«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
Беҙҙең номерҙар
 

2024

Ғинуар
   01  |  02  |  03 
Февраль
   04  |  05  |  06  |  07 
Март
   08  |  09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15  |  16 
Май
   17  |  18 

 
Киске Өфө» VK-төркөмө
 

әйт, тиһәгеҙ...

Кешене кеше иткән хеҙмәттең баһалары самалы булып китте түгелме бөгөн, нисек уйлайһығыҙ? Был һеҙҙең ғаиләлә йә туғандарығыҙ араһында сағылыш табамы?

 
Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
АУЫР ХӘЛГӘ ТАРЫҒАНДА ЛА САБЫР БУЛЫУ ФАРЫЗ
+  - 


Фәүзиә Мөхәмәтшинаның һәр саҡ көнүҙәк хәлдәр сағылдырылған мауыҡтырғыс мәҡәләләрен ҙур ҡыҙыҡһыныу менән уҡыйым. Башҡортостан, Рәсәй күләмендәге йә донъя хәлдәренә ҡағылышлы булһынмы, уның тос фекерҙәре менән танышып, ҡәнәғәтлек табам. Яҙмаларының береһендә ул хөкүмәт йыйылышында "күтәрелә яҙған" бер мәсьәләгә ҡағыла. Тормош ҡорорға йыйынған йәштәрҙән генетик ярашлылыҡ хаҡында белешмә талап ителеү ихтималлығы тураһындағы хәбәр ул. Тап ана шул хаҡта мин дә интернет селтәренән уҡып, бер аҙ тынысһыҙлана биргәйнем. Ярай әле, ул һорау көн тәртибенә ҡуйылмаған, шулай ҙа, өйләнешергә йөрөгән бер килке йәштәрҙе тулҡынландырып алғандыр бындай хәбәр.

Фәүзиә һылыуҙың "Бүләктерме, һынауҙырмы…" тип аталған шул мәҡәләһе гәзитебеҙҙә сыҡҡас, бер яҡташ ғаилә менән элегерәк булған хәлде иҫләнем. Өйләнергә ниәтләнеп йөрөгән бер йәш егет һөйгән ҡыҙын үҙенең ата-әсәһе менән таныштыра. Улын яратҡан, хәстәрлекле ата-әсә, әлбиттә, буласаҡ килендең ғаилә хәле менән ҡыҙыҡһынған. Егеттең ата-әсәһе ҡыҙҙың туғандарының береһе тыумыштан һаңғырау-телһеҙ икәнлеген белгәс тә, улдарын "тоҡомо ауырыу" булған ҡыҙға өйләнмәҫкә өгөтләргә тотона. Егет ата-әсәһенең һүҙенән сыҡмай һәм һөйгәнен кире ҡаға. Сәләмәт ғаиләлә үҫкән икенсе бер ҡыҙҙы кәләшлеккә ала. Күңелде ҡырып торған проблеманан "эҫе мәлендә" ҡотолғас, хәҙер инде һис бер нәмә өсөн хәүефләнмәй, йәшә лә йәшә!.. Бер йылдан был йәш ғаиләнең сабыйы донъяға килә. Тик, оҙаҡламай, бәләкәстең тома һаңғырау икәнлеге беленә… Ошоғаса этиологияһы (барлыҡҡа килеү сәбәбе) яҡшылап асыҡланмаған был сир медицинала "глухонемота" тип атала. Бына шулай, хатта саманан тыш хәстәрлек тә үҙен һәр саҡ ҡына аҡламай икән шул. Үҙ күләгәңдән ҡасып китә алмаған кеүек, Аллаһы Тәғәлә яҙған яҙмыштан бер ҡайҙа ла тайшанып булмай. Халҡыбыҙҙа "Бүренән ҡасҡан - айыуға ҡапҡан" тигән әйтем дә йөрөй. Беҙҙең яҡта әйтмешләй, берәүҙең дә эсен ярып ҡарай алмайбыҙ. Бик һирәк кенә осраҡтарҙа генетик анализдар ярҙамында киләсәк быуындың һаулығы хаҡында тик ниҙер фаразлау ғына мөмкин, әлбиттә, әммә шунан да ашып китеп булмай. Ир менән ҡатын бергә йәшәй башлағас, УЗИ, компьютер томографияһы һымаҡ тикшеренеүҙәр инде үҫешә башлаған яралғы хаҡында ниндәйҙер мәғлүмәт биреүе лә бар, әммә, быныһы - башҡа тема.
Мин хеҙмәт иткән часта бер һалдат "ҡалаҡҡа һалып йоторлоҡ" бер һылыуға ғашиҡ булды. Тик шуныһы… һалдаттын һөйгәне тыумыштан "телһеҙ" ине. Үҙе лә төҫкә-башҡа матур булған егет ҡыҙҙы алдаштырып, "былай ғына" йөрөйҙөр тип уйлағайны күптәр. Әммә һалдат етди, намыҫлы булып сыҡты. Рәсми никахҡа тороп, "һалдат туйы" яһап, кәләше менән бергә дембелгә ҡайтып китте. Үҙе тыуып үҫкән ғаиләлә бер туған апайының да тап шундай сире булған икән. Бала сағынан шул апайы менән аралашып, телһеҙҙәрҙең телен яҡшы үҙләштергән егет был ҡыҙ менән дә бик тиҙ уртаҡ тел тапҡан. Һалдаттың ата-әсәһе телһеҙ киленгә риза булып, уны ихлас ҡаршы алғандыр һәм йәш ғаилә бәхетле йәшәп алып киткәндер, моғайын, тип ышанам. Эйе, борон башҡорт халҡы сит ауылдан берәй таныш булмаған ғаилә менән туғанлашыр булһа, буласаҡ ҡоҙа-ҡоҙағыйҙары, уларҙың нәҫел-нәсәбе хаҡында белешергә тырышҡан. Белгән кешеләрҙән һорашып, башлыса, был ғаиләнең әхлаҡи, шулай уҡ матди хәле менән дә ҡыҙыҡһынған. Һәр ата-әсә балаһының яҡшы кешегә юлығып, бәхетле ғүмер итеүен теләй бит инде… Ғөмүмән, күпме генә тырышһаҡ та, буласаҡ ҡатындың (ирҙең) эсен-тышын барыбер "үтә күрә" алмайбыҙ, тураһын ярып әйткәндә, ғәмәлдә "тоҡ эсендәге бесәй"ҙе өйөбөҙгә алып ҡайтабыҙ бит инде. "Өлөшөбөҙгә тейгән көмөшөбөҙ"ҙөң кемлеген күпмелер ваҡыттан һуң ғына аңлай башлайбыҙ. Әлеге әйтмешләй, генетик ярашлылыҡ хаҡында әллә күпме справкаң булһа ла, ғаиләнең киләсәген хәл итеп булмаясаҡ.
Икенсе яҡтан, гуманлыҡ күҙлегенән сығып ҡараһаҡ, туғаны (хатта үҙе лә!) сирле егеттең йә ҡыҙҙың да ғаилә ҡороп йәшәргә хаҡы бар. Мәҡәлә авторы Фәүзиә Мөхәмәтшина балаларҙың тыумыштан була торған сирҙәренең эске һәм тышҡы факторҙарын, бихисап сәбәптәрен дә килтереп, аҙаҡ "бала ата-әсә өсөн иң ҡәҙерле бүләк, ә бәлки, Аллаһы Тәғәлә һынауылыр" тигән фекерҙе ҡуйыуы бигерәк күңелгә ятты. Ысынлап та, Раббыбыҙ тарафынан бер-береһенә хәләл итеп яралтылған ир менән ҡатынға ана шундай һынау ҙа ҡуйыуы хаҡында етди фекерләүгә көйләй автор. Зәғиф тыуған балаһынан (үҙенең ғәзизенән!) баш тартыусылар, йә "нәҫеле насар" тигән һылтау менән никахын тарҡатҡан кешеләрҙең дә булыуы хаҡында иҫкә төшөргән авторҙың һүҙҙәренә нисек ҡолаҡ һалмаҫһың! Үҙенең фекерен һәр тарафтан дәлилләп, кәрәк саҡта ярайһы ғына ҡыйыу сығыш яһаған был авторҙан мин үҙем дә йыш ҡына үрнәк алырға тырышам.
Халыҡ-ара сәйәсәт темаһында ла тәрән йөҙгән был журналистың бөгөнгө көнөбөҙгә ҡағылышлы тағы бер яҙмаһына иғтибар итәйек. Гәзитебеҙҙең күптән түгел сыҡҡан һанында уның "Ҡартлыҡтан көлөү - көлкө түгел" исемле бер мәҡәләһе менән дә таныштыҡ. АҠШ президенты Байден телгә алынған был материалды күптәр уҡып, автор менән килешеп, хатта баш ҡағып та ултырғандарҙыр, тип уйлайым. Ысынлап та, бөгөн власть башында торған шул бабайҙың киләһе һайлауҙа тағын да президентлыҡҡа баш тығыуы - иҫ-аҡыл китерлек бит! Өс-дүрт йыл элек, Трамп урынына тәхеткә был ҡарт килергә йыйынып йөрөгәндә, минең "Керән ҡара шалҡанға ҡарағанда татлыраҡ түгел" (Урыҫса - "Хрен редьки не слаще") тигән мәҡәләм баҫылып сыҡҡайны. Хәҙер ҙә ана шул мәл етеп килә. Бер яҡтан уйлағанда, ғәйәт оҫта журналисты ла һүҙҙә оттормаған, физик яҡтан типһә - тимер өҙөрҙәй президентыбыҙ фонында ана шул "дуҫ булмаған" илдең етәксеһе тәнтерәкләп йөрөгән үтә ҡарт кеше булыуы беҙҙең өсөн мәҙәк һымағыраҡ та тойола. Әммә… уның ҡулында ла - "Йәҙрә сумаҙаны"! Ысын мәғәнәһендә! Йыш ҡына уның яңылыш хәбәр һөйләп йә ике өҫтәл араһында аҙашып китеүен дә беҙ телеэкрандарҙа күргеләйбеҙ. "Старческий атеросклероз головного мозга" тип аталған ҡартлыҡ ауырыуы, ғәҙәттә, тәрәнәйә генә бара бит ул! Был ҡарт, кәбе "эште боҙоп" ташламаһын, тип тә борсолоусылар бар. Ҡартлыҡтан көлөү, әлбиттә, көлкө түгел, әстәғфируллаһ! Бындай хәлдән беребеҙ ҙә гарантияланмағанбыҙ. Мейес башында арҡаһын ҡыҙҙырып ҡына ятыу урынына, инде туғыҙынсы тиҫ-тәһен ҡыуып барған меҫкен бабай ҡайсаҡ йәл дә булып китә. Уны ҡурсаҡ итеп уйнатып ҡына йөрөтөүсе хәйләкәр ярҙамсылары ла юҡ түгелдер. Һәр хәлдә, беҙ тик ана шулай итеп үҙ-ара ғына әңгәмәләшеп алабыҙ инде…
Фәүзиә һылыуҙың һәр мәҡәләһен уҡыған һайын, үҙең дә һиҙмәҫтән, тағы әллә ниндәй фәлсәфәләргә төшөп китәһең. Әлеге халыҡ-ара хәлдәрҙе ғаилә тормошо менән дә сағыштырып алырға була. Илдәр араһында түгел, бәғзе ваҡыт, хатта бер бәләкәс ғаилә эсендәге үҙ-ара мөнәсәбәттәрҙе яйлап ала алмайбыҙ. Һәр ғаилә - үҙе бер кескенә донъя һымаҡ бит ул. Әгәр ғаилә башлыҡтары дөрөҫ сәйәсәт алып бармай икән, ығы-зығыны көт тә тор. Ә бит, ысынлап та, күп кенә ғаиләләрҙә ир менән ҡатын бер-береһенә ниндәй генә "санкциялар" иғлан итмәй, ҡайһы берҙә хатта һуғышҡаса барып етә. Тормошта, күп кенә нәмәгә сабырлыҡ ҡылып, балаларҙың бәхете өсөн, бер аҙ "сигенә биреп" булһа ла, үҙ-ара мөнәсәбәтте яйлау яғын ҡарарға кәрәктер. "Түңәрәк өҫтәл" артында ултырып, аҡыллы ғына һөйләшеп, уртаҡ тел табырға тырышырға кәрәклеген аңларға теләмәү яҡшыға алып бармай шул. Һөҙөмтәлә бер ниндәй ҙә ғәйебе булмаған балалар зыян күрә. Ата-әсәһе татыу булған ғаиләлә балалар ҙа үҙҙәрен бәхетле тоя бит. Ә инде икеһе - ике яҡҡа тартып торған ата-әсәнең ғәзиздәренә ни эшләргә?.. Улары ололарҙың бына ошондай сәләмәт булмаған мөнәсәбәтен күреп үҫә. Һөҙөмтәлә - киләсәкке быуындар ҙа ана шундайыраҡ юҫыҡҡа көйләнә. Бына нимәһе - ҡыҙғаныс! "Йәштәребеҙ һыйыша алмай, никахтарын тарҡата, илебеҙҙә айырылышыуҙар күп", тип саң ҡағабыҙ. Иң тәү сиратта үҙебеҙ балаларыбыҙға, йәштәргә үрнәк булырға тейешбеҙ түгелме, йәмәғәт? Һүҙ аҙағында. Башта иҫкә алған мәҡәләнең һорауына ярашлы, Аллаһы Тәғәләнең һәр һынауын лайыҡлы үтәйек, тимәксе инем. "Мосолман кешеһе өсөн хатта сәнскәккә сәнселеп алыу ҙа хәйерле", тигән хәҙис бар. Ниндәй генә сетерекле, ауыр хәлдәрҙә тороп ҡалыуыбыҙға ҡарамаҫтан, Аллаһ илсеһе с.ғ.с. "Әлхәмдүлилләһи ғәлә күлли хәл" (һәр хәлдә лә Аллаһҡа маҡтау) тип әйтергә ҡушҡан. Ҡылған сабырлығыбыҙ өсөн Раббыбыҙ ҙур әжер (бүләкләү) вәғәҙә итә. Әммә быны һәр саҡ түҙеп, ҡул ҡаушырып ҡына ултырырға кәрәк икән тип аңлау ярамай, әлбиттә. Хәлебеҙҙән килгәнсе һәр төрлө ауырлыҡтарҙы еңеп сығырға ынтылыу мөмкинлеге лә бирелгәнен иҫтән сығармайыҡ.

Хәлил ҺӨЙӨНДӨКОВ.
"Киске Өфө" гәзите, №8, 2024 йыл

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 29.02.24 | Ҡаралған: 125

Киске Өфө
 

"Киске Өфө" (индексы ПР905) гәзите менән бергә булыусы аңлы, зыялы уҡыусыларыбыҙҙы 2024 йылдың икенсе яртыһы өсөн 897 һум 06 тингә баҫмабыҙға яҙылып ҡуйырға саҡырабыҙ. Ә беҙ һеҙҙе рухиәт менән һуғарыуҙы, кәрәкле мәғлүмәттәр еткереүҙе дауам итербеҙ, матур йөкмәтке менән танһыҡтарығыҙҙы ҡандырырға тырышырбыҙ, тигән вәғәҙәбеҙҙе яңыртабыҙ. Гәзитебеҙгә яҙылып, квитанцияларын редакцияға ебәргәндәр араһынан кемдәрҙер бүләккә бик шәп китаптар аласағы тураһында ла онотмағыҙ. Бергә булайыҡ!

МӨХӘРРИРИӘТ.

 
Беҙҙең дуҫтар
 

Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

 
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
© 2024 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru