәнғәте күңелемде биләй бит минең. Сөнки уларҙан изгелек һәм йылылыҡ бөркөлөп тора. Ул үҙе әйләнеп сыҡҡыһыҙ ҙур бер донъя! Сәнғәт мәктәбендә уҡытыу ҙа милли сәнғәткә яҡын килергә этәргес булды. Башҡорт, татар халыҡ әкиәттәренә арналған төрлө конкурстар үтеп тора, ләкин әлеге тематикаға һүрәт төшөрөүселәр юҡ кимәлендә, ә бөгөнгө заманға бәйле конкурстарҙа уҡыусылар ихлас ҡатнаша ине. Шул саҡта үҙемә һорау бирҙем: ни өсөн үҙебеҙҙең мәҙәниәтте баһаламайбыҙ, яратмайбыҙ? Беҙ бит тамырҙарыбыҙ менән тәрәнгә киткән халыҡ, шундай бай мәҙәниәткә эйәбеҙ, мифтар-әкиәттәрҙең ниндәйе генә юҡ! Үҙебеҙҙе яратмау ҡайҙан башлана һәм ни өсөн? Мәктәптә программа буйынса уҡытам һәм шул уҡ ваҡытта балаларға күрһәтер өсөн милли темаға һүрәттәр төшөрә башланым. Хәҙер шуны әйтә алам - минең уҡыусыларым халыҡ мифтары-әкиәттәре буйынса һүрәт төшөрөргә бик-бик яраталар, ныҡ ҡыҙыҡһыналар. Хәҙер "Ниндәй рухи ҡомартҡы буйынса, ниндәй яңы эш бирергә икән?" тип кенә торам. Инде башҡорт әкиәттәре генә түгел, сөнки мәктәптә төрлө милләт вәкилдәре уҡый. Уларҙа ла үҙҙәренең милли ҡомартҡыларына ҡыҙыҡһыныу уянды.
Үҙ мәҙәниәтеңә бары ҡыҙыҡһыныу булдырып, шул рәүешле һөйөү тәрбиәләргә кәрәк. Беҙҙең мәктәптәрҙә бит ошоға иғтибар бирелмәй. Минең уҡыусыларым конкурс өсөн генә түгел, ә үҙҙәренең күңеле өсөн эшләй. Ләкин ярыштар була икән, ҡатнашығыҙ, тағы ла яҡшыраҡ эшләгеҙ, үҙегеҙҙең ниндәй шәп рәссам икәнегеҙе башҡаларға күрһәтегеҙ, тием. Беҙҙең Октябрьский ҡалаһы үҙенсәлекле урында - Башҡортостан менән Татарстан сикләшкән ерҙә урынлашҡан. Сиктәшлектең үҙенсәлекле функцияһы бар, нисектер, ике мәҙәниәт бер-береһенә йоғонто яһай. Нимәлер күршеләрҙән алабыҙ, шул уҡ ваҡытта, "бына беҙҙә шулайыраҡ," тип, күршеләргә үҙебеҙҙең матурлыҡты күрһәтәбеҙ. Минең өләсәйем Татарстанда йәшәне, шуға ҡунаҡҡа бара торғайныҡ, гүйә, бер донъянан икенсеһенә барып эләгәһең. Унда үҙҙәренең һөйләше, үҙ йыр-моңо, әкиәттәре. Шул уҡ ваҡытта, башҡорт радиоһы эшләп тора. Ауылға барһаң, тәбиғәт үҙенә арбай: бесәнлек, мейес икмәгенең тәме бөтөнләй икенсе, ҡоймаҡ тәме икенсе... Ауыл менән ҡала тормошо айырыла. Ҡалала - технология, заман уңайлығы, шулай ҙа фантазия өсөн ауыл, тәбиғәт бик кәрәк.

Һеҙ маҡсатлымы? Килеп сыҡмаһа ла, ярай, тип, ҡай саҡ ҡул һелтәп ҡуймайһығыҙмы?

- Маҡсатлымын, бер башлаған эште тамамларға тырышам. Ижад процесына инһәң, туҡтала алмайһың. Тиҙерәк тамамларға кәрәк, тип уйлайһың. Бына шул сәләмәтлекте ҡаҡшата ла инде. Берәүҙең дә көсө бөтмәҫ-төкәнмәҫ түгел бит. Нисек тә, сама тигән нәмәне онотмаҫҡа кәрәк. Эшең, ялың гармонияла булырға тейеш. Һәм, әлбиттә, рухланырға кәрәк. Рухландырған рәссамдарым күп. Милли йүнәлештә эшләгән рәссамдарҙы күҙ уңында тотам. Шуларҙың береһе үҙ халҡының инаныуҙарын, мифтарын ижадына нигеҙ итеп алған бүрәт рәссамы Зорикто Торджиев. Уның эштәре АҠШ, Гонконг, Тайвань, Сингапур, Япония һәм башҡа илдәрҙә күргәҙмәләрҙә ҡуйылды. Беҙҙә иллюстраторҙар күп ул. Балалар өсөн сыҡҡан һүрәтһеҙ китапты "һуҡыр китап" тип атаған Алиса Юфа, Виктория Семыкина, Игорь Олейниковтың эштәрен ҡарарға яратам. Рәсәй рәссамдарын сәнғәттә алда барыусылар тип әйтә алам. Беҙ күнеккән рәссамдар ҙур картина яһай ала, үлсәмдә лә, материал ҡулланыуҙа ла уларға еңел. Китап дизайны иһә ниндәйҙер кимәлдә сикләнгән. Ләкин ошо сикләнгәнлек яңы эксперименттар яһарға этәрә. Иллюстраторҙар эҙләнеүсән халыҡ, төрлө тәжрибә яһауҙан ҡурҡмайҙар. Был йәһәттән заман графикаһы ярҙам итә.
Китаптарҙы биҙәү миңә ныҡ оҡшай. Балалар менән дә бергәләшеп китап сығарҙыҡ. Иллюстрация эшләтергә нәшриәттәр мине үҙҙәре табалар. Әкиәттәргә арналған һүрәттәрем күренгәс, мөхәррирҙәр йыш мөрәжәғәт итә башланы. Иллюстрацияны шулай ҙа бик йыш алмаҫҡа тырышам. Сөнки мәктәптә эшләү яуаплы, ул ваҡытты ала, ә китап биҙәү бик ҡатмарлы шөғөл. Кәнфит ҡағыҙҙарын биҙәүемде бик тә яраттылар. Кәнфит ҡағыҙына төшөрөлгән һүрәттәрҙең үҙенсәлекле булыуына күптәр иғтибар итте.
Бер нисә эште бер юлы алып барам. Әлеге мәлдә бүрәт эпосына һүрәттәр төшөрәм. Фәләстан халҡы өсөн дә күп эшләйем. Фәләстан этникаһы шулай уҡ бик ҡыҙыҡ. Ышанып заказ бирәләр икән, ышанысты аҡларға кәрәк.

Һеҙ эшләгән һүрәттәргә һоҡланмау мөмкин түгел. Айырыуса ҡатын-ҡыҙ образының эске һәм тышҡы матурлығын берҙәй камил асып күрһәтә беләһегеҙ. Темаларҙы табырға халыҡ ижады ярҙам итә. Шулай ҙа эске ынтылыштан тыш, образдарҙы терелтеү мөмкин түгел. Һеҙҙең төп маҡсатығыҙ нимәгә ҡайтып ҡала?

- Һәр эште яратып башҡарырға, уны изге ниәтең, һөйөүең һәм күңел йылылығың менән тамамларға. Үҙ эштәремде ҡарарға яратмайым. Нығыраҡ, шәберәк эшләргә генә тырышам. Живописьтең жанрҙары күп, мин айырым бер йүнәлештә генә эшләмәйем. Һүрәттә иң аҙаҡҡы буяу булып һинең матур, яҡты хис-тойғоларың ҡалырға тейеш. Бына шуға ла ижадымда "үткәндең ыңғай образы, киләсәктең ыңғай образы" тигән төшөнсәләргә нығыраҡ иғтибар итәм. Мин үҙемдең эштәремдә күберәк йылылыҡ, һөйөү сағылыуын һәм шуларҙың кешеләргә күсеүен теләйем. Был бик мөһим. Сөнки негатив картиналар ҙа күп. Был ниндәйҙер бер дөйөм сәйер халәткә һәм үҙебеҙҙе шул йүнәлештә программалаштырыуға алып килеп ҡуймаһын. Картинаны ҡарағанда, кеше бит уны күңел аша үткәрә, һәм ошо тойғоно үҙенә һеңдерә, хатта кейем һымаҡ кейә. Ошо кисереште үҙе менән алып китә, ошо кисереш артабан да уға тәьҫир итә, уның яҙмышына йоғонто яһай башлай. Матур эшләнгән булһа ла, ҡайғы-хәсрәт уятыр картинаға ҡарап, "ниндәй фактура, ниндәй оҫта рәссам" тип һоҡланып үтһәк тә, беребеҙ ҙә уны өйгә элеп ҡуйырға ашыҡмай. Матур төшөрөлгән, ләкин сюжеты ҡурҡыныс һүрәткә беҙ ҡабат-ҡабат килмәйәсәкбеҙ. Йәнһүрәттәрҙе генә ҡарағыҙ. Унда ниндәй генә образдар күрмәйһең. Бала күңеленә улар нисек тәьҫир итә, был да мөһим һорау.
Мин Өфөлә рухи үҫешкә ынтылған иң ижади, иң көслө рәссамдар йәшәй, тип һанайым. Донъяла башҡорт живописы ҡабатланмаҫ үҙенсәлеккә эйә, тип юҡҡа әйтмәйҙәр. Рәсәйҙең башҡа төбәктәренән ҡояшлы, яҡты, йылы булыуы менән айырылып тора рәссамдарыбыҙҙың эштәре, уларҙан бик күп нәмәгә өйрәнергә була. Өфөгә йыш килеп булмай. Күргәҙмә эшләргә мине саҡырғандары бар. Ғәҙәттә, мин баш тартам. Сөнки мәшәҡәте лә етерлек, бик күп рамдар һәм башҡа кәрәк-яраҡ һатып алырға кәрәк. Быларын да эшләргә булыр ине, ләкин һүрәттәрем үҙемдә ҡалмай, тиерлек.
Миңә һуңғы ваҡытта Һомай образы тынғылыҡ бирмәй. Уның тураһында күп уҡыным. Ошо сағыу образды тыуҙырырға тырышам. Әле эҙләнеү юлындамын. Был эҙләнеү ҡағыҙға төшөрөүгә ҡарағанда, күберәк башымда бара, шунда яҙыла, асыҡлана, терелә, баҙыҡлана бара. Мин Һомайҙы күк төҫтә күрә башланым да, был хәлгә үҙем аптырап киттем. Ҡыҙыҡһынып, яуап эҙләй башлағас, элек уны күк төҫтә эшләгәндәрен белдем. Ул һаҡлаусы, бетеү һымаҡ булған. Әсә образы, уңыш килтереүсе, ил-йортто һаҡлаусы. Был образға башҡа төрки халыҡтары рәссамдары ла мөрәжәғәт итмәй ҡалмай. Һәр рәссам уны үҙенсә аса, шуға минең дә асыштарым алда булыр тип уйлайым.

Фәрзәнә АҠБУЛАТОВА әңгәмә ҡорҙо.
"Киске Өфө" гәзите, №7, 2024 йыл

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 21.02.24 | Ҡаралған: 79

Киске Өфө
 

"Киске Өфө" (индексы ПР905) гәзите менән бергә булыусы аңлы, зыялы уҡыусыларыбыҙҙы 2024 йылдың икенсе яртыһы өсөн 897 һум 06 тингә баҫмабыҙға яҙылып ҡуйырға саҡырабыҙ. Ә беҙ һеҙҙе рухиәт менән һуғарыуҙы, кәрәкле мәғлүмәттәр еткереүҙе дауам итербеҙ, матур йөкмәтке менән танһыҡтарығыҙҙы ҡандырырға тырышырбыҙ, тигән вәғәҙәбеҙҙе яңыртабыҙ. Гәзитебеҙгә яҙылып, квитанцияларын редакцияға ебәргәндәр араһынан кемдәрҙер бүләккә бик шәп китаптар аласағы тураһында ла онотмағыҙ. Бергә булайыҡ!

МӨХӘРРИРИӘТ.

 
Беҙҙең дуҫтар
 

Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

 
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
© 2024 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru