«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
Беҙҙең номерҙар
 
2024

Ғинуар
   01  |  02  |  03 
Февраль
   04  |  05  |  06  |  07 
Март
   08  |  09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15  |  16 
Май
   17  |  18  |  19  |  20  |  21 
Июнь
   22  |  23  |  24  |  25 
Июль
   26  |  27  |  28  |  29 

Киске Өфө» VK-төркөмө
 
әйт, тиһәгеҙ...

Сығарылыш уҡыусыларының юғары уҡыу йорттарына уҡырға инеү этабы тамамлана. Улар күберәк ниндәй һөнәрҙәргә өҫтөнлөк бирә икән, шул турала бер кәлимә әйтһәгеҙсе?

Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52

  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
КӨС ҠУЛЛАНЫУҘЫ СИКЛӘҮ
+  - 

Һуңғы йылдарҙа интернетта кеше психикаһына, бигерәк тә балаларҙыҡына зыян килтергән, мәҫәлән, кеше туҡмау, хайуандарҙы язалау кеүек видеолар барлыҡҡа килә башланы. Бындай зарарлы мәғлүмәтте артабан таратыуға юл ҡуймау маҡсатында, уларҙы тыйыу буйынса закон проекттары ҡабул иттек һәм яуаплылыҡ билдәләнек.

Беренсе закон проекты менән тыйылған мәғлүмәттең яңы категорияһын индерәбеҙ. Ул - "треш-стрим" йәғни ҡанһыҙлыҡ менән ҡылынған законға ҡаршы ҡылыҡтар һәм уларҙың эҙемтәһен күрһәткән фото һәм видеоматериалдар. Роскомнадзор тейешле мәғлүмәтте, тура эфирҙарҙы, видеоларҙы оператив рәүештә туҡтатыу хоҡуғына эйә буласаҡ. Социаль селтәр эйәләре фото, видеолағы аяуһыҙ күренештәрҙе үҙҙәре күҙәтергә һәм уларҙы блокка ҡуйырға бурыслы. Шулай итеп, треш-стримерҙар зарарлы мәғлүмәтте интернетта тарата һәм шуның менән аҡса эшләй алмай.
Икенсе закон проекты РФ Административ хоҡуҡ боҙоуҙар Кодексының 12.35-се статьяһына үҙгәрештәр индерә. Ул интернетта законһыҙ ғәмәлдәрҙе, уларҙың эҙемтәләрен һүрәтләгән фото һәм видеоматериалдарҙы таратҡан өсөн яуаплылыҡты күҙ уңында тота. Штраф күләме граждандар өсөн 200-ҙән 600 мең һумға тиклем; вазифалы кешеләр өсөн 300-ҙән 700 мең һумға тиклем тәшкил итәсәк. Бынан тыш, бындай материалдар эшләү өсөн ҡорамалдарҙы, мәҫәлән, камераны тартып алыу ҡарала. Өсөнсө закон проекты менән РФ Енәйәт кодексын 10 төр енәйәт буйынса асыҡ күрһәтеү менән енәйәт-язалау ғәмәлен башҡарыуҙы ауырлаштырыусы сәбәп итеп таныған пункт менән тулыландырабыҙ. Улар араһында үлтереү, аңлы рәүештә һаулыҡҡа ауыр, уртаса һәм еңел зыян килтереү, туҡмау, язалау, үлтереү йәки һаулыҡҡа ауыр зыян килтереү менән янау, кешене урлау, законһыҙ рәүештә иркенән мәхрүм итеү, шулай уҡ ҡол итеп тотоу.
Был проекттар законлы көсөнә ингәс, көс күрһәткәнен, көсһөҙҙәрҙе кәмһеткәнен, уларҙы язалағанын төшөрөп, социаль селтәрҙәргә һалған кешеләрҙе яуаплылыҡҡа тарттырыу өсөн нигеҙ барлыҡҡа киләсәк. Беҙ кешеләрҙе, бигерәк тә балаларҙы бындай кадрҙарҙан һаҡларға тейешбеҙ.

Зариф БАЙҒУСҠАРОВ,
РФ Дәүләт Думаһы депутаты.

"Киске Өфө" гәзите, №8, 2024 йыл

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 29.02.24 | Ҡаралған: 130

Киске Өфө
 
Мөхәббәт ихтыярһыҙ булырға тейеш түгел, ул аҡыллы булырға тейеш. Был мөхәббәттең яратҡан кешеңдең дә, тирә-йүндәгеләрҙең дә етешһеҙлектәрен күрә, шуларға ҡаршы көрәшә белеү менән берләшкәнлеге шарт булыуын аңлата. Ул аҡыл, зарурҙы буш һәм ялғандан айыра белеү менән дә берләшергә тейеш. Ул һуҡыр булырға тейеш түгел.

Дмитрий ЛИХАЧЕВ.

Беҙҙең дуҫтар
 
Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
© 2024 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru