«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
Беҙҙең номерҙар
 

2024

Ғинуар
   01  |  02  |  03 
Февраль
   04  |  05  |  06  |  07 
Март
   08  |  09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15  |  16 
Май
   17  |  18 

 
Киске Өфө» VK-төркөмө
 

әйт, тиһәгеҙ...

Кешене кеше иткән хеҙмәттең баһалары самалы булып китте түгелме бөгөн, нисек уйлайһығыҙ? Был һеҙҙең ғаиләлә йә туғандарығыҙ араһында сағылыш табамы?

 
Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
ҮҘЕҢДЕ ЯРАТЫРҒА ӨЙРӘНМӘЙСӘ БАШҠАЛАРҘЫ ЯРАТЫП БУЛМАЙ
+  - 


Ғәйәт шәп үҙгәреүсән заманда йәшәйбеҙ. Ваҡыт та һыу кеүек аға. Көн һайын тиерлек яңы һүҙҙәр ишетәбеҙ, күренештәргә юлығабыҙ. Тән дауалаусы табиптар менән бер рәттән, йәнде дауалаусы белгестәрҙең - психологтарҙың - барлыҡҡа килеүенә лә хан заман. Тәүҙә киноларҙа ғына күреп ғәжәпкә һалған психологтарға мөрәжәғәт итеү бөгөнгө көндә ҡәҙимге хәл. Психологтарҙың һөнәри даирәһенә ҡараған "паникалы һөжүм", "депрессия" һәм башҡа һүҙҙәрҙе һәм күренештәрҙе лә әллә ни иғтибар бирмәй генә ҡабул итәбеҙ. Ә улар артында нимә ята? Яҡындарыбыҙҙы нисек һаҡларға? Ошо һәм башҡа һорауҙарға клиник һәм ғаилә психологы Гөлсинә ҒӘНИЕВА яуап бирә.

Бөгөнгө көндә психологияла "паникалы һөжүм" (паническая атака), тигән күренеш киң таралған. Нимә ул һәм нисек сағылыш таба?

- Ысынлап та, һуңғы ваҡытта паникалы һөжүмдән яфа сигеүселәр һаны арта. Кешелә ҡапыл ғына ныҡ итеп ҡурҡыу тойғоһо барлыҡҡа килә, йөрәк тибеше көсәйә, тыны ҡыҫыла, тәне ҡалтырай, күкрәгендә ауыртыу көсәйергә, башы әйләнергә, эсе китергә, ҡоҫа башларға мөмкин. Уны үлем тураһындағы уйҙар биләп ала, өйҙән сығырға, аҡылдан яҙыуҙан ҡурҡа, ул ысынбарлыҡ менән бәйләнеште, үҙ-үҙен контролдә тотоу һәләтен юғалта.
Ҡайһы берҙә паникалы һөжүм ҡурҡыуһыҙ ҙа булырға мөмкин. Был осраҡта тын быуыла, һауа етмәй, баш әйләнә, тирә-яҡ менән бәйләнеш юғала һәм башҡалар. Ниндәй осраҡта ла ул бик ҡурҡыныс күренеш һәм кешенең тормошон баштан аяҡ әйләндерергә мөмкин. Уны еңеп сығыуы ла ауыр. Бындай осраҡта кешене тынысланырға саҡырыу мәғәнәһеҙлек, сөнки был ярҙам итмәйәсәк. Әлбиттә, яҡындарының таяныс булыуы паникалы һөжүмде еңелерәк үткәрергә ярҙам итә, ләкин бөтөнләй еңеүгә булышлыҡ итә алмай.
Бөтә кеше лә үҙ ғүмерендә эмоциональ йәһәттән ныҡ тәьҫир иткән ваҡиғалар кисерә, ниндәйҙер психик яралар ала. Тормош бит ул шуға ла. Барыһын да дөрөҫ итеп кисерә белеү, уны үтеп сыға алыу мөһим. "Тиреһе ҡалын" кешеләр төрлө ваҡиғаларға әллә ни әһәмиәт бирмәйенсә үткәрә белә. Улар күҙлегенән сығып ҡарағанда, паникалы һөжүмгә дусар булыусылар үҙ-үҙҙәрен ҡулға алырға һәләтле, ләкин тырышлыҡ һалмаған, үҙ хәлдәрен еңеләйтеү буйынса эшләмәгән кеүек. Был төптө хата фекер. Шуға күрә, яҡын кешегеҙҙә ошондай хәл күргән осраҡта, уның психик торошо киҫкенләшмәһен өсөн, белгескә күрһәтеү иң дөрөҫ юл.

Психолог бындай осраҡта ниндәй ярҙам күрһәтә ала?

- Тормош мәшәҡәттәренә сумып, бөтмәҫ-төкәнмәҫ эштәр менән булышып, ҡайһы берәүҙәр үҙенә иғтибар итмәй башлай. Ә кеше, тәү сиратта, үҙен яратырға, үҙенең тәненә, йәненә, күңел торошона иғтибарлы булырға тейеш. Психологтар кешегә үҙ-үҙен яратырға, тәне ебәргән сигналдарҙы ваҡытында тойорға, үҙенең хис-тойғоларын аңларға һәм уларҙы яҡшы яҡҡа борорға ярҙам итә. Һүҙ менән, уларҙы тыңлай һәм аңлай белеүе менән. Әгәр ҙә кешенең психик халәте ныҡ зыян күрһә, уға психотерапевт һәм ул билдәләгән дарыуҙар кәрәк буласаҡ.
Психолог паникалы һөжүм өйәнәген еңеп сығырға өйрәтә. Һәм, иң мөһиме, паникалы һөжүмдең барлыҡҡа килеү сәбәбен аңларға һәм уны юҡ итеү өҫтөндә эшләргә булышлыҡ итә. Психолог 70 - 90 процент осраҡта паникалы һөжүм менән яфаланыусыға ярҙам итә ала. Шуға күрә, белгескә мөрәжәғәт итеүҙән ҡурҡмаҫҡа, оялмаҫҡа кәрәк. Һәр кем үҙенең психологик торошоноң ниндәй кимәлдә булыуына үҙе яуаплы, тимәк, кәрәк саҡта уны көйләү, яйға һалыу һәм ниндәйҙер мәсьәләне еңеп сығыу өсөн бар тырышлығын һалыу мөһим. Белгескә мөрәжәғәт итеү ошондай аҙымдың береһе булып тора ла.

Элегерәк беҙ депрессияға, энергия юҡлығына зарланғандарҙы күрмәнек тә, ишетмәнек тә. Бөгөнгө көндә һәр икенсе кеше күңел төшөнкөлөгөнә зарлана. Заманы шулаймы, әллә үҙебеҙ барыһын да шул тиклем ауыр кисерәбеҙме...

- Күңел төшөнкөлөгөнә бирелеүҙең төп сәбәбе - кешенең күңел күтәренкелегенә ынтылышы һәм ниндәй ҙә булһа дискомфортҡа түҙмәүе. Барыһы ла тормошта ниндәйҙер һөҙөмтәгә ынтыла, ләкин бөтәһе лә аныҡ маҡсат ҡуйып, уны тормошҡа ашыра алмай. Юлында барлыҡҡа килгән кәртәләрҙе, ҡаршылыҡтарҙы еңеп сығырға, үҙенең характерын, комплекстарын, ҡурҡыуҙарын, ғәҙәтен үтеп сығыу өсөн ихтыяр көсөн тапмай. Бәләкәй генә миҫал. Көн һайын йүгерергә сығыу теләге бар, ләкин был ауырлыҡ тыуҙыра. Иртәрәк йоҡларға ятырға һәм иртән иртүк торорға - шулай уҡ тормошҡа ашырылмай. Бындай миҫалдарҙы күп килтерергә мөмкин. Үҙенең хыялында йөрөткән тормошта йәшәргә теләүе, ләкин уны ысынбарлыҡ итеү өсөн бер нәмә лә эшләмәүҙән ул күңел төшөнкөлөгөнә дусар була.
Бөгөнгө заман кешеһенә ойошҡанлыҡ һәм үҙ-үҙенә ярҙам итеү етмәй. Шулай уҡ хәҙер хеҙмәттең баһаһын төшөрҙөләр, ялҡаулыҡ көслө. Хатта телевизор ҡабыҙыу өсөн дә ултырған урындан торорға кәрәкмәй. Элекке заманды алып ҡараһаҡ, бөтөнләй башҡа төрлө хәлде күрәбеҙ. Балалар хеҙмәткә өйрәнеп үҫте, үҙ өҫтәренә яуаплылыҡ алырға ҡурҡманы, кеше тормошто һөйөп йәшәне, ғаиләлә лә, мәктәптә лә аралашыу етерлек булды. Йәшәү шарттары ауырыраҡ булһа ла, күңелдәре көр булып, күңелле йәшәне.

Күптәр йылдар дауамында бер яйға һалынған, өйрәнелгән уңайлы зонанан сығырға көс тапмай. Нисек күңелгә ауырлыҡ һалмайынса, ошо зонанан сығырға һәм нимәлер эшләй башларға?

- Уңайлы зона эсендә кеше тормошон үҙгәртерлек, яңы бейеклектәргә илткән стимулды тоймай. Уның тормошо бер үк ҡаҙанда ҡайнай, уны үҙгәртеү өсөн талап ителгән ҡыйыулыҡ бөтөнләй юҡ. Был, тәбиғи, кешегә үҫергә ҡамасаулай. Уңайлы зонанан нисек сығыуҙы һәр кем үҙе хәл итә, шулай ҙа барыһы өсөн дә файҙалы уртаҡ кәңәштәр ҙә бар. Мәҫәлән, спорт менән шөғөлләнеү. Ә бына йөҙөүгә йөрөү яҡшы физик көйләнеш кенә бирмәй, стрестан ҡотолорға булышлыҡ итә. Спорт өйрәнелгән сиктәрҙән сығырға һәм шәхси үҫеште башларға булышлыҡ итеүҙә ҙур роль уйнай.
Ғәҙәттәрҙе яйлап үҙгәрткәндә уңайлы зонанан сығыуы әллә ни ауырлыҡ тыуҙырмаясаҡ. Эшкә һәр ваҡыт бер генә юлдан йөрөйһөгөҙмө? Иртәгә өйҙән сыҡҡас өйрәнелгән маршрут буйынса түгел, ә икенсе яҡтан китегеҙ. Ҡайтҡанда ла ғәҙәттәге юлды үҙгәртегеҙ. Бер ғәҙәтте үҙгәрткәндән һуң, икенселәренә тотонорға була. Ҙур еңеүҙәргә бәләкәй аҙымдар илткәнен оноторға ярамай. Сәйәхәт итегеҙ. Сәйәхәт мотлаҡ сит илдәргә сығыуҙы аңлатмай. Иң мөһиме - яңы тойғолар, тәьҫораттар бүләк итеүсе сәйәхәттәр. Ҡалала яңы парк асылғанмы? Барығыҙ шунда һәм унан мотлаҡ күңелегеҙ үҫеп, яңы уйҙар менән янып ҡайтасаҡһығыҙ. Күрше ауылда йәшәгән туғаныңа барып әйләнеү, икенсе райондағы курсташыңа ҡунаҡҡа барыу - быларҙың барыһы ла сәйәхәт. Донъя мәшәҡәттәре бер ҡасан да бөтмәй, үҙегеҙгә үҙегеҙ ял ойоштора белегеҙ. Иң мөһиме - тәүге аҙымды эшләргә, артабан үҙенән-үҙе көйләнәсәк.

Иң күбе ниндәй ғаилә проблемалары менән һеҙгә мөрәжәғәт итәләр?

- Ғаилә психологы булараҡ, миңә ата-әсә менән балалар араһындағы мөнәсәбәтте яйға һалыуҙа, балалар һәм үҫмерҙәрҙең проблемаларын хәл итеүҙә ярҙам һорап мөрәжәғәт итәләр. Балаларҙың тотороҡһоҙлоғон, бәйһеҙлеген еңә алмайынса, уларҙың өйҙә, балалар баҡсаһында йәки мәктәптә агрессия күрһәтеүҙәренән арып киләләр. Шулай уҡ социумда үҙҙәренә урын таба алмаған балалар күп - уларҙың дуҫтары юҡ, аралашыу ныҡ ауырлыҡ тыуҙыра, шаяртыуҙы аңламайҙар, ҡыҙып баралар һәм башҡалар. Тағы ла балалар араһында аппетит юҡлығы, яҡшылап ашамау, ашауҙан бөтөнләй баш тартыу, йоҡоһоҙлоҡтан интегеү кеүек психолог ярҙамы талап итеүсе мәсьәләләр йыш осрай.
Шулай уҡ миңә ҡатын менән ир араһындағы мөнәсәбәттәрҙә ҡытыршылыҡ, аңлашылмаусанлыҡ килеп тыуғанда ла мөрәжәғәт итеүселәр күп. Күп кенә ғаилә парҙары араһында бер-береһенә көнкүреш кимәлендә дәғүәләр күп. Психологтың төп бурысы - үҙенә килгән һәр кемдең, һәр парҙың, ата-әсә менән баланың араһындағы ығы-зығының төп сәбәбен төшөнөү һәм ярҙам ҡулы һуҙыу. Ғәҙәттә, проблема ябай ғына күренһә лә, уның тамырҙары бик тәрәндә була.
Гәзит уҡыусыларға шундай кәңәш бирер инем. Баланы тыңларға өйрәнегеҙ. Уға бүленгән 10 минут ваҡыт эсендә донъя емерелмәйәсәк, эш ҡасмаясаҡ. Әгәр ҙә бәләкәй сағында уға ҡарата иғтибарһыҙлыҡ күрһәтһәгеҙ, ул ҙурайғас үҙегеҙгә ҡарата ла ошондай уҡ мөнәсәбәттә булырға мөмкин.
Бәләкәй генә булһа ла, баланан кәңәш һораған булығыҙ, теге йәки был ваҡиғаға ҡарашы менән ҡыҙыҡһынығыҙ. Ниндәйҙер аш-һыуҙы яратмауын белдерһә, "файҙалы", "шулай кәрәк" тигән принциптарға таянып, баланы көсләп ашатмағыҙ. Һеҙ үҙегеҙгә оҡшамаған аш-һыуҙы ашамайһығыҙ бит, уның да теләгенә төкөрөп ҡарамағыҙ.
Үҙ балағыҙға ышанығыҙ. Уның бәләкәй генә ҡыуанысын да ҙур күреп бергә шатланығыҙ, илап йәки ниндәйҙер проблема менән килһә, ҡул һелтәп ҡарамағыҙ. Ул үҙенең ышаныслы таянысы булыуын күреп-тойоп үҫергә тейеш.
Ғаилә парҙарына иһә килеп тыуған мәсьәләне бергә ултырып һөйләшеп хәл итегеҙ, тип әйткем килә. Ирегеҙҙең йәки ҡатынығыҙҙың ниндәйҙер ҡылығы, әйткән һүҙе оҡшаманымы - уға был хаҡта асыҡтан-асыҡ әйтеү һәм проблеманы шул урында юҡ итеү мөһим. Икенсе яртығыҙ һеҙҙең нимәгә үсегеп йөрөүегеҙ тураһында күрәҙәселек итергә тейеш түгел. Ғаилә - ике яҡтың да тойғолар, мөнәсәбәттәр өҫтөндә берҙәм эшләүе.

Ғаиләлә кемдер "Мин бәхетһеҙ", "Миңә ауыр", тиһә, нимә эшләргә, уның яҡындарына үҙҙәрен нисек тоторға?

- Тәү сиратта, уның яңғыҙын ҡалдырмаҫҡа. Ләкин был хәстәрлек артыҡ баҫымлы булырға тейеш түгел. Бындай саҡта уның менән рухи бәйләнештәре ныҡ булған кеше һөйләшергә, был хәлдең сәбәбен аңларға тырышыуы кәрәк. Иң мөһиме, уны рухи көсһөҙлөктә ғәйепләргә, "Һин бит атай йәки әсәй, нимәгә мәүешләнеп йөрөйһөң?", "Һиңә күпме кеше ҡарап тора, үҙеңде ҡулға ал!" һәм башҡа ошондай һүҙҙәр әйтеүҙән тыйылыу кәрәк. Эйе, бәлки, бындай һүҙҙәрҙән һуң ул һеҙгә үҙенең ғәҙәттәге хәленә ҡайтҡандай тойолор, ләкин был алдаҡ тойғо булыр. Был хәлгә илткән сәбәптең айышына төшөп, уның өҫтөндә эшләмәйенсә тороп, кеше үҙ халәтенә ҡайта алмаясаҡ. Ә хәл ителмәгән мәсьәлә артабан тағы ла ауырыраҡ эҙемтәләргә килтерергә мөмкин.

Шулай итеп...
Был тормошта һау булып, үҙебеҙҙе аңлап һәм ҡабул итеп, килеп тыуған мәсьәләләрҙе хәл итерлек рухи көскә эйә булып йәшәргә яҙһын һәр кемгә. Иң мөһиме, йән яраларын төҙәтерлек саралар табып, күңел тыныслығында һәм таҙалығында ғүмер итеүҙер, моғайын.

Гөлназ МАНАПОВА әңгәмәләште.
"Киске Өфө" гәзите, №8, 2024 йыл

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 29.02.24 | Ҡаралған: 99

Киске Өфө
 

"Киске Өфө" (индексы ПР905) гәзите менән бергә булыусы аңлы, зыялы уҡыусыларыбыҙҙы 2024 йылдың икенсе яртыһы өсөн 897 һум 06 тингә баҫмабыҙға яҙылып ҡуйырға саҡырабыҙ. Ә беҙ һеҙҙе рухиәт менән һуғарыуҙы, кәрәкле мәғлүмәттәр еткереүҙе дауам итербеҙ, матур йөкмәтке менән танһыҡтарығыҙҙы ҡандырырға тырышырбыҙ, тигән вәғәҙәбеҙҙе яңыртабыҙ. Гәзитебеҙгә яҙылып, квитанцияларын редакцияға ебәргәндәр араһынан кемдәрҙер бүләккә бик шәп китаптар аласағы тураһында ла онотмағыҙ. Бергә булайыҡ!

МӨХӘРРИРИӘТ.

 
Беҙҙең дуҫтар
 

Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

 
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
© 2024 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru