«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
Беҙҙең номерҙар
 

2024

Ғинуар
   01  |  02  |  03 
Февраль
   04  |  05  |  06  |  07 
Март
   08  |  09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15  |  16 

 
Киске Өфө» VK-төркөмө
 

әйт, тиһәгеҙ...

Ауыл ерендә эшҡыуарлыҡҡа тотоноу бик ҡыйын шөғөлмө? "Еләкле урындар" бөтмәгәнме, йәғни ниндәй эшҡыуарлыҡ төрҙәре менән шөғөлләнеп була?

 
Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
ҒАИЛӘҢДӘ КЕМ БАШ?
+  - 


Асия ЗӘКИРЙӘНОВА, Башҡортостан Милли музейының экскурсиялар бүлеге мөдире: Ғаилә ҡорғаныбыҙға былтыр көҙ 33 йыл булды. Тормош иптәшем республика Эске эштәр министрлығында эшләй, полиция подполковнигы. Ике ҡыҙыбыҙҙы тәрбиәләп үҫтереп, оло тормош юлына аяҡ баҫтырҙыҡ, улар икеһе лә медицина өлкәһен һайланы. Артабан да яҙмыш бәхеткә тулы оҙайлы йылдар бүләк итер, тип өмөт итәм.
"Ир - баш, ҡатын - муйын" мәҡәле беҙҙең ғаилә өсөн тура килә, тип әйтер инем. Өс тиҫтәнән ашыу бергә йәшәү дәүерендә шатлығы ла, әсе-сөсөһө лә булды. Өйләнешеп йәшәй башлаған йылдары һәр кемебеҙ үҙенең һүҙен һүҙ итергә тырышты, үҙенекен алға ҡуйҙы, икебеҙҙең дә мин-минлелек булды. Бындай мәлдәрҙә йәштәргә яйлы ғына итеп тормош айышына төшөндөрөп ебәреүсе ололарҙың булыуы йәш ғаиләне тарҡалыуҙан һаҡлап алып ҡалыусы ҡалҡандарҙың береһе. Тауыш-маҙар ҡупһа, ҡайным мәрхүм иремә: "Ғаиләлә килендең званиеһы юғарыраҡ!" - тип мине яҡлашыр ине. Килен булып төшкән йортта яҡлаусым барлығын күреп, күңел иреп китә, үҙемде ышаныслыраҡ тоя башлайым. Ирем дә минең яҡлы булған атаһын күреп, бер аҙ һыуына төшә. Шулай итеп, ҡайным шаяртыулы-ҡәтғи һүҙе менән беҙҙең арала башланып ҡына торған низағты ябып та ҡуя.
Атайым менән әсәйем дә төртмә телле, шаян кешеләр булды. Кинәйәле генә итеп апайым менән миңә тормош ҡанундарын аңғартып ҡуйырҙар ине. Атайым: "Ҡыҙыҡайҙар! Ир кешегә бер яҡшы һүҙ ҙә етә. Йомшаҡ телле булһағыҙ, ана, Сәүиә әбей ише, бесән сапмай, сәйнүк тотоп ҡына йөрөрһөгөҙ", - тигән булып шаяртып, әсәйемдең ҡырыҫлығына төрттөрөп ҡуйыр ине. Ысынлап та, эргәлә генә Сәхәү бабай менән Сәүиә әбейҙең бесәнлектәре булды. Бер ҡасан да Сәүиә әбейҙең ҡулында салғы-тырма күрмәнек, ул бөтмәҫ хәбәрен һөйләп, бабайы артынан эйәреп, уны күтәрмәләп тик йөрөр ине. Әленән-әле сәйнүген яңыртып, тәмле итеп өҫтәл әҙерләп, бабайын һыйлап ҡына торҙо. Сәхәү бабай ҙа әбейенең иғтибарынан иреп, бесәнде геү килтереп эшләп ташлар ине.
Мин дә йылдар үтә торғас, атайымдың һүҙен тотоп, иремдең эшен маҡтай башланым, күтәрмәләп торҙом. Һәм, ысынлап та, был ысул бик яҡшы эшләй икәнлеген аңланым - иремдең күңеле күтәрелеп китә, тағы ла дәртләнеберәк эшләй башлай. "Арттырып та ебәрәһең инде, Асия, мине ҡупайтаһың бит", - тип көлә үҙе. Бына бит ул йылы һүҙ көсө.
Ир менән ҡатын бурыстарына килгәндә, улар электән үк билдәле. Ирҙәрҙең фәҡәт ҡатын-ҡыҙҙар ҡулына ғына килешле эштәргә ҡыҫылмауы хуп, ҡатынға ла көслө заттың ғына хәленән килерлек донъяуи бурыстарҙы үҙ иңенә йөкмәүҙән азат булырға кәрәк. Ҡатын-ҡыҙҙың нәфислек, гүзәллек өлгөһө булып, ғаилә усағының утын һүндермәйенсә, өйгә ҡот биреп йәшәүе мөһим. Ә ир-аттың ғаиләһе өсөн яуаплылыҡ тойоп, балаларына атай һәм ир өлгөһө булып йәшәүе шарт.

Рәмис МОРАТШИН, завод хеҙмәткәре, Өфө ҡалаһы: Кәләш менән студент йылдарында өйләнештек. Ул замандарҙа 1-се һәм 2-се курстарҙы картуф сүпләргә тип Өфөгә яҡын-тирә баҫыуҙарға ебәрерҙәр ине. Шунда тоҡанды ла инде мөхәббәт уты һәм 2-се курс башында өйләнешеп тә ҡуйҙыҡ. Дипломға ҡушып, 3 йәшлек малай ҙа алып сыҡтыҡ вуздан.
Бөгөнгө көн күҙлегенән ҡарағанда, хәҙерге аҡыл булһа, бәлки, өйләнешмәгән дә булыр инек, тип уйлайым. Беренсенән, икебеҙҙең дә атай-әсәйҙәр ни өсөндөр беҙҙең һайлағанды ҡабул итә алманы һәм ваҡыты-ваҡыты менән былай ҙа тыныс булмаған тормошобоҙға ҡуҙ өҫтәп торҙо. Икенсенән, икебеҙҙең дә холоҡтар ауыр икәнлеге асыҡланды, һәр беребеҙ "баш" ролендә булырға тырышты. Кәләш күберәген көсөн карьера эшләүгә йүнәлтте, миңә һәм малайға әллә ни наҙ бирмәне. Мин ситкә йөрөштөрҙөм. Ғөмүмән, ике яҡлап та ғаиләне нығытыуға түгел, ә уны тарҡатыуға алып килгән аҙымдар эшләнек. Шулай ҙа ниндәйҙер көс менән бергә ҡала килдек, ҡыҙыбыҙ тыуҙы. Берсә яйланып һәлмәк кенә аҡҡан, берсә вулкан һымаҡ бөтә тирә-яҡты дер һелкеткән тормошта 20 йылдан ашыу йәшәгәндән һуң, айырылыштыҡ. Ләкин бер аҙ айырым йәшәгәс, кире ҡауыштыҡ, өсөнсө балабыҙ тыуҙы.
Әллә айырылышып яңынан ҡауышыу тәьҫир итте, әллә үҙебеҙгә аҡыл ултырҙы, ғаилә тормошобоҙ хәҙер бик матур. Элек булған аңлашылмаусылыҡтарҙы бөтөрҙөк, кәләшем хатта хыянатты ғәфү итергә үҙендә көс тапты һәм бер ҡасан да был хаҡта иҫкә алмай. Хәҙер кем баш, кем муйын темаһына ла бәхәс ҡупмай, барыһын да уртаға һалып һөйләшәбеҙ ҙә, нисек уңайлыраҡ, шулай эшләйбеҙ. Әйткәндәй, нисә йыл үткәндән һуң атай-әсәйҙәрҙәрҙең дә ҡарашы үҙгәрҙе, хәҙер "килен", "кейәү", тип өҙөлөп торалар.
Ғаилә бурыстары мәсьәләһенә ҡарата ла бәхәстәр тыумай. Аныҡлап әйткәндә, ул турала бөтөнләй һүҙ ҡуйыртмайбыҙ. Тура килһә, мин ашарға бешерәм, һауыт-һабаны ла йыуып ҡуям, мәктәпкә йыйылыштарға ла йөрөйөм. Хәҙер ҡыҙыҡ күренһә лә, ваҡытында беренсе малайҙың йыйылыштарына йөрөүҙе ҡатын-ҡыҙ эше, мин бармайым да, йөрөмәйем дә, тип яу ҡуптара инем. Кәләш тә хәҙер "мин кухня ҡоло түгел", тигән принцибынан арынып, тәмле итеп аш-һыу әҙерләй. Икебеҙ ҙә яҡшы килем алабыҙ. Шуны билдәләп үткем килә. Ҡатыным барыбер ҙә үҙенекен һүҙ итеп, үҙе теләгән йүнәлештән тайпылмайынса тырышып эшләп, хәҙер ҙур үрҙәр яуланы. Ваҡытында минең "тырнаҡ игәп аҡса эшләп буламы ни, бар, эшкә урынлаш", тип әрләшкәнемде тыңламайынса, үҙ маҡсатына барыуын дауам итте. Һәм әлеге мәлдә ул үҙенең бер нисә "Матурлыҡ салоны"н асып, уңышлы эшмәкәрлек алып бара. Әгәр ҙә мин элек үк уның башланғысын, ынтылыштарын хуплап, күтәреп, ярҙам итеп торһам, был уңышҡа ул күпкә иртәрәк килер ине, биллаһи.
Кәләшемдең тағы бер ыңғай яғын билдәләп үтмәйенсә булмай. Төрлө саҡтар - эшһеҙ ҡалып йәки алданып аҡсаһыҙ ҡайтып ингән саҡтар йыш булды. Айҙар буйы даими килем алмаған мәлдәрҙә лә йәшәнек. Тик ул бер ҡасан да миңә был мәсьәлә буйынса тәнҡит һүҙе әйтмәне, һәр саҡ "Барыһы ла яҡшы буласаҡ", тип күтәрмәләп торҙо. Бының өсөн уға рәхмәтлемен.

Гөлйөҙөм ҒИНИӘТУЛЛИНА, китапханасы, Шишмә районы: Ирем менән 12 йыл йәшәйбеҙ. Әҙ ҙә түгел, күп тә түгел, шулай ҙа ниндәйҙер һығымталар эшләргә мөмкин.
Йәшәй-йәшәй бер-береңдең холҡон, ҡылыҡтарын, ғәҙәттәрен яҡшылап аңлай башлайһың. Ваҡыт үтә килә икенсе яртыңдың теге йәки был хәлдә үҙен нисек тотасағын һәм хатта нимә әйтәсәген дә белеп тораһың. Ҡайһы бер йәш ғаиләләр беренсе тапҡыр һүҙгә килешкән осраҡта ла "холоҡтар тап килмәй", тип айырылышыу тураһында уйлай башлай. Бер-береңде тыңларға, аңларға өйрәнеүҙән башлана ла инде ныҡлы ғаилә тормошо. Ҡайһы бер урында шымып ҡала белергә лә кәрәк. Тормош булғас, ҡайһы берҙә "баш" булырға ла тура килә, "муйын" да булып кителә. Шулай ҙа ҡатын кеше һығылмалыраҡ, хәйләкәрерәк булырға тейештер, тигән уйҙамын. "Баш"мын тип күкрәк киргән ирҙе был уйынан дүндермәй генә, үҙеңсә эшләргә лә мөмкин бит. Мин бер ҡасан да ирем менән бәхәсләшмәйем, ләкин был һәр саҡ барыһы ла тик уныңса ғына була, тигәнде аңлатмай.
Ғаиләлә ир менән ҡатын бурыстары барлығын кем, ҡасан һәм ниндәй ҡараштан сығып билдәләгән? Айырыуса бөгөнгө заманда был көнүҙәк түгел, тип иҫәпләйем.
Ғаилә ныҡ булһын өсөн "баш-муйынға" бүленергә түгел, ә уларҙың бергә эшләй белеүе мөһим. Ғаиләләге бурыстарҙы бүлмәҫкә, ә уларҙың йәшәйешебеҙҙе уңайлы һәм файҙалы итеүенә йүнәлтә белергә кәрәк.

Гөлназ МАНАПОВА яҙып алды.
"Киске Өфө" гәзите, №8, 2024 йыл

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 29.02.24 | Ҡаралған: 68

Киске Өфө
 

"Киске Өфө" (индексы ПР905) гәзите менән бергә булыусы аңлы, зыялы уҡыусыларыбыҙҙы 2024 йылдың икенсе яртыһы өсөн 897 һум 06 тингә баҫмабыҙға яҙылып ҡуйырға саҡырабыҙ. Ә беҙ һеҙҙе рухиәт менән һуғарыуҙы, кәрәкле мәғлүмәттәр еткереүҙе дауам итербеҙ, матур йөкмәтке менән танһыҡтарығыҙҙы ҡандырырға тырышырбыҙ, тигән вәғәҙәбеҙҙе яңыртабыҙ. Гәзитебеҙгә яҙылып, квитанцияларын редакцияға ебәргәндәр араһынан кемдәрҙер бүләккә бик шәп китаптар аласағы тураһында ла онотмағыҙ. Бергә булайыҡ!

МӨХӘРРИРИӘТ.

 
Беҙҙең дуҫтар
 

Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

 
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
© 2024 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru